Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Көлгә күмһәләр – көлөп сыҡ
Көлгә күмһәләр – көлөп сыҡ Уҡытыусыбыҙ: “Ғаилә, ырыу-затығыҙҙан кемгә оҡшарға тырышыр, кемдән үрнәк алыр инегеҙ?” – тигән һорау ҡуйып, “Һинең кумирың кем?” тигән темаға ижади эш яҙырға ҡушты. Шунда уҡ күҙ алдыма өләсәйем Сафия Хәбиәхмәт ҡыҙы Насертдинова килеп баҫты. Нуриман районының Яңы Күл ауылында йәшәй ул. Уға ҡәҙер-хөрмәтем күңелемдең иң түрендә һаҡланғанғамы, һүрәтләмәмде һис шикһеҙ шәп итеп яҙасағыма ышанып, өйгә ҡанатланып ҡайттым. Әйҙә ғүмер юлының туғыҙ тиҫтәһен тултырасаҡ изге фәрештәгә ейәнсәренән бүләк булһын!
Сер түгел, уның тураһында гәзит-журнал биттә­рендә күп яҙҙылар, радио-те­ле­визорҙан да һөйлә­неләр, әммә мин үҙемсә фәлсәфә ҡыласаҡмын, ә булған мәғлүмәт-яҙмаларҙан Сафия өләсәйем хаҡында том-том роман-повестар ижад итеп булыр ине. Кем белә, киләсәктә, бәлки, улары ла тыуыр...
Өләсәйем – күп яҡлы шәхес. Алты балаға ғүмер биреп, уларҙы бағып, буй-һын ғына түгел, аҡыл, тәүфиҡ биреп, иле, халҡы өсөн кәрәкле, өлгөлө итеп үҫтергән ағинәй ул.
Ғәзиз кешемдең яҡты образын йөрәгем аша бер яҡлап ҡына булһа ла сағылдырып ҡарайым, тип маҡсат ҡуйҙым үҙемә. Әлбиттә, әсәйем яҡлап та һәр туғаным ҙур хөрмәткә лайыҡ, әммә атайым Сәғит Кәлимулла улы һәм уның яҡын­дарына матур ғүмер биргән ағинәйебеҙ – өләсәйем хаҡындағы уйҙарым, күңел түренән сыҡҡан оло рәхмәттәрем беренсе сиратта аҡ ҡағыҙға теркәлә.
Бала сағым артта ҡалып, йәш­легемә йәш өҫтә­леп, зиһен-аҡы­лым артҡан һайын, өләсәйемдең һәр һүҙе күңелемә уйыла бара, сөнки уның һәр әйткәне – аҡыл-ҡаҙна, яңы асыш. Үҙ фекер-яуабын халыҡ аҡылы – мәҡәл-әйтемдәргә таянып, күңелгә һеңерлек, уйлан­дырырлыҡ итеп әйтә ул. Һүҙ бөйөк­лөгөн, ҡөҙрәтен уның телмәре аша тоям, был арттырыу түгел. Ҡәҙерле кешемдең ата-әсәһенән алған был һәләте күҙ ҡараһындай күреп үҫ­тергән балаларына ла, ейәндәренә лә күскән, барыһы ла йор һүҙле, ипле, тәрбиәле, итәғәтле, аҡыллы.
90 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Сафия Насертдинова теремек, шуҡ, зирәк зиһен­ле, камил аҡыллы. Йөҙөн йыйырсыҡтар баҫып, уҙған йылдар үҙ һыр­ҙарын һалһа ла, йәне, рухы таушалмаған, ата-әсә­һенән мираҫ итеп алған холоҡ-фиғеле ҡырыҫлан­маған, мүклән­мәгән. Күптәрҙең (бигерәк тә инәй-бабайҙарҙың) мине өләсәйемә оҡшатыуҙарын Хоҙай Тәғәләнең оло бүләге булараҡ ҡабул итәм.
Беҙҙең быуын, киләсәк быуын йәштәренә ул осор кешеләренең яҙмышын бер ваҡытта ла кисе­рергә яҙмаһын, сөнки сәйәси золом, Бөйөк Ватан һуғышы кеүек “ҡара” йылдарҙың ауыр фа­жиғәһен ололарҙың йән әрнетер ғазап итеп һөйләүе, китап, тарих биттәре аша яҡшы таныш. “Тиҫтә-тиҫтә миллион ғәйепһеҙ ҡорбандың ейән-ейән­сәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре имен тормошта йәшәһен ине”, – тип изге теләктәр әйтеп, доға ҡылыуҙан туҡтамай өләсәйем.
Ваҡытында “кулак” балаһы тип күпме әҙәмдәрҙән ҡыйырһытылып, кәмһетелеп ғазап күргән, аҙаҡ балаларына ла уның шауҡымы тейгән йылдарҙы әрләп күңелен туңдырмаған, ә айыҡ, зирәк аҡылы менән изгелеккә күмеп, яҡшылыҡ урған ул.
– Аллаһ Тәғәлә үҙе күрә, үҙе тигеҙләй. Яманлыҡ бөлдөрә, яҡ­шылыҡ тун кейҙерә, яҡшылыҡ менән еңегеҙ, – тип өйрәтә өлә­сәйем беҙҙе. – Бер ваҡытта ла кешегә рәнйемәгеҙ, рәнйеш төшә, ул таш менән атһа ла, аш менән атығыҙ.
Үҙ вәғәз-нәсихәттәре менән изгелектең ерҙә ятып ҡалмауын, үҙеңә ҡайтыуын һеңдереп үҫтерә ул.
Сафия Хәбиәхмәт ҡыҙы тормошонда ниндәй ауырлыҡтар үткәрһә лә, рух юғарылығын да, кеше булып йәшәү бәҫен дә юғалтмаған атаһының өйрәткәндәрен ғүмерлек һабаҡ итеп ала:
Күңелегеҙ ҡаты булмаһын, ныҡ булһын, яуыз күңелле кеше үҙен бөлдөрә, юҡҡа сыға, ә сыҙам кеше бирешмәйенсә алға барыуын дауам итә. “Көлгә күмһәләр – көлөп сыҡ, балсыҡҡа батырһалар – бал­ҡып сыҡ, әммә күңелеңде ҡатырма” тигән атай аманатын ғүмере буйы йөрәгендә тота.
Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр тигән­дәй, өләсәйемдең оло ҡыҙы, профессор, медицина фәндәре докторы Мәхмүзә Кәли­мулла ҡыҙы ла ғүмере буйы кеше­ләргә ҡулынан килгәнсә ярҙам итә, игелек ҡыла. Улы Рәсүлде лә ошо аҡыллы ҡа­нундарға таянып тәр­биәләне. Күңелендә көнсөллөк, яуызлыҡ төшөнсәһе булған кеше табип-дауалаусы була алмай, беҙҙең нәҫелдә генә ун табип – кеше ғүмере һағында торған шәфҡәт, мәрхәмәт илселәре. Ә инәйҙәрем Динара – Башҡортос­тандың атҡаҙанған уҡытыу­сыһы, Фәйрүзә – атҡаҙанған медицина хеҙ­мәткәре, Вәкилә – атҡаҙанған табип, Вәкил бабайым – һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, ә атайым Сәғит – мәғариф алдынғыһы. Улар бе­лем­дәре менән генә түгел, тәр­биәле булыуҙары менән дә юғары.
Балаларына “Яҡшылыҡҡа яҡ­шы­лыҡ тартыла, Хоҙай бәндәһенә яҡшы, итәғәтле булып йәшәгеҙ” тип йыш ҡа­батлаған өләсәйемдең һәр көнө ғәмәл-ғибәҙәттә үтә.
Ул ғәрәп телен дә белә, Ҡөрь­әнде лә яттан уҡый, һәр таңға шатланып, шөкөр ҡылып йәшәй. Хоҙайҙың яратҡан бәндәһе булып, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәгән өләсәйемә кәңәш-фатиха һорап күптәр килә. “Кеше зар булғанға килә”, – тип һәр кемдең йомошон теүәлләп, матур кәңәштәрен биреп сығара. Әҙәм балаһын яратҡан кешенең йөҙөнән нур китмәҫ, тиҙәр бит. Өләсәйемдең йөҙөндәге нур, күңелендәге изгелек, кешеләргә булған оло һөйөү бар йыһанға етерлек.
Ғөмүмән, өләсәйем менән сикһеҙ ғорурланам, уға һәр яҡлап оҡшарға тырышыу – минең оло телә­гем. Атай-әсәйем, ағайым – педагог-уҡытыусылар, һәр саҡ олатай-өләсәйемдең тәрбиә һабаҡта­рын иҫтә тотоп, аҡыл менән эш итәләр. Ғалимә, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева әйткәнсә, Сафия Хәби­әхмәт ҡыҙы менән Кәлимулла Ғәйнулла улы Насерт­ди­новтарҙың бала тәрбиәләү тәжрибәһе – махсус өйрәнерлек һабаҡ. Эйе, шул һабаҡтың изге емештәре булып оҙаҡ йәшәргә, ижад итергә насип булһын.


Автор: Ғәлиә НАСЕРТДИНОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә