Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шиғри хистәрҙе һаҡлау – үҙе бәхет
Шиғри хистәрҙе һаҡлау – үҙе бәхет Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе китапханаһында шиғри йыйынтыҡтың ғәҙәти булмаған исем туйы үтте. Әҙәбиәт һөйөүселәргә Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында йәшәгән шағир Шаһивилдан Иҙрисовтың “Тыуған илем, ерем – моң шишмәм” китабының тауышландырылып дискка яҙылған варианты тәҡдим ителде. Был ҙур һәм яуаплы эште башлап, аҙағына тиклем еткереүселәр – һуҡырҙар өсөн махсус китаптың тауыш операторы Вадим Вессольцев менән баш китапханасы Галина Евдещенко. Йыйынтыҡтағы 84 шиғыр, “Ил инәһе” поэмаһы һәм “Һуңғы хат” трагедияһы Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Альфред Ваһаповтың тасуири уҡыуында йөрәктәргә үтеп инерлек итеп бирелгән.
Китаптың исем туйы авторҙың шәхесенә һәм ижадына оло ихтирам рухында ғәжәп йылы шарттарҙа үтте, сығыштар шиғыр, йыр-моң менән үрелеп барҙы. Сараны Гөлшат Солтанморатова алып барҙы, ул Шаһивилдан Иҙрисов һүҙҙәренә (көйөн Башҡорт­остандың халыҡ артисы Фәрит Иҙрисов ижад иткән) яҙылған “Ейәнсура районы гимны” менән асылды. Тәүҙә Альфред Ғәли улы шағирҙың тормош юлы менән таныштырҙы һәм шиғырҙарын уҡыны. Республика йыр конкурстары лауреаты Фәнүр Тоҡомбәтов Шаһивилдан ағайҙың һүҙҙәренә яҙылған байтаҡ йырҙы башҡарҙы. Шаһивилдан Уйылдан улының тормош иптәше Фәниә Ғизетдин ҡыҙы һәм ҡустыһы Фәрит Иҙрисов иҫтәлектәре менән уртаҡлашып, яҡын кешеһенә йырҙар бүләк итте.
Оҙаҡ йылдар районды етәкләгән Ирек Шаһиев хеҙмәттәше тураһында бик йылы һүҙҙәр әйтеп, “Йәшлегемә ҡайтыр инем” тигән йырҙы илаһи моң менән башҡарҙы. Мәғариф ветерандары Роза Мәхмүтова, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Фәүзәнә Аҡманова һәм башҡаларҙың сығыштары ла бик фәһемле, бигерәк тә сарала ҡатнашҡан йәштәр өсөн файҙалы булды. Беҙ, ейәнсуралар, китаптың исем туйының Өфөлә үткәрелеүен яҡташыбыҙ ижадына баш ҡала йәмәғәтселегенең оло баһаһы итеп, ҙур шатлыҡ менән ҡабул иттек.
Әҙәбиәт – Шаһивилдан Иҙрисовтың ғүмерлек юлдашы. Тәүге шиғырҙарын ул мәктәптә уҡығанда уҡ яҙа башлай. Ваҡытлы матбуғатта донъя күргән беренсе әҫәрен 1958 йылда армияла хеҙмәт иткәндә район гәзитенә ебәреп баҫтыра.

Һәр саҡта һаҡта

Ҡараңғы төн. Күҙҙе буран ҡаплай,
Ә әсе ел битте семетә.
Йәнлектәр ҙә ҡуныр урын тапмай,
Төн уҙғара йөрөп нисек тә.

Ыҙғыр елгә ҡаршы тора алмай
Тау таштары сартлап ярыла.
Биш аҙымдан нәмә күреп булмай –
Аралашҡан күккә бары ла.

Ләкин был тәбиғәт һис ҡаушатмай
Илем һалдатының йөрәген.
Ул бит күптән еңергә өйрәнгән
Ауырлыҡты, киреп күкрәген.

Халыҡ улы – тыныслыҡ һаҡсыһы
Изге сиктән ятты үткәрмәҫ.
Тамһа тамыр һуңғы ҡан тамсыһы,
Ә антына һис кер төшөрмәҫ.

Артабан Шаһивилдан Иҙрисовтың күп шиғыр, хикәйә һәм мәҡәләләре “Ейәнсура таңдары”, “Башҡортостан пионеры”, “Ленинсы”, “Йәшлек”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Ватандаш” һәм башҡа баҫмаларҙа даими донъя күрә. Ул – “Беҙ – Желтое педагогия училищеһынан” (2003 йыл), “Тыуған илем, ерем – моң шишмәм” (2005), “Тамырҙарым һиндә, тыуған ер” (2006, Рәшит Иҙрисов менән авторҙаш) китаптары авторы ла. Күптән түгел Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә “Хәрефтәр нағышы” исемле дүртенсе китабы ҙур тираж менән донъя күрҙе, ул балалар өсөн матур бүләк булды.
Шаһивилдан Иҙрисов 1937 йылдың 2 сен­тябрендә Ейәнсура районының Ҡарабәрҙе ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Атаһы Уйылдан Ҡотлоәкбәр улы яҡташы, күренекле яҙыусы, дәүләт эшмәкәре Булат Ишемғолов етәкселегендә Совет власына ҡаршы ҡораллы фетнә әҙерләүҙә ҡатнашыуҙа ғәйепләнеп, репрессияға эләгә, 1937 йылдың октябрь айында ҡулға алына. Ғәмәлдә, ул – ауылда яңы тормош төҙөү­селәрҙең, “Ураҡ-сүкеш” колхозын ойоштороусыларҙың береһе. Лагерҙарҙа 10 йыл ултырып, һаулығын юғалтып ҡайтҡас, оҙаҡ йәшәмәй, 1949 йылда вафат була. 1962 йылда ғына тулыһынса аҡлана.
Әсәһе Сәрхәпъямал Дәүләтша ҡыҙы әүҙем, эшһөйәр колхозсы була, колхоз, район етәкселеге тарафынан күп тапҡыр бүләкләнә, уның тураһында район гәзитендә маҡтап яҙып сығалар. Ирен ҡулға алғас, биш бала менән яңғыҙы тороп ҡала, бәләкәсе Шаһивилдан – бер айлыҡ ҡына. Етем­лектең, яҙмыш һәм тормош ауырлыҡтарының иң әсеһен татып, уларҙы иҫ киткес ҙур түҙемлек менән лайыҡлы үткәрә алған үтә лә сабырлы изге йәндәрҙең береһе була ул. Ҡыҙғаныс, ул да оҙаҡ йәшәмәй, 1951 йылда 48 йәшендә генә яҡты донъя­ны ҡалдыра.
Шулай итеп, VI класты ғына тамамлаған малай үкһеҙ етем ҡала. Бындай осраҡта, ғәҙәттә, үҫмерҙәрҙе интернаттарға, балалар йорттарына урынлаштыралар, матди ярҙам күрһәтәләр. Ләкин “халыҡ дошманы”ның улы быларҙың береһенә лә дәғүә итә алмай. Әммә бәләкәйҙән ныҡыш һәм етди малай юғалып ҡалмай. Апаһы ҡарамағында йәшәп, Байдәүләт ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, тәү сиратта торор урын һәм ашау-эсеү мәсьәләләрен хәл итеү маҡсатында Ырымбур өлкәһенең Желтое педагогия училищеһына юллана. Әйткәндәй, был уҡыу йорто беҙҙең район өсөн байтаҡ уҡытыусы кадрҙар, республикаға билдәле шәхестәр әҙерләне. Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов, тарих фәндәре кандидаты Ҡасим Мәсәғүтов, мәктәп етәкселәре – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары Рәшит Иҙрисов һәм Булат Аҡманов, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғылары Ирек Төхвәтуллин һәм Рауил Искәндәров шулар иҫәбендә.
1956 йылда йәш педагог Күгәрсен мәктәбендә эш башлай. 1957–1959 йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта хәрби бурысын үтәй. Совет Армияһы сафынан ҡайтҡан егет комсомолдың район комитетына эшкә саҡырыла, биш йыл беренсе секретарь йөгөн тарта. Шунан башлап ул 40 йыл етәксе вазифалар башҡарҙы: райондың иң ҙур хужалығы “Инәк” совхозының партком секретары, район советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, райкомдың партия комиссияһы рәйесе, газ хеҙмәте начальнигы. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, Ш. Иҙрисов халыҡ мәнфәғәтен беренсе урынға ҡуйҙы, ябайлығы, кешелеклелеге менән ҙур абруй яуланы. Оҙаҡ йылдар район советы депутаты, ветерандар советы президиумы һәм урындағы башҡорт ҡоролтайы башҡарма комитетының ағзаһы булараҡ яуаплы һәм мәшәҡәтле йәмәғәт эшмәкәрлеген алып барҙы. Ул – Ейәнсура районы “Үҫәргән” әҙәби ойошмаһына нигеҙ һалғандарҙың һәм әүҙем ағзаларының береһе лә.
Шаһивилдан Уйылдан улы – ҙур татыу ғаилә башлығы. Тоғро тормош юлдашы Фәниә апай менән улар 56 йыл бергә. Фәниә Ғизетдин ҡыҙы 45 йыл мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытты, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Ул – оҫта йырсы ла, бер нисә тапҡыр республика йыр конкурстары еңеүсеһе, Ейәнсура районында үткәрелгән Башҡортостандың халыҡ артисы Мәғфирә Ғәлиева исемендәге йыр конкурсы лауреаты.
Иманлы ғаиләлә Ғәзинур, Таһир һәм Тимур исемле малайҙар үҫкән, бөгөн улар – ихтирам ҡаҙанған кешеләр. Инсафлы килендәр алып, гөрләтеп донъя көтөүҙәре ата-әсәгә айырыуса һөйөнөс. Әле Фәниә менән Шаһивилдан Иҙрисовтар – алты ейән, бер ейәнсәр һәм бер бүләсәргә ҡартатай һәм ҡәрсәй. Өлкәнәйһәләр ҙә, бына шулай хәтәр шәп йәшәй һәм ижад итә күңелдәре менән һаман йәш Иҙрисовтар!
Ш. Иҙрисовтың шиғырҙар йыйынтығына баш һүҙҙе Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев яҙған. Унан өҙөк тәҡдим итәбеҙ: “Йәшлегендә шиғыр яҙмаған кеше һирәктер. Ә бына Шаһивилдан Иҙрисов өсөн шиғриәт йәшлек хыялдары булып ҡына ҡалмаған, ғүмере буйы күңелендә йәшәгән һәм әле лә йәшәй. Ул тыуған ерҙең йәменә, тормош матурлығына мөкиббән ғашиҡ. Күк Сатраның ҡаяһындағы яҙыуҙарҙы уҡып, “Әүерелгән күпме уҙаман илгенәмдең йөҙөк ҡашына”, – ти ул. Шағир тыуған тәбиғәттәге кескәй генә биҙәкте лә күрә, ауаздарҙы һаҡ тыңлай. Уның алдында көҙгө һуҡмаҡтарҙа “Ботаҡ һынғанда ла зыңлап китә тын урмандың зәңгәр һауаһы”. Шул һуҡмаҡтарҙа тыуған ошондай кисерештәр күптәребеҙҙең күңеленән үткәндер.
Аҙым һайын хәтер дәфтәренең
Аҡтарамын һары биттәрен.
Йәшлек ялҡынылай миләш төҫө
Ялмап алған уның ситтәрен.

Ғүмер үткән һайын ваҡыттың ҡәҙере арта, йәшәүҙең асылы тураһында нығыраҡ уйландыра, ғәзиз еребеҙ йышыраҡ һоҡландыра.
Күк сағылдан елгән күк боланды
Ҡыуып етер кейек юҡ икән.
Тыуып-үҫкән мәшһүр төйәгемдәй
Гүзәл ерҙәр тағы юҡ икән, –

был юлдарҙа шәхестең халҡыбыҙҙағы аҫыл йырҙар менән рухланып йәшәгәнлеген асыҡ тояһың.
Эйе, Шаһивилдан Иҙрисов – донъяға ғашиҡ кеше. Уның күңелендә ғүмер буйы тулышып килгән шиғри тойғолар бер-бер артлы ҡағыҙ биттәренә төшкән. Ысынлап та, “Өлкәнәйеү әле ҡартлыҡ түгел”. Ғүмерҙең олоғайыу миҙгеленә күңелеңдәге шиғри хистәрҙе һаҡлап килеп етә алыу үҙе бәхет түгелме ни? Әгәр яҡындарыңдың шатлыҡтарына ҡыуана алмаһаң, әгәр фекер уртаҡлашыр дуҫтарың булмаһа, әгәр тирә-яғыңдағы хозурлыҡтарҙы күрмәй, көндәреңде вайымһыҙ үткәрһәң, барлыҡ йәшәйешең аяныслы, “йәшәү буламы ни ундай ғүмер, ундай ғүмер – үҙе һыу күмер”.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 168

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 517

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 257

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 058

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 741

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 403

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 722

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 980

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 472

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 545

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 377

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 551