Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә дәрте ташып торған күп кенә кеше, төрлө бюрократик кәртәләргә осрап, ҡул һелтәп ҡуя. Иҡтисадыбыҙ өсөн мөһим булған был тармаҡтың үҫешенә нимәләр ҡамасаулай һуң? Бәләкәй эшҡыуарлыҡ заманса иҡтисадтың төп өлөшөн тәшкил итә, сөнки ул булғанда ғына конкурентлыҡ барлыҡҡа килә, тип иҫәпләй белгестәр. Был иһә ҡулланыусыларға арзаныраҡ хаҡ, үҙеңә кәрәкле тауарҙы һайлау хоҡуғы була тигән һүҙ. Советтар Союзы дәүерендә бәләкәй эшҡыуарлыҡ булмаған. Бөгөнгө баҙар иҡтисады шарттарында унан башҡа тормошто күҙ алдына килтереүе ҡыйын.
Бынан байтаҡ йыл элек Рәсәй Президенты Владимир Путин әлеге өлкәлә эш башлағандарға төрлө ташламалар индереү тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны. Улар ғәмәлгә ашырыламы? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ташламаларҙы алыр өсөн күп көс һәм сыҙамлыҡ сарыф итергә тура килә.
Бер эшҡыуарҙың һөйләгәнен яҙам: “Ауыл ерендә хәҙер колхоз, совхоздар юҡ, баҫыуҙарҙы сүп-сар баҫҡан. Үҙеңдең пай ерҙәреңде алыу өсөн берәү ҙә ҡаршы түгел һымаҡ. Тик был тәү ҡарашҡа ғына шулай. Район хакимиәте ер биреүҙән баш тартты. Баҡһаң, ул биләмәләр күптән инде “үҙ кешеләренә” бирелеп бөткән, хатта ғаризаларға беҙҙең исемдәрҙән ҡул ҡуйылған. Беҙгә ер алыу хоҡуғын суд аша иҫбатларға тура килде.
Һүҙ ҙә юҡ, ер эшен башлар өсөн тәүҙә үҙеңдең ниндәйҙер техникаң булырға тейеш. Беҙҙең тракторҙарыбыҙ булһа ла, улар менән генә йыраҡ китә алмаҫыбыҙ көн кеүек асыҡ ине. Дәүләттән ярҙам һорарға булдыҡ. Техника алыу өсөн субсидия бирелә икәнлеген белгәс, кәрәкле документтар йыя башланыҡ. Бында ла ҡаршылыҡтар табылып ҡына торҙо. Ташлама алдым тип әйтеүе генә еңел, уны алырға хоҡуғың барлығын иҫбатлауы унлата ҡыйынға тура килә.
Бының менән генә мажаралар бөтмәне. Беренсе йылда сәсеү эштәренә кредит алыу тураһында хыяллана башланыҡ. Әлбиттә, “Россельхозбанк” ташламалы кредит бирә, тик, әлеге лә баяғы, белешмәләр сүпләп башың ҡатасаҡ. Башҡа банктарға килгәндә, улар ҙа бәләкәй бизнес менән шөғөлләнгәндәргә ярҙам итә, тик уны алыр өсөн кәм тигәндә ярты йыл эшләгән булырға тейешһең. Шундай талаптар ҡуйылғас, үҙ эшеңде нисек башлап ебәрергә һуң?
Ауыл хужалығында техникаһыҙ эш бармай, улары ҡыйбат тора. Орлоҡ менән дә шул уҡ хәл. Һөҙөмтәлә беренсе йылда килем урынына сығымдар күп булды”.
Башҡортостанда әле 100 меңдән ашыу эшҡыуар теркәлгән. Уларҙан килгән килем алты миллиард һум самаһы тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта коррупция, закондарҙың аныҡ булмауы аяҡ сала эшҡыуарҙарға. Аңлашылмаған һалымдар арҡаһында үҙ эшен япҡандарҙың күбеһе, ошонан ҡасып, рәсми теркәлмәгән эш менән шөғөлләнә. Бының зарары билдәле: ҡаҙнаға киләһе аҡса ситкә китә, эш урындары юғала.
Был йәһәттән Республиканың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү фондының генераль директоры Денис Мусиндың “Башинформ” агентлығында үткәрелгән кәңәшмәләге сығышы күптәрҙә хуплау тапты. “Банктар биргән кредит та уларҙың үҫешенә ҡамасаулай, сөнки суммаһы аҙ, проценты юғары, кире ҡайтарыу ваҡыты ҡыҫҡа. Бөгөн бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ҡарата илдең сәйәсәте көйләнмәгән. Ҡаҙналағы юғалтыуҙы кәметеү өсөн кисекмәҫтән аныҡ һәм дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәк, был иң тәүҙә өлкәне үҫтереүгә йүнәлтелергә тейеш”, – тигәйне ул.
Ошо көндәрҙә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа бәйле законға индерелгән яңылыҡтар хәлде үҙгәртер тип көтөлә. 1 ғинуарҙан 2018 йылдың 31 декабренә тиклем бәләкәй эшҡыуарлыҡ өлкәһендә планлы тикшереүҙәр тыйылды. Әлбиттә, бының өсөн уларҙың һуңғы өс йыл һөҙөмтәләре буйынса етди закон боҙмауы мөһим. Шәхси эшҡыуар булараҡ тәүгә теркәлгән шәхестәр һалым түләүҙән азат ителә, тағы эшҡыуарҙарға күсемһеҙ милеккә хоҡуғын теркәү ваҡыты ҡыҫҡартыла. Былар береһе лә үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаҫ тип ышанабыҙ.
Бөгөн дәүләт, илдең социаль-иҡтисади үҫеш өҫтөнлөктәрен ҡайтанан ҡарап, Рәсәйҙә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа бөтә яҡлап ярҙам күрһәтеү, уны үҫтереү, граждандар йәмғиәтен һәм милекселәрҙең урта синыфын ойоштороу мәсьәләләрен хәл итә. Президент Владимир Путин 2020 йылға бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә эшләгәндәрҙе — 50 процентҡа, тулайым милли продуктта уларҙың өлөшөн 40 процентҡа еткереү бурысын ҡуйҙы.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә халыҡтың уңышлы эшләгән өр-яңы ҡатламын булдырыу зарурлығын иҫәпкә алғанда, был өлкәлә ҡатмарлы һәм күләмле эш көтөлә. Ошо маҡсатта Рәсәй Президенты Указы менән Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил институты ойошторолдо.
Рәсәйҙең Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкиле Борис Титов республикабыҙға килде, эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса тәжрибә менән танышты, “Бизнес — коррупцияға ҡаршы” йәмәғәт процедуралары үҙәгенең күсмә ултырышын үткәрҙе. Һөҙөмтәлә Башҡортостанда Рәсәй төбәктәре араһында тәүгеләрҙән булып Эшҡыуарҙар хоҡуғы буйынса вәкил институты барлыҡҡа килде.
Республика Башлығы Указына ярашлы, июндән Вәкил эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса дәүләт органы, йәмәғәт эксперт советы, урындарҙа йәмәғәт ярҙамсылары институты төҙөлдө. Әле ярҙамсылар белемен камиллаштыра. Уҡып сыҡҡандан һуң уларға таныҡлыҡ тапшырыла. Вәкилдең рәсми сайты асылды. Унда Вәкилдең эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәттәр, власть органдарының фекерҙәре, аңлатмалар донъя күрә.
Законға ярашлы, власть структуралары, бизнес берләшмәһе менән үҙ-ара эш итеү алымдарын яйға һалыу, эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын һәм мәнфәғәтен яҡлауҙың һөҙөмтәле сараларын билдәләү, бәхәскә юл ҡуймау, эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн ыңғай шарттар булдырыу, уны популярлаштырыу, ошо өлкәләге ҡануниәтте камиллаштырыу өсөн тәҡдимдәр индереү — Вәкилдең төп бурысы.
Ҡаралған мәсьәләләр һәм мөрәжәғәттәр буйынса мәғлүмәт Вәкил тарафынан республика етәкселегенә еткерелә. Шулай уҡ ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләнә. Мәҫәлән, федераль власть органдары менән эш итеү буйынса төбәк вәкилдәренең вәкәләттәрен киңәйтеү һәм башҡалар.
Рейдерлыҡ, хоҡуҡ һаҡлау органдарының законһыҙ ҡарарҙарына бәйле ҡатмарлы, сетерекле мәсьәләләрҙе яйға һалыу өсөн “Бизнес — коррупцияға ҡаршы” йәмәғәт процедуралары үҙәге филиалы ойошторола. Был квалификациялы эксперт һығымтаһына һылтаныу, уны судта ҡулланыу, шулай уҡ яраштырыу процедуралары практикаһын файҙаланыу мөмкинлеген бирәсәк.
Төбәк кимәлендә эшҡыуарлыҡты йылдам үҫтереү өсөн ведомство тарҡаулығын бөтөрөргә, инновация-инвестиция эшмәкәрлеген бер ойошмаға буйһондорорға кәрәк тип иҫәпләй белгестәр. Был көс үҙәген, финанс ресурстарын туплау, берҙәм ҡараш һәм ҡағиҙәләр булдырыу мөмкинлеген бирәсәк. Иң мөһиме — эшкә идара итеү алымы барлыҡҡа киләсәк.
Бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам — сәйәси мәсьәлә. Илдә эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн халыҡтың белемен тәрәнәйтеү, властың ярҙамын арттырыу шарт.
Заман башҡа — заң башҡа, тигәндәй, эшләй белеү генә түгел, үҙ хоҡуҡтарын белеү ҙә эшҡыуарҙы күп бәлә-ҡазанан ҡурсалап ҡаласаҡ. Нисек кенә булмаһын, намыҫлы эш кешеһен дәүләт ҡурсалай.