Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ирҙең көсө – ил менән
Ирҙең көсө – ил менән
Сәнғәт донъяһына килеп ингән осором Башҡортостанды Миҙхәт Закир улы Шакиров етәкләгән дәүергә тура килде. Был тура килеү, моғайын, минең генә бәхетем булмағандыр. Фәҡәт ошо осорҙа Башҡортостан төрлө йәһәттән үҫте, шул иҫәптән әҙәбиәт менән сәнғәт тә. Сәнғәттең үҫеше һәр ваҡыт илдең иҡтисадына ныҡ бәйле. Күптәр был хәлде киреһенсә лә раҫлай, әҙәбиәт менән сәнғәт хеҙмәткә яҡшы мөнәсәбәт тыуҙыра, шуға ла ил күтәрелә, тиҙәр. Бәлки, улар хаҡлылыр ҙа, әммә шуныһын яҡшы беләм: етәксенең мәҙәни аңы юҡ икән, әҙәбиәт тә, сәнғәт тә күтәрелә алмай. Был йәһәттән Миҙхәт Шакировтың Башҡортостанға етәкселек иткән дәүерен үҫеш, тип әйтер инем.
“Ҡайҙан килде икән уға мәҙәни аң?” тигән һорау тыуа. Ул бит белеме буйынса техник һәм шул йүнәлештә хеҙмәт итеп, ҙур вазифаға күтәрелгән кеше. Миңә ҡалһа, ғалим атаһы тарафынан шундай ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫеүенәндер. Үҙенең ҡул аҫтында эшләгәндәрҙән дә ошоно талап иткәндер. Ул театрға йыш йөрөнө. Уға эйәреп, бар етәкселәр ҙә килеп тулыр булды. Хатта беҙҙең коллектив Мәскәүҙә отчет гастролдәрен япҡан саҡта ла килеп етер ине. Ә күпме мәҙәниәт һарайҙары төҙөлдө уның дәүерендә. Рус академия театрының яңы бинаһы һалынды, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры үҙгәртеп ҡоролдо. Рус театрының иҫке бинаһы төҙөкләндерелеп, филармония эшләнде. Шул ваҡыттағы филармония директоры Хөснийәровтың һөйләгәне әле лә хәтеремдә:
– Бер ваҡыт Шакиров мине саҡыртты. Бар­ҙым. “Нефтселәргә мәҙәниәт һарайы төҙөйбөҙ, ундай биналарҙың нескәлек­тәрен насар беләм, ә һин яҡшы аңлайһың. Проектты ҡарап сыҡ, бирерҙәр. Төҙөлөш башланғас, шунда төҙөүселәр араһында буталып, ҡарап йөрө, әгәр нимәнелер яңылыш эшләйҙәр, йә булмаһа проектты боҙалар икән, миңә хәбәр ит. Бына һиңә тура телефоным. Әммә төҙөүселәргә бер һүҙ ҙә әйтмә, мин аҙна һайын унда оперативка үткәрәсәкмен, үҙем төҙәттерермен”, – тине Шакиров. Бына шулай эшләнек беҙ нефтселәрҙең мәҙәниәт һарайын, тигәйне Хөснийәров.
Эйе, Миҙхәт Шакиров кадрҙар менән эш итеүгә, уларҙы һайлап алып үҫтереүгә ҙур иғтибар бирҙе, хатта мәҙәниәт өлкәһендә лә. Был йәһәттән булған бер хәлде хәтерләйем, шунда ҡатнашҡан бер чиновник һөйләгәйне.
Эштән ҡайтып, Шакиров телевизор ҡарарға булған. Ҡабыҙһа, Мәскәүҙән концерт бара икән. Алып барыусы Татарс­тандың йәш артисы Ринат Ибраһимов йырлай тигәс, Шакиров концертты ҡарап бөткән, әммә унда Башҡортостан артис­тарын күрмәгән. Эсе бошоп киткән, күрәһең, иртәгәһенә мәҙәниәт бүлектәрен етәкләгән барлыҡ түрәләрҙе саҡыртҡан.
– Кисә телевизорҙан Мәскәүҙән тап­шырылған концертты ҡаранығыҙмы?
Тауыш юҡ.
– Мин ҡараным, унда Татарстан артисы йырланы, ә беҙҙән – юҡ.
– Нимә, Башҡортостанда таланттар юҡ­мы ни? Бар, тик һеҙ уларҙы күрмәй­һегеҙ, ә табыр өсөн эҙләргә кәрәк, тимәк, хөрт эшләйһегеҙ. Барығыҙ, тотоноғоҙ, юҡһа мин үҙем эшләй башлармын. Беле­геҙ, мәҙәниәтте шәхестәр хәл итә, – тип тегеләрҙе әрләп сығарған.
Чиновниктар эшкә тотоноп, Радик Гәрәев тигән көслө йырсы егетте тәҡдим итеп, Мәскәү кимәленә үрләткәндәр. Әлбиттә, был сығымдар ҙа талап иткәндер, уныһы инде икенсе мәсьәлә.
Шакиров үҙе тәғәйенләгән райондың беренсе секретарҙарын ҡурсалау ғына түгел, уларға төрлө ысул менән һабаҡ та биргән. Бер партала ултырған дуҫым Милләт Ташбулат улы Хәкимовты ла йәп-йәш кенә көйө Әбйәлил районына беренсе секретарь итеп ҡуйҙы. Шакиров үҙе ике тапҡыр Әбйәлил районынан Башҡортос­тандың Юғары советына депутат итеп һайланды. Ҡайһы райондан депутат булыуҙы ла үҙе һайлар ине. Баҡтиһәң, баш инженер сағында газ торбаһын үткәргән саҡта Әбйәлилдә йәшәгән икән. Ундағы хәлде яҡшы белгән, күрәһең, һәм районды күтәреү өсөн депутат булғандыр. Шуға күрә лә ул беҙҙең районға йыш килә торғайны.
Мин дә тыуған яҡҡа йыш ҡайтам: Ас­ҡарға барып етеүгә, күрәм, урамдарҙы һеперәләр, бордюрҙарҙы ағарталар. Ауылға ҡайтышлай инеп дуҫым Милләттең дә хәлен беләм. Ул: “Ваҡыт юҡ, әй, Шакиров килә, шуға әҙерләнәбеҙ!” – ти, борсолоп. Ауылға ҡайтып китәм дә өс көндән һуң Өфөгә китешләй дуҫымдың хәлен белергә тағы инәм. Был шулай бер нисә тапҡыр ҡабатланды. Шакиров киткәс, бер ингәнемдә дуҫым йөрәген тотоп ултыра.
– Нимә булды? – тип һорайым.
– Шакиров кисә кәрәкте биреп китте, – ти был. – Нимә генә булыр инде…
– Ни булды һуң?
– Ул йөрөр ерҙәрҙең барыһын да тәртипкә килтергәйнек бит инде, әммә бөтәһе лә арҡыры килеп тик торҙо. Төшкө ашты “Красная Башкирия” совхозында ашарға тейеш ине. Райпо рәйесе ашауҙы ярты сәғәткә тотҡарланы, Шакиров асыу­ланып уны эштән ҡыуырға ҡушты. Етмәһә, совхоз директоры бер шешә коньяк килтереп ҡуйҙы.
– Бында алкоголиктар бар тип уйлайһыңмы, тип уны ла әрләп ташланы. Шунан Асҡар аша “Урал” совхозына киттек, совхозға орден тапшырырға тейеш ине. Алғы машинала ул бара, артынан КГБ-ныҡылар, унан мин, арттан башҡалар. Бара торғас, туҡтаны был. Баҫыуҙа торған комбайндарҙы күргән икән. “Нишләп тора был комбайндар, әйҙә, барып ҡарайыҡ әле”. Барһаҡ, өс комбайнды өсмөйөш итеп ҡуйғандар ҙа уртаһында комбайнерҙар араҡы эсеп ултыра. Шакиров тағы ҡыҙып китте. Колхоздың парторгын да, рәйесен дә эштән ҡыуырға ҡушты.
Ары киттек. Юл эргәһендәге бер бәләкәй генә ауылды үтеп бара инек, тағы туҡтаны.
– Был ауылда клуб бармы?
– Бар, – тигән булдыҡ.
– Күрһәтегеҙ.
Киттек. Ауылдың уртаһында бәләкәй генә бер йортта “агитпункт” бар ине, шунда алып барҙыҡ. Барһаҡ, тәҙрәләре ватыҡ, Шакиров ишекте асып ебәргәйне (ул бикһеҙ икән) – эсе тулы кәзә-һарыҡ.
Тағы ҡыҙып китте Шакиров.
– Кем бында парторг, кем колхоз рәйесе? Икеһен дә эштән ҡыу!
Таяҡтың йыуан башы, әлбиттә, миңә төштө. Берәү уның һүҙҙәрен яҙып бара ине, шуға боролдо ла: “Бөтә клубтарҙы ла тикшерергә, унда кәзәләр түгел, кешеләр булырға тейеш, яҙып ҡуй!” – тине.
Бер ҡайтҡанымда беҙҙең ауылдың да клубын ремонтлайҙар ине. Күрәһең, тикшереп сыҡҡандарҙыр инде. Ары киттек. Юл шәп итеп тигеҙләнгән, ситтәре сабыл­ған. Совхозға барып еттек тигәндә, Шакировтың машинаһы юлдан боролоп төштө лә кәртә арттарынан китмәһенме. Ә унда тиҙәк, бысраҡ, батҡаҡ. Машинаһы барҙы-барҙы ла батты. Артынан килгән беҙ ҙә. Ултырабыҙ машина эсендә. Шоферы сығып багажниктан резина итеген алып бирҙе (итек йөрөтә икән). Шуны кейҙе лә бер ни өндәшмәй йәйәү китте. Беҙҙең итектәр юҡ, артынан бата-сума туфлиҙа атланыҡ.
Клубҡа халыҡ йыйылғайны, тантана тамамланғас, совхоз директоры сәй эсергә саҡырҙы. Бер бүлмәгә алып инделәр. Ә унда өҫтәлдәр һығылып тора, нимә генә юҡ. Шакиров өҫтәлдәрҙе ҡарап, урап сыҡты ла: “Молодец, кем тырыштырҙы быны?” – тип һораны.
– Беҙҙең профсоюз, – тигән булды директор ҡәнәғәт йөҙ менән.
– Барыһын да шул профсоюз елкәһенә һалырға, – тине лә Шакиров сыҡты ла китте. Беҙ артынан эйәрҙек, һыйҙан һығы­лып торған өҫтәл эргәһендә совхоз етәк­селәре ҡатып тороп ҡалды. Урамға сыҡҡас, миңә бик ҡаты эләкте. Унан Шакиров машинаһына ултырҙы ла Баймаҡ райо­нына китте.
– Уны ҡаршы алырға бөтөнөһөн дә әҙерләнек бит инде, етешһеҙлектәрҙе ҡайҙан белде икән ул, аптырайым?
– Ул килер алдынан мин ҡайтам бит, – тип дуҫымды шаяртырға булдым. Күҙҙәре аҡайып китте, миңә аптырап ҡарап тора.
– Шаяртам, – тип дуҫымды саҡ тынысландырҙым. Шул саҡ телефоны шылтыраны. Ул трубкаһын алды ла, шаулама, тигәндәй ишараланы. Шакировтың шылтыратыуын мин шунда уҡ аңланым. Трубканы һалғас, “Нимә ти?” тип һорайым дуҫымдан.
– Әҙерәк тынысланған. Һиңә ҡаты эләкте, әммә был һабаҡ булһын, унда үҙең ҡарап хәл ит, тине.
– Бына бит, ул йәш етәксеһен өйрәтеп китергә уйлаған, – тип дуҫымды тыныс­ландырып, хушлашып, Өфөгә киттем.
Етәксе һәр ваҡыт киләсәкте уйларға, йәш быуынға мәҙәни аң биреп, уларҙы үҫтереп эшләргә тейеш! Миҙхәт Закир улы Шакиров ана шундай етәксе булып ҡалды беҙҙең хәтерҙә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола

Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола 07.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола...

Тотош уҡырға 32

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар...

Тотош уҡырға 24

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр...

Тотош уҡырға 21

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй 07.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй...

Тотош уҡырға 30

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә 07.05.2025 // Йәмғиәт

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә...

Тотош уҡырға 26

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша 06.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша...

Тотош уҡырға 35

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана 06.05.2025 // Йәмғиәт

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана...

Тотош уҡырға 26

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды 06.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды...

Тотош уҡырға 43

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла 06.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла...

Тотош уҡырға 28

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә 06.05.2025 // Йәмғиәт

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте 06.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте...

Тотош уҡырға 32