Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Шикте ваҡытында таратығыҙ
Өс балалы танышым, уңған, булдыҡлы ханым, күптән түгел тормошон тулыһынса үҙгәртергә, яратҡан эшен ташлап, үҙен уртансы улын тәрбиәләүгә бағышларға булды. Тәү ҡарамаҡҡа һау тойолған мап-матур малайға бынан бер нисә йыл элек ҡурҡыныс диагноз ҡуйғандар: ул аутизм менән сирләй, тимәк, үҫмер һәр ваҡыт күҙәтеү аҫтында булырға тейеш. Медицина хеҙмәткәре булараҡ, танышым улының диагнозы ни тиклем ҡатмарлы икәнен яҡшы аңлай, тормошон башкөллө үҙгәртеүе – оҙаҡ уйлап, һәр яҡтан үлсәп эшләнһә лә, кисектергеһеҙ аҙым.
Ә икенсе таныштар районда йәшәй. Уларҙың көтөп алған сабыйы, өс йәше тулып барыуға ҡарамаҫтан, һөйләшергә уйламай ҙа, бер үҙе мөйөштә ултырып шым ғына уйнарға ярата, бер кемде лә ишетергә теләмәй, иғтибар ҙа итмәй. Башта “балам тыныс” тип шатланһалар, үҫә бара йәштәрҙең күңелендә шик уянған – был күренеш һау бала өсөн хасмы? Аутизм ихтималлығы хаҡында һүҙ сыҡҡас, ата менән әсәнең ни тиклем тетрәнгәнен әйтеп тораһы түгел – һәр кемдең сәләмәт бала тәрбиәләгеһе килә. Әммә тормоштоң үҙ ҡанундары.
XX быуат аҙағында бар донъя кешелеккә СПИД һәм ВИЧ эпидемияһы янай тип хәүефләнһә, XXI быуатта онкология сирҙәре һәм аутизм кеүек алама ауырыуҙар йәмғиәттә саң ҡағырға мәжбүр итә. Был сирҙәрҙе еңеү өсөн дарыу уйлап табылмаһа ла, исемлектәге тәүге икәүһен туҡтатып тороу өсөн юлдар бар. ВИЧ менән, дөрөҫ дауа­ланғанда, бәғзеләр оҙаҡ йылдар ярайһы уҡ тулы тормош менән йәшәүе ихтимал, яман сирҙе лә, башланған осоронда туҡтатып өлгөрһә­ләр, оҙаҡҡа ауыҙлыҡлап була. Ә аутизм был ҡалыптарға һыймай, ул ғына түгел, кеше үҫеү менән бер рәттән, сир үҙен киләсәктә нисек һиҙҙертеүен дә күҙал­лауы ҡыйын. Баш мейе­һендәге үҙгәрештәр һөҙөм­тәһе булараҡ барлыҡҡа килгән нервы системаһы сире социаль яраҡлашыу, аралашыу, үҙ-ара бәйләнеш кеүек төшөнсәләрҙе тулыһынса йәки өлөшләтә инҡар итә. Аутизм диагнозлы баланың ҡыҙыҡһыныуҙары сикле була йәки бер үк эшмәкәрлекте ҡабат-ҡабат атҡара, психологик йәһәттән үҙ-үҙенә бикләнә. Ундай кеше өсөн йәмғиәт ҡанундары-ҡағиҙә­ләре юҡ, үҙ донъяһында йәшәй.
Бәғзе сирлеләр бер йүнә­лештә иҫ китмәле һәләтле булыуы ихтимал. Мәҫәлән, математиканан ҡатмарлы мәсьәләләр сискән баланың шул уҡ ваҡытта иң ябай йорт ҡағиҙәләрен дә үтәй алмауы бар.
Аутизмға дусар кешеләр йылдан-йыл арта бара, бел­гестәр фекеренсә, донъялағы һәр 68-се бала ошо синдром менән тыуа һәм йыл һайын уларҙың һаны 10 процентҡа күбәйә. Иң аяныслыһы – диагнозды сабый тыуыу менән ҡуйыу мөмкин түгел. Әсәнең ауырлы осоро яҡшы үткән, бала һап-һау килеш донъяға килгән – һәләтле, матур, аҡыллы бала үҫтерергә хыялланған ата-әсә өсөн тағы ни кәрәк? Аутизм­дың имәнес, аяуһыҙ сере тап ошонда: ҡайһы сабый донъяға ҡарата битараф булыр ҙа, иң ҡәҙимге хис-тойғо кисереүҙән мәхрүм ҡалыр?
Аутизм билдәләре, нигеҙҙә, өс йәшкә тиклем беленә. Баланың тышҡы ҡиәфәтенән сирле икәнлеген төҫмөрләп булмаһа ла, уның үҙ-үҙен тотошонан, тирә-йүндәге хәл­дәргә ҡарата мөнәсәбә­тенән һығымта яһайҙар. Балалар был йәштә аҙмы-күпме һөй­ләшә башлай, һөйләмдәр төҙөй һәм бер көн килеп булмышын битарафлыҡ биләй: яҡындары һәм башҡалар менән аралашҡанда бер ниндәй ҙә ҡыҙыҡһыныу белдермәй, үҙенә йомола. Сәғәттәр буйы карауатында ултырып, уйынсыҡтарын барлауы, уларҙы билдәле тәр­типтә йыйыуы ихтимал. Баш­ҡа балалар шар-шор килеп донъя туҙҙырғанда, сирле сабый бөтөнләй тиерлек уйнамай, бер кем менән дә аралашмай. Иң аяныслыһы шул: күпселек осраҡта аутизм менән сирләгән сабыйҙарҙың аҡыл кимәле артта ҡала, насар үҫешә. Был сиргә дусарҙарҙың яртыһының IQ кимәле 50-нән түбән, ә, дөйөм алғанда, барлыҡ аутистарҙың IQ кимәле 100-ҙән артмай.
Нисек кенә булмаһын, был сир – ғаилә өсөн оло һынау, ата-әсәнең тормошон тулы­һынса үҙгәртә торған диагноз. Заман ҡаҙаныштары бер урында тормай – аутизмдың эҙемтәләрен ыңғай яҡҡа үҙгәртә торған ысулдар бихисап, тик сирҙе ваҡытында дөрөҫ билдәләү һәм дауалау фарыз. Һүҙҙең аҙағында ата-әсәләргә ябай ғына кәңәш: яҡындарығыҙға иғтибарлы булығыҙ, балағыҙҙың хәл-торошон күҙ уңынан ысҡын­дырмағыҙ, шигегеҙ булһа, уны ваҡытында таратығыҙ.
Шикте ваҡытында таратығыҙ


Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә