Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тәрбиәле баланан ҡиммәтерәк байлыҡ юҡ
Тәрбиәле баланан ҡиммәтерәк байлыҡ юҡ Танылған мәғрифәтcе, ғалим, тарихсы, дин белгесе һәм йәмәғәт эшмәкәре Ризаитдин Фәхретдиновтың хеҙмәттәрендә әхлаҡи, аҡыл һәм хеҙмәт тәрбиәһе мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүленә. Шәхестең ижадында “Әҙәм балаһы күңелендә ысын кешелек сифаттарын нисек тәрбиәләргә?” тигән һорауға нигеҙле яуап бирелгән. Китаптары балаларға ғына түгел, өлкәндәр өсөн дә әһәмиәтле.
“Әҙәм балаһы үҙ-үҙен тәрбиәләргә, камиллыҡҡа ынтылырға тейеш”, – тип яҙа Ризаитдин Фәхрет­ди­нов. Әлеге фекеренә ғүмер буйы тоғро булып ҡала ул. Ниндәй генә вазифа билә­мәһен, дәрәжә яуламаһын, ысын кешелек сифаттарын юғалтмай. Гелән ғилемгә ынтылған тәрбиәле кешегә хас һыҙат был.
Шәхестең ижадында “Нә­сихәттәр” китабы айырым урын алып тора. Унда мәғрифәтсе: “Милләттең түбән төшөүендә, юғалы­уын­да төп сәбәп – тупаҫ­лыҡ”, – тип билдәләй һәм балаларҙы тыйнаҡ, ярҙам­сыл, тәртипле булырға са­ҡыра. Әҙиптең нәсихәттәре әле айырыуса көнүҙәк яң­ғырай кеүек. Әйтерһең, ул “ваҡыт машинаһы”на ултырып килеп, арабыҙҙа йә­шәп, барыһын да күҙәтеп, ошо хеҙмәтен яҙған. Нә­сихәттәрҙе уҡыған һайын ундағы һәр юлдың беҙҙең быуынға төбәлгәненә ны­ғыраҡ ышана бараһың.
Ризаитдин Фәхретдинов, әхлаҡлы сабыйҙың ниндәй булырға тейешлеген, уның ғаилә һәм йәмғиәт өсөн баһалап бөткөһөҙ ҙур байлыҡ икәнен күрһәтеп, ошолай тип яҙа: “Тәрбиәле бала алтындан ҡиммәт. Ата-әсә өсөн уға тиңлә­шер­лек ҙур байлыҡ һис булмаҫ. Тәрбиәле бала йәнгә – шатлыҡ, йөҙгә аҡ­лыҡ килтерер. Уны һәр кем яратыр. Маҡтап телгә алыр­ҙар, ни һораһа, шуны бирерҙәр. Тәрбиәһеҙ баланы иһә бер кеше лә яратмаҫ, йомош ҡушмаҫ”.
Ризаитдин Фәхретди­новтың китапта балаларға өндәшкән шундай юлдары бар: “Атай-әсәйегеҙ һеҙҙең өсөн иң ауыр, мәшәҡәтле хеҙмәттәрҙе башҡарған һәм һаман да үтәй. Уларға ихласлыҡ менән булышлыҡ ҡылыусы, хөрмәт итеүсе булығыҙ!”, “Атай-әсәйегеҙгә ярҙамсы булығыҙ”, “Ҡайһы берәүҙәр, аталары үлгәс, мал өсөн туғандары, ҡа­рын­даштары менән асыу­ла­ныша. Һеҙ ундайҙар ке­үек булмағыҙ”, “Ата-әсәгеҙ алдында бик әҙәпле булы­ғыҙ, өйрәткәндәрен тың­лағыҙ” һәм башҡалар.
Яҙыусының фекеренсә, иң мөһиме – әхлаҡи тәрбиә. Яҡшылыҡ, әҙәп, күркәм холоҡ – кешенең асылы, йәмғиәттең именлек нигеҙе, ти ул. Бындай тәртип ғаиләнән, атай-әсәй менән балаларҙың, туғандарҙың, дуҫ-иштәрҙең үҙ-ара итәғәт­ле, ихлас мөнәсәбәтенән, татыулыҡҡа ынтылыуынан башлана һәм артабан тотош йәмғиәттең терәк-таянысына әүерелә. Шул уҡ ваҡытта кешенең күңеле генә түгел, тәне лә матур, камил булырға тейеш, ти шәхес. Ә хәҙерге йәштәр араһында, мәҫәлән, ҡашы­на, танауына, ирененә, те­ленә, кендегенә төрлө алҡа тағып йөрөгәндәрҙе осра­тырға мөмкин. Айырыуса шуныһы йәмһеҙ: ундайҙар егеттәр араһында ла күп. Урамда һүгенеп, ғәйбәт һөйләп йөрөгәндәр, өҫ-башына тейешле иғтибар бирмә­гәндәр Ризаитдин Фәхретдинов­тың нәсихәт­тәрен уҡыһа, ҙур фәһем алыр, һис шикһеҙ, тормошон үҙгәртер ине.
Мәғрифәтсе белемгә ынтылыуҙың маҡсатын дан-дәрәжә яулау түгел, ә йәмғиәткә файҙалы кеше булыу тип аңлата. “Һәр мил­ләт­тең бәхе­тенең төп сәбәбе – уның ғилем­ле­леге”, ти. “Яңы китаптар, әҙәби әҫәрҙәр уҡығыҙ. Ғи­лемегеҙҙән файҙа күрегеҙ”, “Белеме күп кешеләр алдында аҙ ғилемле булыуы­ғыҙҙан оялмағыҙ. Ҡулы­ғыҙҙан килгән нәмәләрҙе белмәй ҡалыуҙан оя­лығыҙ”, тип өйрәтә Ризаитдин Фәх­ретдинов.
Кешелек сифаттарын бөтөргән һәр төрлө боҙоҡ­лоҡтарға ҡаршы ғүмер буйы көрәшә мәғрифәтсе. Китап аҙағында бирелгән 11 өгөттә шулар тураһында һүҙ алып бара. Бөтә быс­раҡлыҡтың башы булған эскелеккә айырыуса йәне әрнеп: “Был боҙоҡ ғәҙәт шул ҡәҙәр ҡыҙғаныс һәм күңелдәргә йәрәхәт бирәсәк хәлдер”, – ти. Эйе, урамда балаларын етәкләп, тәмәке тартып, һыра эсеп йөрөгән атайҙарҙы ғына түгел, ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, әсәйҙәрҙе лә осратырға мөмкин. Улар үҙ өлгөһөндә балалары күңелендә бәләкәйҙән кире сифаттар тәрбиә­ләгәнен аң­ламаймы? Эскелек сә­бәп­ле күпме ҡайғы кисе­релә, күпме күҙ йәше түгелә бит!
Өлкәндәр өсөн яҙылған нәси­хәттәрҙә лә йәш быуын өсөн аҡыл-фәһем бик күп. Хәҙер ҡайһы берәүҙәр танышыу менән никахла­шырға ашыға. Һөҙөм­тәлә, бер-береһенең холҡон, ғәҙәттәрен белмәгәнлектән, тормоштары килеп сыҡмай. Ғаилә тарҡала, балалар етем ҡала. Ир-ат менән ҡатын-ҡыҙ һәр ҡайһыһы үҙ бурыстарын белеп, теүәл башҡарһа, бер-береһен ихтирам итһә, килә­сәктәре яҡты, ышаныслы булыр, ти Ризаитдин Фәхретдинов. Тап шундай ғаиләләрҙә әҙәп­ле, әхлаҡлы, ярҙам­сыл, саф күңелле, ғилемгә ынтылған балалар үҫер.


Автор: Гүзәл СӘЛӘХОВА. Район: Баҡалы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә