Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Халыҡ күңелендә ҡалған моң
Халыҡ күңелендә ҡалған моң Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулла (1831—1895) — үҙе тере сағында уҡ халҡының, заманының бөйөк улы булып танылған данлыҡлы шәхестәрҙең береһе. Ул мәғрифәткә өндәгән дәртле бер сәсән-шағир булып йәшәне, шәхсиәте менән дә, поэтик ижады менән дә халыҡҡа хеҙмәт итеүҙең гүзәл өлгөләрен күрһәтте. Дөйөм уяныу, башҡорт халҡының милләт булып формалашыу дәүерендә әҙәбиәткә килеп, ул исемдәре легендаға әйләнгән атаҡлы йырау һәм сәсәндәрҙең, башҡорт ауыҙ-тел ижадының быуаттар төпкөлөнән килгән гүзәл традицияларын яңы шарттарҙа дауам иттерҙе, яҡтылыҡты, ғәҙеллекте, әхлаҡи камиллыҡты, батырлыҡты данланы.

Аҡмулла шиғриәте — үҙе бер донъя. Бай һәм ҡатмарлы, ҡабатланмаҫ донъя. Унда заманаһының моң-һағышы ла, аһ-зар аша яңғырар ҡыуаныс ауаздары ла, уй-хыялдары һәм ынтылыштары ла ифрат асыҡ сағылды. Халыҡ яҙмышын, халыҡ киләсәген хәл итер көсөргәнешле ваҡиғалар эсендә ҡайнап йәшәгән шағир заманының ижтимағи үҫешен билдәләрлек мөһим проблемаларҙы күтәрҙе, уларҙы халыҡ мәнфәғәтенә ярашлы хәл итергә ынтылды.
Аҡмулла үҙ дәүеренең ысын мәғәнәһендә новатор шағиры булды. Уның мәғрифәтселек эшмәкәрлеге әҙәбиәтте урта быуат схоластикаһынан арындырып, донъяуи ерлеккә ҡайтарыуҙа, халыҡ араһында мәғрифәт, яңырыу идеяларын пропагандалауҙа, әҙәбиәтте һәм уның телен демократлаштырыуҙа ғәйәт ҙур роль уйнаны. Һәр строфаһы үҙе бер мәҡәл булырлыҡ шиғри гәүһәрҙәре менән, Көнсығыш классикаһының, халыҡ ижадының гүзәл традицияларынан һутланып үҫкән шиғриәте менән әҙәбиәтебеҙ тарихында иң күренекле урындарҙың береһен алып торорлоҡ поэтик һәйкәл ҡалдырҙы.
Аҡмулла бар булмышы менән халыҡ шағиры булды. Йылдар үткән һайын, мәшһүр шағирҙы тыуҙырған дәүерҙән алыҫлаша барған һайын һынының мөһабәтлеге, ул сәсеп ҡалдырған шиғри ынйыларҙың күркәмлеге тағы ла сағыуыраҡ күренә. Уның поэтик ижады бөгөн дә, ҡабатланмаҫ бер моң булып, халыҡ күңелендә йәшәй, йәш быуынды дөйөм кешелеклелек, гуманизм рухында тәрбиәләүҙә, кешеләрҙә әҙәплелек, сабырлыҡ, кеселеклелек, яҡшылыҡҡа, матурлыҡҡа ынтылыш, эстетик зауыҡ күндереүҙә әүҙем ҡатнаша.
Бөйөк таланттарға хас булғанса, Аҡмулла үҙ халҡының ғына милли даирәһе менән сикләнеп ҡала алманы. Ул күтәргән проблемалар, ул үткәргән идеялар төрки телле бик күп ҡәрҙәш халыҡтар өсөн дә уртаҡ ине. Тәбиғиҙер, Аҡмулла моңо, Аҡмулла зары улар күңеленә лә хуш килде. Шуға ла уның Мәжит Ғафури, Шәйехзада Бабич кеүек күренекле башҡорт әҙиптәренә генә түгел, татарҙың бөйөк шағиры Ғабдулла Туҡайға, ҡаҙаҡтың бөйөк улы Абай Ҡонанбаевҡа ла йоғонто яһауын билдәләгән ғалимдар хаҡлы.
Шулай булһын! Моңло моңдашһыҙ булмаҫ. Моң йәшәһә, уның зарын зарларлыҡ Аҡмулла кеүек мәшһүр улдары булһа, халыҡ та йәшәр. Моңло һәм рухлы булып йәшәр.

Мифтахетдин АҠМУЛЛА

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!
Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.
Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,
Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!

Илтифат ит: уҡыуҙалыр шәрафәттәр,
Яһиллыҡтан килә ятыр ҙур афәттәр.
Уҡығандар күктә осор, һыуҙа йөҙөр,
Юҡтыр унда әүлиәлек, кәрамәттәр.

Уҡығанға был донъяла жәләл булыр,
Харам тигән күп шәйҙәр хәләл булыр.
Ырыҫ, дәүләт шишмәһен асам тиһәң,
Ғилем-һөнәр берҙән-бер әмәл булыр.

Алтыға берҙе ҡушып, һан ун булмай,
Сәғәтте алға бороп, төн көн булмай.
Белемлелек — арыҫландай көслө батыр,
Шуға атланмай, һинең төшөң һис өн булмай.

Нәсихәттәр

Иң әүүәл кәрәк нәмә — иман, тигән,
Әхирәт эштәренә инан, тигән.
«Хоҙай, кисер!» — тигән менән эш бөтмәйҙер,
«Иман шарты»н өйрәнмәһә — Иван, тигән.

Икенсе ҡиммәт нәмә — күңел, тигән,
Күңеле боҙоҡ әҙәмдән төңөл, тигән.
Боҙоҡҡа ер өҫтөнән аҫты артыҡ,
Булмаһа күңел таҙа — күмел, тигән.

Өсөнсө ҡиммәт нәмә — аҡыл, тигән,
Аҡылһыҙҙа тәүфиҡ яғы таҡыр, тигән.
Аҙ эшкә асыуланып, динен боҙор,
Иманын көфөрлөккә һатыр, тигән.

Дүртенсе ҡиммәт нәмә — шөкөр, тигән,
Ниғмәткә шөкөрһөҙлөк — көфөр, тигән.
Ятҡан ерҙән: «Хоҙай, кисер», — тигән —хурлыҡ,
Сәбәп эҙләп, төҙ юл менән йүгер, тигән.

Бишенсе ҡиммәт нәмә — әҙәп, тигән,
Әҙәп тигән — мөхәббәткә сәбәп, тигән.
Көфөрлөк әҙәплелә тормағандай,
Әҙәпһеҙҙә иман тороу ғәжәп, тигән.

Алтынсы ҡиммәт нәмә — сабыр, тигән,
Сабыр кеше моратын табыр, тигән.
Һәр эштә сабырһыҙҙың төбө — хурлыҡ,
Сабырһыҙлыҡ башҡа бәлә һалыр, тигән.

Етенсе ҡиммәт нәмә — ихлас, тигән,
Ихласһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ, тигән.
Аҡыллылар ошо һүҙҙе белһә кәрәк:
Иман, аҡыл, әҙәп, ихлас — юлдаш, тигән.

Биографияһы
Мифтахетдин Камалетдин улы Камалетдинов Миәкә районының Туҡһанбай ауылында донъяға килә. Данлыҡлы Стәрлебаш мәҙрәсәһендә суфый шағир Шәмсетдин Зәкиҙән һабаҡ ала, күптәрҙе үҙенә ылыҡтырып торған Троицкиҙа Зәйнулла Рәсүлев мәҙрәсәһендә белем эстәй. Йәй көндәрендә ҡаҙаҡ балаларын уҡытып аҡса эшләй, ҡыш мәҙрәсәлә уҡый. Мәҙрәсәләрҙә дин ғилеме менән бер рәттән, үҙ алдына уҡып, фарсы, ғәрәп телдәре, Көнсығыш әҙәбиәте буйынса төплө белем ала.
Троицк мәҙрәсәһенән киткәс, Аҡмулла ҡаҙаҡтар араһында балалар уҡыта, башҡорт ауылдарында ла ошо эш менән шөғөлләнә. Балалар ниндәй телдә һөйләшһә, Аҡмулла шул телдә уҡытырға ынтыла, уларҙы хеҙмәткә өндәй.
1872 йылда Аҡмулла Ҡазанда була, унда татар халҡының бөйөк мәғрифәтселәре Ш. Мәржәни, Ҡ. Насыри менән таныша, шунан Петербургҡа ла барып сыға. 1894 йылда илсе сәсән Өфөгә килеп, шул замандың күренекле зыялылары М. Өмөтбаев, Р. Фәхретдинов һәм башҡалар менән таныша.
Мифтахетдин Аҡмулла, башҡорт халҡының батыры, сәсән-шағиры Салауаттан һуң беренсе булып, үҙ халҡына, башҡорттарым, тип мөрәжәғәт итә, эске ярһыу менән мәғрифәткә, ғилемгә саҡыра.
Үҙ халҡын мәҙәниәтле, мәғрифәтле итеп күрергә тырышыу, тормошта ошо идея менән янып йәшәү Мифтахетдин Аҡмулланы һәр ваҡыт тәрән фекерле шиғырҙар яҙырға илһамландырып, саҡырып тора.
Кешеләр менән аралашҡанда саф, аҡ күңелле булғаны, халыҡты мәғрифәткә өндәгәне, был изге эштәргә тулыһынса бирелгәне өсөн мөғәллим мулланы ҙурлап Аҡмулла тип йөрөтәләр...


Автор: Әхәт ВИЛДАНОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөлә контрактсыларҙы МХО-ға йәлеп итеү өсөн түләүҙәр раҫланды

Өфөлә контрактсыларҙы МХО-ға йәлеп итеү өсөн түләүҙәр раҫланды 25.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә контрактсыларҙы МХО-ға йәлеп итеү өсөн түләүҙәр раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә шағирә Факиһа Туғыҙбаева урамы барлыҡҡа килә

Өфөлә шағирә Факиһа Туғыҙбаева урамы барлыҡҡа килә 25.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә шағирә Факиһа Туғыҙбаева урамы барлыҡҡа килә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Социаль фонд бүлексәләрендә өҫтәмә ҡабул итеү көнө уҙғарыла

Башҡортостанда Социаль фонд бүлексәләрендә өҫтәмә ҡабул итеү көнө уҙғарыла 25.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Социаль фонд бүлексәләрендә өҫтәмә ҡабул итеү көнө уҙғарыла...

Тотош уҡырға 1

Республикала ишле ғаиләлә алтынсы бала тыуған

Республикала ишле ғаиләлә алтынсы бала тыуған 25.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаиләлә алтынсы бала тыуған...

Тотош уҡырға 1

Март аҙағында Башҡортостанда аномаль йылы һауа торошо көтөлә

Март аҙағында Башҡортостанда аномаль йылы һауа торошо көтөлә 24.03.2026 // Йәмғиәт

27 марттан 31-нә тиклем республикала көндәрҙең йылыныуы фаразлана....

Тотош уҡырға 0

Республикала йыл башынан 23 кеше спиртлы эсемлектәрҙән ағыуланып үлгән

Республикала йыл башынан 23 кеше спиртлы эсемлектәрҙән ағыуланып үлгән 24.03.2026 // Йәмғиәт

[isimage=thumb][/isimage]Республикала йыл башынан 23 кеше спиртлы эсемлектәрҙән ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан яугире отпускыһы ваҡытында ғаилә ҡорған

Башҡортостан яугире отпускыһы ваҡытында ғаилә ҡорған 24.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан яугире отпускыһы ваҡытында ғаилә ҡорған...

Тотош уҡырға 1

Ағиҙел ҡалаһы башлығы тыл эшсәнен тыуған көнө менән ҡотланы

Ағиҙел ҡалаһы башлығы тыл эшсәнен тыуған көнө менән ҡотланы 24.03.2026 // Йәмғиәт

Ағиҙел ҡалаһы башлығы тыл эшсәнен тыуған көнө менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 1

Дәүләт Думаһында өс йәшкә тиклемге балаларҙың әсәләренә ҡағылышлы закон проекты ҡарала

Дәүләт Думаһында өс йәшкә тиклемге балаларҙың әсәләренә ҡағылышлы закон проекты ҡарала 24.03.2026 // Йәмғиәт

Дәүләт Думаһында өс йәшкә тиклемге балаларҙың әсәләренә ҡағылышлы закон проекты ҡарала...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 86 меңдән ашыу кешенең һыу баҫыу зонаһына эләгеүе ихтимал

Башҡортостанда 86 меңдән ашыу кешенең һыу баҫыу зонаһына эләгеүе ихтимал 23.03.2026 // Йәмғиәт

Төбәктә республиканың ташҡынға ҡаршы комиссияһы эше ойошторолған....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда яҙғы шәмбе өмәләре көндәре билдәләнде

Башҡортостанда яҙғы шәмбе өмәләре көндәре билдәләнде 23.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда яҙғы шәмбе өмәләре көндәре билдәләнде...

Тотош уҡырға 2

«Салауат Юлаев» регуляр чемпионатты еңеү менән тамамланы

«Салауат Юлаев» регуляр чемпионатты еңеү менән тамамланы 23.03.2026 // Йәмғиәт

«Салауат Юлаев» регуляр чемпионатты еңеү менән тамамланы...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә