Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һары ла майҙа ҡояш сағыла...
Һары ла майҙа ҡояш сағыла...
Көнбағыштың ҡояштай балҡып торған сәскәһе күптән инде илебеҙҙең бер символына әүерелгән, ә уның орлоғонан һығып алынған һарғылт төҫтәге хуш еҫле майһыҙ аш-һыу әҙерләүҙе күҙаллап та булмай. Уның кеше организмы өсөн файҙаһы ла баһалап бөткөһөҙ, составындағы минераль матдәләр, кислоталар, витаминдар һаулыҡ нығытыу өсөн генә түгел, ә, ғөмүмән, йәшәү эшмәкәрлеге өсөн кәрәк. Шуныһы ҡыуаныслы: халыҡ араһында ҙур ихтыяж менән файҙаланған ризыҡтың магазин кәштәләрендә төрҙәре бихисап булһа ла, Башҡортостандың үҙендә юғары сифатлы май етештереүсе предприятиеның тауарын халыҡ яратып һатып ала. Һүҙебеҙ – Шишмә ҡасабаһында урынлашҡан май етештереү заводы хаҡында.
Күптән түгел Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәт­кәрҙәре көнөндә “Шишмә май экстракциялау” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Баш­ҡортостан Хөкүмәте дипломы менән билдәләнде. Пред­приятиеның баш технологы Наталья Максимова Башҡортос­тандың ат­ҡаҙанған аҙыҡ-түлек ин­дустрия­һы хеҙмәткәре исеме менән наградланды, Шөңгәккүл сеймал базаһы Илмир Ғәй­нәтуллин, рафинация цехы инженер-механигы Роберт Сөләймәнов, водитель-экспедитор Рәмзил Вәхитов Баш­ҡортостан Ауыл хужалығы ми­нистрлығының Маҡтау грамотаһы менән билдәләнде.
Ауыл хужалығы тауарҙарын эшкәртеүсе предприятие өсөн был – юғары баһа. Хәйер, эш һөҙөм­тәләре үҙҙәре үк быны иҫбатлап тора.
Былтыр предприятиела 342 мең тонна көнбағыш эшкәртелгән – завод тарихында был иң юғары күрһәткес. Шул иҫәптән 117 мең тонна таҙартылмаған, 79 мең тонна таҙартылған май, 105 мең тонна мал аҙығы өсөн көнбағыш түпрәһе, 19 мең тонна гранулалы ҡабыҡ етештерелгән. Унан тыш, ҡабыҡ пред­приятиеның ҡа­ҙанлығында технологик быу һәм электр энер­гияһы алыу өсөн тотонола. Быйыл 266 мең тонна көнбағыш орлоғо эшкәртелгән.
692 кеше эшләгән ҙур пред­приятиеның даны күптән инде республикала ғына түгел, унан ситтә лә билдәле. Шишмә майы Рә­сәйҙә һәм БДБ илдәрендә ҙур ихтыяж менән файҙалана. Продукт сит илдәргә лә оҙатыла.
Предприятиеның генераль директоры, Башҡортостандың ат­ҡаҙанған аҙыҡ-түлек индус­трияһы хеҙмәткәре Айҙар Яҡупов әйте­үенсә, оҙайлы үҫеш программаһы буйынса, көнбағыш орлоғон тәрә­нерәк эшкәртеү, етештереү кимә­лен тәүлегенә 1000 тоннаға етке­реү ҡаралған. Бының өсөн йылдан-йыл матди-техник база яңыр­тыла бара, Рәсәй һәм сит илдең заманса технологиялары ҡулла­нылған эшкәртеү ҡора­малдары ҡуйыла.
2006 йылдан завод “Шишмә май экстракциялау” яуаплылығы сик­ләнгән йәмғиәте “Сигма” агросә­нәғәт холдингы составында эшләй. “Сигма” – Уралда һәм Себерҙә май культуралары орлоғо етеш­тереү һәм эшкәртеү продукттарын һатыу буйынса махсуслашҡан ҙур компа­нияларҙың береһе. Шишмә май заводы иһә респуб­ликалағы көнбағыш уңышын тулыһынса эшкәртеү ҡеүәтенә эйә.
2006 йылда көнбағыш ҡабы­ғынан яғыулыҡ гранулаларын етештергән яңы цех эшләй башлаған. Завод биләмәһендә автомобиль һәм вагон үлсәүҙәре, автоматик бушатыу хужалығы, сеймал лабораторияһы, тимер юл тармағы сафҡа индерелгән.
2010 йылда “Альфа Лаваль” швед компанияһы менән берлектә тәүлегенә 300 тонна үҫемлек майын рафинациялаған линия сафҡа индерелгән. Бында “премиум” маркалы май етештерелә. Технология буйынса майҙың еҫе һәм тәме тулыһынса таҙартыла, ундай продукт майонез һәм башҡа продукт­тар етештереү процесында ҡулланыла.
2014 йылда Шөңгәккүл сеймал базаһын реконструкциялау тамам­ланған, орлоҡ киптереү, елләтеү өсөн яңы ҡорамалдар ҡуйылған. Заман талаптарына яуап биргән элеватор комплексының үҙ лабо­раторияһы ла бар. Юғары технологиялар сеймалды сорт­тарға бүлеп, етештереү барышын тиҙ­ләтергә ярҙам итә. Әлеге ваҡытта унда икенсе элеватор комплексы төҙөлә.
2015 йылда ҡаҙанлыҡты реконструкциялау та­мам­ланған, 4,5 МВт ҡеүәтле мини йылылыҡ-электр станцияһы (ТЭС) сафҡа инде­рел­гән. Ҡаҙанлыҡта тәү­легенә 140 тон­на көнбағыш ҡабығы яғыла, производство етерлек пар һәм йылы менән тәьмин ителә. Шулай уҡ йәмғиәттең таҙартыу ҡо­рол­малары ла яңыртылған.
Киләсәктә “Сигма” агро­сәнәғәт холдингы Күмертау ҡалаһы би­ләмәһендәге Маячный ҡаса­ба­һында май экстракциялау заводы төҙөргә ниәтләй. Проекттың хаҡы – ике миллиард һум самаһы. Унда 300-ләп кеше эшләйәсәк. Предприя­тие өсөн сеймал Башҡорт­остан һәм Ырымбур өлкәһе етеш­тереүсе­ләренән һатып алы­насаҡ. Продукция, нигеҙҙә, Башҡортостан һәм Рәсәй төбәктәре баҙарына сыға­рыласаҡ.
Маячныйҙағы төҙөлөш эштәре тамамланғандан һуң, Шишмә май экстракциялау заводы билә­мә­һендә төрөү цехын сафҡа индереү ҡаралған (унда 60-ҡа яҡын эш урыны булдырыласаҡ).
Шулай итеп, Башҡор­тостанда литрлы һауытта тәүлегенә 400 мең дана үҫемлек майын төргән ҙур етештереү майҙансығы барлыҡҡа киләсәк. Был “Шишмә май экстракциялау” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә май орлоҡтарын ҡабул итеү, эшкәртеү, һаҡлау, май етештереү һәм төрөүҙе үҙ эсенә алған процесты тормошҡа ашы­рырға ярҙам итәсәк.


Автор: Г. САЛАУАТОВА. Район: Шишмә, Көйөргәҙе райондары.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә...

Тотош уҡырға 2

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә...

Тотош уҡырға 3

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Табиптар әйтеүенсә, уның хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана....

Тотош уҡырға 2

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды 11.03.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә