Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сабыйҙар яҙмышы — ышаныслы ҡулдарҙа
Стәрлетамаҡ ҡалаһының сабый йортона былтыр 90 йыл тулды. Бында үткән быуат аҙағында бер булғайным инде. Был юлы бинаның күркәмләнеүе күҙгә ташланды. Заманса ремонт яһалған, һәр ерҙә яҡты, таҙа. Уйын бүлмәһендәге шарттар ҡайһы бер ғаиләләрҙә лә юҡтыр. Тәрбиәселәр, уларҙың ярҙамсылары иғтибарлы. Хәйер, бында бала яратмаған кеше эшләй алмай. Баш табип урынбаҫары, юғары категориялы белгес Зилә Вәлиева ла — изге йөрәкле хеҙмәткәрҙәрҙең береһе.
Был йортта эшләүе осраҡлы түгел уның: үҙе лә бала сағынан донъяның әсеһен-сөсөһөн күп татыған. Димләп ҡауыштырылған ата-әсәһе ныҡлы ғаилә ҡора алмай, шуға күрә кескәй Зиләгә олатаһы менән өләсәһе ҡарамағында үҫергә тура килә. V кластан һуң Өфөләге 1-се мәктәп-интернатта белем ала.
Зилә Мәсәғүт ҡыҙы 1969 — 1975 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының педиатрия бүлегендә уҡый. Йәш белгесте Стәрлетамаҡҡа эшкә ебәрәләр. Ул хеҙмәт юлын балалар поликлиникаһында башлай. 1989 йылда сабый йортоноң ул саҡтағы етәксеһе Зәйнәп Нурғәлиева ата-әсәләр араһында абруй ҡаҙанған белгесте эшкә саҡыра. Был ваҡытҡа ике бала әсәһе булырға өлгөргән табип тәрбиәләнеүселәргә лә һөйөүен, иғтибарын мул өләшә. Уларҙы, тормоштарына йәм өҫтәү теләге менән, тәүге йылдарҙа ял көндәрендә, байрамдарҙа өйөнә ҡунаҡҡа алып ҡайта. “Ул саҡта сабыйын ҡалдырыусыларҙың күпселеге студент әсәләр булһа, хәҙер был кешелекһеҙ аҙымға наркоман йә эскесе ҡатындар бара”, — ти Зилә Мәсәғүт ҡыҙы.
Диплом алыр алдынан донъя ҡорған ире менән үҙенең дә яҙмышы уңмай, шуға күрә улын һәм ҡыҙын яңғыҙына аяҡҡа баҫтырырға тура килә. Хәҙер ғәзиздәренең үҙ ғаиләһе, балалары бар. “Шөкөр, донъям түңәрәк. Әсәйем Мәҙинә Вәхитованың 80 йәшен билдәләнек, өс һылыуым менән аралашып йәшәйем, үҙемде бәхетле ҡатын тип иҫәпләйем”, — ти оло йөрәкле ҡатын.
Һүҙҙәренең яһалма түгеллегенә ышанмаҫлыҡ та түгел. Ғүмеренең алтмышынсы үренә еткән кешенең йөҙөндә бер ниндәй ҙә һырҙың булмауы, алсаҡлығы, етеҙлеге, әлбиттә, күңел бөтөнлөгөнән килә.
11 йыл яңғыҙ донъя көткәндән һуң Зилә Мәсәғүт ҡыҙы икенсе яртыһын осрата. Ҡурайсы, йырсы Фуат Юнысбаев менән матур ғүмер итәләр. Зилә ханымдың тағы бер йәшәреү сере бар: эшенә тиклем байтаҡ юлды йәйәү үтә икән.
Эш тигәндән, табип хеҙмәттәштәренән дә уңған. Невролог Татьяна Конькова, педиатр Лилиә Мәхийәнова, педагог Ира Хәлимова, өлкән шәфҡәт туташы Татьяна Осипова, логопедтар Гөлназ Усманова, Гөлнара Заманова, Мәҙинә Йәғәфәрова кеүектәр — сабый йортоноң арҡа һөйәге. Һуңғы ике йылда коллективҡа баш табип Әлфиә Шәрәфетдинова етәкселек итә. Хәстәрлекле ҡараш булғанға күрә, тәрбиәләнеүселәрҙең тамағы туҡ, өҫтө бөтөн. Былтырғы туғыҙ айҙа 50 бала ҡабул иткәндәр, 51-е ғаиләләргә урынлаштырылған.
Етемдәрҙең яҙмышына ил һәм республика етәкселәре битараф түгел, әммә балаларын тормош даръяһына ырғытҡан “кәкүк” әсәләрҙе уйландырырлыҡ, хаталарын төҙәттерерлек саралар аҙҙыр, күрәһең... Сабый йорто хеҙмәткәрҙәренә Хоҙай сабырлыҡ бирһен, улар сәскән изгелек орлоҡтары ҡарауһыҙ һәм етем ҡалған һәр баланың күңеленә май булып яғылһын. Бәпесенән баш тартҡан ҡатындар Ер йөҙөндә әсә булыуҙан да ҙурыраҡ бәхеттең юҡлығын аңлаһын ине.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 0

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөнән Вьетнамдың иң хозур утрауына тура рейстар башлана

Өфөнән Вьетнамдың иң хозур утрауына тура рейстар башлана 27.10.2026 // Йәмғиәт

«Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Вьетнамға тура даими рейстар старт алды. VietJet авиакомпанияһы Өфө — ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә