Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мәктәп яңыса эшләргә тейеш
Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында “Мәғарифта инновациялы тәжрибәләр” тигән республика фестивале үтте. Белем биреү усаҡтарында яңы үҙгәрештәр индереүҙе, заман технологияларын ҡулланыуҙы күҙ уңында тотҡан был сарала ҡатнашыусылар, республикалағы иң көслө 46 мәктәптең
эш тәжрибәһе менән танышып, күргәҙмәгә ҡуйылған яңы заманса уҡыу ҡорамалдары тураһында мәғлүмәт алды, уҡытыусылар төрлө йүнәлештәрҙә эшләгән студияларҙа үҙ эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, фекер алышты.

Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Сибай, Ағиҙел, Белорет, Ишембай, Мәләүез, Нефтекама, Туймазы, Күмертау, Межгорье ҡалаларынан һәм 23 райондан 365 мәғариф хеҙмәткәре ҡатнашты унда. Бигерәк тә башланғыс класс, башҡорт һәм рус, сит телдәр һәм информатика уҡытыусылары әүҙемлек күрһәтте, педагог-психолог, өҫтәмә белем биреү буйынса белгестәр, методистар, социаль педагогтар, логопед-уҡытыусыларҙың да эше иғтибарға лайыҡ.
– Был фестиваль икенсе тапҡыр ойошторола. Ситтән тороп үткәрелгән конкурстың беренсе өлөшөндә 175 белем биреү ойошмаһы ҡатнашты, шәхси һәм коллектив ижад емештәре лә булды. Шулар араһынан иң яҡшы тип табылғандар бөгөн үҙ эштәре, тәжрибәләре менән уртаҡлаша. Был фестивалдә, бер яҡтан, республикалағы бөтә мәктәптәр менән үҙ-ара бәйләнеш булдырыу, белем биреү йүнәлешендә ҡулланылған уңышлы ысулдар һәм иң тәжрибәле мәктәптәр билдәләнде, икенсе яҡтан, республика мәктәптәренең бер йыл эсендәге башҡарған эшенә йомғаҡ яһалды. Ошо рәүешле ойошторолған инновациялы майҙансыҡтар уҡытыу-тәрбиә эштәрендә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүгә булышлыҡ итә. Мәҫәлән, олимпиада, конкурс, БДИ һөҙөмтәләре буйынса инновациялы технологияларҙы ҡулланған мәктәптәрҙең күрһәткестәре юғары. Уларҙың Рәсәй буйынса топ-200, топ-500 иҫәбендә булыуын да билдәләргә була. Был йүнәлештә эшләргә теләгән мәктәптәр, балалар баҡсаларының һаны йылдан-йыл арта. Шуларҙың араһында иң әүҙемдәре: Стәрлетамаҡ ҡалаһы мәктәптәре, Өфөнөң 3-cө гимназияһы һәм 39-сы, 64-се, 159-сы мәктәптәре, Нефтекаманың 1-се лицейы һәм гимназияһы... Дөйөм алғанда һәр ҡаланың һәм райондың инновациялы алымдар менән эшләгән мәктәптәре һәм майҙансыҡтары бар, – тине Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты ректоры Рәмил Мәжитов.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының 2-се балалар баҡсаһы мөдире Дилбәр Алкина ла фестивалгә балалар баҡсаһында инновациялы технологияларҙы ҡулланыу буйынса үҙ эштәрен алып килгән.
– Беҙҙең электрон белем биреү ресурстары программаһы балалар баҡсаһында стандарт талаптарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Ҡыҙыҡлы алымдар ҡулланып, төрлө дәрестәр үткәрәбеҙ, башҡа балалар баҡсалары өсөн дә оҫталыҡ дәрестәре бирәбеҙ. Теләйбеҙме-юҡмы, заман менән бергә атларға тейешбеҙ. Бөгөн электрон ресурстарҙы (телевизор, ноутбук, интерактив таҡта, интерактив иҙән) ҡулланып, тәрбиә-белем биреү эшен алып барабыҙ. Ата-әсәләр менән берлектә төрлө уйындар үткәрәбеҙ, сөнки улар ҙа балаларының үҫеше менән ҡыҙыҡһынырға тейеш, – тине Дилбәр Мәжит ҡыҙы.
Сибай ҡалаһының “Айгөл” балалар баҡсаһының эше менән баҡса мөдире Эльвира Бирҙеғолова таныштырҙы. Ошо баҡсаның уҡытыусы-логопеды Валентина Вандина тел кәмселектәре, өндәрҙе һәм һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтеү өҫтөндә эш алып барғанда компьютер сараларын ҡулланыу буйынса эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Валентина Николаевнаның “Речь-цветик” тип аталған үҙ сайты бар, унда тәрбиә эше буйынса ҡулланылған бөтә мәғлүмәтте табырға мөмкин. Ҡаланың башҡа балалар баҡсалары ла был материалды үҙ эшендә ҡуллана ала. Сайт ярҙамында ул ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә эшләй, был иһә баланың дөйөм үҫешенә ыңғай йоғонто яһай.
Азат Ғәҙелшин күргәҙмәлә Basik компанияһының инновациялы ҡорамалдарын таныштырыу маҡсатында ҡатнаша. Ойошма балалар баҡсаһы өсөн тәғәйенләнгән интерактив өҫтәл, “Наураша” һанлы лабораторияһы, уҡыу йорттары өсөн һуңғы технологиялар буйынса эшләнгән лазерлы проектор, интерактив панель тураһында мәғлүмәт бирә. Интерактив өҫтәлдәрҙә балалар баҡсала­рында тәрбиәләнеүселәр дөйөм үҫешкә булышлыҡ иткән уйындар уйнай ала. Хәҙер интерактив таҡталарҙы интерактив панелдәр алмаштыра. Улар уҡыусыларҙы, ата-әсәләрҙе, килгән ҡунаҡ­тарҙы уҡыу йортоноң яңылыҡтары менән таныштыра, төрлө мәғлүмәт бирә. Уҡыу йорттары ошо ойошмаға заказ бирә.
Фестивалдең икенсе өлөшөндә студиялар төрлө йүнәлештә үҙ эшен күрһәтте. Был йүнәлештәр тәрбиә һәм белем биреүҙә ҡулланылған яңы йоғонтоло алымдар, төрлө предметтар буйынса инновациялы технологиялар ҡулланып уҡытыу, белем биреү буйынса системалы эш алып барыу кеүек өлкәләрҙе үҙ эсенә алды.
Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы етәксеһе Зәкиә Ғәбитова етәкселегендәге туған телдәрҙе өйрәнеү буйынса инновациялы тәжрибәләр йүнәлешендә Ишембай ҡалаһының З. Вәлиди исемендәге башҡорт гимназияһы, Күгәрсен районының Мораҡ башҡорт гимназияһы, Туймазы ҡалаһының 6-сы мәктәбе, Ағиҙел ҡалаһының 2-се мәктәбе уҡытыусылары шәхси сайттың әһәмиәте, “болот” технологияһы, тел дәрестәрендә кластер, сиквейн һәм инсерт алымдарын, электрон һүҙлектәрҙе ҡулланыуҙың әһәмиәте буйынса сығыш яһаны.
Фестивалдә иң уңышлы эштәр билдәләнде. Еңеүселәр араһында Нефтекама, Ағиҙел, Өфө, Бәләбәй, Сибай, Салауат ҡалалары, Миәкә, Мәсетле, Әбйәлил, Илеш, Бөрйән, Ишембай, Салауат, Туймазы, Хәйбулла, Күгәрсен, Белорет, Борай, Тәтешле, Әлшәй, Саҡмағош райондары белгестәренең эше иң яҡшыһы тип табылды. Диплом һәм иҫтәлекле бүләктәрҙе Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Рәмил Мәжитов тапшырҙы.
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев: “Йәмғиәттә инновациялы процесс бик тиҙ алға бара, шуға ла мәктәптең яңы мәғлүмәти заманға яраҡлашыуҙан башҡа сараһы юҡ”, – тигәйне. Ысынлап та, мәктәптәр бөгөн ошо йүнәлештә етди эшләргә, заман талаптарына яуап бирергә тейеш.


Автор: Розалия ЗАРИПОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә