“Көньяҡ Урал” дәүләт телерадиокомпанияһының Магнитогорск филиалы журналисы Гөлдәр Хафизова Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында “Рәхмәт” һүҙен бөгөн әйт!” тип аталған бик матур кисә ойошторҙо. Билдәле булыуынса, бынан 25 йыл элек Магнитогорск ҡалаһында Силәбе өлкәһендә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең яҙмышын, тормошон, булмышын, рухи ынтылыштарын сағылдырған, туған телдәрендә аралашырға мөмкинлек тыуҙырған “Йәнтөйәк” исемле тапшырыу барлыҡҡа килде. Уның алмаштырғыһыҙ алып барыусыһы һәм авторы Силәбе өлкәһен арҡыры-буй урап сыҡты, йөҙҙәрсә герой менән аралашты, сағыу тапшырыуҙар әҙерләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үткән йыл ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында Силәбе башҡорттарының ихтыяжын ҡәнәғәтләндергән тапшырыу ябылды.– Йылдар дауамында иҫ киткес геройҙар менән осраштыҡ, – ти журналист Гөлдәр Исмәғил ҡыҙы. – Һәр береһенең эшенә һәйкәл ҡойорлоҡ, әммә уларға хатта рәхмәт әйтеүсе лә табылмай. Шағир әйтмешләй, “Үҙ илеңдә башҡорт булыу ауыр түгел, ә һин ситтә башҡорт булып ҡара” тигәндәй, ысынлап та, бүтән өлкәлә башҡорт булыуы еңелдән түгел. Ә минең геройҙарым һәр кәртәне үтеп, ауырлыҡтар аша башҡорт рухын юғалтмай, милләтенә хыянат итмәй Башҡортостандан ситтә башҡорт булып йәшәүен дауам итә. Нисек һоҡланмайһың да рәхмәт әйтмәйһең! Бөгөнгө кисәне ойоштороу теләге тап бер геройымдың әйткән һүҙенән килеп сыҡты ла. Күрешеп-аралашып торабыҙ, нимәләр эшләүе хаҡында һөйләй. Милләте өсөн күп көс һалыуына ҡарамаҫтан, бер ваҡытта ла юғары тонда һөйләшмәй, тыныс, ипле генә аралаша. Эштәрегеҙҙе милләттәштәребеҙ билдәләп үткәндер, тип әйтеп тә өлгөрмәнем, күҙҙәре йәшләнеп: “Хатта рәхмәт тә әйтмәнеләр”, – тип яуапланы. Шул саҡта “Рәхмәт” һүҙен бөгөн әйт!” тигән кисә ойошторорға кәрәклеген аңланым һәм үҙемдең геройҙарыма улар иҫән саҡта йылы һүҙҙәр әйтергә тырыштым.
Ысынлап та, үҙ ваҡытында әйтелгән рәхмәт һүҙе ни тиклем ҡәҙерле икәнлеген ҡайһы саҡта аңлап етмәйбеҙ шул. Ябай ғына һүҙҙе әйтеүҙән тартынабыҙ, ә уның ни тиклем оло мәғәнәгә эйә булыуын төшөнөп етмәйбеҙ.
Кемдәргә рәхмәт һүҙҙәре әйтелде һуң? Әйҙәгеҙ, улар менән яҡыныраҡ танышып китәйек әле.
Разия Хоҙайбирҙина 55 йыл рәттән Арғаяш районында уҡытыусы булып эшләй. Төбәктә башҡорт кластарын асыуҙа ҙур ярҙам күрһәтә, 1992 йылда Арғаяш педагогия училищеһын тергеҙеү бурысын да яҡташтары тап уға йөкмәтә. Педучилищела ун һигеҙ йыл эшләү осоронда Разия Әхмәт ҡыҙы, башланғыс класс уҡытыусыларына тейешле белем биреү менән бер рәттән, уларҙы эшкә урынлаштырыу, теләгәндәрен юғары уҡыу йортона алып барыуҙы ла шәхсән үҙе башҡара. Белем усағының үҙ бинаһы булмауы, ошо сәбәпле уны ябыуҙан һаҡлап ҡалыуҙы ла үҙ иңендә күтәрергә тура килә етәксе ҡатынға. Әммә ул һынмай, сөнки бала саҡтан фәҡәт үҙ көсөнә таянырға өйрәнә. Ғүмер буйы яҡташтарына тоғро хеҙмәт итә.
Нуриман Шәрәфетдинов тыуған ауылы Ҡолһарыла йәшәй. Әрме сафында десантсы булып хеҙмәт итә, туған колхозында иген үҫтерә. Уны ауылдаштары “Үҙебеҙҙең Мальцев” тип йөрөтә. Башҡалар гектарынан 10 – 12-шәр центнер иген алғанда, уның баҫыуындағы иген төшөмө 40 центнерҙан кәм булмай. Ауылдаштары бер нисә тапҡыр фиҙакәр хеҙмәте өсөн орденға тәҡдим итә, әммә район хакимиәтендә уның фамилияһын һыҙа баралар. 1992 йылда пай ерҙәрен алып, үҙ эшен аса, шулай итеп, ауылдың тәүге десантсыһы беренселәрҙән булып фермерлыҡҡа тотона. Ауыл халҡының йәшәйешен яҡшыртыу өсөн бик күп көс түгә, быуа яһай, халыҡты эшле һәм ашлы итә. 2009 йылда “Рәсәйҙең иң яҡшы фермеры” тигән исемгә лайыҡ була. Бөгөн уның юлын улы Альберт дауам итә, тап ул атаһының хыялын тормошҡа ашырып, ауылда мәсет төҙөй.
Зәйтүнә Хәйруллина – 50 йыл эш стажы булған тәжрибәле уҡытыусы. Ул Ҡолой ауылында 47 йыл балаларға белем бирә. Уҡытыусылыҡ эше менән бер рәттән, мәктәптә, артабан ауылда музей булдырыуға ҙур өлөш индерә. Утыҙ йылдан ашыу ауылдаштарынан ғына түгел, күрше ауылдарҙан уҡыусылары менән бергә, өйҙән-өйгә йөрөп, боронғо әйберҙәрҙе туплай. Бөгөн Ҡолой ауылында урынлашҡан музей – Силәбе өлкәһендә уникаль экспонаттарҙы туплаған рухи үҙәктәрҙең береһе. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: музейҙа ҡуйылған әйберҙәрҙең күбеһенә йылдар ғына түгел, ә быуаттар үткән.
Зәйтүнә Хәйруллина – шулай уҡ өлкәлә берҙән-бер иҫәпләнгән “Ҡолой моңдары” фольклор ансамблен ойоштороусыларҙың да береһе. Бөгөн ансамблдә ун ете кеше шөғөлләнә, улар Арғаяш ерлегендә барлыҡҡа килгән йыр-моңдо йәш быуынға еткерә.
Ейәнсура районының Юлдаш ауылында донъяға килгән Зиннәт Бикбулатовтың да тормош юлы силәбеләр өсөн үҙе бер өлгө булырлыҡ. Медицина фәндәре докторы, академик Зиннәт Төхфәт улы әрмелә хеҙмәт иткән саҡта хәрби табип булырға ҡарар итә, уның был теләген командирҙар ҙа хуплай. Әммә һаулығы ҡаҡшау сәбәпле хәрби медицина институтына үтмәй, шунлыҡтан документтарын Новосибирск дәүләт медицина институтына тапшырырға мәжбүр була. Бер йыл уҡығас, белемен тыуған яғында дауам итеү маҡсатында Башҡорт дәүләт медицина институтына килә.
“Уйлап ҡарарбыҙ”, – тигән һүҙ менән уны ике йылдан ашыу ымһындырып йөрөтәләр. Ныҡыш егет алдына ҡуйған маҡсатынан тайпылмай, ҡулына диплом алғас, кәләше менән йәнә тыуған яҡтарына эшкә ҡайтырға теләй. Тырыш, егәрле йәш белгестең теләгенә ҡаршы килмәй Новосибирск ғалимдары, аспирантураға тип тәғәйенләһәләр ҙә, Башҡортостанға ҡайтаралар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыуған яғы йәш белгесте ҡолас йәйеп ҡаршыламай, төпкөл бер ауылға эшкә тәғәйенләйҙәр. Ул ваҡыттағы Һаулыҡ һаҡлау министрлығында вазифалы кеше егеттең күҙенә тура ҡарап: “Смотри, ҡара башҡорт малайы, һин – беҙҙең ҡармаҡта. Бында эшләргә һиңә барыбер мөмкинлек бирмәйәсәкмен”, – тип бармаҡ янай. Тура һүҙле ҡара башҡорт малайы юғалып ҡалмай: “Мин барыбер кеше буласаҡмын, минең хаҡта ишетерһегеҙ әле”, – тип ишекте яба.
Ни эшләргә белмәгән белгес йәнә үҙе уҡыған вуз ректорына шылтырата, уныһы был юлы Мәскәү аша Башҡортостандан башҡорт егетен Новосибирскиға ебәреүҙәрен юллай. Бында ул аспирантураға уҡырға керә, эшләп тә йөрөй, тиҙ арала кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: йылдар үткәс, Башҡортостандан бер төркөм табип нәҡ уның етәкселегендә бик күп кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Талантлы йәш ғалимды 80-се йылдарҙа СССР Һаулыҡ һаҡлау фәндәр академияһының Себер бүлексәһенә эшкә саҡыралар. Академ-ҡаласыҡта махсус лаборатория төҙөлә, ғалим төрлө эҙләнеүҙәр буйынса эш башлай. Докторлыҡ эшен яҡлай, Рәсәйҙә генә түгел, хатта сит илдәрҙә үҙенең асыштары буйынса төрлө докладтар менән сығыш яһай. Артабан ул уҡытыусылыҡ эшенә күсергә уйлай, төрлө урындарҙан саҡырыу булһа ла, Башҡортостанға яҡын булам тигән уй менән Силәбегә килеп төпләнә һәм Урал дәүләт физик культура университетының анатомия һәм физиология кафедраһын етәкләй. 1989 йылда яҡташтары уны Халыҡ үҙәге рәйесе итеп һайлай. Биш йыл Башҡорт халыҡ үҙәген етәкләһә, артабан ул өлкә башҡорттары ҡоролтайы рәйесе итеп тәғәйенләнә. Тап уның тырышлығы менән Силәбелә Башҡортостан вәкиллеге асыла.
Мөхәмәтҡолой Кучуков (Ҡолой кантон) тыуған боронғо Сәғит ауылында (рәсми исеме – Иҫәнгилде) “Йәнтөйәк”тең йәнә сағыу бер геройы йәшәй. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, Эльвира Мәжитова ауылдаштары өсөн ҙур эш башҡарған – Ҡолой кантонға арналған һәйкәл ҡуйыуҙа уның өлөшө бар. Батыр шәхестең һәйкәле ауылда берҙән-бер социаль үҙәк булған балалар баҡсаһы биләмәһендә урынлашҡан. Ауылдаштарының үткәненә, бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә битараф булмаған ҡатын үҙе эшләгән балалар баҡсаһында музей ойошторған, халыҡ уңған киленде ауыл старостаһы итеп һайлаған.
Ғәбделхалиҡ Сибәғәтуллин яҡташтарына “һуҡыр музыкант” булараҡ яҡшы таныш. Үҙ ғүмерендә бер китап уҡый алмаһа ла, бала саҡтан зирәк һәм отҡор була ул. Бигерәк тә йыр-моңға булған һөйөүе күҙ нурынан мәхрүм булған ир-егетте яңыса йәшәргә ҡанатландыра. “Нур” башҡорт-татар һәм фольклор ансамблен булдыра, уға халыҡ исемен алыуға ҙур өлөш индерә. Утыҙ йыл ансамблгә етәкселек иткән осоронда халҡыбыҙҙың ниндәй генә йырҙары башҡарылмай, ҡайһыларын йырсы үҙе лә ижад итә.
Дөрөҫ, сирек быуат эш дәүерендә журналист менән осрашҡан һәм аралашҡан бихисап кешеләр хаҡында яҙыуҙы дауам итергә лә булыр ине. Әммә маҡсат уларҙы теҙеп сығыу түгел. Фәҡәт Арғаяш районында йәшәгән һәм эшләгән, үҙҙәренең йәшәйеше һәм булмыштары менән халҡына хеҙмәт иткән абруйлы шәхестәргә рәхмәт әйтергә теләгән Гөлдәр Хафизова маҡсатына өлгәште.
Силәбеләр өсөн тағы бер оло бүләктәрҙең береһе Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Баймаҡ һандуғасы Рауил Харрасовты алып килеп, уның моңло йырҙарын ишеттереү ине. Йәнә бөгөнгө кисә геройҙарының данлы эштәрен дауам итерлек рухлы Силәбе ир-егеттәренең бер нисәһенә эштәрендә уңыштар, ҡылған ғәмәлдәренең уң һәм аҡ булыуын теләп, аҡ түбәтәй кейҙерҙе. “Йәнтөйәгегеҙҙә яҡташтарығыҙ мәнфәғәтен яҡлаған ил ағалары булып, артабан аҡ түбәтәй кейгән аҡһаҡалдар дәрәжәһенә етергә насип булһын”, – тине Гөлдәр Исмәғил ҡыҙы, уларҙы тәбрикләп.
Тапшырыу юҡҡа сыҡһа ла, халыҡ яратҡан һәм үҙ иткән “Йәнтөйәк” геройҙары әле лә Силәбе өлкәһендә йәшәй һәм үҙ халҡына хеҙмәт итә.