Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәнә самолет ҡоланы...
Йәнә самолет ҡоланы... Йәкшәмбе иртәһендә Ҡара диңгеҙ биләмәһендә Оборона министрлығының Ту-154 самолеты ҡолауы бар халыҡты тетрәндерҙе. Авиаһәләкәттә 92 кешенең ғүмере өҙөлдө.
Һәләкәткә осраған самолеттағы пассажирҙарҙың күпселеге (68 кеше) Рәсәй Ҡораллы Көстәренең А.В. Александров исемендәге йыр һәм бейеү ансамбле ағзалары ине. Улар Сүриәләге авиабазала хәрбиҙәрҙе Яңы йыл байрамы менән ҡотларға тейеш булған. Әле фажиғә урынында тикшереү эштәре бара, сәбәптәре асыҡлана. Тотороҡло һауа шарттары һаҡланһа, Ҡара диңгеҙгә ҡолаған самолеттың ҡалдыҡтарын бер аҙнала йыйып бөтөргә уйлайҙар.
Әйткәндәй, Оборона министрлығы самолетында Башҡортостан вәкиле лә булған. Максим Иванов Өфөлә тыуып үҫкән, Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған. Һуңынан Сыуаш дәүләт сәнғәт һәм мәҙәниәт институтында, Мәскәүҙә – ГИТИС-та белемен ка­мил­лаштырған. Һуңғы ваҡытта Рәсәй Ҡораллы Көстәренең йыр һәм бейеү ансамблендә эшләгән. Максим Ивановтың ҡатыны һәм бәләкәй ҡыҙы ҡалған. Улар Мәскәү өлкәһендә йәшәй.
Авиафажиғә сәбәпле донъяның төрлө мөйөштәренән ҡайғы уртаҡлашыу телеграммалары килә. Белоруссия президенты Александр Лукашенко Рәсәйгә теләктәшлек белдереү билдәһенән үҙ илендә лә матәм көнө иғлан итте. Ҡайғы уртаҡлашыу хаттары тиҫтәләгән сит ил башлығынан да алынған. Төркиәнең президенты Рәжәп Эрдоган һәм Израилдең премьер-министры Биньямин Нетаньяху, Владимир Путин менән телефон аша бәйләнешкә инеп, был ауыр минуттарҙа Рәсәй халҡы менән бергә булыуҙары тураһында белдерҙе. Ҡайғы уртаҡлашыуҙар сәнғәт донъяһынан да бар. Италия йырсыһы Тото Кутуньо фажиғә айҡанлы тетрәнеү кисереүен йәшермәй. 2013 йылда ул Александров хоры менән Сан-Ремолағы фестивалдә бергә сығыш яһаған икән.

Константин ТОЛКАЧЕВ, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе:
– Ял көндәре ҡайғылы хәбәр алып килде – Краснодар кра­йы­ның Сочи ҡалаһы эргәһендә Ту-154 самолеты һәләкәткә осраны, тиҫтәләгән кешенең ғүмере өҙөлдө. Лайыҡлы ватан­даштарыбыҙ, үҙ эштәрен намыҫ һәм профессионализм менән башҡарған шәхестәребеҙ һәләк булды. Мәрхүмдәрҙең туған­дарының, яҡындарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлашам. Ҡыҙ­ға­нысҡа ҡаршы, фажиғә кемдәрҙер өсөн (уларҙы хатта кеше­ләр тип әйтергә тел дә әйләнмәй) сираттағы бер “байрам”ға әүерелде. Хәсрәтле мәлебеҙҙә бындай ҡыланыштарҙы уларҙың психик кәмселектәре менән генә аңлатырға мөмкин. Иғтибар итмәйек. Кире осраҡта, был уларҙы шашындырасаҡ ҡына.
Филүс ҠАҘАҠБАЕВ, Башҡортостандың халыҡ артисы, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле директоры:
– Был аяныслы хәл – бөтә сәнғәт донъяһы өсөн оло юғал­тыу. Рәсәй Ҡораллы Көстәренең А.В. Александров исемендәге йыр һәм бейеү ансамбле менән ҙур сәхнәләрҙә йыш осраштыҡ. Дәүләт кимәлендәге бер концерт та уларҙың ҡатнашлығынан тыш үтмәне. Көслө коллектив ине. Бер сәх­нәләрҙә бейеп, бер даирәлә ҡайнап йәшәгән кешеләрҙе күҙ асып йомған арала юғалтыу – барыбыҙ өсөн дә ҙур тетрәнеү. Коллега­ларыбыҙҙың, мәрхүмдәрҙең туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Уларҙың ҡайғыһы – беҙҙең ҡайғы.
Ильяс ТУЛЫБАЕВ, музыкант:
– Фажиғә тураһында иртәнге сәғәт 10-да белеп ҡалдым, хеҙмәттәшем инстаграмға “Утро, которое не стало добрым... Трагедия на Чёрном море... Ту-154...” тип яҙған ине. Артабан эҙләнә башланым. Тәүҙә үк генерал-лейтенант Хәлиловтың исемен күргәс, шаңҡыным... Нисек инде, шундай бөйөк дирижёр, асыҡ күңелле кеше, һалдаттарҙы яратты, кәрәгенсә әрләп тә ала ине. Уның етәкселегендә беҙ Мәскәүҙәге Ҡыҙыл майҙанда хәрби парадта уйнаныҡ. Уға тиклем дүрт ай әҙерлек, “Спасская башня” музыкаль фестивале... Нисек? Ни өсөн? Ул бит беҙҙең оркестр менән ғорурланды, беҙгә ҡунаҡҡа ла килә торғайны. Ҡайһы саҡта репетицияларҙа ла ҡатнашты.
Әллә шаяртыумы тип телевизорҙы тоҡандырҙым. Яңылыҡтарҙан Александров исемендәге йыр һәм бейеү ансамбленең шул рейс менән осҡанын белдем... Йөрәк сәнсеп ҡуйҙы. Күптәре менән таныш, Мәскәүҙә хәрби оркестрҙа хеҙмәт иткәндә бер сәхнәлә йөрөнөк, аралаштыҡ, фести­валдәрҙә ҡатнаштыҡ. Барыһы ла профессионалдар. Барыһына ла йәшәргә лә йәшәргә ине... Ҡыҙғаныс... Ауыр юғалтыу.


Автор: А. ХУЖИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә