Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бөгөнгөңдөң ҡәҙерен бел
Бөгөнгөңдөң ҡәҙерен бел “Бәхетебеҙ – үҙ ҡулыбыҙҙа” тигән әйтем һәр кемгә яҡшы таныш. Кеше был донъяла үҙе тойорға теләгәнен тоя, күрергә теләгәнен күрә, ишетергә теләгәнен ишетә, тиҙәр. Шундай кешеләр осрай, улар менән артыҡ һөйләшмәһәң дә, ихластан әйтелгән сәләм һүҙенән, йылмайыуынан күңел яҡтыра, ирекһеҙҙән үҙең дә шул кәйефкә көйләнеп, ыңғай яуап ҡайтараһың. Йөҙөндә нур, күңелендә ҡояш йөрөтә, тиҙәр ундайҙар хаҡында. Уйлап ҡараһаң, күңелдәге ошо ҡояшмы, йөрәктән урғылған нурмы (был осраҡта һәр кем үҙенсә аңлай) һәр кемдә булырға хаҡлылыр бит? Йөҙ күркәмлеге һәм тән паклығы, күңел сафлығы һәм уйҙар матурлығы беҙҙең торошобоҙ – көндәлек бәхетебеҙ менән нисек бәйләнгән һуң?..
Немец философы А. Шопенгауэр, йән һәм тән һаулығының бәйләнеше өлкәһендәге тикшеренеү­ҙәре нигеҙендә бәхетле булыуҙың ундан туғыҙ өлөшө һаулығыбыҙҙан тора, тип билдәләй. “Һаулыҡ булғанда, тормош, ысынлап та, матур, сөнки сәләмәтлек – кешеләрҙең йәшәүе өсөн тәүге талаптарҙың береһе”. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы уставында “һаулыҡ – ул ауырыу һәм кәмселектәрҙең булмауы ғына түгел, ә дөйөм физик, рухи һәм социаль именлеккә эйә булыу” тип билдәләнә. Бөгөн күптәр ошо өс компоненттың бәйләнештә тороуын яҡшы аңлай. Әммә күп осраҡта һаулыҡҡа иғтибар тәнде һәм, айырым алғанда, йәнде дауалауға ҡайтып ҡала.
Төрлө халыҡтарҙың динендә, ауырыу, тән ғазаптары – ул дөрөҫ булмаған ниндәйҙер ҡылыҡтар өсөн килгән яза, тип ҡабул ителә. Психология күҙлегенән ҡарағанда, сир – ул кешенең рухи кимәлендә дөрөҫ ҡуйылмаған күрһәтмәләр. Көнбайыш илдәрендә иһә һаулыҡ кешенең физик торошон һәм көндәлек тормошта башҡарған ҡылыҡтарының бәйләнешен күҙаллай, медицинаның бер өлөшө булараҡ өйрәнелә.
Интернетта ошондай ҡыҙыҡлы яҙмаларға юлыҡтым: “...Халыҡ табибы менән күрешергә тура килде. Ул миңә, гонаһтарыңдан арын, ошонан һуң хәлеңдең яҡшыра башлауын үҙең аңларһың, тине. Шулай эшләнем мин. Халыҡ табибы әйткәнсә, намаҙ уҡыған мосолман кешеләр кеүек, устарымды һоноп, Хоҙайҙан гонаһтарымды ярлыҡауын һәм һаулығымды кире ҡайтарыуын һораным... Яйлап көндән-көн йәнемә ниндәйҙер көс кергәндәй булды. Стенокардия диагнозы менән ошо табип йәшәгән ҡалаға дауаханаға эләккәйнем. Дарыуҙарҙан түгел, ә күңелемдәге бар уйҙарымдың ипкә килеүенән, эске көсөргәнеште ебәрә алыуымдан һуң кеше булып, һауығып ҡайттым... Нервы көсөргәнешлелегенең, арыу-йонсоуҙың юҡҡа сығыуын, тәнемдең яҙылып, эшләргә, йәшәргә теләктең ҡайтыуын үҙем генә аңлайым...” Ысынлап та, оҙайлы ваҡыт дауаханаларҙа ятҡан был кешенең һауыға алмайынса йөрөүе һәм, үҙе әйткәнсә, Хоҙайҙан йән-тәненә еңеллек теләп, гонаһтары өсөн ярлыҡау һорауын һәм һауыға алыуын нисек аңлатырға?
Һәр бер ауырыу йә ғазап сигеүҙәр кеше аңында һәм йәнендә булған боҙоҡлоҡ-етешһеҙлектәргә бәйле, ти ҡайһы бер ғалимдар. Был ниндәйҙер юғары көс билдәләгән психологик код, үҙ сиратында йән бөтөнлөгөнөң боҙолоуына, артабан тәнебеҙҙә ҡалҡып сыҡҡан ауырыуҙарға бәйле. Күңелебеҙҙә булған насар уйҙар, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән тыуған кире тойғо, бәлки, донъялағы ошо юғары көстөң ҡанундарына ҡаршы килеүҙер һәм һөҙөмтәлә ваҡ йә ҙур бәләләргә илтәлер.
Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, күңел төшөнкөлөгөндә йөрөгәндә беҙ ауырыуҙарға тиҙ бирешәбеҙ, ҡайғы кисергән кешеләрҙең дә күҙгә күренеп шиңеүе, һаулыҡтары ҡаҡшауы билдәле. Ғәҙәттә, ниндәйҙер предметҡа ҡарап, иң беренсе уның күренгән өлөшөн – ҡиәфәтен генә баһалайбыҙ. Шуның кеүек аң, йән, тән кеүек өс асылдан торған кешене лә дауалау уның тәү өлөшөнә – тәндәге ауыртыуҙарға, төрлө үҙгәрештәргә генә ҡағыла. Ә сирҙең төп сәбәбе тәрәндә – йәндә, аңда булыуы ихтимал. Тәндәге ауырыуҙарҙы дауалап түгел, бары тик йән кимәлендәге боҙолоуҙарҙы ипкә һалып, үҙ һаулығыбыҙҙы тулыһынса яҡшырта алабыҙ, тигән фекерҙә ҡайһы берәүҙәр.
Ниңә һуң күп осраҡта медицина бары тик ауырыуҙың тәү сәбәптәрен генә алып ташлай? Мәҫәлән, баш ауырыуынан дарыу ҡабул итәбеҙ – ауыртыу баҫыла. Башыбыҙға ауыртыу рәүешендә ебәрелгән был билдәләрҙең сәбәптәре тәрәндәрәк булыуы ла ихтимал бит. Икенсе яҡтан, дарыу – ағыу, тиҙәр, тәү осраҡта ауыртыуҙы баҫҡан дарыу организмдың икенсе өлөшөнә кире йоғонто яһай. Шуға ла тәнебеҙҙәге ауыртыуҙарҙы, ауырыу билдәләрен химик дарыуҙар менән түгел, ә тәү сиратта йәнебеҙ торошона, уйҙарыбыҙға, күңел донъябыҙға иғтибар биреп дауаларға йә баштан уҡ сирҙе булдырмау сараларын күрергә бурыслыбыҙҙыр. Ә был кешенең үҙ-үҙенә битараф булмайынса, аң, йән, тән бөтөнлөгөн һаҡлау өҫтөндә эшләүен талап итә.
Бер аҙға булһа ла, бөтмәҫ тормош ығы-зығыһынан, ғәҙәти эштән арынып, нимә күрҙең һин бөгөн, нимәгә шатландың, бөтә йәнең-тәнең менән тойоп, үҙеңде бәхетле итер өсөн нимә эшләнең? Эшләнеңме?..
Һау булыр өсөн үҙегеҙҙе ыңғай уйҙарға көйләгеҙ, ти ғалимдар. Улар тәҡдим иткән бер нисә кәңәш донъя матурлығын күреп, үҙегеҙҙе һау кешеләр иҫәбенә индерергә, бәхетле итеп тойорға мөмкинлек бирһен.
Үҙегеҙҙәге яҡшылыҡты күрә белеү
Һәр кешелә яҡшы сифаттар бар. Үҙегеҙҙең сабый ғына сағығыҙҙы күҙ алдына килтерегеҙ, һеҙ бит ысынлап та матур, мөләйем, шат йөҙлө инегеҙ. Был сифаттарығыҙ бер ҡайҙа ла юғалмаған, улар элеккесә һеҙҙә, йөрәгегеҙҙә һаҡлана. Теләйһегеҙ икән, был күркәм сифаттарҙы үҙегеҙҙә яңынан эҙләп таба йә булдыра алаһығыҙ.
Хаталаныу тормош язаһы булмаһын
Бер кеше лә хаталаныуҙан азат түгел. Әммә уларҙы тормош язаһы итеп ҡабул итеү төҙөй башлаған үҙ өйөбөҙгә үрт һалыуға бәрәбәр. Бынан ары эшләнгән хаталар ҡара буяу түгел, ә йорт һалғанда ҡулланырға ярамаған өлөштәр генә булһын ине.
Башҡаларҙағы яҡшылыҡты күрә белеү
Һәр әҙәм балаһы, кем булыуына ҡарамаҫтан, был донъяла берҙән-бер һәм үҙенсәлекле зат. Тышҡы ҡиәфәтенән тыш, кешенең күңел донъяһын күрергә, үҙенсәлеген асырға тырышығыҙ.
Тыныслыҡҡа ынтылыу
Ығы-зығыһыҙ тыныс тормош эске тауышы­ғыҙҙы, йөрәгегеҙҙе ишетергә ярҙам итер. Физик һәм аҡыл үҫеше өсөн дә тыныс мөхит тәүшарт булып тора, тип иҫәпләй ғалимдар.
Бөгөнгө көн менән йәшәү
Үҙегеҙ өсөн кәрәкле булмаған артыҡ борсолоуҙарҙан яфаланмағыҙ. Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәт булмай, үткәндәр менән йәшәү, ҡылған хаталар өсөн ғазап сигеү ыңғай һөҙөмтәләр бирмәй. Борсолоп ҡына кисәге көндө ҡайтарып булмай. Һеҙҙең һайлау хоҡуғығыҙ бар: көндө үкенес менән үткәреү йә бөгөнгөгөҙ өсөн ҡыуаныу һәм яҡшылыҡҡа ынтылыу. Ошо мәлдә үтеп барған ғүмерегеҙҙең бер минуты ла, көнө лә кире әйләнеп ҡайтмаҫ. Нисек үткәрәһегеҙ – уныһы һеҙҙең ҡарамаҡта.
Тормош мәғәнәһе булған әйберҙәрҙе һәр саҡ иҫегеҙҙә тотоу
Тормошта үҙегеҙ өсөн мөһим булған әйберҙәрҙе хәтерегеҙҙә тотоғоҙ. Был балаларығыҙ, туғандарығыҙ, яҡын дуҫығыҙ, яратҡан эшегеҙ, шөғөлөгөҙ булыуы мөмкин. Йә булмаһа, сәскәнең хуш еҫен һулап, ниндәйҙер емеш-еләктең тәмен тоя алыу, тәбиғәткә сығыу, яҡты көндө күреү, йәнең-тәнең менән мөхәббәт хистәрен кисереү... Һеҙҙең өсөн ҡәҙерле булған әйберҙәр хаҡында онотмағыҙ. Бөгөн тыуған көн менән бәхетле булыуығыҙҙы аң кимәлендә аңлап, йәнегеҙ менән тойоғоҙ, тәнегеҙҙең һәр күҙәнәге менән шатланығыҙ.
Һәм һүҙ аҙағында...
Оло йәштәге бер кешенән, ауыр тормош кисерһә лә, нисек уның күңеле менән йәш, матур булып ҡала алыуы тураһында һорағандар. “Мин ғүме­ремдә күргән бар яҡшылыҡты, бар матурлыҡты йөрәгемә, ә ауырлыҡты һыуға яҙам, – тигән ул. – Әгәр ҙә киреһенсә эшләһәм, йөрәгемдә һанһыҙ яра эҙҙәре булыр ине. Хоҙай бит миңә иҫтә тотоу һәм онота алыу һәләтен биргән. Беҙгә яҡшылыҡ килгән осраҡта, рәхмәтле булып, иҫтә ҡалдыра алабыҙ, яманлыҡ ишек шаҡығанда, йөрәктә яҡшылыҡ менән тыуған мөхәббәт, яҡтылыҡ көсө барыһын да оноторға, кисерергә мөмкинлек бирә. Ошо йәшемдә оло йөрәкле, һау-сәләмәт булыуымдың сере шунда”.
Бөгөн ошо мәлдә бәхетле, һау-сәләмәт булайыҡ...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 701

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 829

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 774

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 483

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 105

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 803

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 180

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 779

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 828

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 619

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 874