Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡыш булһа ла, ҡыяр өлгөргән…
Ҡыш булһа ла, ҡыяр өлгөргән…
Бөгөн магазин кәштәләрендә йәшелсә-емештең ниндәйе генә юҡ, уларҙың төрлөлөгөнән хатта күҙ ҡамаша. Сауҙа селтәрҙәренә уларҙы ҡайҙан ғына килтермәйҙәр: араларында сит илдә үҫтерелгәндәре лә, үҙебеҙҙең Башҡортостан ерлегендә һут алғандары ла бар. Ә баҙарҙағы муллыҡ тураһында әйтеп тораһы ла түгел, сауҙагәрҙәр үҙ тауарын маҡтап һата белә инде! Шулай ҙа күптәр тап үҙебеҙҙекенә өҫтөнлөк бирә, сөнки сифаты юғары, теләһә ниндәй химикаттар ҡулланылмай һәм, иң мөһиме, хаҡы әллә ни тешләшмәй.
Бүздәк районы халҡы ла үҙҙәрендә үҫтерелгәнде генә һатып алырға тырыша. Ҡулланыусыларҙы йыл әйләнә­һенә сифатлы, тәмле йәшелсә менән “Ф.Р. Хәбибрахманов” крәҫтиән (фермер) хужалығы тәьмин итә. 1993 йылдан үҫемлекселек менән ныҡлап шөғөлләнгән хужалыҡта, йәшелсәсе­лекте үҫтереү республика маҡсатлы программаһына ярашлы, 2012 йылда 12 мең гектарҙан ашыу майҙанда теплица хужалығы сафҡа инә.
Ул заманса голланд технологияһы буйынса төҙөлгән. Үҫемлектәрҙең үҫеше өсөн файҙалы күрһәткестәрҙең барыһы ла үҙәк идара пунктында билдәләнә. Ҡыяр аҙ күләмле технология буйынса үҫтерелә. Яҡтылыҡ менән өҫтәмә тәьмин итеү һөҙөм­тәһендә йыл әйләнәһенә бер квадрат метрлыҡ майҙандан 100-120 килограмм уңыш алына. Теплицала температура, дымлылыҡ, туҡландырыу шарттары ҡулай, тәбиғи ҡояш яҡты­һы­на тап килгән яһалма яҡтыртыу ҡу­лайламалары эшләй. Үҫемлектәрҙе тамсылап һуғарыу өсөн көн һайын 100 кубометрға тиклем һыу тотонола. Йәшеллектән бүленеп сыҡҡан быу иҫәбенә теплицала дымлылыҡ миҡ­дары ла талаптарға яуап бирә. Гидропоника технологияһы йәшелсәне тиҙ арала һәм күпләп үҫтерергә мөм­кинлек бирә. Бында тәүлегенә алты тоннаға тиклем уңыш алына. Алдынғы технологияларҙан тыш, предприятиела минераль туҡландырыуға һәм микро­климатҡа идара итеүҙең автомат­лаштырылған системалары менән тәьмин ителгән заманса технологик ҡорамалдар файҙаланыла.
Юғары производство-техник ҡеүәткә эйә хужалыҡтың заманса йыһазлан­дырылған йәшелсә һаҡлағысы, бына тигән техника паркы, оҫтаханаһы бар. Шуныһы һөйөнөслө: етәкселек ауыл хужалығы техникаһын яңыртыуға, яңы ҡоролмалар һатып алыуға аҡсаһын йәлләмәй.
Автоматлаштырылған комплексты 115 кеше хеҙмәтләндерә. Эшселәр өсөн уңайлы шарттар булдырылған, социаль яҡлауҙар ҡаралған. Хеҙмәт хаҡы юғары булғас һәм ваҡытында түләнгәс, эш һорап мөрәжәғәт итеү­селәр һаны арта ғына.
– Беҙҙә уңған, тырыш халыҡ эшләй. Йәштәрҙең булыуы, махсус белемле белгестәрҙең эшкә килеүе айырыуса ҡыуандыра, – ти теплица хужалығының баш агрономы Айрат Нәжметдинов.
Етәкселек алдынғы йәшелсәселәр Фиүзә Шәрипова, Татьяна Дашкованы, Эльвир Вәлитовты маҡтап, “әлбиттә, беҙҙә уңған хеҙмәткәрҙәр күберәк инде”, тип башҡаларҙы ла телгә алды.
Урамда ҡыш булһа ла, бында ҡыҙыу осор: ҡыяр, төрлө салаттар өлгөргән, бөгөн теплица хеҙмәткәрҙәре йәше­л-сәләрҙе йыйыу менән мәшғүл. Әле генә түтәлдән өҙөп алынған “демарраж”, “святогор” сортлы ҡыярға, башҡа салаттарға ихтыяж ҙур булғас, ҡайһы саҡ продукция етмәй ҙә ҡала. Бүздәк ерлегендә тәмләнгән йәшелсәләрҙе, Башҡортостан ҡала-райондарынан тыш, Пермь крайы, Силәбе өлкәһенән дә күмәртәләп килеп алалар.
Бүздәк теплица комплексы үҙ тауары менән Рәсәй, республика кимә­лендә ойошторолған төрлө күргәҙ­мәләрҙә, конкурстарҙа ихлас ҡатнашып ҡына ҡалмай, ә юғары баһаларға лайыҡ булған. Юҡҡа ғынамы хужа­лыҡҡа “Башҡортостан продукты” тигән билдә бирелмәгән. Тимәк, уларҙың продукцияһына ихтыяж бар, уларҙың хеҙмәте бушҡа түгел.
Етәкселек киләсәккә яҡты хыялдар менән йәшәй, йәшелсә культурала­рының майҙанын тағы ла арттырып, ҙур ауыл хужалығы предприятиеһы булдырырға иҫәп тота.


Автор: Самат ҒӘЛИН. Район: Бүздәк районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә