Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хатаны танымау – икеләтә хата
Хатаны танымау – икеләтә хата
Хатаны танымау – икеләтә хата
Хатаны танымау – икеләтә хата
Хатаны танымау – икеләтә хата
Хатаны танымау – икеләтә хата
Баш ҡала урамдары буйлап йөрөгәндә бер хатаһыҙ матур итеп башҡортса яҙылған алтаҡталарҙы, баннерҙарҙы күрһәң, күңелгә ифрат рәхәт булып китә – телебеҙ өсөн ғәйәт ҙур кинәнес кисерәһең. Ни тиклем юғары һүҙҙәр булып яңғырамаһын, милли рухты күңелендә бәпләгән кешеләр өсөн әсә теленең камиллығы мөһим. Шуға күрә урамдағы хаталарҙың булмауы зарур: рухи-мәҙәни әһәмиәтенән тыш, был ғәмәл махсус ҡануниәт тарафынан да көйләнгән. Уға ярашлы, республикабыҙҙа урамдағы яҙыуҙар, алтаҡталар, йәмәғәт урындары атамалары ике дәүләт телендә булырға тейеш. Тик уларҙы яҙып ҡуйыу ғына аҙ, орфографик, стилистик, мәғәнәүи яҡтан да дөрөҫ булыуы шарт. Ә хаталар күп, ҡолаҡҡа ятмаған, күҙҙе тишеп барған мәғәнәһеҙ яҙыуҙар әленән-әле осрап тора...
Был мәсьәлә һәр ваҡыт баш ҡала хакимиәтенең күҙ уңында: Өфө ҡалаһының эстетик йөҙөн, бында көн иткән кешеләрҙең мәҙәни кимәлен, республикабыҙҙың милли үҙенсәлеген билдәләгән төшөнсә бит ул. Шуныһы ҡыуаныслы: “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” БР Законы Өфөлә теүәл үтәлә, башҡорт телендәге яҙыуҙарҙы баш ҡаланың һәр урамында осратырға мөмкин, ул ғына ла түгел, ниндәй ҡатмарлы тойолмаһын, грамоталы итеп, хатаһыҙ тәржемә ителгән учреждение алтаҡталары, төрлө предприятие-кибеттәрҙең атамалары, һәммә баннерҙар күҙҙе шатландыра, күңелде йылыта. Билдәле башҡорт шағирҙарының портреттары төшөрөлгән һәм шиғри юлдары яҙылған ҙур плакаттарҙың байтаҡ ваҡыт Өфөнөң төп магистралдәрен биҙәп тороуы ғына ла ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә! Ошо йәһәттән баш ҡалабыҙ республикабыҙҙың башҡа ҡала һәм райондарынан ғына түгел,
ә Рәсәйҙең башҡа милли төбәктәренән дә күпкә алда бара. Форсаттан файҙаланып, ҡаҙаныштар һәм көндәлек мәсьәләләр, уларҙы хәл итеү юлдары хаҡында Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Биктимер улы БАЯЗИТОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ, тәү ҡарамаҡҡа күренеп бармаған эш фронтының үҙенсәлектәрен барланыҡ.
– Ҡануниәткә ярашлы, ҡала урам­дарындағы, йәмәғәт, сауҙа урын­дарын­дағы яҙыуҙар, ойош­ма-учреж­дение­лар атамалары ике телдә – башҡортса һәм русса булырға тейеш. Ошо йүнәлеш буйынса статистика алып барыламы?
– Алтаҡталарҙы урынлаштырыу өсөн ойошма етәксеһе махсус таныҡлыҡ алырға тейеш. Иң тәүҙә Ҡала дизайны үҙәгенә документтарҙы, алтаҡтаның фотоэскизын тапшырырға кәрәк. Үҙәктең баш рәссамы уның художество биҙәлешен ҡарай, ә Өфө ҡалаһы хакимиәтендә “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” БР Законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссияның терминологик төркөмө ике дәүләт телендәге эскизды тикшерә. Һәр документты иҫәп журналына теркәп барабыҙ, терминологик төркөм ултырышынан һуң протокол менән нығытып ҡуябыҙ.
Мәҫәлән, быйыл биш меңдән ашыу ойошма, учреждение һәм предприятие алтаҡталар, эш ваҡыты, төрлө мәғлүмәт күрһәтелгән яҙмалар, рәсми бланк, мисәт, штамптар һәм башҡа визуаль биҙәлеш ғәмәлдәрен теүәлләп мөрәжәғәт итте, ә алтаҡталарға 2085 рөхсәт ҡағыҙы (таныҡлыҡ) бирелде.
– Ғөмүмән, Өфөлә ике дәүләт телен­дә яҙылған атамаларҙың һанын, улар­ҙың таралыу географияһын яҡынса билдәләргә мөмкинме? Мәҫәлән, ҡала­ның ҡайһы райондары тел тураһын­дағы ҡануниәтте әүҙемерәк үтәй – сағыштырып буламы?
– Баш ҡалабыҙҙа ике телдә яҙылған атамаларҙың дөйөм һанын билдәләп булмай, сөнки предприятие, ойошма һәм учреждениелар бик күп, улар йыш ҡына асылып-ябылып тора, яңылары барлыҡҡа килә.
Ҡаланың “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы Законды әүҙем үтәгән райондарын иһә билдәләп була. Мәҫәлән, беҙ ойошторған ҙур проекттарҙың береһе – “Хатаһыҙ ҡала” конкурсы ла был йәһәттән тейешле һығымта яһарға ярҙам итә.
Был конкурс ике йылға бер тапҡыр район, ҡала кимәлендә үтә. Уның маҡсаты – ҡала учреждениелары, ойошмалары һәм предприятиеларының эстетик һәм дөрөҫ биҙәлешле алтаҡталарын арттырыу, уларға тел терминологияһына ҡағылышлы һорауҙар буйынса методик һәм ғәмәли ярҙам күрһәтеү, тел сәйәсәте буйынса алып барылған эште әүҙемләштереү.
Район конкурсында Өфө ҡалаһында урынлашҡан ойошма, предприятиелар ҡатнаша.
Ҡала этабында иһә махсус комиссия, Өфөнөң бөтә хужалыҡтарын иҫәпкә алып, туғыҙ эш төркөмөнә бүленә, ошо йүнәлештә тикшереү алып бара. Эш төркөмө етәкселәре булып Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы Законды тормошҡа ашырыу буйынса комиссияның терминологик хеҙмәте ағзалары, шулай уҡ Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәрҙәре, Башҡорт дәүләт университеты, М. Аҡ­мулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты белгестәре ҡатнаша. Бәйге барышында жюри 300-ҙән ашыу предприятие, ойошма һәм учреждениеның эстетик йөҙөн ҡарап сыға.
Быйыл үткән “Хатаһыҙ ҡала” конкурсында Калинин районы хакимиәте еңеүсе тип табылды. Икенсе урында – Октябрь районы хакимиәте, өсөнсөлә – Киров райо­ны хакимиәте.
Шулай уҡ йыл ағымында “Башҡортос­тан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” Законды тормошҡа ашырыу буйынса ҡала комиссияһы ултырыштарында район тел комиссияларының эшен тикшерәбеҙ, контролдә тотабыҙ. Һәр ултырыш алдынан терминологик төркөм ағзалары район биләмәләрендәге предприятие һәм ойошмаларҙың визуаль биҙәлешен ҡарап, дөрөҫ яҙылмаған алтаҡталарҙы теркәп сыға һәм артабан район тел комиссияларына хаталарҙы төҙәтеү буйынса эш йөкмәтелә.
Шулай уҡ ҡала ойошмалары һәм предприятиеларының эстетик зауыҡҡа тап килгән һәм дөрөҫ биҙәлешле алтаҡталарын арттырыу маҡсатында “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы Законды тормошҡа ашырыу буйынса комиссия М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Башҡорт теле хеҙмәте” менән бергә “Йәштәр – хатаһыҙ ҡалаға” акцияһы уҙғара. Ике йылға бер тапҡыр апрель-май айында студенттар алтаҡ­талар, күрһәткестәр, урам аншлагтары, реклама, лозунгтарҙы тикшереп, ҡаланың тиҫтәләрсә урамын байҡап сыға һәм бында, әлбиттә, район тел комиссиялары эшен дә баһалау зарур.
– Хаталар мәсьәләһе буйынса әү­ҙем граждандар хакимиәткә мөрә­жәғәт итәме? Ғөмүмән, был эш буйынса ха­лыҡ менән туранан-тура бәйләнеш бармы? Әллә башҡорт йәмәғәтселеге был йәһәттән битарафмы?
– Баш ҡала граждандарын бигерәк тә хаталы алтаҡталар проблемаһы борсой, һәм күптәр был йәһәттән әүҙемлек күрһәтә. Улар Интернет селтәре, телефон йәки хат аша хаталы булған алтаҡталар хаҡында мәғлүмәт ебәрә, фотоматериалдар менән мөрәжәғәт итә. Әлбиттә, бер мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалмай, ә граждандарға ҡаланың хатаһыҙ һәм эстетик тышҡы биҙәлешенә иғтибарлы булған өсөн “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы Законды тормошҡа ашырыу буйынса комиссия исеменән рәхмәт белдерәбеҙ.
– Хаталы яҙыу элгән ойошма-кибет хужалары менән ниндәй юҫыҡта һөйлә­шеүҙәр алып бараһығыҙ? Һеҙҙең кәңәшкә ҡолаҡ һалалармы, тиҙ арала төҙәтәләрме?
– Бөгөн ҡалала хаталар өҫтөндә даими эш алып барыла. Өфө ҡалаһының район хакимиәттәрендә лә тел сәйәсәте буйынса комиссиялар, терминологик төркөмдәр эшләй. Ҡала комиссияһы район комиссия­лары менән берлектә хаталарҙы төҙәтеү буйынса бихисап эш алып бара. Шул уҡ ваҡытта, мәҫәлән, хаталар сауҙа өлкә­һендәге ойошмаға бәйле булһа, мәғлүмәт ҡала хакимиәтенең ошо йүнәлешле структура бүлектәренә ебәрелә.
Артабан район тел комиссияһы, ҡала хакимиәте вәкилдәре ойошма хужаһы менән осрашып, булған хата буйынса практик һәм методик ярҙам күрһәтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иҫкәрмәгә ҡолаҡ һалмағандар ҙа бар, әммә күп осраҡта ойошма етәкселәре хаталарға яуаплы ҡарай һәм тиҙ арала төҙәтергә тырыша.
Ҡала комиссияһы йыш ҡына төрлө акциялар уҙғарып тора. Шулай уҡ район хакимиәттәрендәге тел комиссиялары ла төрлө саралар үткәрә. “Хатаһыҙ ҡала”, “Йәштәр – хатаһыҙ ҡалаға”, “Иң грамоталы район”, “Хатаны тап!”, “Грамотей” – шулар иҫәбенән.
– Тәржемә мәсьәләһе киҫкен тип иҫәпләйһегеҙме? Ҡайһы бер шәхси реклама агентлыҡтары белһә-белмәһә лә башҡорт теленән тәржемә буйынса хеҙмәт күрһәтә – уларҙың эшен көйләү йәһәтенән хакимиәттең ниндәй хоҡуҡтары бар? Сифатлы тәржемә йәһәтенән кемдәрҙең эшен билдәләр инегеҙ?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп ваҡытта предприятие, учреждение етәкселәре алтаҡ­таларҙы тейешле ҡала хеҙмәттәрендә раҫламай, туранан-тура реклама агент­лыҡ­тарына мөрәжәғәт итә. Ә реклама ойошмаларында тел белгестәре юҡ. Улар, әлбиттә, алтаҡтаны тиҙләтеү маҡсатында күп вәғәҙә бирә. Башҡорт телендә генә түгел, хатта рус телендә яҙылған визуаль мәғлүмәттәрҙә лә хаталар осрап тора.
Бөгөн ҡалала төрлө ойошмалар тәржемә хеҙмәте күрһәтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәғзеләре эшенә бик үк яуаплы ҡарамай, грамоталы белгестәргә лә ҡытлыҡ, шуға тәржемә иткәндә хата ебәрәләр. Был йәһәттән ҡала хакимиәте һыналған һүҙ оҫталарының – Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының, “Башҡорт­остан”, “Киске Өфө” гәзиттәре редак­цияларының, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ белгестәренең хеҙмәтен тәҡдим итә.
– Әгәр тәржемә йәһәтенән туранан-тура хакимиәткә мөрәжәғәт итһәләр, ярҙам итер мөмкинлегегеҙ бармы? Әллә һеҙҙең эшмәкәрлек ҡануниәт үтәлешен контролдә тотоу органы булараҡ ҡына сикләнәме?
– Ҡала хакимиәтенең терминологик төркөмөнә Интернет селтәре, телефон йә хат аша даими мөрәжәғәт итәләр. Шуныһы, һорауҙар өфөләрҙән генә түгел, шулай уҡ республикабыҙҙың башҡа төбәктәренән дә килә. Һәр ваҡыт мөмкин булғанса ярҙам ҡулы һуҙырға тырышабыҙ, әгәр ҙә тәржемә ителәһе текст ҙур булһа, үрҙә телгә алынған ойошмаларҙы тәҡдим итәбеҙ.
– Ике телдә яҙыу мәсьәләһе, мәҫә­лән, күрше Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда нисек хәл ителә – был турала күрше төбәктәге хеҙмәттәштәрегеҙ менән аралашҡанығыҙ бармы? Йә иһә ике телдә яҙыуға бәйле Ҡазанға, Йошкар-Олаға йәки башҡа милли рес­публика­ларҙағы ҡалаларға барғандағы тәьҫораттарығыҙ ниндәй?
– Эйе, бүтән өлкәләрҙәге хеҙмәт­тәштәребеҙ менән тығыҙ бәйләнеш бул­дырғанбыҙ. Татарстан Республика­һында ла алтаҡталарҙы һәм башҡа күргәҙмә материалдарҙы ике дәүләт телендә яҙыу буйынса эш алып барыла. Ләкин уларҙағы “Татарстан Республикаһының дәүләт телдәре һәм башҡа телдәр тураһында”ғы Законға ярашлы, алтаҡта ике дәүләт телендә лә түгел, йә рус телендә, йә татар телендә генә яҙыла. Саха (Яҡут) Республикаһында, мәҫәлән, алтаҡталар бары тик рус телендә генә эшләнә. Был йәһәттән беҙҙең тәжрибә күпкә тос тип уйлайым. Хеҙмәттәштәр ҙә: “Һеҙҙән өйрәнәһе ғәмәлдәр бик күп” , – ти. Бер ҡаршылығыбыҙ ҙа юҡ – рәхим итһендәр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872