Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ул Ҡөрьән менән дауалай
Ул Ҡөрьән менән дауалай
Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте киң: бөгөн күптәр иманға килә, доғалар уҡый, намаҙға баҫа. Мөхәммәт пәйғәмбәр аша кешеләргә һәм ендәргә ебәрелгән Ислам дине һәм изге Ҡөрьән китабы. Уларҙың нуры менән ҡойоноп, замандаштарыбыҙ араһында доғалар менән башҡаларҙы дауалағандар ҙа бар. Римма Закир ҡыҙы тураһында яҙыуҙы һорап, быйыл март айында уҡ мөрәжәғәт иткәйне гәзит уҡыусыбыҙ Гөлзифа апай. Әммә, әллә юл асылмай торҙо, әллә ниәтебеҙҙең тормошҡа ашыр мәле етмәгәйне, Ағиҙел ҡалаһы тарафтарына сәфәргә сығырға насип булманы.
Интернет селтәрендә генә түгел, “Тайны здоровья”, “Азбука Корана” гәзиттәренең битендә лә уның дини, имани эшмәкәрлеге тураһында яҡты фекерҙәр, рәхмәт һүҙҙәрен уҡып, ысынлап та, танышырға ине дин тотҡан, иман ҡеүәтен таратҡан ханым менән, тип уйланым. Ниһайәт, Нефтекама тарафтарына юл төшөп, осрашырға насип булды Римма Бикбаева менән. Башҡаларҙың фекеренә генә таянып мәҡәлә яҙһам дөрөҫ тә булмаҫ ине кеүек тойолдо, етмәһә, доғалар менән дауалайым, тип бөгөн кешеләрҙе алдағандар, аҡса эшләгәндәр ҙә юҡ түгел. Нимә генә тимә, кешенең үҙе менән күҙгә-күҙ осрашып күрешеүгә ни етә?!
Тамырҙары Башҡортостандан булһа ла, ул, ата-әсәһе үҙ заманында Үзбәкстан­да йәшәй башлау сәбәпле, ошо респуб­ликаның Бәхет ҡалаһында донъяға килгән. Ҡыҙыҡай Науруз байрамына бер көн ҡалыр алдынан тыуған. Ул йылды яҙ шул тиклем һалҡын була, һәм әсәләре һаулығы, тыуасаҡ бәпес өсөн борсолоп, апайҙары, ағайҙары: “Әсәй, һыуыҡ үткәрмәһәң ярар ине, сабыйға ла насар булып ҡуймаһын”, – тиешкәндәр. Әммә бәпес тәүге ауаздарын сығарыу менән, 1969 йылдың март ҡояшы йылмайып ебәргәндәй тойолған. Әсә кеше әле булһа хәтерләүенсә, күңеленә йылылыҡ йүгергән, бишенсе балаһын табыу шатлығы Күккә олғашҡандай булған.
Кемдәр Урта Азия яҡтарында булғаны бар, моғайын, иғтибар иткәндер: унда боронғо зыяраттарға, изгеләр рухына тәрән ихтирам менән ҡарайҙар. Ә инде Башҡорт­остандан икәнеңде белһәләр: “О-о-о! Ул бит Әүлиәләр иле!” – тигән мәртәбәле һөйләм яңғырай. Римма Закир ҡыҙы ла бәләкәйҙән яҡындарының ғына түгел, күршеләренең дә, тотош йәмғиәттең иманда булыуын, халыҡтың Аллаһ Тәғәләгә бар күңеле менән һыйынып йәшәүен күреп үҫә. Донъяның бар хозурлығы Аллаһтан, уның мәрхәмәтендә бәндәләр һәр миҙгелендә ҙур һынауҙарҙы ла һабаҡ итеп үтеүенә инанып йәшәй ул. Ниндәй генә ауырлыҡ килһә лә, Хоҙайҙан Римма Закир ҡыҙы уларҙы лайыҡлы кисерергә көс-ҡеүәт биреүен һорай. Үҙе лә Исламға, намаҙ бәрәкәттәренә тап ҡатмарлы хәлдәрҙән, юғалтыуҙарҙан һуң килә. Кешеләрҙә йомшаҡ күңелде, мәрхәмәтте йөрәк зирәклеге тип ҡабул иткән ҡыҙ йәш сағында шиғыр яҙа:
Аллаһ ҡына – минең ҡотҡарыусым,
Аллаһ ҡына – минең өмөтөм.
Ҡышҡы дауыл, йәйге селләлә лә
Мин булырмын уның өммәте.
Яманлыҡтың ялған еле иҫер,
Абынырмын хатта юлымда.
Тик Хоҙайым мине көслө итер,
Ул торғоҙор тартып ҡулымдан.
Хушлашыуҙар булыр тормошомда,
Бәндә яуызлығы әрнетер.
Тик Аллаға булған ышанысым
Өмөт өҫтәп, Ерҙә йөрөтөр.
Ҡосағың ас, Хоҙай Тәғәләкәй!
Һыйынабыҙ һинең нурыңа.
Йәйғор төҫтәреләй беҙ балҡырбыҙ,
Йыйылышып иман ҡорона.
Йәшебеҙгә, төҫөбөҙгә баҡмай,
Ҡарап бары күңел нурына,
Ҡөрьән аяттарын беҙ ятларбыҙ,
Ҡушылырбыҙ Илаһ моңона.
Саждә ҡылам һиңә генә, Аллам,
Мин бәхетле – һинең бер ҡолоң.
Һинең фатихаңда йәшәр өсөн
Ташламаһын зиһен, аҡылым!

Бына ошондай хикмәтле, үҙ асылын киләсәккә билдәләр юлдар килә уның күңеленә. Был күренеш тә, моғайын, юҡҡа түгелдер. Сөнки атаһы яҡлап өләсәһе (сығышы менән Туймазы районының Һалҡын Шишмә ауылынан) ғәрәп, фарсы телдәрен яҡшы белгән, ауылда дәрестәр биргән. Флүрә Миңнуллина әбейҙе хәтерләүселәр бөгөн дә барҙыр әле. Атаһы яҡлап та Римма Закир ҡыҙының нәҫелендә муллалар бар, улар үҙ заманында хаж ҡылып, халыҡ араһында изге ғәмәлдәрен башҡарған. Ҡандан килгән һәләт, күрәһең, дини тәғлимәттәр аша тормош серҙәрен асырға ынтылған йәш ҡатынға әленән-әле үҙ ишараһын күрһәтеп торған.
Башҡортостанға ҡайтып йәшәй башлағас та, ул доғалар уҡыуын ташламай, әммә ныҡлап намаҙға баҫырға йөрьәт итмәй тора. Ҡышҡы һалҡын көндәрҙең береһендә ул үҙ бүлмәһенең тәҙрәһендә “Аллаһ” тигән яҙыуҙы уҡып, хайран ҡала. Әйткәндәй, күптәргә Күктәр ана шул рәүешле иманға килергә саҡырып, үҙ ымын әйтә. Быны үҙенә күрә бер бүләк, тик үҙе өсөн тәғәйен бер һәҙиә тип ҡабул итә Римма Закир ҡыҙы һәм, башта телевидение саҡырып, уларға ла күрһәтәйем әле, тип уйлаһа ла, ниәтенән баш тарта. Ошо көндән башлап ул Ҡөрьән аяттарын ныҡлап өйрәнә, уларҙы уҡып, башҡаларға ла ярҙам итергә тейешлеген аңлай.
Йәшерәк сағында башҡаларҙың: “Уҡыған доғаларың килеште”, – тигәненә әллә ни иғтибар итмәһә, тора-бара үҙе лә хикмәтле күренештәрҙең шаһиты була. Төрлө ваҡытлы сырхауҙарҙан, хатта яман шештәрҙән дә дауалай башлай ул мөрәжәғәт иткәндәрҙе. Тик шуныһы: Римма Закир ҡыҙы был осраҡта хикмәттәрҙең ҡөҙрәте уға бәйле түгеллеген яҡшы аңлай. Ошо хәтлем ҙур һәләт – башҡаларға Ҡөрьән сүрәләре аша ыңғай тәьҫир яһау мөмкинлеге биргәне өсөн Аллаһ Тәғәләгә ул сикһеҙ рәхмәтле. Бәндәләрҙең төрлө сағы була: кемдер күңел төшөнкөлөгөнә бирелә, икенселәр килеп тыуған проблемалар алдында ҡаушап ҡала, өсөнсөләрҙе сир баҫа. “Ниндәй генә хәлдә лә кешеләр Аллаһ Тәғәләгә рәхмәтле булырға, ниндәй генә ауырлыҡҡа тарыһалар ҙа, ризалыҡ тойғоһон ташламауҙы һораһа ине. Раббыбыҙҙың ҡөҙрәте киң, афәттәрҙән, бәләләрҙән, ауырлыҡтарҙан ҡотолоу юлын да ул үҙе күрһәтә. Бары тик уның биргәндәренә шөкөр итеп йәшәргә өйрәнергә кәрәк!” – ти ул.
Эйе, башҡаларға кәңәш биреүе, аҡыл өйрәтеүе еңел, үҙенә ауырлыҡ килһә, кеше үҙен бөтөнләй икенсе яҡтан аса, тормошонан ҡәнәғәт түгеллеген белдерә. Әммә ниндәй генә хәлдә лә, хатта шатлыҡта ла, ишелеп байлыҡ килгәндә лә, Аллаһ Тәғәләне иҫтән сығармаҫҡа, до­ға ҡылырға кәңәш итә Римма Бикбаева. Уға мөрәжәғәт иткән эске сирҙәрҙән, тире, йөрәк ауырыуҙарынан яфаланыусылар, хатта эштәрендә уңышһыҙлыҡҡа осра­ғандар, бурысын ҡайтарып ала алмағандар ҙа, шәкәр сирлеләр ҙә ниндәйҙер бер илаһи көстөң уларҙың организмына ыңғай йоғонто яһауын билдәләй.
Әйткәндәй, мосолмандар Ҡөрьән аяттары нигеҙендә дауалауҙы бынан 1400 йыл уҡ башлаған. Сәфәрҙәрҙә кешеләр төрлө бәләгә осраһа, йылан саҡһа, ярамаған ризыҡ ашап ағыуланһа, Мөхәммәт пәйғәмбәр үҙе лә сүрәләрҙе уҡыуҙы кәңәш иткән. Был күренеште “руҡъя”, йәғни беҙҙеңсә “өшкөрөү” тип тә атағандар. Ислам динен таратыусылар араһында тап “Фатиха” сүрәһен уҡып, һис белмәгән кешеләргә лә ярҙам итеп ебәреүселәр булыуы хаҡында мәғлүмәт борондан килә. Донъяға билдәле ғалим Лоуренс үҙенең “Коран, или Книга, изменившая мир” китабында Индонезияның тап доғалар менән замандаштарын дауалаған табибы Мөхәммәд Зухри хаҡында яҙа. Имсе үҙенең бөтә мөмкинлектәрен тап Ҡөрьән­дең, Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәтенә бәйләй. Римма Бикбаеваға ла, моғайын, нәҡ ошондай һәләтте бүләк иткәндер Күктәр. Шулай булмаһа, хатта бөйөрҙәрендә таш табылғандар ҙа аҙаҡ УЗИ үтеп, таштарҙың юҡҡа сығыуы хаҡында яҙмаҫ, ихлас рәхмәт һүҙҙәрен ваҡытлы матбуғат баҫмалары аша еткермәҫ ине. Ҡан баҫымы, өҙлөкһөҙ эс бошоуҙар ҙа тап изге сүрәләр ярҙа­мын­да һыпырып алған кеүек була икән. Юҡ­ҡа ғына Ислам динен, Ҡөрьәнде өйрә­неүселәр был тәғлимәттең, китаптың ке­шеләргә яҡты нур бөркөүе, үҙ асылына ҡай­тырға ярҙам итеүе хаҡында әйтмәй, күрәһең.
Ғаиләһендә лә Римма Закир ҡыҙының был һәләтенә бик ихтирам менән ҡарайҙар. Инде ҡартайған әсәһе ҡыуанып бөтә алмай. Ә бит ҡасандыр һаулығына насар булыр тип, сабыйын табырғамы, тапмаҫ­ҡамы тигән мәлдәрҙә ниндәйҙер эске ышаныс уны кире аҙымдан йолоп алған. Ә бына бөгөн тап ана шул кесе ҡыҙы – әсәһенең ныҡлы терәге, ул уны дауалай ҙа, ҡартлыҡ бәхете бүләк итеүсе лә.
Иртәгә ни булаһын бер кем дә белмәй, бары тик Аллаһ Тәғәләгә генә мәғлүм ул миҙгел. Шуға күрә киләсәктә лә тик ошо юлдан барырмын тип берәү ҙә өҙөп кенә әйтә алмай, әммә йөрәгендә Хоҙайға ышаныс һаҡлағандар, уның Мөхәммәт пәйғәм­бәр аша әйткәндәренә тоғро булғандар изгелек, яҡтылыҡ юлынан атлағандар. Рим­ма Закир ҡыҙы һәр минутында, һәр секундында Аллаһ Тәғәләнең барлығын һәм берлеген иҫенән сығармаҫҡа тырыша, уның тоғро ҡоло булып, Ислам диненә хеҙ­мәт итә, артабан да шулай йәшәргә ниәтләй.
“Аллаһтың барлығын бөтә йөрәге менән танығандар олуғ бәхеткә ирешә. Ҡөрьән – кешеләргә рухи күтәренкелек бүләк иткән, ниндәй генә хәлдә лә донъяла яҡ­шылыҡтың мәртәбәһе ҙурлығын, еңәсәген аңлатҡан изге китап. Ғаиләлә гармония, кешегә сәләмәтлек биреүсе лә ошо доғалар, сүрәләр”, – ти ул. Раббыбыҙ бән­дәләргә файҙа килтерерлек, дауа­ларлыҡ көс биргәне, тап уны ошо юлға баҫтырғаны өсөн сикһеҙ рәхмәтле. “Мин сәбәпсе генә, Хоҙайыбыҙ, изге Ҡөрьән дауалай бары­һын!” – ти ул, өшкөрөү һәлә­те­нең асылын аңлатып. Ошо ҡатынға бир­гән һәләт аша Аллаһ Тәғәлә беҙгә йәнә лә бер тапҡыр мәрхәмәтле, миһырбанлы Ислам диненең ҡөҙрәтен танырға, бары тик изгелек юлында ғына кешелек асы­лыбыҙ һаҡланып ҡалыры хаҡында әйтә бит!


Автор: Лариса АБДУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә