Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Урал батыр” фильмы ҡасан төшөрөлөр?
“Урал батыр” фильмы ҡасан төшөрөлөр? 2014 йылда “Земля героев. Урал батыр” фильмы үҙәк телеканалдарҙың береһендә эфирға сыҡҡан мәлде бик яҡшы хәтерләйем. Никита Панфилов алып барған был документаль әҫәрҙең үҙенсәлеге шунда ине: ул боронғо ҡомартҡыны, уның төп геройын шул тиклем яратып эшләгән, әйтерһең, унда һәр кем үҙ туғаны хаҡында һөйләй. Олег Шишкин, Анна Овандо Уркису – авторҙары, Анастасия Шулинская, Антон Соболевский – режиссер­ҙары, Наталия Кузнецова баш режиссеры ине ул киноның.
Башҡортостан тамашасыһы тарафынан ғына түгел, ә Рәсәй, донъя документалистары, халыҡ ижадын өйрәнеүселәр яғынан да ғәжәйеп күренеш кеүек ҡабул ителде был фильм. “Урал батыр”ҙы экранға сығарған ижади төркөм шундай ерлекле, ғилми фильм төшөрөргә мөмкинлек тыуҙырған өсөн Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа, уның матбуғат хеҙмәте етәксеһе Ғәзиз Йосоповҡа рәхмәтен белдергәйне. Шуға күрә 17 декабрҙә Бөрөләге эш сәфәрендә республика Башлығы Рөстәм Зәки улының яңынан ошо темаға ҡағылышлы фекер әйтеүе һис яңылыҡ кеүек ҡабул ителмәне, киреһенсә, халыҡ ижадын, милли фольклорҙы, башҡорт рухиәтен пропагандалауҙың сираттағы бер аҙымы булды.
“Урал батыр”... Халҡыбыҙҙың боронғо ҡомартҡыһы. Кемдер уны башҡорттоң милли паспорты ла тип атаны. Икенселәр, Урал ғәләйһис-сәләм тип, төп геройҙы Пәйғәмбәргә тиңләне, ә эпостың үҙен башҡорт телендә яҙылған изге китаптарҙың береһе, тине. Өсөнсөләр Ер йөҙөндә тиңе булмаған рухи хазинаны донъя халыҡтары өсөн йәшәү ҡануниәте тип белдерҙе. Хәйер, төрлө фекерҙәр булыуына ҡарамаҫтан, уларҙың һәр береһенең нигеҙендә әҫәрҙең бөйөклөгөн дәлилләгән мөҡәддәс һүҙ ята.
Рәсәй киноһы йылы тамамланыр алдынан Бөрө ҡалаһында уҙған мәҙәниәт буйынса республика кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың: “Беҙҙең уйыбыҙса, киләһе йылда яңы фильмдар төшөрөү өсөн финанс ресурстары бүленәсәк. Башҡорт халыҡ эпосы “Урал батыр” мотивтары буйынса фильм төшөрөлөүен бик теләр инек. Беҙҙең кинематографистар был эште атҡарып сыға алыр тип уйлайым”, – тигән һүҙҙәре кино сәнғәте йәмәғәтселеген генә түгел, милли фильмдарға һыуһаған халыҡты ла дәртлән­дереп ебәрҙе.
Был хаҡта сәнғәт әһелдәре үҙҙәре ни уйлай икән? Ошо һорау менән уларға мөрәжәғәт иттек.
Булат Йосопов, режиссер:
– Бөгөнгө заман өсөн “Урал батыр” тураһында фильм төшөрөү идеяһы – бик тә тәбиғи күренеш. Сөнки күптәр был тема хаҡында фекер йөрөтә. Урал батыр – ул халыҡтың иң төп рухи, мәҙәни ҡомартҡыһы, һәм был әҫәрҙе кинематография теленә күсереү мотлаҡ кәрәк. Башҡортостан Башлығы быны яҡшы аңлай, шуға күрә лә кино төшөрөүселәргә юҡҡа ғына мөрәжәғәт итмәне. Минеңсә, ҡеүәтебеҙ бар. Яҡшы финанслау булһа, һәр яҡлап тәьмин ителһә, картинаны үҙебеҙҙең эске мөхит өсөн генә түгел, ә киң ҡатлам Рәсәй, донъя кино ҡараусыларына ла тәҡдим итерлек итеп эшләргә була. Был эш барышында ҡатнашһам, кемгәлер шул бурысты атҡарыуҙа файҙалы булһам, бик шат булыр инем. Теләһә ниндәй сүрәттә лә булышлыҡ, ижад итеүемә ҡыуаныр инем.
Азамат Тимерғазин, продюсер:
– Әллә ҡасандан бирле әйтелә килгән бик шәп идея был! Бары тик юғары кимәлдә тормошҡа ашырырға кәрәк. Әлбиттә, бер режиссерға тапшырырғамы, әллә төркөм менән атҡарырғамы – уныһы икенсе мәсьәлә, әммә был хаҡта ла уйларға кәрәк, сөнки “Урал батыр”ҙы төшөрөү ул еңел-елпе эш түгел. Рәсәй, донъя кимәлендәге белгестәрҙе лә саҡырып, республика ҡаҙнаһын ғына түгел, федераль кимәлдәге сығымдарҙы ла йәлеп итергә булалыр, моғайын. Донъя кинопрокаты кимәле хаҡында фекер йөрөтһәк һәм фильм­ды башҡаларға ла тәҡдим итеү тураһында уйлаһаҡ, ситтән дә кино белгестәрен саҡырыу зыян итмәҫ ине. ШОС һәм БРИКС илдәре тураһында һүҙ йөрөтәбеҙ икән, ул илдәрҙә лә был фильм мотлаҡ рәүештә күрһәтелерлек булһын. Уларҙың продюсерҙары менән хеҙмәттәшлек итеү һис насар булмаҫ, тигән уй бар.
“Урал батыр” донъя кимәленә сығарып, йөҙҙө ҡыҙартырлыҡ түгел, ә милли йөҙөбөҙҙө балҡытырлыҡ әҫәр булһын. Әгәр республика Башлығы был хаҡта ыңғай һүҙ әйтә икән, тимәк, донъя кино сәнғәте белгестәрен йәлеп итеп, бигерәк тә продюсерҙар менән эшмәкәрлекте киң йәйелдереп, ҙур кино төшөрөүҙе, башҡалар менән хеҙмәттәшлекте күҙ уңында тотоу мөһим.
Айнур Асҡаров, режиссер:
– Ҙур кино төшөрөү идеяһы республика етәкселегенән сығыуына шатмын. Был маҡсаттың тормошҡа ашырылыуын теләйем.
Зөһрә Бураҡаева, яҙыусы, сценарист:
– “Урал батыр” – бик ҡатмарлы, күп ҡатламлы әҫәр, изге ҡомартҡы. Рәсәй киноһы йылы булыуына ҡарамаҫтан, яҡуттар үҙҙәренең “Олонхо” кеүек бөйөк яҙмаһын кино сәнғәтенә күсерергә йөрьәт итмәне. Мәҙәниәт министрҙары Андрей Борисов кино сәнғәтен бик ҡеүәтләһә лә, уларҙа ошо өлкә үҫешһә лә, был темаға әле тотонмайҙар. Тәжрибә­ләре лә ҙур, беҙ уларҙың эшмәкәр­леген ситтән күҙәтеп торабыҙ.
Аҡса бүленде лә ҡабат-ҡабат төшөрҙөк түгел, ә ентекләп, әҙерлек менән килергә тейешбеҙ был эшкә. Эйе, беҙҙә көслө актер мәктәбе бар. Режиссерҙарыбыҙ ҙа бар. Ете-һигеҙ кеше атҡарып сыға алыр ине быны, әммә ҙур эшкә тотонор алдынан әҙерлек этабы кеүек, 15 минутлыҡ фильмдар төшөртөп ҡарарға ине уларҙан. Мәҫәлән, башҡорт эпос­тары һәм легендалары буйынса новеллалар йыйынтығы эшләргә була. Тәүге этапта шундай продюсер аҙымы булырға тейештер ул. Беренсенән, шулай бәләкәй генә тарихи фильмдар тупланыр ине. Икенсенән, кино ҡараусылар тауыш биреү юлы менән һайлап алырлыҡ эштәр тыуыр. Тамашасылар алдында ла имтихан тоторға тейештәр ҙә инде. Бәлки, “Урал батыр”ҙың бүлектәре буйынса ҡыҫҡа фильмдар төшөрөп күрһәтергә тейештер режиссерҙар. Нисек кенә булмаһын, улар башта һайлап алыу этабын үтергә тейеш. Рус драма театрында “Аҡбуҙат”ты сәхнәләш­терҙеләр, һәм был милли ерлектәге әҫәрҙе тап ошо милләттән режиссер эшләргә тейешлеген күрһәтте. Башҡалар аңлай алмай башҡа халыҡтың рухиәтен. Әллә ниндәй донъя кимәлендәге ҙур режиссерҙың да башҡорт эпосын аңлай алмауы ихтимал. Йәнә лә бер уйым – ашығырға ярамай, сөнки һәр башҡорт режиссерының хыялы – ул Салауат Юлаев, Урал батыр хаҡында фильм төшөрөү. Был шәхестәр буйынса кино сәнғәте әҫәре тураһындағы тәҡдимдәрҙе Рөстәм Зәки улы үҙе тыңлап сыҡһын ине. Флүзә Фархшатова, Айсыуаҡ Йомағолов кеүек рухлы, талантлы режиссерҙарыбыҙ Мәскәүҙә йөрөй. Тап улар ҡатнашырға тейеш был проектта.
Зәки Әлибаев, Башҡортостан Яҙыу­сылар союзы идараһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы:
– “Урал батыр” мифологик эпосы кино сәнғәтендә күптән яҡтыр­тылырға тейеш. Тик был ижади коллективта эпосты һәйбәт белгән профессионалдар ҡатнашыуы мотлаҡ. Баш­ҡорт халҡының ым-ишараһын, холоҡ-фиғелен яҡшы белгән төрлө һөнәр эйәләренең консультант булараҡ кәңәш ҡоро булдырыуын да күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай.
Бына шулайыраҡ фекер йөрөтә беҙҙең замандаштарыбыҙ. Уларҙан төрлө, әммә эшлекле тәҡдимдәр булыуы мөһим. Шуныһы көн кеүек асыҡ – боронғо ҡомартҡыны төшөрөп, донъя кимәленә сығарыр ҡеүә­тебеҙ бар. Фольклорсылар, тел белгестәре, милли менталитетты өйрәнгән белгестәр ҡатнашлығында башҡарылырға тейештер был эш. Нисек кенә булмаһын, республика Башлығының ниәтен Күктәр ҙә, ата-бабаларыбыҙ рухы ла хуплаһын. Амин!


Автор: Лариса АБДУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә