Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер төптән егелеп...
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йылға йомғаҡ яһаны. Йомғаҡлау ултырышына Башҡарма комитет ағзалары, ойошманың төбәк бүлексәләре етәкселәре йыйылды.
Ойошманың 2016 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында отчет доклады менән рәйес урынбаҫары Вельмир Аҙнаев сығыш яһаны. Ул, Башҡарма комитет комиссия­ла­ры­ның әүҙем һәм һөҙөмтәле эшмәкәр­леген билдәләп, йыл дауамында Ҡоролтай тарафынан ойошторолған күләмле сара­ларҙы атап үтте. Комиссиялар эше тураһында уларҙың рәйестәре – Башҡорт дәүләт драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов, Башҡорт дәүләт университеты доценты Нурислам Ҡалмантаев, профессор, телсе ғалим Вәкил Хажин һәм БДУ-ның философия һәм социология факультеты деканы Ғәфүр Сәлихов отчет тотто.
– Беҙ эш хаҡы өсөн түгел, күңел ҡушыуы буйынса эшләйбеҙ, – тине, ҡатнашыу­сыларға мөрәжәғәт итеп, Башҡорт халҡы­ның рухи мираҫы һәм мәҙәниәте комиссияһы рәйесе Олег Ханов. – Сара­ларҙы юғары кимәлдә ойошторорға теләйбеҙ. Яңыртылған команда үҙ-ара аңлашып, бер төптән эшләй, тырыша, әммә барыһы ла финанс мәсьәләһенә барып төртөлә.
Ошоға бәйле Олег Закир улы күләмле сараларҙы дәүләт тарафынан йәки гранттар ярҙамында финанслау мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте. Ул шулай уҡ Ҡоролтай ҡарамағында фонд булдырырға һәм уның эшенә башҡорт эшҡыуарҙарын йәлеп итергә кәрәклеген билдәләне.
Вельмир Аҙнаев әйтеүенсә, йыл дауамында Ҡоролтай ойоштороуында йәки уның ҡатнашлығында 400-ләп сара үткән.
– Беҙ күңел асыу өсөн генә саралар ойоштормайбыҙ. Туған телде һаҡлау темаһы ла өҫтөнлөклө булып ҡала. Бынан тыш, илебеҙ Президенты Владимир Путиндың Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуының 100 йыллығын байрам итеү тураһындағы указы сыҡҡас, респуб­ликаның юбилейына әҙерлекте башланыҡ, – тине ул.
Әйткәндәй, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 100 йыллыҡ юбилейға әҙерлек сиктәрендә “Республиканың ойошторолоуы” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл”дәр циклын башланы. Тәүгеләре республиканың нигеҙ ташын һалған сәйәсмәнебеҙ Зәки Вәли­диҙең тыуған көнө уңайынан 10 декабрҙә Башҡортостандың Сибай, Ишембай һәм Өфө ҡалаларында, Санкт-Петербургта һәм Үзбәкстандың баш ҡалаһы Ташкентта үтте.
2017 юбилей йылында ике халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция планлаш­тырыл­ған. Уларҙың береһе – республика­ның 100 йыллығына, икенсеһе башҡорт халҡының этногенезы темаһына арнала.
Мәғариф һәм фән комиссияһы рәйесе Вәкил Хажин үҙенең сығышында Ҡоролтай ни өсөн мәҙәниәтте иғтибарһыҙ ҡалдыр­маҫҡа тейешлеген аңлатты.
– Беҙҙең оҙон көй һәм ҡурайыбыҙ йәшәй икән, этнос та һаҡлана. Бөгөн эшҡыуар­лыҡты, башҡа өлкәләрҙе үҫтереү кәрәклеге аңлашыла, әлбиттә. Әммә мәҙәниәтебеҙҙе һәләк итһәк, уның менән телебеҙ ҙә юҡҡа сығасаҡ. Ул саҡта беҙ башҡорт булып ҡалырбыҙмы? – тип мөрәжәғәт итте йыйыл­ғандарға Вәкил Хажин.
Күптән түгел генә һайланған Төньяҡ төбәк-ара ҡоролтайы етәксеһе Рәйес Исмәғилев Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондарына иғтибарҙы арттырыу кәрәклеге тураһында һөйләне.
– Беҙҙең төбәккә иғтибар аҙ, беҙҙең хаҡта аҙ яҙалар, телевидение – һирәк ҡунаҡ. Төбәк-ара ҡоролтайға ете район инә. Төбәк үҙәге Нефтекамала 130 мең кеше йәшәй, шуларҙың 30 проценты – башҡорттар. Беҙҙең һөйләшеү әҙәби башҡорт теленән айырыла. Төбәккә башҡорт телен үҫтереү буйынса айырым программа кәрәк.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Милли музей директоры Ғәли Вәлиуллин Ҡоролтайҙың йәмғиәт проблемаларынан да ситтә ҡалмаҫҡа тейешлеген билдәләне. Атап әйткәндә, һуңғы арала йәштәр араһында күҙәтелгән суицид, наркомания мәсьә­ләләре хафаға һала. Үҫмерҙәр, йәштәр менән төрлө саралар үткәреүҙән тыш, аңлатыу эштәре, иҫкәртеү эшмәкәрлеге алып барырға кәрәклеген билдәләне ул.
Ултырышта шулай уҡ тыуған төбәгенән ситтә йәшәгән башҡорттар менән бәй­ләнештә тороу, уларға ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтеү мәсьәләһе күтәрелде. Ватандаштар менән эшләү буйынса комиссия рәйесе Ғәфүр Сәлихов әйтеүенсә, төбәк­тәрҙә Башҡортостан юлдаш теле­виде­ниеһы тапшырыуҙарын ҡарарға, “Юл­даш”ты тыңларға теләйҙәр. Шулай уҡ башҡорт телендә гәзит-журналдар нәшер итеү, мәсеттәр төҙөүгә бәйле ауырлыҡтар бар.
Барлыҡ докладтарҙы тыңлағандан һуң, Башҡарма комитет ағзалары Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратының йыл дауамында алып барған эшен ҡәнәғәтләнерлек тип тапты.
Ултырышта шулай уҡ Башҡарма коми­тетҡа өҫтәмә рәүештә яңы ағзалар, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағындағы эшҡыуарҙар менән эшләү буйынса координация советы рәйесе һайланды. Был вазифаға бер тауыштан Башҡорт дәүләт университетының Идара итеү һәм эшҡыуарлыҡ хәүефһеҙлеге институты директоры Әминә Ураҙова тәғәйенләнде.


Халҡыбыҙҙың иртәгәһе өсөн берләшәйек

Йылдарҙың береһен оҙатып, икен­сеһен ҡаршылағанда артҡа боролоп ҡарайһың, башҡарылған эш­тәрҙе барлайһың, алға ҡарап яҡты өмөттәр бағлайһың, иңеңә ятасаҡ йөгөңдө, уны күтәрерлек көсөңдө самалай­һың.
Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы быйыл да халҡыбыҙ алдында үҙенең төп бурысына тап төшөр­мәне, тип ышаныслы әйтә алабыҙ. Эштәребеҙ кәңәшләшеп төҙөлгән планға ярашлы барҙы. Иң мөһиме – һәр бер сарала һеҙҙең тарафтан, милләттәштәр, аңлау, башлан­ғыстарҙы, ҙурына-бәләкәйенә ҡара­май, хуплау таптыҡ. Айырыуса әүҙемдәргә ҙур рәхмәт­.
Эйе, төртөп күрһәтерҙәй, хаҡлы ғорурланырҙай уңышта­рыбыҙ бар. Әммә алда тағы ла етдиерәк, тағы ла ҡатмар­лыраҡ бурыстар тороуын онотмайыҡ. Бөгөнгө глобал­ләшеү шарттарында еңеллеккә иҫәп тоторға ярамай, ҡаршы­лыҡ­тар, ҡыйын­лыҡтар иһә беҙ­ҙе сыныҡтырыр ғына.
Үткән юлы меңәр йыллыҡтар ме­нән иҫәпләнгән халҡыбыҙҙың иртә­гәһе лә ышаныслы булһын өсөн бер­ләшәйек. 2017 йыл да милләтебеҙҙең, башҡорт була­раҡ, артабан нығыныу, берҙәм­лек, заман талаптарына ярашлы йәшәү осоро булһын!
Яңы йыл менән!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир ИШЕМҒОЛОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола

Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола 07.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола...

Тотош уҡырға 32

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр...

Тотош уҡырға 21

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 20

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй 07.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй...

Тотош уҡырға 29

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә 07.05.2025 // Йәмғиәт

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша 06.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша...

Тотош уҡырға 33

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана 06.05.2025 // Йәмғиәт

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана...

Тотош уҡырға 25

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды 06.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды...

Тотош уҡырға 42

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла 06.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла...

Тотош уҡырға 27

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә 06.05.2025 // Йәмғиәт

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә...

Тотош уҡырға 26

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте 06.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте...

Тотош уҡырға 31