Тормош юлында әллә күпме кеше менән осрашырға тура килде. Ҡайһылары өн-тынһыҙ, тыныс ҡына ғүмер кисерә, уларҙы әйләнә-тирәләге бер нәмә лә борсомай, үҙҙәренсә, һәүетемсә донъя көтә. Ундайҙар башҡа кешеләргә һис тә ҡыҙыҡ түгел. Ә икенселәре янып-ярһып, йөрәк ялҡыны менән кешеләргә йылы өләшеп, нур таратып, барыһына ла яҡшылыҡ һәм изгелек ҡылып йәшәй. Йылдар үткән һайын тап шундай йомарт күңелле, баҙыҡ хәрәкәтле, сая, сәмле замандаштар күҙ алдынан китмәй, уларҙың эш-хәрәкәте, тапҡыр һүҙе күңелдәргә уйылып ҡала, үҙең дә һиҙмәҫтән, йәнә улар менән осрашыу эҙләй башлайһың. Мәҙинә Ибраһимова менән танышыуым да эш буйынса килеп сыҡты. Әбйәлил районының “Пчелка Майя”һы хаҡында мәҡәлә яҙырға тәҡдим иткәстәр, геройымды оҙаҡ эҙләргә лә тура килмәне. Зоотехник Мәҙинә
Сибай ҡалаһында барған “Бал байрамы”нда башҡорт кейемендәге балсы янына барыуым булды, ҡулынан – бал, йөҙөнән – нур, теленән тос фекерҙәр ағылған нәзәкәтле, көләкәс, һомғол ханым менән һүҙҙәребеҙ шунда уҡ беректе. Ә инде уның мин эҙләгән Мәҙинә Рәсих ҡыҙы икәнлеген белгәс, күптәнге танышымды осратҡандай ҡыуандым. “Бирәм тигән ҡолона сығарып һалыр юлына” тигәндәй, әңгәмәсем үҙе осраны бит. Ә инде журналист өсөн өлгөлө образ – үҙе бер оло табыш.
Бала саҡтан Мәҙинә Ибраһимова шуҡ булып үҫә: иптәш ҡыҙҙары ҡурсаҡ уйнағанда, ул тиҫтер малайҙар менән ат башында һыбай елдерә. Бер аҙ үҫә төшкәс, фермала эшләгән әсәһенә һыйыр һауыша, атҡа атланып күбә тарттыра, ырҙын табағында ашлыҡ таҙартыуҙа ҡатнаша. Өй эсен йыйыштырыуҙа, аш-һыу әҙерләүҙә һәр саҡ апаһы булышһа, тыштағы барлыҡ эш (малдарға бесән һалыу, һарайҙы таҙартыу, һыу килтереү) уның елкәһендә була. Ҙурая килә Мәҙинә Рәсих ҡыҙы ауылда иң оҫта кәбән ослаусы булараҡ таныла.
Һәр саҡ ир-ат эшен үҙ иткән, хайуандарҙы, бигерәк тә аттарҙы, яратҡан ҡыҙ бала һигеҙенсене тамамлағас, документтарын Сибай ауыл хужалығы техникумына тапшыра. Егермеһе лә тулмаған йәш ҡыҙ ҡулына зоотехник дипломы тотоп, тыуған районына эшкә ҡайта. Хеҙмәт юлын фермала лаборантка булып башлаған йәш белгес ферма мөдиренә тиклем күтәрелә. Мең ярым баш һыйыр малы аҫралған фермала 54 кеше эшләй, уларға ни бары 22 йәшлек ҡыҙ етәкселек итә.
— Ул йылдарҙы иҫләһәм, хәҙер үҙем дә аптырап ҡуям. Олпат ағайҙар, тәжрибәле апайҙар нисек мине тыңлаған икән? Бөгөн булһа, ай-һай, эшләп булмаҫ ине, – тип баш сайҡай геройым.
Йәш етәксегә һыбай йөрөргә, егеүле ат менән район үҙәгенә барып ҡайтырға, фермалар буйлап эштең торошон тикшерергә, малдарға аҙыҡ йүнләргә лә тура килә. Әммә эште ойоштора белгән, һәр кеше менән уртаҡ тел тапҡан Мәҙинә Ибраһимоваға малсылар, һауынсылар менән етәкселек итеү ауыр бирелмәй.
Ойоштороу һәләтен күрһәткән йәш белгескә район етәкселәре яңынан-яңы бурыстар өйә генә. Ул ваҡытта үҙешмәкәр смотрҙарҙа ҡатнашыу тиһеңме, колхоз, район һабантуйҙарында тирмәләр ҡороумы, һайлауҙарҙы ойошҡан һәм юғары кимәлдә үткәреүме – барыһының уртаһында ҡайнай Мәҙинә ханым. Үҙенең дә моңло итеп гармунда уйнауы, теттереп бейеп китеүе башҡаларҙың күңелендә дәрт уята, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашырға булышлыҡ итә.
Артабан ул партком секретары урынбаҫары, ауыл советы рәйесе кеүек яңы “ҡамыт” кейә. Тартҡан атҡа йөк өйәләр тигәндәй, район ауыл хужалығы идаралығында ҡортсолоҡ буйынса зоотехник кәрәк булғас, йәнә Мәҙинә Ибраһимова кандидатураһына туҡталып яңылышмайҙар.
– Ул ваҡытта районда ҡорт күп булды – һәр хужалыҡ һайын 2-3 умарталыҡ. Бынан тыш, ауыл халҡы ла был кәсепкә ныҡлап тотондо, тик ул ваҡытта балға иғтибар аҙ ине, – тип хәтерләй геройым. – Ике тапҡыр Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнашып, мәскәүҙәргә тонналап бал һатып, уның сифаты буйынса бишәр миҙал алып ҡайтҡан саҡтарым да булды.
Эштәр гөрләп барғанда, илдәге үҙгәрештәр “еле” ауыл хужалығы тармағын да урап үтмәй. Колхоз-совхоздар бөтә, умарталыҡтар шәхси ҡулдарға күсә, заман менән тормош та үҙгәрә.
“Пчелка Майя”
Ҡыҫҡартылыу һурпаһын һемергән Мәҙинә Рәсих ҡыҙы бер аҙ юғалып ҡала: Өфөгә эшкә саҡырыуҙарын да ҡабул иткеһе килә, күптән түгел үҙ көсө менән хан һарайындай төҙөп сыҡҡан донъяһын да ташлап киткеһе килмәй. Ете ҡат уйлап, бер ҡат киҫергә өйрәнгән ханым тыуған яғында ҡала. Ниндәй эш башларға, ҡайҙа барырға тигән һорауға яуап та тиҙ табыла: ниңә үҙе белгән шөғөлдө дауам итмәҫкә, умартасылыҡҡа ныҡлап тотонмаҫҡа тигән ҡарарға килә.
Йүнсел ҡатын күп тә үтмәй үҙенең дөрөҫ юл һайлағанлығына төшөнә. Тәүҙәрәк умартасыларҙы ҡортсолоҡҡа кәрәкле инвентарь менән тәьмин итеү буйынса эш башлай, яңы умарта тотоусыларға ярҙам итә, ҡортсолоҡ серҙәрен өйрәтә. Йылдан-йыл уның янына умартасылар йыйыла бара, Мәҙинә Ибраһимова уларға үҙенең белгәндәрен өйрәтә. Йыл һайын Әбйәлил ҡортсолары республика умартасылары конкурсында призлы урын яулай, геройым үҙе генә ике тапҡыр абсолют чемпион, бер нисә йыл рәттән алдынғы урындарға сыға. Шуныһы ҡыуаныслы: быйылғы бәйге Мәҙинә Рәсих ҡыҙы өсөн үтә лә иҫтәлекле. Ул йәнә республика конкурсында икенсе урынды ала һәм “Апимондия” халыҡ-ара умартасылар федерацияһы ассоциацияһы президенты Филипп МакКейбтың шәхсән бүләгенә лайыҡ була. Уның автограф ҡуйған махсус кейемен умартасы ҡатын бик ҡәҙерләп һаҡлай.
Районда уны “Пчелка” тип йөрөтәләр, исемен һорағансы, ҡушаматын әйтһәң, кеше кем хаҡында һүҙ барғанын тиҙерәк аңлай.
– Бер көн күршемдең бәләкәй генә ҡыҙы миңә: “Һине телевизорҙан күрһәттеләр”, – ти. Баҡһаң, “Пчелка Майя” тигән йәнһүрәтте ҡараған икән, – тип көлә Мәҙинә. – Шулай итеп, балалар өсөн дә мин – “Пчелка”.
Исеме есеменә тап килгәс, Мәҙинә ханым ҡушаматына һис тә үпкәләмәй. “Пчелка” тип әйтеүҙәрендә дөрөҫлөк тә бар кеүек, сөнки ул бал ҡорто кеүек үҙен йәлләмәй эшләй, һәр эште еренә еткереп башҡарырға тырыша.
“Ҡортсолоҡ буйынса үҙ эшегеҙҙе асырға теләгегеҙ бармы?” – тигән һорауыма уңған ҡатын йылмайып: “Юҡ! – тип яуапланы. – Ни өсөн юҡмы, сөнки умартасылыҡ менән байлыҡ туплайым тип түгел, ә ысын күңелеңде биреп, сәләмәтлек, кәсеп тип шөғөлләнһәң генә, нәҙекәйбилдәр һине аңлай һәм хәстәрлектәреңә мул уңышы менән яуап бирә. Күптәр бал ҡорто тотам тип киләләр ҙә, бер-ике умартанан нисә килограмм бал сығасаҡ, тип йөҙәтә башлай. Уларҙың нәфсеһен тойған ҡорттар бал йыймай, аҙаҡ тегеләр башлаған эштәрен ташларға мәжбүр була. Мин ҡортсолоҡ буйынса эш башларға йыйыныусыларға һәр саҡ иҫкәртә киләм: “Бал ҡорттарын яратырға, уларҙы аңларға, тыңлай белергә өйрәнегеҙ. Аҙаҡ балды ҡалаҡ тултырып ашай алырһығыҙ”, тимен. Татлы балды ашауы ғына рәхәт, уны булдырыу өсөн ете тиреңде сығарып, төн йоҡоңдо йоҡламай эшләргә лә эшләргә кәрәк.
Уңған кеше
бар яҡлап килә
Мәҙинә Рәсих ҡыҙы шығырҙап торған ҡарағайҙан һалынған бынамын тигән йортоноң ихатаһын үҙ ҡулдары менән ожмах баҡсаһына әйләндерә: күҙ яуын алыр әллә күпме сағыу сәскәләр, сылтыр-сылтыр һыу бөрккән фонтан, аҡҡош һәм ҡаҙ өйрәктәренең йөҙөүе, беседкала төрлө ҡоштарҙың һайрауы, хатта улар янында ҡайҙандыр ҡунаҡҡа килеп, ошо бәрәкәтле ерҙе үҙ иткән терпекәйҙең йөрөүе лә үҙе үк илаһи һәм сихри мөйөш тыуҙыра. Баҡсаһында нимәләр генә үҫмәй! Хатта тау-урмандарҙа ғына осратырға тура килгән әлморон, энәлек, балан да, ҡарағас һәм ҡарағай ҙа, хатта артыш та тубырлап йәйелеп киткән. Ялан сәскәләре лә, еләк тә уңған йорт хужабикәһен йылдан-йыл шатландыра.
Хоҙай бирһә бирә бит бер кешегә – Мәҙинә Ибраһимова ҡул эштәренә лә бик маһир. Уның бәйләгән әйберҙәре күҙҙең яуын ала, күңелдәрҙе күтәрә. Төрлө-төрлө биҙәктәр һалып эшләнгән бейәләйҙәрҙе Яңы йыл, 8 Март алдынан күптәр бүләккә алып бөтә, һуңғы ваҡытта халҡыбыҙҙың боронғо әйберҙәре – һаҡал, селтәр, ҡашмау эшләү менән шөғөлләнә.
Геройымдың тағы бер һөнәре хаҡында яҙып китмәһәм, уны тулыһынса аса алмаҫ кеүекмен. Мәҙинә Рәсих ҡыҙы йәштән райондың “Йәшлек” халыҡ бейеү ансамблендә бейей. Уның менән донъяның күп кенә илдәрендә сығыш яһай, күрше республикаларҙы ла урап сыға. Йылдар үтеү менән үҙе “Урал ҡыҙҙары” исемле бейеү ансамбле төҙөй, “Мин тормошто яратам!” республика конкурсында Гран-при яулай, төрлө конкурстарҙа призлы урын яулаған ансамбль уҙған йылдан төрлө сәбәптәр арҡаһында тарҡалырға мәжбүр була. Дәртле һәм сәмле етәксе әле яңы ансамбль ойоштороу теләге менән янып, ағзалар йыя. Кем белә, киләсәктә беҙгә Мәҙинә Ибраһимова етәкселегендәге бейеү ансамбленең сығыштарын күрергә насип булыр әле.
Хужабикә булараҡ та уңған ул. Төрлө аш-һыу әҙерләү булһынмы, тәмлекәстәр бешерһенме – барыһы ла телеңде йоторлоҡ. Ә инде ҡышҡылыҡҡа әҙерләгән салаттары хаҡында әйтеп тораһы ла түгел! Уның йыл һайын 100-ҙән ашыу төрлө салаттары ҡыш көнөндә йәйҙе хәтерләтһә, көҙҙән йыйған бәшмәктәре һәр табынды биҙәй. Шифалы үләндәренә айырым туҡталмайынса мөмкин түгел. Һәр сиргә уның үҙ дауаһы, үҙ үләне. Йәйгеһен уның йортонан төрлө үләндәрҙең хуш еҫе аңҡып тора, һәр береһен ҡәҙерләп ҡарап, үҙенә күрә оло иғтибар менән бик ентекләп киптерә ул. Ҡыш буйына шифалы үләндәрҙән сихәтле сәй булһынмы, төрлө дарыу итеп яһалған эсемлектәрме – барыһы ла унда була. Бәғзе берәүҙәр ҡайһы саҡта ниндәйҙер үлән һорап уға килеп яңылышмай.
Мылтыҡлы һунарсы
Районда Мәҙинә Ибраһимованы һунарсы булараҡ та яҡшы беләләр. Әйткәндәй, ул Әбйәлилдә махсус рөхсәте булған мылтыҡлы ҡатын-ҡыҙ һунарсыларҙың тәүгеһе. Тәбиғәтте яратыуы, уның менән аралашыу, һәр миҙгелдең матурлығына һоҡланыу өсөн башланған шөғөл артабан уның йәшәү рәүешенә әйләнә. Күрәһең, аҡрынлап һунарсылыҡ ҡомары уянып, шул теләк сая ҡатынды йәнә һунарға әйҙәп торалыр.
– Һунарға сығам тигәс тә, ниндәйҙер йәнлекте атам йәки алам, тигән уй менән йөрөмәйем. Минең өсөн һунар – тәбиғәттә булыу, уның менән аралашыу. Иптәштәр менән сығабыҙ, ҡаҙан аҫып ит бешерәбеҙ, төрлө эҙҙәрҙе күҙәтәбеҙ, бигерәк тә ҡышҡы һунарҙы яратам. Тирә-яҡ ап-аҡ илаһи хозурлыҡҡа төрөнә, һин саңғы менән юл ярып елдерәһең. Кейемеңдең генә түгел, ҡарҙың шығырлауы ла күңелдәргә әйтеп бөтмәҫлек рәхәтлек бирә. Ҡор, сел һәм һуйыр алыу – минең иң яратҡан һунарсылыҡ шөғөлөм, – ти әңгәмәсем.
Шулай уҡ балыҡ тоторға ла әүәҫ ул. “Күл буйында тып-тын ултырыу – үҙе мең сирҙән дауа. Көн буйына берәү менән дә аралашмай, һыуҙың аҡҡанына ҡарап, уйҙарыңды уйлап, хистәреңде бушатыу ҙа кәрәк”, – ти ул.
Кешеләрҙең төрлөһө була, тип башлағайным һүҙемде. Ысынлап та, командировкаларҙа йөрөгән саҡта төрлө яҙмышлы кешеләр менән осрашаһың, әммә бик һирәктәре генә үҙенсәлекле тәьҫир итә ала. Ундай баҙыҡ шәхестәр араһында Мәҙинә Ибраһимованың осрауы – үҙе бер табыш.