Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Һорау — яуап Үҙҙәрен борсоған төрлө һорауҙар менән гәзит уҡыусылар редакцияға йыш мөрәжәғәт итә. Бөгөн һеҙҙең иғтибарға иң күп бирелгәндәренә яуаптар бирәбеҙ.

“Мин ижад йортонда етәксе булып эшләй инем. Күптән түгел штат ҡыҫҡартылыуы ту­ра­һында белдер­ҙеләр. Документта көнө күр­һә­тел­мәгәйне. Аҙаҡтан унда мине уҡы­тыу­сы вазифаһына күсереү тураһында өҫтә­мә ин­дер­ҙеләр. Ризалығымды береһе лә һорама­ны, яҙма белдереү ҙә алманым. Етәк­се­лә­ребеҙ­ҙең был эше законлымы?”
Хеҙмәткәрҙең ризалығын алмайынса икенсе вазифаға күсереү Хеҙмәт кодексын күрәләтә боҙоу була. Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына мөрәжәғәт итегеҙ.
***
“Күсемһеҙ милек агентлығында эшләйем. Клиенттарыбыҙ аҙ, эш юҡ тиерлек. Бындай осраҡта хеҙмәткәрҙәр эш хаҡы һаҡланмаған ял алырға тейеш, ти етәксебеҙ. Ул хаҡ­лымы?”
Эш хаҡы һаҡланмаған ял хеҙмәткәрҙең үҙ теләге буйынса ғына бирелә. Етәксегеҙҙең һеҙҙе мәжбүр отпускыға ебәрергә хаҡы юҡ. Әгәр, һеҙҙең хәлдәге кеүек, хеҙмәткәр үҙенең вазифа бурысын үтәй алмай икән, эш биреүсе уға мәжбүри эшһеҙ торған ваҡыт өсөн хеҙмәт хаҡы түләргә тейеш. Әгәр эшһеҙ тороу эш биреүсенең ғәйебе буйынса килеп сыҡһа, эшсе уртаса эш хаҡының 2/3 өлөшөн ала, юҡ икән – тариф йә окладтың 2/3 өлөшөнә хаҡы бар.
***
“Мин күптән түгел хаҡлы ялға сыҡһам да, эшләүемде дауам итәм. Ҡыҫҡартылған ос­раҡта бирелә торған пособиены түләмәҫ өсөн етәксем эшемә төрлөсә аяҡ салырға тырыша, йәнәһе лә, хеҙмәт тәртибен боҙам һәм мине эштән ҡыуасаҡтар. Нимә эшләргә?”
Әлегә һеҙҙең эш биреүсегеҙ тарафынан хеҙмәт тураһындағы закондарҙы боҙоу күҙәтелмәй. Эшегеҙҙе дауам итегеҙ.
Әгәр ҙә эш хаҡын түләмәй башлаһалар йә эш урынына үткәрмә­һәләр, Дәүләт хеҙмәт инспек­цияһына мөрәжәғәт итегеҙ. Әгәр эштән бушат­һалар, бер ай эсендә судҡа ғариза яҙа алаһығыҙ. Суд ҡарары буйынса һеҙҙе яңынан эшкә ҡайтарыуҙары мөмкин, һәм эш биреүсегеҙ әхлаҡи зыян килтергәне өсөн компенсация түләргә тейеш.
***
“Минең менән өс айға ғына хеҙмәт киле­шеүе төҙөй алалармы? Элек ул оҙайлыраҡ ваҡытҡа төҙөлә торғайны түгелме?”
Килешеүҙәр билдәле бер ваҡытҡа тиклем (биш йылдан да артыҡ түгел) һәм билдәһеҙ ваҡытҡаса була. Ваҡытлыса төҙөлгән килешеү, ҡайһы бер шарттар үтәлгәндә, биш йыл арауығындағы төрлө ваҡытҡа тиклем төҙөлә ала, шул иҫәптән өс айға ла.
***
“Хеҙмәт килешеүендә ошондай пунктҡа юлыҡтым: “Хеҙмәткәргә эш хаҡы һаҡланмай торған отпуск бирелмәй”. Был законға ярашлымы?”
Бындай шарт Рәсәй Хеҙмәт кодексының 128-се статьяһына ҡаршы килә һәм хеҙмәт­кәрҙәрҙең билдәле бер категорияһына ҡарата ҡулланыла алмай. Эшләп йөрөгән пенсионер­ҙарға, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, инвалидтарға һ.б. бындай отпуск үҙҙәренең ғаризаһына ярашлы бирелергә тейеш. Ҡалған хеҙмәткәрҙәргә эш биреүсе бындай отпускыны бирә ала, әммә быны эшләргә бурыслы түгел. Яҡын туғаны үлгән осраҡта, йә балаһы тыуһа, йә никах теркәгән хәлдә хеҙмәткәр үҙ инициативаһы менән биш көнгә тиклем түләүһеҙ ял алырға хоҡуҡлы.
***
“Производствола эшләйем. Беҙҙе коллектив килешеүгә үҙгәрештәр индереү тураһын­дағы документҡа ҡул ҡуйырға мәжбүр итә­ләр. Индереләсәк яңылыҡтарға ярашлы, ял көндәрендә эшләгән өсөн хеҙмәт хаҡы хәҙер тулыһынса түләнмәйәсәк, ә төнгө эш өсөн премиялар 40 проценттан 20 процентҡа тиклем ҡыҫҡартылды. Был документҡа ҡул ҡуйыуҙан баш тартырға мөмкинме? Уның өсөн мине эштән бушатыуҙары ихтималмы? Эш биреүсем бының менән Хеҙмәт кодексын боҙмаймы?”
Ял һәм байрам көндәрендәге эш өсөн, Рәсәй Хеҙмәт кодексының 155-се статьяһына ярашлы, икеләтә эш хаҡы түләнә. Ундағы түләү хаҡын үҙегеҙҙең коллектив килешеүендәге менән са­ғыштырығыҙ. Килешеүҙәге ҡағиҙәләр Хеҙмәт кодексында ҡаралғандан түбәнерәк булырға тейеш түгел.
Төнгө ваҡытта эшләгән өсөн минималь түләү хаҡы (22.00 сәғәттән 6.00 сәғәткә тиклем) 20 про­цент тәшкил итә. Уның аныҡ күләме коллектив килешеүҙә билдәләнә. Ә был документҡа ҡул ҡуймаған өсөн эштән ҡыуыу ҡаралмаған.
***
“Эшләгән предприятием банкрот булды. Миңә файҙаланылмаған отпуск өсөн компенсация түләнергә тейеш. Бөтә иҫәптәргә арест һалынған тип, һаман да уны түләмәйҙәр. Нимә эшләргә?”
Әгәр предприятие банкрот тип иғлан ител­гән икән, унда конкурс аша үткән идара итеүсе (управляющий) ҡуйыла. Һеҙгә компенсация тү­ләү­ҙәрен һорап уның исеменә ғариза яҙырға кә­рәк. Ғәҙәттә, предприятиеның милке һатыл­ғандан килгән аҡса эшселәргә хеҙмәт хаҡы һәм бурыстарҙы түләү өсөн тотонола.
***
“Кемдәр ҡыҫҡартылыуға эләкмәй?”
Ауырлы ҡатындар, өс йәшкә тиклемге бала ҡараған ҡатындар, 14 йәшкә тиклемге бала тәрбиәләгән (инвалид балаларҙы – 18 йәшкә тиклем) яңғыҙ әсәләр һәм етем балаларҙы ҡараған опекундар ҡыҫҡартылыуға эләкмәй.
***
“Әгәр предприятиела оҙаҡ ваҡыт эш ха­ҡын түләмәй көттөргәндәр икән, түләүҙе кисектереп торғандары өсөн пеня түләтергә мөмкинме?”
Рәсәй Хеҙмәт кодексының 236-сы статья­һына ярашлы, ваҡытында түләнмәгән эш хаҡы өсөн көн һайын пеня өҫтәлә. Әгәр эш хаҡы би­реүҙе оҙаҡ ваҡытҡа тотҡарлайҙар икән, ҙур ғы­на сумма йыйылып китә. Эш биреүсегеҙҙе был осраҡта судҡа бирә алаһығыҙ, суд ҡарары нигеҙендә һеҙгә күпме тейешле сумманы һанап сығарасаҡтар һәм түләйәсәктәр. Хеҙмәт инс­пекцияһы ла быны үҙенең эшендә иҫәпкә ала.
***
“Файҙаланылмаған отпускыларҙың нин­дәй арауығы өсөн компенсация талап итә алам?”
Аҡсалата компенсацияны һәр йылғы түләүле отпускының 28 көндән артҡан өлөшө өсөн генә алырға була. Әгәр ҙә һеҙ былтырғы көндәрҙең өлөшөн күсергәнһегеҙ икән, тимәк, компенсацияны ла былтырғы ялығыҙҙың 28 көндән артҡан өлөшө өсөн генә алаһығыҙ (Рәсәй Хеҙмәт кодексының 126-сы статьяһы). Шуны ла күҙ уңында тоторға кәрәк: законға ярашлы, йыл һайын бирелә торған түләүле отпускыны ике йылдан да артыҡ бирмәй ҡалыу тыйыла (Рәсәй Хеҙмәт кодексының 124-се статьяһы). Эштән китергә уйлаған осраҡта бөтә ҡулланылмаған көндәрегеҙ өсөн дә компенсация түләнә.
***
“Эштән китергә уйлағайным, әммә әле ике аҙна отпускым ҡалды. Ғаризаны ҡасан яҙыу һәйбәтерәк – ялға китер алдынанмы, әллә отпускынан һуңмы?”
Эшсенең яҙма ғаризаһы буйынса отпускыһы­ның бөтә ҡулланылмаған көндәре лә бирелеп, ул аҙаҡ эштән китә ала. Ялдың һуңғы көнөндә эш биреүсе хеҙмәткәр менән тулыһынса хи­саплашырға тейеш (Рәсәй Хеҙмәт кодексының 84.1-се, 127-се статьялары).
***
“Отпускылар графигы булһа ла, әгәр ғари­за яҙмаған булһам, етәксем мине ялға ебәрә аламы?”
Әгәр эш биреүсегеҙ һеҙгә яҙма рәүештә был турала ике аҙна элек хәбәр итмәгән һәм ҡул­тамғағыҙ менән быны раҫламағанһығыҙ, һәм шулай уҡ ғариза ла яҙмағанһығыҙ икән, һеҙҙең теләгегеҙҙән башҡа, график булһа ла, отпускыға ебәреп булмай (Рәсәй Хеҙмәт кодексының 123-сө статьяһы).
***
“Отпускыға китер алдынан миңә ниндәй түләүҙәр ҡаралған?”
Һеҙгә бөтә ял ваҡыты һәм бынан алдағы ай өсөн эш хаҡы түләргә тейештәр (Рәсәй Хеҙмәт кодексының 114-се статьяһы).
***
“Етәкселек, тиҙҙән штат ҡыҫҡартыласаҡ, тип вәғәҙә итә. Ҡайһылай һәйбәтерәк була­саҡ: эштән китеп, яңы эш эҙләргәме, әллә ҡыҫҡартылыуҙы көтөргәме?”
Ҡыҫҡартылыу булған осраҡта, һеҙҙең уртаса ике айлыҡ эш хаҡы күләмендә түләнә торған посо­биеға хаҡығыҙ бар. Унан һуң йәшәгән уры­нығыҙ буйынса мәшғүллек үҙәгенә иҫәпкә торор­ға кәрәк. Эштән бушатылғандан һуң ике ай үт­кәс тә эшкә урынлаша алмағанһығыҙ икән, икенсе ай аҙағы етеүгә, үҙегеҙҙең предприятиенан йәнә бер айлыҡ уртаса эш хаҡы ала алаһығыҙ. Бының өсөн мәшғүллек үҙәгенән һеҙҙе эшкә урынлаштырып булмағанлығы хаҡындағы белеш­мә кәрәк. Ә үҙ теләгегеҙ менән эштән киткәндә, һеҙ ҡалған эш хаҡы һәм файҙа­ланылмаған отпускы өсөн компенсация ғына аласаҡһығыҙ.
***
“Ҡыҫҡартылыуға эләккән пенсионерҙарға түләүҙәр ҡаралғанмы?”
Әлбиттә, бар. Тик, пенсионер булараҡ, мәшғүллек үҙәгенән пособие ала алмаясаҡһығыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21