Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡортостанда бер нисә төбәк ойошмаһы булдырылыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Ноябрҙә Нефтекамала уҙған ултырышҡа Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Краснокама, Тәтешле, Саҡмағош, Яңауыл райондары, Ағиҙел, Нефтекама ҡалалары, Пермь өлкәһе, Удмурт Республикаһы вәкилдәре саҡырылды. Билдәле сәбәптәр арҡаһында Төньяҡ төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы советының ултырышында ҡайһы бер төбәктәрҙән ҡатнашыусылар булманы, әммә ул ғына йыйындың тулы ҡанлы үтеүенә йоғонто яһай алманы. Нимә генә тимә, һәр төбәктең үҙенең аҫыл ҡыҙҙары, егеттәре бар. Тап улар ойошманың әүҙемлегенә генә түгел, ә милләт алдында XXI быуат ҡуйған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә булышлыҡ итер. Ҡоролтай эшмәкәрлеге – ул намыҫ эше, ата-бабаң, шәжәрәң алдындағы бурысың. Ғөмүмән, ҡаты талаптар, ҡәтғи бурыстар ҡуйып ҡына кешеләрҙе асылына ҡайтарыу мөмкинме икән? Юҡ, әлбиттә. Көсләп асылған күҙҙең нуры булмай, ти халыҡ. Шуға күрә башҡорт ҡоролтайының эшмәкәрлеген, уның менән хеҙмәттәшлекте һәр милләттәшебеҙ үҙенең милли тойғоһо менән бәйләһә ине. Бер ниндәй сәйәсәткә лә, шәхси мөнәсәбәттәргә лә ҡарамай, бары тик башҡорт халҡын ошо быуатҡа килтереп еткергән ата-бабаларыбыҙға рәхмәт хисенән!
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов “Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүҙең 100 йыллығын байрам итеү тураһында” Указды тормошҡа ашырыу буйынса урындағы әүҙем ағзаларҙың тәҡдимен тыңлап, мәҙәни саралар ойоштороу, кәрәк икән, китаптар сығарыу, һәйкәлдәр асыу тураһында һүҙ алып барҙы.
Башҡарма комитет аппаратының баш белгесе Тәнзилә Ҡотлогилдина “Башҡортостандың милли мәғарифы: бөгөнгө көн проблемалары һәм уларҙы хәл итеүҙең норматив-хоҡуҡи нигеҙҙәре” тигән сығышында мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу мәсьәләләренә ҡағылды. “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Законға ярашлы, һәр бер баланың IX класты бөткәнсе (йәғни төп дөйөм белем алғансы) туған телдә уҡырға хоҡуғы бар. Был положение Башҡортостан Республикаһының “Мәғариф тураһында”ғы Законына ла ингән. Ата-әсәләр быны белмәһә, ошоға ҡолаҡ һалһын һәм ғариза яҙһын. Федераль дәүләт белем биреү стандарттары туған телдә уҡытыуҙы тыймай. Киреһенсә, унда туған телде өйрәнеүгә бәйле талаптар ҡуйылған. Уларға ярашлы, мәктәп баланы әсә телендә иркен аралашырға, грамоталы яҙырға, үҙ телендә төрлө стилдәге текстарҙы яҙа белергә өйрәтергә тейеш.
Бик күп закондар баланың туған телен белергә тейешлеген яҡлай. Х-ХI кластарҙа ла туған телдәрҙе йәки башҡорт дәүләт телен өйрәнеү өсөн ике сәғәт ваҡыт бирелә. Был сәғәттәр урыҫ теленә йәки башҡа федераль компонент предметтарына бүленергә тейеш түгел. 2015/16 уҡыу йылынан мәктәптәрҙә “Рәсәй халыҡтары мәҙәниәтенең рухи нигеҙҙәре” тигән дәрес инә башланы. Башҡортостан Мәғариф министрлығының күрһәтмәһенә ярашлы, был предмет сиктәрендә “Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” фәне уҡытылырға тейеш. Балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре асыу йәки уларҙағы тәрбиә процесын тулыһынса башҡорт теленә күсереү өсөн ата-әсәләрҙән ғариза кәрәк.
– Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы туған телдәрҙе уҡытыуҙы хуплай. Министрлыҡ тарафынан бер нисә вариант уҡыу пландары эшләнгән. Бер вариант – уҡытыу туған телдә алып барылған мәктәптәр өсөн, икенсе вариант буйынса уҡытыу урыҫ телендә алып барыла, әммә туған телдәр өйрәнелә. Туған телдәрҙе өйрәнеү өсөн аҙнаһына өс тапҡыр сәғәттәр бүленгән. Уҡыу планын мәктәп ата-әсәләр, йәмәғәтселек менән бергә һайларға тейеш. Талап итегеҙ үҙегеҙ, хөрмәтле милләттәштәр. Бөтә закондар ҙа беҙҙең яҡлы, – тине ул, сығышын тамамлап. Ул шулай уҡ район һәм ҡала ҡоролтайҙарының отчет-һайлау йыйылыштарын уҙғарыу тәртибе менән дә таныштырып үтте. Һәр нәмә үҙебеҙҙән тора, ҡыл да ҡыбырлатмайынса башҡорт теле дәрестәрен сикләнеләр, тип әйтеү дөрөҫ түгел. Балаларҙан бигерәк, был йәһәттән беҙгә ата-әсәләр менән эшләү мөһимерәк. Күптәр үҙҙәре үк ҡыҙҙарын, улдарын туған телдән мәхрүм итә, үҙҙәре арынмаған кәмһенеү тойғоһон балаларына ла йоҡтора.
Билдәле сәнғәт эшмәкәре, Нефтекама филармонияһы директоры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Төньяҡ төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе Рәйес Исмәғилев, урындағы эшмәкәрлек йәнләнеренә өмөт итеп, тарихсыларҙың төбәккә ҙур иғтибар бүлеүен һораны.
Сарала ҡатнашҡан билдәле тарихсы Салауат Хәмиҙуллин буш ҡул менән килмәгәйне. Ул Ҡоролтай ағзаларына, ҡунаҡтарға “Башҡорт ырыуҙары тарихы” китабының “Гәрәй” ырыуы томын тапшырып, сығышында ошо төбәктең олуғ шәхесе Илдархан Мутин хаҡында һөйләп үтте:
– Гәрәй ырыуы башҡорттары борон-борондан Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында йәшәгән. Вариҫтары Башҡортостандың Илеш, Яңауыл, Краснокама райондарында һәм Татарстандың Аҡтаныш, Саллы райондарында көн итә.
Илдархан Мутин Миңзәлә өйәҙенең Өфө губернаһында старшина Ибраһим Мутин ғаиләһендә донъяға килгән. Миңзәләлә дүрт класлыҡ ҡала училищеһын тамамлаған. Февраль революцияһынан һуң ул Башҡорт милли хәрәкәтенең әүҙем ағзаһы булып китә. 1917 йылдың 20 июлендә Ырымбурҙа I Башҡорт ҡоролтайында Башҡорт өлкә шураһы составына алты ағза һайлана, шуларҙың береһе Илдархан Мутин була. III Бөтә башҡорт ҡоролтайы эше барышында Кесе ҡоролтайҙың предпарламенты составына һайлана.
1918 йылдың февралендә Башҡорт хөкүмәтенең башҡа ағзалары менән бергә ул да Ырымбур губерна хәрби-революция комитеты тарафынан ҡулға алына. Аҙаҡ казактарҙан һәм башҡорттарҙан торған частар тарафынан азат ителә. Илдархан Мутин “Тулҡын” йәштәр ойошмаһын тергеҙеү маҡсатында ойошторолған башҡорт йәштәре конференцияһында ҡатнаша. Июлдә Башҡорт хәрби советы рәйесе урынбаҫары, сентябрҙә ошо уҡ ойошманың рәйесе вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә. 1919 йылдың мартында Башҡорт Хөкүмәте Совет Рәсәйе Эшсе-крәҫтиән хөкүмәте менән килешеүгә ҡул ҡуйғас, Илдархан Мутин башта Эске эштәр буйынса халыҡ комиссары булып эшләй, ә апрелдән Башҡорт АССР-ы Башревкомының социаль тәьминәт бүлегенә күсә. Ҡыҫҡа ғүмерендә ул милли хәрәкәттә байтаҡ эш башҡарып өлгөрә.
Төбәк ҡоролтайы ваҡытында барған һөйләшеүҙә тулыһынса уның биографияһын яҡтыртыу мөмкин дә түгел, әммә шуныһы мәғлүм: Илдар Ибраһим улы, Совет власына ҡаршы эшмәкәрлектә ғәйепләнеп, 1938 йылдың 3 февралендә атыла.
Әйткәндәй, ғаиләһенән бер Илдархан Ибраһим улы ғына түгел башҡорт рухиәтендә үҙ эҙен ҡалдырған кеше. Быйыл йәй Аҡтаныш ерендә Мутиндарҙың иҫтәлегенә таҡтаташ та асылды. Был эшмәкәрлекте артабан да дауам итергә кәрәк.
Радик Бәхтиев кеүек сәмле, рухлы егеттәрҙе, дөрөҫөн әйткәндә, Баймаҡ районында ла күргәнем юҡ бөгөн. Ул – “Башҡорт ырыуҙары тарихы” китабының авторҙарының береһе генә түгел, янып-ярһып милләттәштәренең күңел күҙен асырға ынтылғандарҙан.
– Каманың был яғында ғына түгел, теге ярында ла көтөп тора беҙҙе башҡорттар. Бары тик Өфө яғынан, башҡорт тарихсыларынан, етәкселектән дөрөҫ, аңлы мөнәсәбәт кәрәк, – тине ул берсә әрнеп, берсә боҙҙоң ҡуҙғалыуына һөйөнөп.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратының баш белгесе Марат Ғилманов райондарҙа һәм ҡалаларҙа йәштәр ҡоролтайҙарын, мәктәптәрҙә балалар ҡоролтайҙарын ойоштороу тураһында һөйләне. Йәштәрҙе туплау һәм уларҙы йәмәғәт эшенә ылыҡтырыу маҡсатынан һәр төбәктә бурыстар, пландар ҡаралырға тейеш. Әйтәйек, Миәкә районы мәсьәләләре Нефтекаманыҡы менән тап килмәүе лә ихтимал. Иң мөһиме – ҡыйыулыҡ менән ең һыҙғанып эшкә тотоноу. Хәҙер йәштәр әүҙем, талантлы һәм үҙенең милли асылы хаҡында ата-әсәләренә һөйләргә әҙер. Шуға күрә төбәктәрҙә йәштәр ойошмаһы булдырыу – ул киләсәкте хәстәрләү генә түгел, ә быуындар бәйләнешен дә нығытыу.
Нефтекама филармонияһындағы сарала ижади коллективтың да сығыш яһауы һис аптырарлыҡ күренеш түгел. Киреһенсә, улар бөгөн төбәк менән үҙәктең бәйләнешенә асыҡ миҫалдар килтереп фекер йөрөттө. Директорҙың концерт буйынса урынбаҫары Рифҡәт Ғәбделйәновты тыңлауы хатта бик ауыр булып китте:
– Йылына күп концерттар бирәбеҙ, Башҡортостан ғына түгел, Татарстан, Мари Иле республикалары тамашасылары ла – беҙҙеке. Әммә эшмәкәрлегебеҙ хаҡында ваҡытлы матбуғатта бик һирәк яҙыла. Ә телевидение тураһында һүҙ ҙә юҡ, – тине ул, бик әсенеп.
Филармонияның ҡуйыусы режиссеры Ләлә Килсенбаева, республика халҡына мөрәжәғәт итеп:
– Гастролдәр менән килһәк, зинһар өсөн, беҙҙең артистарҙың сығышын урап үтмәгеҙ, – тип үтенде. – Республика филармониялары араһында беҙ беренселәрҙән булып “Урал батыр” эпосын сәхнәләштерҙек. Килеп күргәндәр әҫәрҙе бик ҡыҙыҡһынып ҡабул итте. Төбәктәргә лә уны алып сығырға ниәтләйбеҙ.
Нефтекама филармонияһының лекторий етәксеһе Рита Ҡарасурина иһә балалар менән эшмәкәрлек хаҡында һөйләне.
Нефтекама – бик үҙенсәлекле төбәк. Был яҡта йәшәгән башҡорттарға әленән-әле туған тел асылы, башҡорт рухы хаҡында иҫтәренә төшөрөп тороу зарур. Радик Бәхтиев кеүек егеттәр бар саҡта, бында милләт тамырҙары ҡайтанан барланып, халыҡ үҙ булмышына ҡайтыр.
Ҡоролтай ултырышы барышында Рәйес Абдрахман улының урынбаҫарҙары ла һайланды: беренсе урынбаҫар – Гөлфиә Динисламова (Ағиҙел башҡорт гимназияһы директоры), мәктәптәр менән эшләү буйынса – Айгөл Йәһүҙина (Нефтекама нефть колледжы директоры), йәштәр менән эшләү буйынса – Илдус Хафизов (Краснокама районының Иҫке Мошто мәктәбе директоры). Уларға эштәрендә уңыштар теләйек, халыҡты рухи, мәҙәни сараларға йәлеп итеү эшен киң йәйелдереүҙәрен теләйек.
Сарала Ағиҙел башҡорт гимназияһы директоры Гөлфиә Динисламова уҡыу йортоноң 15 йыллығы һәм Рәсәй киноһы йылы уңайынан “Арғымаҡ” республика балалар кинофестивален ойоштороу тураһында тәҡдим индерҙе. “Уның положениеһы гимназия сайтында эленгән”, – тине директор. Кем белә, бәлки, гәзит уҡыусылар араһында ла ҡатнашырға теләүселәр табылыр. Башҡарма комитет ултырышы резолюцияһына ошо конкурсты уҙғарыу тураһында тәҡдим дә инеп китте. Әйткәндәй, уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Мәғариф министрлығы, Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты ойоштора.
Төбәктә мәктәптәрҙә уҡыусылар менән эште лә йәнләндермәкселәр. Балалар ҡоролтайы ойоштороп, милли йолалар, байрамдар нигеҙендә ҡыҙҙарҙы, малайҙарҙы тәрбиәләргә ниәтләйҙәр. Зыялылар ҙа был яҡтарға юлы төшһә, Ҡоролтай ағзалары, урындағы халыҡ, гимназия уҡыусылары менән осрашып, заман һүҙен еткерер, тигән өмөттә ҡалайыҡ.
Нефтекама башҡорт гимназияһында балалар матур башҡорт милли уйынсыҡтарын эшләй. Уҡытыусылары Рәшиҙә Рябых, Гүзәл Ғайсина, бер ҡараһаң, ябай ғына һындар аша уҡыусыларҙы милли кейем, уларҙың тарихы менән таныштыра. “Балаяндар” фәнни ойошмаһы етәксеһе Гөлназ Ғарипова ла башҡорт теле нескәлектәрен генә түгел, тел, әҙәбиәт уҡытыусыһының бурысына ярашлы, ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы милли рухта тәрбиәләргә тырыша. “Уҡыусыларҙы һуғышырға, талашырға, тартышырға өйрәтергә кәрәкмәй, быға уларҙы Интернет селтәре лә, урам үҙе лә йәлеп итеүе ихтимал, матурлыҡҡа ылыҡтырып тәрбиәләгеҙ”, – ти психологтар. Улар менән һис килешмәй булмай. Япондар юҡҡа ғына мәктәптәрҙә эстетика фәнен үҙләштермәй, ошо рәүешле улар балаларын яҡтылыҡ, изгелек, матурлыҡ аша барыһын еңергә өйрәтә. Башҡорт халҡының этикаһы, эстетикаһы – үҙе бер ҡаҙаныш. Мәктәптәрҙә ойошторолған балалар ҡоролтайы ошо хаҡта онотмаһа ине.