Республиканың алыҫ районында тыуып үҫкән, студент йылдарында баш ҡалала төпләнгән таныштарымдың яҙмышы бихисап милләттәшебеҙҙекенә оҡшаш: кемдәр генә ятаҡ михнәтен кисермәгән дә кеше тупһаһында йөрөмәгән? Фатирлы булғансы, әлбиттә. Сөнки, абруйлы бер ханым әйтмешләй, йәшәп-йәшәп, тырыш, булдыҡлы кешеләрҙең Өфөлә торлаҡһыҙ ҡалғанын күргәнем юҡ әле... Тимәк, һәммәһенең дә рәсми рәүештә баш ҡала кешеһе булып китеү форсаты бар, тик бәғзеләргә был бәхет иртәрәк, ҡайһы берәүҙәргә һуңыраҡ йылмая. Был йәһәттән Лариса Абдуллинаның бик тә тос шиғри юлдары иҫкә төштө:
Һин Париждай башҡорт балаһына —
Яулау өсөн юлдар бик урау.
Ҡыйыуһыҙлыҡ, ҡаушау онотола,
Әрнеү арттарында мең һорау.
Йөҙмәсә-йөҙ ишек асылып та,
Асылырға мөмкин бер күңел.
Ғорур Өфө, һинең тәкәбберлек
Башҡорт күңеленә тиң түгел.
Һиңә килгән һинән китә алмаҫ —
Өфө сире йоға һис шикһеҙ...
Ингәндә лә ишек булмағандай,
Сығыр юлдарым да ишекһеҙ... Башта телгә алған таныштарыма әйләнеп ҡайтайыҡ. Улар ике тиҫтә йылға яҡын самаһы ятаҡтың 18 квадрат метрында көн итте, тап шунда бер-бер артлы балалары донъяға килде. Тырыш, берҙәм булыуҙарында шик юҡ, әммә ошо ваҡыт эсендә, күпме генә тир түкһәләр ҙә, фатир һатып алырлыҡ, ул ғына түгел, тәүге иғәнәлек аҡса туплап, ипотека юлларлыҡ та мөмкинлектәре булманы. Ауылда һәүетемсә донъя көткән оло йәштәге ата-әсә ярҙамына ла өмөтләнерлек түгел ине. Уның ҡарауы, мең михнәт менән документтар йыйып, ҡала хакимиәтенең, шартлыса әйткәндә, торлаҡ шарттарын яҡшыртырға мохтажбыҙ тигән һыу буйлыҡ сиратына баҫыуға өлгәштеләр һәм ниндәй ҙә булһа программа буйынса, моғайын, торлаҡлы булырбыҙ тигән уй менән сабыр ғына көтә бирҙеләр. Йылдар үтә торҙо, сират ташбаҡа тиҙлеге менән алға шылһа, балалар күҙ асып йомғансы үҫмер ҡорона етте. Ул арала ғаиләлә өсөнсө сабый донъяға килде. Һәм... Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа, тиҙәрме әле?
2011 йылдың июнендә Дмитрий Медведев 138-се Федераль законға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, күп балалы ғаиләләргә бушлай ер биләмәләре бирелә башланы. Ғаиләләрҙең матди хәле иҫәпкә алынманы, ер юллау өсөн төп шарт – бәлиғ булмаған өс бала тәрбиәләнергә тейеш. Ерҙе ҡулланыу мөмкинлектәре лә сикләнмәне: теләгәндәр унда йорт күтәрһә, бәғзеләр һатып аҡса эшләне.
Таныштарым Өфө эргәһендә 12 сутый ерле булды. Участканы юллап бөткәс, тәүге йылда туғандарын йыйып нигеҙ ҡорҙолар, икенсе йылына йыйып-төйнәп торған болдарын файҙаланып, яҡындарының ярҙамына таянып, ике ҡатлы бынамын тигән йорт күтәрҙеләр, эске эштәрен дә атҡарып сыҡтылар. Ҡабаланырға сәбәптәре лә бар ине – 18 метрлыҡ бүлмә шундай туйҙырған, балалар ҙурайғас, боролорға ла урын юҡ.
Әлбиттә, ҡала ситендә йәшәү үҙәккә тиң түгел – автомобиль булмаһа, мәктәпкә, балалар баҡсаһына, эшкә килеү бик ауыр. Мәгәр, иркенлектә йәшәү ҙә рәхәт, үҙ йортоң, ихатаң, тигәндәй. Күп тә тормай, был татыу, матур ғаиләлә дүртенсе сабый донъяға килде. Өс малайҙан һуң тыуған наҙлы ҡыҙ – йорттоң йәме, барыһының да оло ҡыуанысы һәм йыуанысы.
Икенсе таныштарымдың өсөнсө сабыйҙары тыуғанда бынамын тигән фатирҙары бар ине. Әммә улар дәүләт бүләгенән баш тартманы – тейешле ер майҙанын юллап алды ла һатып ебәрҙе. Аҡсаһына үҙ запастарын өҫтәп, йәндәренә оҡшаған урында төҙөлөп бөтмәгән коттедж һатып алдылар. Йылы көндәр башланыу менән шунда күсәләр, йортто еренә еткерәләр, баҡса үҫтерәләр, ә ҡышын фатирҙарында торалар – ҡалала көндәлек мәшәҡәттәрҙе теүәлләү еңелерәк.
Был миҫалдарҙы юҡҡа килтермәнем – үрҙә телгә алынған Закон ҡабул ителгәс, күптәрҙең сиратҡа баҫып, сағыштырмаса тиҙ арала ерле-йортло булыуы мәғлүм. Хатта баш ҡалала. Райондарҙа иһә был мәсьәлә күпкә тиҙерәк хәл ителә килде, сөнки коммуникацияларға яҡын урынлашҡан буш ятҡан ерҙәр етерлек, сират та аҙыраҡ. Ҡалаларҙа иһә киреһенсә – исемлектә тороусылар күп, ә участка бүлерлек урын юҡ. Бүленгәнендә лә коммуникацияларҙың үткәрелеүен оҙаҡ көтөргә кәрәк.
2015 йылдың 1 мартынан үрҙәге Законға үҙгәрештәр индерелде – күп балалы ғаиләләргә ер участкаһы бүлеү тәртибен билдәләү вәкәләте Рәсәй төбәктәренә бирелде. Ә күп кенә өлкәләрҙә ерле булыу өсөн өҫтәмә шарттарҙың үтәлеше талап ителде. Шуларҙың тәүгеһе – ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булып рәсми сиратта торорға тейеш.
Әлеге ваҡытта дүрт миллиондан ашыу кеше йәшәгән республикабыҙҙа ярты миллиондан күберәк ( 551,9 мең) балалы ғаилә бар, улар 850 мең бала үҫтерә. Ошолар иҫәбенән 46,3 мең ғаиләлә (8,4 процент) өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләнә. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан – Рәсәйҙә, Адыгей Республикаһы, Ставрополь крайы, Еврей автономиялы округынан ҡала, дүртенсе урында. Ә Волга буйы федераль округында республикабыҙ күп балалы ғаиләләр иҫәбе буйынса – беренсе урында.
2016 йылдың 1 октябренә тиклем беҙҙә ер майҙаны һорап, ташламаға эйә булған 78 мең кеше урындағы хакимиәттәргә мөрәжәғәт иткән. Уларҙың 42 меңе – күп балалылар. Шуларҙың яртыһы тиерлек ерле булған, шулай уҡ башҡа льготалар буйынса участка юллағандарҙың да хоҡуғы тормошҡа ашырылған, ә 700-ләп ғаилә участкаһынан баш тартҡан – бәғзеләргә урын оҡшамаһа, ҡайһы берәүҙәр уны юлларлыҡ һәм йорт төҙөрлөк финанс саралары булмауға һылтанған. Әммә сират кәмемәгән – 35 мең самаһы ғаилә ер участкаһы бүлеүҙәрен көтә. Исемлеккә күп балалыларҙан тыш, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙы көткәндәр, йәш ғаиләләр, инвалид бала тәрбиәләгәндәр, бюджет өлкәһендә эшләгәндәр (был категориялы граждандар — 2015 йылда ташлама бөтөрөлгәнгә тиклем сиратта тороусылар) инә.
Әйткәндәй, Волга буйы федераль округында бушлай ер алыусыларҙың һаны буйынса Башҡортостан ни бары етенсе урында. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, былтыр ҡайһы бер власть органдары вәкилдәренән үрҙәге Законға тағы ла үҙгәрештәр индерергә, уға ярашлы йорт төҙөрлөк ниндәй ҙә булһа ер участкаһы булғандарға бушлай биләмә бирмәҫкә, торлаҡты яҡшыртыуға мохтажлыҡ кимәле лә баһаланырға тейеш, тигәнерәк тәҡдимдәр яңғыраны. Бындай яңылыҡ йәмәғәтселек араһында ҡыҙыу бәхәс тыуҙырҙы, ҡасандыр тап күп балалыҡ төп критерий булараҡ ҡабул ителгән дәүләт кимәлендәге Закондың мәғәнәһе тора-бара көсөн юғалтты, тигәндәр ҙә табылды. Төбәк кимәлендәге үҙгәрештәр ҡабул итер алдынан бер нисә тапҡыр йәмәғәт тыңлауҙары ойошторолдо. Унда ҡала округтары биләмәләрендә участка бүлерлек майҙандарҙың аҙлығы, ауыл хужалығы ерҙәрен ҡала мәнфәғәтенә күсереү өсөн күп сығым талап ителеүе, йыш ҡына ерҙәрҙең коммуникация үткәрелмәгән уңайһыҙ урындарҙан бүленеүе хаҡында фекерҙәр яңғыраны.
Законға үҙгәреш индерергә теләгәндәр иһә ғаиләнең һәр ағзаһына туғыҙ квадрат метрҙан күберәк майҙан тура килгән торлаҡта йәшәй йәки уларҙың милкендә (ҡуртымында) йорт ҡуйырлыҡ (баҡса булған хәлдә лә) ер участкаһы бар икән, бындай ғаиләләр, бәлиғ булмаған өс бала тәрбиәләһә лә, ергә дәғүә итә алмай тигән фекерҙе яҡланы. Шулай уҡ “хакимиәттән ер биләмәһе бүлеү буйынса өс тапҡырға тиклем хәбәр ебәреп тә, яуап булмаһа, ерҙе сират буйынса башҡаларға бирергә; бүленгән майҙандан өс тапҡыр баш тартҡан хәлдә, был ғаиләне сираттан төшөрөп ҡалдырырға” кеүек тәҡдимдәр ҙә булды.
Бәхәс йыл аҙағына тиклем барҙы. Башҡортостан ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев матбуғат сараларында бер нисә тапҡыр сығыш яһаны. Уның фекеренсә, Законға үҙгәрештәр индереү, күп балалы ғаиләләргә участка бүлгәндә мохтажлыҡ критерийын билдәләү федераль ҡануниәткә ҡаршы килмәй.
27 октябрҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Законға үҙгәрештәрҙе беренсе уҡыуҙа ҡабул итте һәм... бәхәсле башланғыс тағы бер аҙға туҡтап ҡалды. Әммә башланған эште тамамлау зарур – Яңы йыл алдынан икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙар үтеп, үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде.
Тағы шуныһы – быға тиклем бушлай бүленгән ер участкаларын кешеләр ниндәй мәнфәғәттә файҙаланыуы хаҡында теүәл мәғлүмәттәр юҡ. Шамонин, Жуков, Дорогин ауылдарында махсус программа буйынса ерле-торлаҡлы булған йәш ғаиләләр, бюджет хеҙмәткәрҙәре, күп балалылар һәм башҡа льготалы категориялыларҙың яртыһы, әлбиттә, участкаларында ерегеп, йорттарын еренә еткереп, донъя көтә. Әммә арзан хаҡҡа ер алып, аҙаҡ уны ҡиммәтерәккә һатып аҡса эшләгәндәр ҙә бихисап – күсемһеҙ милек тәҡдим иткән сайттар иғлан менән тулы.
Шәхси милекте нисек файҙаланһалар ҙа – үҙ иректәрендә, тиер бәғзеләр. Һис шикһеҙ шулай. Әммә биргән ерҙе һатып, башҡа торлаҡ алғанда уны туғандарына яҙып, тағы ла “мохтажлыҡ” сиратына баҫҡандар ҙа юҡ түгел. Шул уҡ ваҡытта ысынлап мохтаждарҙың – оҙаҡ йылдар ятаҡта зарығып йәки кеше көнлө булып, фатир яллап йәшәгәндәрҙең шундай “спекулянттар” менән сират бүлешеүе – килешмәгән хәл.
Ҡыҫҡаһы, ҡануниәткә үҙгәрештәр индерелгән хәлдә лә, ул һәр яҡтан үлсәп, “льготалы категория” йәки “мохтажлыҡ критерийы” тигән төшөнсәләрҙең һәр үҙенсәлеген иҫәпкә алып ҡабул ителергә, Закондың социаль йүнәлешлелеген инҡар итмәҫкә тейеш.
...Бынан бер нисә йыл элек йәмғиәттә күп балалыларға ҡарата ҡалыплашҡан ҡараш йәшәй ине: сабыйҙарҙы күберәк социаль баҫҡыста түбән торған ярлылар таба, улар күберәген ауылда йәшәй... Һуңғы йылда был фекер генә түгел, балалар үҫтергән ғаиләләрҙең дә хәле-статусы үҙгәрҙе. Милләттәштәребеҙ араһында ғына ла ни тиклем уңған, тырыш, эшен дә уңышлы алып барған, йортона ла ҡот ҡундырған, тәүфиҡлы балалар тәрбиәләгән кешеләр күп! Ундайҙарға ер биләмәһе йәки Әсәлек капиталы кеүек дәүләт ярҙамы – ҙур этәргес, булдырам тигәнгә бол ғына.
Тик шуныһы бар: беҙҙең илдә закондар йыш ҡына үҙгәреп тора. Мәҫәлән, 2006 йылдың декабрендә бәпестәре тыуған ҡатындар 2007 йылдың 1 ғинуарында әсәлек бәхете кисергәндәрҙән ни ере менән ҡайтыш? Дөрөҫ – бөтәһе лә тиң, барыһы ла бер иш. Тик Әсәлек капиталы тураһындағы ҡануниәт өсөн түгел: тәүгеләре дәүләт ярҙамынан мәхрүм булһа, икенселәре уны алыу шатлығына өлгәште. Күрәһең, бушлай ер участкаһы алған күп балалылар менән дә шундай уҡ хәл көтөлә: кемдәр ер алып өлгөргән – бик шәп, өлгөрмәгәндәр икән, йәл, әммә ҡануниәткә ҡаршы барып булмай. Тимәк, икенсе мөмкинлек килеп сығыр, барыбер дәүләт үҙенең яҡлау һәм ҡурсалау талап иткән граждандарын иғтибарҙан ташламаҫ тип өмөтләнәйек. Өмөтһөҙ – шайтан.
Рәсүл ҒОСМАНОВ, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе:– Башҡортостанда ер мөнәсәбәттәрен көйләгән Закон 2004 йылдың ғинуарында ҡабул ителгән. Һуңғы йылдарҙа был ҡануниәт бихисап үҙгәрештәр кисерҙе, әммә уның төп мәғәнәһе – шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн бушлай ер участкаһы биреү – дүрт категориялағы граждандар өсөн һаҡлана килде. Был исемлеккә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу сиратында торғандар, ғариза биреү датаһына 35 йәше тулмаған йәш ғаилә ағзалары, бәлиғ булмаған өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгәндәр, инвалид сабый үҫтергән ғаиләләр инде.
Закон ҡабул ителгәндән һуң республикала 2016 йылдың ноябренә тиклем бөтә төр льготалы категориялар буйынса граждандарға 41 773 ер майҙаны бирелгән. Йыл һайын был мәсьәлә буйынса вәкәләтле органдар тарафынан 12 мең ғариза ҡабул ителә, уртаса һигеҙ мең ғаиләгә участка бүленә. Ихтыяждың ысынбарлыҡтан күпкә артыҡ булыуы ҡалалар янында, бигерәк тә Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Сибай, Нефтекамала ирекле ер майҙандарының аҙлығына бәйле.
Тәү ҡарамаҡҡа буш ерҙәр күп һымаҡ тойолһа ла, ауыл хужалығы мәнфәғәттәре өсөн тәғәйенләнгән майҙандарҙы документаль йәһәттән ҡала иҫәбенә күсереү, уларҙы генераль планға индереү, проект пландарын төҙөү һәм башҡа мәшәҡәттәр күп ваҡыт һәм сығым талап итә. Ер биләмәһе бүлеү эшен тотҡарлаған тағы бер сәбәп – муниципалитеттарҙа йәшәгән граждандарҙың ер участкаһын тәғәйен район үҙәгендә генә алырға теләүе. Йәшәгән урындарынан ер тәҡдим итәләр, ә улар баш тарта ла төрлө инстанция тупһаларын тапай башлай. Депутат булараҡ, мин дә, хеҙмәттәштәрем дә был күренешкә йыш осрай.
Өсөнсө фактор – шәхси торлаҡ төҙөү өсөн бүленгән ерҙәргә инженер коммуникациялары үткәреү, юлдар төҙөү өсөн ҙур финанс сығымдары талап ителә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡаҙна өсөн был – ауыр мәсьәлә.
Шуға күрә “Башҡортостанда ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында” Закон ҡабул ителгәндән һуң, йыл һайын бихисап ер майҙаны бүленеүгә ҡарамаҫтан, сират артҡандан-арта барҙы, йәмәғәтселек араһында ҡәнәғәтһеҙлек осраҡтары күбәйҙе.
Әйтергә кәрәк, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә социаль йүнәлешле ҡануниәт эшләп килә, һәм һәр өлкә проблеманы үҙенсә хәл итә. Был йәһәттән Башҡортостан – Рәсәйҙә льготалы дүрт категорияға бушлай ер участкаһы биреү ғәмәлен тормошҡа ашырған берҙән-бер төбәк, тип әйтергә була. Башҡалар йә аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, йә йәштәргә, йә күп балалыларға ғына адреслы ярҙам күрһәтә.
Ер тураһындағы ҡануниәттең тәүмаҡсаты – тап мохтаждарға ярҙам күрһәтеү – бөгөнгә тиклем тулыһынса тормошҡа ашырылмаған. Власть органдары, йәмәғәтселек вәкилдәре, депутаттар был проблема буйынса тәүге йыл ғына баш ватмай. Рәсәйҙәге тәжрибә лә әүҙем өйрәнелә. Икенсе яҡтан, закон эшләһен өсөн һәр ваҡыт тотороҡло финанс тәьминәте кәрәк. Ә төбәктең, бөгөнгө критерийҙар менән, был ҡануниәтте үтәрлек тулы мөмкинлеге юҡ. Ошо йәһәттән йыл дауамында граждандарға күрһәтелгән ярҙамдың сифатын яҡшыртыу, сиратты кәметеү йәһәтенән төрлө майҙандарҙа йәмәғәтселек вәкилдәре, власть органдары ҡатнашлығында бихисап һөйләшеүҙәр алып барылды, эштәр башҡарылды. Һөҙөмтәлә улар Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың декабрҙәге ултырышында “Башҡортостанда Ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһындағы” Законға төҙәтеүҙәр булараҡ индерелде.
Шулай итеп, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу йәһәтенән “мохтажлыҡ критерийы” тигән төшөнсә үҙ эсенә күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгәндәрҙе ала. Ер участкаһы алыу өсөн сиратҡа баҫҡан саҡта ғаиләнең торлаҡ шарттары иҫәпкә алынасаҡ: төбәктәге иҫәп нормаһы буйынса бер ғаилә ағзаһына 12 квадрат метр майҙан тура килергә тейеш.
Тәүҙә телгә алынған, “ғаиләнең шәхси милкендә ниндәй ҙә булһа категорияға ҡараған ер участкаһы бар икән, сиратҡа ҡуйылмаясаҡ”, тигән фекерҙән баш тарттыҡ. Закон ошо ғинуарҙан үҙ көсөнә инде – сиратҡа быға тиклем торғандар, әлбиттә, унан һыҙып ташланмаясаҡ. Әгәр ҙә ошо көнгә тиклем ғаилә өҫтә телгә алынған дүрт категорияға ярашлы бушлай ер участкаһы алған, ә бөгөн, Законға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, ике категорияның береһенә ҡарай һәм бушлай ер участкаһына хоҡуҡлы икән, тағы сиратҡа баҫырға мөмкин.
Ер участкаһы бүлеү тураһындағы хат почта бүлексәһенең билдәһе менән вәкәләтле органға өс тапҡыр кире ҡайтҡан осраҡта, граждан сираттан төшөрөп ҡалдырыласаҡ. Шул уҡ ваҡытта был хат ер участкаһы бүлеү тураһындағы өс ер комиссияһы ултырышының ҡарарҙарына ярашлы ебәрелергә тейеш. Сираттан төшөрөп ҡалдырылған граждан тағы ла вәкәләтле органға мөрәжәғәт итергә, яңынан сиратҡа баҫырға хоҡуҡлы.
Был төҙәтеүҙәр һуңғы түгел, ошо йүнәлештәге эшебеҙҙең бер һөҙөмтәһе генә. “Башҡортостанда Ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһындағы” Законды артабан камиллаштырырға, бушлай ер участкаларын бүлеү, мохтаждарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү йәһәтенән яңы башланғыстар тәҡдим итергә, ошо йүнәлештә эшләргә ниәтебеҙ ҙур.