Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Бүрек 1983 йыл. Беренсе курста уҡып йөрөгән ваҡыт. Ауылдан килгән балаларға ҡала тормошо ят, шомло күренһә лә, йәшлек дәрте ташып торған көс үҙенекен итте – арыу ғына уҡып киттек. Бына тәүге имтихандар... Баш баҫып шуға әҙерләнәм. Яңы йыл яҡынлашыуы үҙен һиҙҙертә – урамда шыршы һаталар, боҙ ҡаласыҡтары яһайҙар.
Берҙән-бер көндө ауылдан ике туған аға­йым мин йәшәгән бүлмәгә килеп инде лә:
– Бына, һеңлем, һиңә әсәйеңдәр Яңы йыл бүләге ебәрҙе, – тип бер төргәк ҡалдырып китте.
Мин түҙемһеҙлек менән уны асып ебәрҙем: сөм ҡара, ялтырап торған ҡуян тиреһенән бүрек! Шатлы­ғымдың иге-сиге юҡ, был бит минең күптәнге хыялым. Кейеп ҡарайым, эй килешә бит, хатта ябай ғына пальтомдың яғаһына төҫө лә тура килеп тора.
...Ябалаҡлап яуған ҡар ҙа, иртәнге саф һауа ла минең тулҡынланыуымды баҫа алмай – имтихан тапшырырға китеп барам. Уҡыу йортоноң гардеробында өҫ кейемемде ҡалдырып, тәғәйен аудитория ишеге янына килеп баҫтым. Төркөмдәге студенттар сират алған да инде – яҡын- тирәләге районда йәшәгәндәр Яңы йыл ҡаршыларға ауылдарына ҡайтырға ашыға. Миңә ҡабаланаһы түгел – беҙ йәшәгән төбәк баш ҡаланан йәһәннәмдә урын­лашҡан: ни автобус, ни поезд йөрөмәй. Шуға ла сиратҡа иң һуңғыһы булып баҫ­тым, әҙ-мәҙ ҡабатлап, уҡып та алырмын.
Беренсе имтиханды “яҡшы” билдәһенә тапшырып, түбәм күккә тейерҙәй булып гардеробҡа йүнәлдем. Хәҙер тыныс күңел менән байрамды ҡаршылаһам да була, ҡалған имтихандар Яңы йылдан һуң ғына буласаҡ. Бәй, әллә мин генә ҡалғанмын инде, гардеробта дежур иткән егеттәр, ҡыҙҙар юҡ. Иҙән йыуған апай:
– Үҙең генә инеп ал кейемдәреңде, дежурныйҙар китте, – тине.
Минең пальто ғына етемһерәп бер үҙе эленеп тора, ә бүрек юҡ! Ары йүгерҙем, бире йүгерҙем – бер кем дә белмәй, бер кем дә күрмәгән булып сыҡты! Бына һиңә мә! Муйыныма һалған шарфты башыма ябынып дөйөм ятаҡҡа ҡайтып еттем. Ҡайҙа инде байрам кәйефе! Арлы-бирле тамаҡ ялғап, ятып йоҡланым.Төшөмә әсәйем менән атайым кереп йөҙәтте. “Һин ни эшләп бүрегеңде юғалттың, мин бит уны һыу буйы сират тороп, эш хаҡымдың сирек өлөшөн түләп алдым”, – тип мине әрләйҙәр, имеш.
Яңы йылдың беренсе көнө – ял. Сират­тағы имтиханға әҙерләнеп, был көндө лә көс-хәл менән үткәреп ебәрҙем.
Элек бит хәҙерге кеүек ун көнлөк ял юҡ ине. Яңы йылдың икенсе көнөндә үк уҡыу йортоноң ишеге асыҡ, студенттар геү килә, етмәһә, ситтән тороп уҡығандар килеп тулған. Шуны ла әйтергә кәрәк: әлеге студенттар беҙгә ҡарағанда күпкә еңелерәк уҡый – Интернеттан мәғлүмәт алып “копировать”ҡа баҫып, флешкаға күсереп, принтерҙан сығарып алыуҙар ҡай­ҙа ул, китапханала бер өйөм кәрәкле әҙәбиәтте алып, уҡып, биттәрен эҙләп, ҡул бармаҡтары ҡатып бөткәнсе дәфтәр битенә күсереп яҙыу...
Уҡыу залы шығырым тулы. Бер буш урын ҡалмаған, китаптарымды күтәреп эскәрәк йүнәлдем. Ана, алдараҡ буш парта күренә, йәһәт кенә барып ултырҙым да китап эсенә сумдым. Ни тиһәң дә, иртәгә икенсе имтихан! Янымдағы буш урынға бер ҡыҙ килеп ултырҙы, ситтән тороп уҡығанға оҡшаған, беҙҙең кеүек бала-саға түгеллеге йөҙөнә сыҡҡан.
– Минең әйберҙәрҙе ҡарап тороғоҙ әле, тиҙ генә китаптарымды алып киләм, – тип баш кейемен, пакетын парта өҫтөнә һалып китеп барҙы был.
Шул саҡ күҙ тегенең бүрегенә төштө бит. Йә, Хоҙай, был бит минең бүрек! Ҡу­лы­ма алып, ҡолаҡсыны аҫтындағы әсәйем тегеп ҡуйған билдәне ҡарайым – ул! Йөрәк йышыраҡ тибә башланы, биттәр алһыу­ланды. Шул ваҡыт:
– Бүрегемде урынына ҡуйығыҙ әле! – тигән бойороҡ яңғыраны.
Мин нимә әйтергә белмәй:
– Үҙемдең бүреккә һуңғы тапҡыр ҡарарға ярамаймы ни? – тим.
Шунан китте талаш-тартыш. Уҡыу за­лын­дағы студенттар беҙҙе, сығып иреше­геҙ, тип ҡыуа башланы.
Коридорға сыҡһаҡ, бер бүлмәлә йәшә­гән әхирәтем килеп сыҡты, ни тиһәң дә, прокурор ҡыҙы бит.
– Әйҙәгеҙ милиция саҡыртайыҡ, улар бөтәһен дә асыҡлар, – тине.
Беҙ вахталағы дежур телефонға йүнәлдек. Телефон тотҡаһына үрелгәндә, ҡараҡтан елдәр иҫкәйне инде...
Бүректе кейеп тышҡа атланым. Яңы йыл ҡарҙары, минең менән бергә шат­ланғандай, баш осомда өйөрөлдөләр... Ғүмеремдәге иң үҙенсәлекле бүләк булғандыр, моғайын, был бүрек.


Автор: Минира БИКӘНӘСОВА. Район: Ауырғазы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә