Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Икмәк ниңә тәмһеҙ?
Икмәк ниңә тәмһеҙ? Бала саҡтағы күпереп бешкән әпәкәйҙең тәме мәңге тел осонда. Әле һатыуҙа шул мәлдәрҙе иҫкә төшөрөрҙәй икмәк эҙләйбеҙ ҙә... таба алмайбыҙ. Ни өсөн?..
– Хәҙер икмәкте әллә нисек бешерәләр. Ҡайһыһына бысаҡ тейҙерер әмәл юҡ, ҡойола башлай. Элек ашап туйғыһыҙ була торғайны… Ысынлап та, сауҙа кәштәләре икмәктең һәр төрлөһөнән һығылып торһа ла, күңелгә ятҡанын табыуы ҡыйын. Берәүҙәре икенсе көнгә үк күгәрә башлай, икенселәре ауыҙға алғыһыҙ тәмһеҙ.

Элек өлкәндәр “Икмәк тураһында насар һүҙ ысҡындырырға ярамай, валсығын да әрәм итмәгеҙ, Алла бабай башығыҙға һуғыр” тиһә, бөгөн халыҡ араһында изге ризыҡҡа ҡарата ризаһыҙлыҡ һүҙҙәрен йыш ишетергә тура килә. Дөрөҫ, һуңғы йылдарҙа Туймазы районының Ҡандра ҡасабаһында, Ҡыр­мыҫҡалыла бешерелгән икмәкте кешеләр маҡтай-маҡтай ала. Әммә улар барлыҡ сауҙа нөктәләренә лә килтерелмәй. Булған хәлдә лә, тиҙ һатылып бөтә.
Йәнә ошо көндәрҙә ғәжәп яңылыҡ ишетелде. Ил Хөкүмәтенең икмәккә яңы ГОСТ-ты хуплауы көтөлә. Ул сағында элек фураж өсөн генә яраҡлы булған бишенсе класлы бойҙайҙы икмәк ризыҡтары бешереүҙә ҡулланыу законға ярашлы тип табыласаҡ. Был төр игенде башлыса мал-тыуарға ашатыу өсөн ҡулланалар…
Әйткәндәй, сифатлы икмәк менән туҡ­ланырға тулы мөмкинлегебеҙ бар кеүек. Рәсәй үҙен иген менән тулыһынса тәьмин итә. Һуңғы йылдарҙа кәштәләрҙе үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ менән тултырыу ха­ҡында һүҙ алып барғанда, был күрһәткес тә үҫә. Бер ҡараһаң, ҡыуанырға ғына кәрәк. Бойҙай нефть түгел, үҫтер ҙә рәхәтләнеп һат. Бының өсөн Рәсәйҙә сәсеүлектәр майҙаны етерлек. Нимә генә тимә, илебеҙ донъяла иң уңдырышлы ерҙәре менән дан тота.
Быйылғы тәбиғәт шарттары мул уңышҡа форсат бирҙе – бураларға 117 миллион тонна иген һалынды. “Һуңғы 40 йылда бындай уңыш алғаныбыҙ юҡ ине”, – тине был хаҡта ауыл хужалығы министры Александр Ткачев. Аҙаҡҡы тапҡыр 1978 йылда 127 миллион тонна иген йыйылған. Ә инде Италияла үткән эшлекле һөйләшеүҙә “Рәсәй – донъяла игенде экспортҡа иң күпләп һатҡан дәүләттәрҙең береһе. Былтыр, мәҫәлән, сит илгә 30 миллион тонна иген оҙатһаҡ, быйыл йәнә биш миллионға арттырасаҡ­быҙ”, – тип күкрәк һуҡтылар.
Александр Ткачев билдәләүенсә, быйыл иген бойҙайының 80 проценты самаһы – өсөнсө һәм дүртенсе класлы. Киләсәктә Ауыл хужалығы министрлығы Себерҙә һәм Алыҫ Көнсығышта яңы майҙандарҙы эш­кәртеү иҫәбенә ҡаты сортлы бойҙай күләмен етештереүҙе арттырыуҙы бурыс итеп ҡуя. Унан йәнә Азия баҙарҙарына 10 миллион тонна ашлыҡ оҙатыласаҡ. Әммә был ғына сик түгел, 2030 йылға уңышты 130 миллион тоннаға еткереү күҙаллана. Шулай ҙа киләсәктә уны 150 миллион тоннаға үҫтереү мөмкинлеге барлығы хаҡында һүҙ булды.
Рәсәй Хөкүмәте етәксеһе Дмитрий Медведев та күптән түгел, ситкә иген һатыу күләменең арта барасағын белдереп, ул 2020 йылға 40 миллион тоннаға етергә тейеш, тине. Был аңлашыла, бер ил дә фураж өсөн етештерелгән игенде алмаясаҡ. Тимәк, былай ҙа ил халҡына етмәгән өсөнсө, дүртенсе класлы ашлыҡ ситкә ағыласаҡ. Барлыҡ булғанды ҡырып-һепереп һатып, үҙебеҙҙе онотоп ебәрмәйбеҙме икән? Илдең төп байлығы һаналған граждандар үҙҙәре иң насар икмәк менән туҡланырға тейешме? Ә бит икмәк – ил ҡото, өҫтәлебеҙҙең төп ризығы.
Ни өсөн табыныбыҙҙың йәме һаналған икмәк үҙенең тәмен юғалтты һуң? Юғары даирәләрҙә “уңыш”, “экспорт” һүҙе йыш яң­ғыраһа ла, “сифат” тигәне әллә ни ише­телмәй кеүек.
Әлбиттә, был хаҡта белгестәр өндәшмәй түгел, хәбәр итә, илдә килеп тыуған етеш­һеҙлеккә ҡолаҡ һалыуҙарын һорай. Мәҫәлән, 2014 йылда Тирмән һәм эре предприятиелар берләшмәһе Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведевҡа үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр хаҡында хат юллағайны. Унда белдерелеүенсә, өсөнсө класлы бойҙайҙың бөтә ресурсы 20 миллион тоннанан артмай. Уның ете миллион тонна самаһы орлоҡҡа һалынһа, биш миллионы экспортҡа тейәлгән. Эшкәртеү һәм он өсөн илдә ни бары һигеҙ миллионы ғына ҡала. Тимәк, өсөнсө класлы бойҙай күләме ГОСТ талаптарына тап килгән ихтыяждың 42 процентына ғына тиң. Ҡалған 58-ен елемсәһе 18 – 22 процент ҡына тәшкил иткән дүртенсе класлы бойҙай менән ҡапларға тура килә. Ә сифатлы игенде онға тарттырғанда елемсә 25 проценттан да кәмерәк булмаҫҡа тейеш.
Икмәк сифатының насарайыу сәбәптәре төрлөсә. Йәнә баҙар талаптары икмәк бешереүселәрҙе ауыр хәлгә ҡуйҙы. Берен­сенән, яҡшы он аҙ, икенсенән, булғаны ла үҙебеҙҙекеләргә экспорт хаҡы менән ҡыйбатҡа һатыла. Ә дүртенсе һәм бишенсе класлы онға өҫтәү өсөн яҡшыртҡыстар һәм ферменттар кәрәк. Әммә хәҙер уларын да үҙебеҙҙә етештермәйҙәр, шаҡтай аҡса түгеп, эшелон-эшелон итеп ситтән килтерелә. Тағы биналарҙы ҡуртымға алыу хаҡы юғары, электр энергияһына тариф даими күтәрелә. Шуға ла икмәкхана хужалары сығымды кәметеү өсөн төрлө аҙымға бара.
Белгестәр әйтеүенсә, икмәктең ГОСТ йәки тиҙләтелгән технология буйынса бешерелеү-бешерелмәүен асыҡлау мөмкин түгел. Мәҫәлән, Бородино икмәге ауырлығы буйынса – бер килограмм, ул сифатлы булып бешһен өсөн мейестә 50 минуттан да кәм ултырмаҫҡа тейеш. Ә 200 грамлыҡ дүрткел икмәк бындай арауыҡта янып сығасаҡ. Тимәк, стандарт буйынса беше­релмәгән. Уның сифатын бары лабораторияла ғына билдәләргә мөмкин.
Әлбиттә, бер ниндәй ҡушылма ла сифатлы бойҙайҙың файҙалы матдәләрен алмаштыра алмай. Насар бойҙайға нимәлер өҫтәп, тәмле икмәк бешереү ысулы Рәсәйҙә лә, сит илдәрҙә лә әлегә уйлап табылмаған. Хатта Советтар Союзында иң ауыр мәл­дәрҙә лә икмәк кәмендә өсөнсө класлы бойҙайҙан етештерелгән. Әгәр уңыш насар булып, бындай он етмәһә, сит илдән һатып алғандар...
Әлбиттә, икмәктең сифаты баҫыуҙан башлана. Белгестәр әйтеүенсә, иң тәүҙә ундағы төрлө бөжәктәрҙе еңергә кәрәк. Үкенескә ҡаршы, игенде тарттырыр алдынан йыуып та тормайҙар. Ә бит ундағы бактериялар шул килеш ҡала. Икмәктең тиҙ иҫкереүенә, икенсе көнгә күгәрә башлауына ошо кәмселектәр ҙә булышлыҡ итә.
1986 – 1989 йылдарҙа СССР-ҙың икмәк ризыҡтары министры урынбаҫары һәм дәүләт икмәк бешереү сәнәғәте ғилми-тикшеренеү институтының баш белгесе Николай Чубенко: “Икмәк өсөн игендең сифаты кинәт төштө, – ти. – 1992 йылға тиклем бойҙай биш класҡа бүленде, 90-сы йыл­дарҙағы ауыр ваҡыттарҙа стандарттарҙы ҡайтанан ҡаранылар. Икмәк хәҙер ике категорияға бүленә: бешереү һәм дөйөм тәғәйенләнеш өсөн. Икенсеһе элек мал-тыуар өсөн оҙатылған. Бөгөн ошо ике айырманы бер кем дә тикшермәй. Советтар Союзы ваҡытында икмәк бары ГОСТ буйынса әҙерләнһә, әле икмәк заводтарына үҙҙәре эшләгән техник шарттар буйынса бешереү рөхсәт ителгән. Йәнә “дөйөм тәғәйен­лә­неш”тәге онға уның күрһәткесен нормаға еткереү өсөн тирмәндәрҙә клейковина йәки глютен ҡушыла. Документта унан әҙерләнгән икмәк яҡшы күренһә лә, ғәмәлдә иһә тәме буйынса бөтөнләй сифатһыҙ аҙыҡ килеп сыға. Тағы 2011 йылдан бойҙайҙы һәм ондо зарарлы матдәләр менән эшкәртә башланылар”.
Әлбиттә, икмәктең сифатын яҡшыртырға мөмкин. Белгестәр әйтеүенсә, төҙәтеп булмаҫлыҡ хәл түгел был. Бының өсөн изге ризыҡты әҙерләүселәр кисекмәҫтән дәүләт яҡлауын тойорға тейеш. Мәҫәлән, донъяла иң осһоҙ икмәк Мысырҙа икәнлеге һәр кемгә мәғлүм, сөнки унда иген етештереүселәрҙе дәүләт һәр ваҡыт үҙенең ҡурсауы аҫтында тота.
Икенсенән, илдә ниндәй класлы бойҙай күпме ҡалырға тейешлеге аныҡ булырға тейеш. Ҡулланыусылар кәрзинендә бил­дәләнеүенсә, йыл һайын Рәсәйҙә бойҙай оно иҫәбенән 14 миллион тонна икмәк ризыҡтары ҡулланыла. Ә етерлек кимәлдә етештереү өсөн 19 миллион тонна өсөнсө класлы бойҙай оно талап ителә. Тимәк, дәүләт ошо уҡ күләмдә ошондай класлы бойҙай һатып алырға һәм һаҡларға бурыслы. Тейелгеһеҙ запас йыл һуҙымында тотороҡло хаҡҡа икмәк бешереүселәргә бүлеп бирелергә тейеш.
Үкенескә ҡаршы, икмәктең сифатына зыян килтергән башҡа факторҙар ҙа бихисап. Мәҫәлән, электр хаҡына, биналарҙы ҡуртымға алған хаҡ әкиәт батырылай үҫә. Бындай шарттарҙа сығымдарҙы нисек тә кәметергә теләгән эшҡыуарҙар төрлө алым­дарға бара, заманса мейестәрҙә икмәк сифатлы бешһен өсөн тәғәйен ваҡыт тотолмай. Был барлыҡ талаптарҙы Дәүләт икмәге (Госхлеб) тергеҙеп, инспекция туранан-тура Хөкүмәт ҡарамағында булырға тейеш. Әлбиттә, ГОСТ-ты юҡҡа сығарырға ярамай, сөнки икмәк – ил именлеген тәьмин иткән төп ризыҡ.
Икмәкте нисек һайларға һуң? Уның уртаса һаҡлау ваҡыты өс көн. Әгәр этикеткаһында бынан да күберәк ваҡыт күрһәтелә икән, тимәк, ул төрлө консерванттар менән тултырылған. Бармаҡ менән төртөп ҡарағыҙ, әгәр ул тиҙ генә үҙ хәленә ҡайтмаһа, тимәк, алырға ярамай.

Былар ҡыҙыҡлы
Икмәк — барлыҡ донъя халҡы һәм бөтә дин вәкилдәре хөрмәт иткән берҙән-бер ризыҡ.
***
Арыш икмәге һаулыҡ өсөн файҙалы, унда организм өсөн туҡлыҡлы матдәләр күп. Йәнә ул йөрәк өсөн диетик аҙыҡ булараҡ мөһим. Унда артыҡ холестеринды сығарыуға ярҙам иткән матдәләр бар. Шулай уҡ йөрәк-ҡан тамырҙары ауы­рыуҙарын иҫкәртеү йәһәтенән дә шифалы. Арыш икмәгенән беҙ аҙыҡ эшкәртеүҙе тиҙләткән һәм эс ҡатыуын булдырмаған күп күҙәнәктәр алабыҙ.
***
Туғыҙ секунд эсендә комбайн 70 буханка икмәк бешерерлек бойҙай ура.
***
Молдавияла һоро икмәк бар. Уға патока менән әнис ҡу­шалар.
***
Европала француздар икмәкте иң күп ашаған халыҡ булараҡ билдәле. Унда ул йылына һәр кешегә 67 килограмм тура килә.
***
Тәүҙә аҡ икмәк менән туҡланғандар. Ҡара икмәк XII быуатта ғына барлыҡҡа килгән. Ул халыҡҡа бик оҡшап ҡалған.
***
Урта быуаттарҙа байҙар аҡ икмәкте өҫтөн күргән. Улар ҡара икмәк ярлыларҙың аҙығы тигән ҡарашта булған.
***
Ҡаты алыштарҙан һуң Наполеон сабырлығы өсөн атын икмәк менән һыйлаған.
***
Тәүге икмәк имән алмаһынан бешерелгән. Имән ағасы үҫмә­гән ерҙәрҙә ондо сәт­ләүектән әҙерләгәндәр.
***
Ер йөҙөндәге халыҡ көн һайын 9 000 000 самаһы ҡалас ашай. Бынан 90 миллион бутерброд эшләргә мөмкин булыр ине.
***
Икмәктең 50 проценты бутерброд әҙерләүгә тотонола. Англияла сырлы бутербродҡа, ә Америкала ветчинаға өҫ­төнлөк бирәләр.
***
“Росстат” мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙең һәр кешеһе йылына 63,4 килограмм икмәк ризыҡтары ашай.
***
1988 йылда Санкт-Петербургта “Ленхлебпром” берек­мәһе икмәк музейын булдыра. 1993 йылда ул ҡаланың Мәҙәниәт комитетына күсерелә.
***
Яңы Уренгой ҡалаһында Бородино икмәгенә һәйкәл бар. Ул тарихҡа ингән дәһшәтле Бородино һуғышына 200 йыл тулыу айҡанлы асылған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Айҙар
    Айҙар от 25.11.2016, 17:31
    "Илдең төп байлығы һаналған граждандар үҙҙәре иң насар икмәк менән туҡланырға тейешме? " -- ти автор. Ысынлап та, элек икмәк тәмле була торғайны.Район үҙәге икмәкханалары бешергән икмәк Өфөнөкөнән ныҡ айырыла ине.Райондыҡылар туҡлыҡлы ла,тәмле лә була торғайны.Өфөнөкө һәр йәһәттән ҡайтышыраҡ булды.Беҙ Иглин тирәһенән поезд менән үткәндә, поездан төшөп ҡалып,Өфөгә икмәк алып ҡайта торғайныҡ.Ә Бүздәк икмәге ниндәй тәмле ине ! Әбйәлил икмәге тәпәш кенә ине,тәме лә шәптән түгел ине.Федоровканыҡы ашап туйғыһыҙ ине. Ине,ине,ине... Хәҙер иһә икмәк сәпсим бүтән,әллә опильканан бешерәләрме икән,тип тә уйлап ҡуяһың.Венер туған,мөһим мәсьәлә күтәрәһегеҙ. Тик был яҙманы нәчәлниктар уҡымай бит. Уҡымағас,мәҡәләнән ни файҙа? Исмаһам,ниндәйҙер йоғонто яһарҙай кешегә әйтеп,сара күрелеү-күрелмәүен, һөҙөмтәһен гәзиткә яҙһағыҙ, арыуыраҡ булмаҫмы? Рәхмәт, ҡусты, хикәйәләрегеҙ ҙә, мәҡәләләрегеҙ ҙә бик көслө. Имен-аман йөрөгөҙ.

  2. Ильнур
    Ильнур от 06.12.2016, 23:33
    Ысынлап та хәҙер икмәк тәмһеҙ шул. Мөһим тема күтәрә автор. Рәхмәт






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 097

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 451

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 987

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 895

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 651

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 243

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 462

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 965

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 516

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 339

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523