Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кешелектең уяу һаҡсыһы
Кешелектең уяу һаҡсыһы Кеше хоҡуҡтары көнө 1948 йылда булдырылып, ике йылдан һуң рәсми рәүештә билдәләнә башлаған. Ҡағиҙә булараҡ, һәр йыл уның айырым темаһы була. Мәҫәлән, 2006 йылда ул “Фәҡирлеккә ҡаршы көрәш: шәфҡәтлелек түгел, ә талап” тигән темаға арналды. Ысынлап та, ярлылыҡ кешенең бөтә хоҡуҡтарын ҡыҫыуға килтерә. Түбән килем тейешенсә белем алырға ла ҡамасаулай, был осраҡта социаль-иҡтисади хоҡуҡ тормошҡа ашырылмай ҡала. Артабан инде наҙанлыҡ арҡаһында кеше йәмәғәт эшендә лә ҡатнаша алмай – гражданлыҡ һәм сәйәси хоҡуғы боҙола. Әлбиттә, фәҡирлек хоҡуҡ өлкәһенә генә ҡағылмай, бөтә тормоштоң “көйө” китеүе күҙәтелә. Әҙ килемлеләр йыш ҡына йәберләүҙәргә лә дусар була. Шуныһы ла бар: фәҡирҙәр электән үк уңышһыҙ, ялҡау тип билдәләнгән. Был нарыҡлау әле лә дауам итә, әммә уның йөҙ процентҡа дөрөҫлөгө икеле.
Кеше хоҡуҡтарының дөйөм деклара­цияһы булдырылған. Унда Ер йөҙөндәге халыҡтарҙың нимәгә хоҡуғы барлығы 30-сы статьяла асыҡ яҙылған һәм был документ 360 телгә тәржемә ителеп, донъя илдәренә таратылған.
Үҙенең социаль тәғәйенләнеше буйынса кеше хоҡуҡтары кешелектең термоядро һәләкәтенә, көрсөккә ҡаршы тороу, халыҡ-ара енәйәтселек, фәҡирлек, СПИД һәм башҡа хәүефле күренештәр үҫешен тотҡарлауға ынтылышында ярҙамсы булған һаҡлаусы сара рәүешен ала. Кеше хоҡуҡтары мәңгелек проблема ла кеүек. Уны, сәйәсәт, иҡтисад, хоҡуҡ, этика, дин, философия күҙлегенән сығып, меңәр йылдар дауамында хәл итәләр.
Ысынлап та, кеше хоҡуғы һәм “азатлыҡ”, “ирек” төшөнсәһе бик борондан барлыҡҡа килгән. Азатлыҡ тураһында беренсе тапҡыр беҙҙең эраның ХIV быуатында телгә алынған. Боронғо Грецияла, Римдә закон­лылыҡ ҡиммәттәрен билдәләгәндәр. Бөгөн дә кеше хоҡуҡтарын яҡлау механизмы донъяла иң һөҙөмтәлеләрҙән һанала. Ни өсөн тигәндә, хоҡуғы боҙолған гражданға Европа судына ялыу менән мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге лә бар.
Рәсәй Федерацияһының Кеше хоҡуҡ­тары буйынса вәкиле ошо датаға арналған тантанала кеше хоҡуҡтарын һәм азатлығын һаҡлауҙағы ҡаҙаныштары өсөн ил һәм сит ил граждандарына, юридик шәхестәргә “Изгелек ҡылырға ашығығыҙ” миҙалы тапшыра.
Башҡортостанда ла кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил эшләй. Был турала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай законы ҡабул ителгән. Вәкил йыл һайын республика Башлығына, Дәүләт Йыйылышы – Ҡорол­тайға, Хөкүмәткә, Конституция, Юғары, Арбитраж судтарға, прокурорға отчет док­лады менән сығыш яһай.
Рәсәй Федерацияһы Конститу­цияһының 33-сө, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 37-се статьяларына ярашлы, һәр граждан дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарына шәхсән мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы. 2008 йылда, мәҫәлән, кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилгә, район-ҡалаларҙа уның ярҙамсыларына барлығы 7718 граждан мөрәжәғәт иткән, шәхси ҡабул итеүҙә 636 кеше булған. Яҙма үтенестәрҙе анализлағанда, халыҡты ниндәй һорауҙар борсоғанын аныҡ асыҡларға мөмкин. Улар – төҙөкләндереү, торлаҡ (айырыуса етемдәргә ҡағыла) менән тәьмин итеү, һаулыҡ һаҡлау, ер мәсьәләһе, суд ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу, холоҡ төҙәтеү учреждение­ларындағы һәм эске эштәр органдары изоляторында ваҡытлыса тотолған граждандар хоҡуғын һаҡлау.


Автор: Салауат ӘБҮЗӘР.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә