Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ирмен тигән ир-егет уҡ-һаҙаҡ тота белер
Ирмен тигән ир-егет уҡ-һаҙаҡ тота белер Ирмен тигән ир-егет уҡ-һаҙаҡ тота белер Борон халҡыбыҙҙа шундай йола булған: илен яҡлар ир бала тыуһа, тышҡа сығып мылтыҡтан атҡандар. Улыбыҙ батыр, арҡалы, тыуған иленә терәк булып үҫһен тип теләгәндәр, нәҫел-нәсәп буласаҡ баһадирға һиммәтле тормош юраған. Быйыл иһә, “Башҡортостан” гәзите үҙенең 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы үҙ булмышының ил тарихы, милли үҙаң менән бер булыуын иҫбатлап, “Мәргән уҡсы” беренселеген уҙғарҙы. Республикабыҙ мәргәндәре боронғо милли шөғөлдәрҙең береһе булған уҡ атыуҙы тергеҙеп, Өфө ҡалаһының М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында бәйгелә көс һынашты.
Республикабыҙҙың төрлө ҡала һәм райондарынан, аҫаба башҡорттарыбыҙ йәшәгән Силәбе өлкәһенән милли тамырҙарҙа тирткән ҡан ҡөҙрәте, рух ҡушыуы буйынса 40-ҡа яҡын ҡатнашыусы йыйылды. Яңы йыл ялдарындағы ел-буран да ҡурҡытманы сәмлеләрҙе, алыҫ араларҙан да йылы сәләм алып килде милләттәштәр һәм ҡан-ҡәрҙәштәр. Бәйге шарттары буйынса, ҡатнашыусылар тарихи милли кейемдәрҙә сығыш яһаны: мәргәндәр ара­һында башҡорт һунарсыһын, башҡорт атлы казагын, сағыу һәм бай, шул уҡ ваҡытта тыйнаҡ, ипле итеп кейенгән башҡорт ҡатын-ҡыҙы образын һынландырған, урта быуаттар кейемендә сығыш яһаған рус милләте вәкилдәре менән танышырға мөмкинлек тыуҙы. Сараға йәм өҫтәп, төрлө милли күргәҙмәләр ҙә ойошторолдо. Уҙғарылған традицион уҡ атыу бәйгеләрендә яңы йөҙҙәрҙе күреү ҡыуаныс.
Һәм, ысынлап та, сара матур байрам төҫөн алып, ҡурай моңо аҫтында башланып китте. Билдәле булыуынса, традицион уҡ атыу бәйгеһе һуңғы йылдарҙа илебеҙҙә үҫеш алды, боронғо милли асылыбыҙҙан рухи ҡеүәт эстәп, бөгөнгө йәшәйешкә заманса ҡараш, киләсәккә аңлы оран ташланы. Өсөнсө генә тапҡыр үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, бәйге шарттарының, һынауҙарҙың үҙенсәлекле, төрлө булыуы ла иғтибарҙы йәлеп итте. Бығаса ҡабул ителгәнсә тура сәпкә атыуҙан тыш, һунар ҡомары төҫөн алыуы менән дә ҡыҙыҡһындырҙы, ылыҡтырҙы мәргәндәрҙе.
Өс өлөштән торған тәүге һынауҙа уҡсылар “Мәргән” һәм “Даға”ла, йәғни өс дүңгәләкле сәпкә һәм биш дағаға атып, көс һынашты. Әлбиттә, тура сәпкә һәм дағаларға атыу бер һынау булһа, тубыҡланып һәм арҡа менән боролоп баҫып, әйләнеп атыу сослоҡто, тоҫмаллауҙы, тәжрибә-оҫталыҡты талап итте. Шуныһы үҙенсәлекле: ошо көсөргәнешле һынауҙарҙы үткән 12 иң мәргән уҡсы ғына бәйгенең икенсе иң ҡыҙыҡлы өлөшөндә “һунар” итте. Һәр ҡатнашыусы айырым төҫ менән билдәләнгән “кейектәр”ҙе ауланы. Сараға килгән көйәрмәндәрҙең янып-көйөүҙәре, һынау тотҡандарҙың яндаш-көнәркәштәренең ҡеүәтләүе менән үтте был ярыш.
Һәр бер бәйгесе өсөн ҡыуанып, ҡеүәтләп ултырған милли кейемдәге көйәрмәндәр иғтибарҙы йәлеп итә. Халыҡ ижады йортоноң “Селтәр” студияһынан килгән Альбина Исха­ҡованың матур кейеме менән ҡыҙыҡһынам.
– Бына был алмиҙеү менән ҡашмауҙы заманында Әбйәлил районынан барып алдым. Күҙ ҡараһындай һаҡлаған ҡомартҡы ул. Борон һәр кемдә ошондай ҡәҙерле әйберҙәр булған да бит, тик уларҙы заманында дәүләткә тапшырып бөткәндәр. Милли байлығыбыҙҙы, ошоноң менән барлығыбыҙҙы күрһәтеп, ҡот тара­тылһын тип тағып йөрөйөм. Ошолай хал­ҡыбыҙҙың бәрәкәтле рухы ҡайтыр, йола­ларыбыҙ ҙа, милли шөғөлдәребеҙ ҙә тер­геҙелер әле, – тине ул.
Инәйҙең яҡты, йылы һүҙҙәре зиһенгә бер аҡыл-нәсихәт булып яҙылды. Арыраҡ шаярып-көлөп ултырған шуҡ малайҙарға ла иғтибар итәм, уҡтан атҡан атай-ағайҙарына төбәлгән ҡараштарында ҡыҙыҡһыныу, осҡон сағыла. Ноябрҙә Күсәрбай Аҡсулпанов кубогына үткәрелгән бәйгегә әсәһе менән килгән бәләкәй танышым Азаматтың да был юлы ҡулында уйынсыҡ уҡ-һаҙағы күренә. Заман ҡалыптарында ла өлкәндәрҙән үрнәк алып, үҫеп килгән быуында милли йөҙ, милли рух ҡеүәтен күреү һөйөнөслө.
Ирмен тигән ир-егет уҡ-һаҙаҡ тота белер Көсөргәнешле бәйгенең икенсе өлөшө тамамланған арала ойоштороусылар, бер аҙ уйын шарттарына өҫтәмәләр индереп, бәйге иғлан итте. Ятып ҡалғансы – атып ҡал. Сәпкә эленгән бер “алма”ға мәргәндәр ҙә, дәрте булған теләгән һәр кем атып, үҙ көстәрен самалап ҡарарға булды. Өс атыуҙа “алма”ға тейҙереүҙе күҙ уңында тотҡан ҡыҙыҡлы бәйге еңеүсеһенә ошо күркәм сараға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән шәхси эшҡыуар Нәжиб Юлдашбаевтан махсус бүләк тә инселәнгәйне. Был бәйгегә сыҡҡан Азамат Юлдашбаев, Юлай Ғәлиуллин, Рушан Хәсәнов исемле мәргәндәр икенсе ҡабат алмаға уҡ төбәнеләр. Махсус бүләк был юлы, тилбер ҡуллы, үткер күҙле Азамат Юлдаш­баевҡа тапшырылды.
Халыҡ әйтмешләй, ата алмаған уғым кәкре тигәндәр булмағандыр был бәйгелә. Һәр кем үҙ әҙерлеген һәм оҫталығын һынаны. Һәм, ниһайәт, мәргән исеменә лайыҡ булыр ысын уҡсылар көтөп алынған өсөнсө “Кереш” һынауында асыҡланды. II этапта иң күп мәрәй йыйған таһыллылар – өс кеше үҙ-ара көс һынашты. Тура баҫып, тубыҡтан һәм шулай уҡ арҡа менән торған ыңғайы әйләнеп билдәләнгән өс сәпкә тейгән уҡтары буйынса билдәләнде еңеүселәр. Бер кем дә бирешергә теләмәне. Бына ул мәргәндәрҙең дә мәргәндәре – беренсе һәм икенсе урындарҙа Бөрйән намыҫын яҡлаған ағалы-ҡустылы Салауат һәм Сынбулат Юлбирҙиндар бүлешһә, өсөнсө урынды Учалы ҡалаһы егете Руслан Әхмәҙиев яуланы. Еңеүселәргә “Башҡортос­тан” гәзитенең аҡсалата бүләктәре тапшырылды. Һәммәһе лә – мәргәндәр ҙә, көйәр­мәндәр ҙә үҙ моратына иреште, был бәйгелә үҙ сәптәренә тейҙерҙе, тәжрибәләре менән уртаҡлашты, дәрт, сәм һәм көс алып, киләсәктә осрашырға һүҙ ҡуйышып таралышты. “Башҡортостан” гәзите лә, үҙенең 100 йыллыҡ матур юбилейы айҡанлы яңы башланған йылға билдәләгән маҡсаттарының береһенә иреште.

Мәғлүм булыуын­са, 2017 йылға “Башҡортос­тан” гәзите үҙенең 100 йыллыҡ юбилейына арналған эш-маҡсат­тарын билдәләп, йыл дауамында ойоштороласаҡ саралар исемлеген төҙөгәйне. Яңы йыл байрамы көн­дәрендә баш ҡалабыҙҙа уҙғарылған “Мәргән уҡсы” бәйгеһе – ошо исемлектәге күркәм сара­ларҙың беренсеһе.
Салауат ЮЛБИРҘИН, Бөрйән районы:
– Бындай мәртәбәле бәйгелә еңеү минең өсөн ҙур ҡыуаныс. Әлбиттә, беренсе урынға сығырмын тип уйламағайным, сөнки быға хәтлем үткән ярыштарҙа тәжрибәле генә мәргәндәр менән көс һынашырға тура килде. Шулай ҙа ярайһы ғына әҙерлек менән килдек бәйгегә. Уҡ атыу менән бәләкәйҙән ҡыҙыҡһынып үҫтек. Көҙҙән ҡышҡа ингәнсе, Яңы Мөсәт ауылы малайҙары муйылдан үҙебеҙ уҡ-ян эшләп, уйнай торғайныҡ. Ҙурая төшкәс, был шөғөл бер аҙ баҫылып торҙо. Шулай ҙа был һәләт беҙҙең халыҡҡа ҡандан, нәҫелдән биреләлер тип уйлайым. Олатайыбыҙ Мөхәмәтхан ҡарт та бик оҫта һунарсы булған. Хәҙер иһә район ярыштарында ошо шөғөлдө тергеҙергә тырышабыҙ, уҡ-ян эшләп бәләкәстәр, өлкәндәр өсөн һабантуйҙарҙа уйындар ойошторабыҙ.
Хәҙерге балалар, йәштәр ошондай халыҡ йолаларында тәрбиәләнеп, милли шөғөлдәребеҙҙе белеп үҫһен ине тигән теләгем бар, ҡала һәм район мәктәптәрендә лә быға иғтибар итһендәр ине. Киләһе ярыштарҙа ла ҡатнашырға дәрт-сәм өҫтәне бәйге. Ошо сараны ойоштороусыларға, беҙгә ярҙам иткән район мәҙәниәт йорто етәкселегенә рәхмәтебеҙҙе белдерәм һәм бөтә Башҡортостан мәргәндәренә тырышлыҡ, уңыштар теләйем.

Сынбулат Юлбирҙин, Бөрйән районы:
– Тырыша торғас, маҡсатҡа ирештек. Юлыбыҙ ҙа ыңғай булды, еңеүгә лә көйләнек үҙебеҙҙе. Әлбиттә, һәр бәйге ныҡлы әҙерлек талап итә. Көҙөн Күсәрбай Аҡсулпанов кубогына үткән турнирҙан һуң әҙерләнергә ике ай самаһы ваҡыт булды. Атанан күргән, уҡ юнған тигәндәй, Салауат ҡустымдың өс улы ла, минең улым менән ҡыҙымдың, бәләкәй ейәнемдең дә уҡ атыуға ҡыҙыҡһыныуҙары бар. Һуңғы арала ошо халыҡ шөғөлдәрен тергеҙеү буйынса тырыш-уңғандарҙың ойошҡан эш башлап ебәреүе ҡыуандыра, Ҡырмыҫҡалы, Ғафури райондарында үткән оҫталыҡ дәрестәрендә булырға тура килде. Халыҡ та милли шөғөлдәр менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башланы. Үҙ милли асылыбыҙҙы үҙебеҙ күтәрмәһәк, кем күтәрер тип уйлап ҡуяһың. Тик барыбер ҡайһы бер башҡорттар күпләп йәшәгән райондарҙан бәйгеселәрҙең булмауы аптырауға ҡалдырҙы.
Руслан Әхмәҙиев, Учалы ҡалаһы:
– Еңеүгә мин маҡсат ҡуйып, оло ышаныс менән килдем, сөнки үткән бәйгеләрҙә тәүге урынға сығырға күп ҡалмағайны. Оҙаҡ ҡына үҙаллы тәжрибә тупларға, шөғөлләнергә тура килде. Көнсығыш алыш төрҙәрен үҙ итәм, Учалы ҡалаһының “Ирәмәл” каратэ клубында дәрестәр бирәм. Традицион уҡ атыуға ярты йыл самаһы элек тотондом. Уҡ атыу ниндәйҙер көскә эйә бер шөғөл бит ул, бер атһаң, ҡаныңа һеңә. Уҡты хатта Хоҙай бүләге тип тә әйтәләр, сөнки бөтә донъя халыҡтарында ла ул бик боронғо замандарҙа барлыҡҡа килгән. Беҙ райондан алты кеше килдек. Төбәк данын һәр бәйгелә берҙәм яҡлап йөрөйбөҙ. Әлбиттә, беҙҙең республикала традицион уҡ атыу милли спорт төрө булараҡ яңы ғына үҫеш ала башланы. Шулай булғас, киләсәктә ул киң таралыр тип өмөт итәйек.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21