Нурислам ағай урамда йөрөп инде лә йәһәтерәк компьютерын ҡабыҙҙы. Бер кем дә өйҙә юҡта тиҙерәк асып ҡарарға кәрәк. Бәлки, берәй хәбәр барҙыр. О-һо, яҙғандар бит. Берәү генә лә түгел!
“Нурик, үҙеңде бер күреүҙән оҡшаттым. Һинең кеүектәр хәҙер һирәк. Ул ҡараш, төҫ-баш – барыһы ла бар. Әйҙә, танышайыҡ”. "Аҡыллы ҡарашың менән әсир иттең. Күптән шундай етди кеше менән осрашырға хыяллана инем”. ”Беҙ һинең менән һәйбәт пар булыр инек. Бына тигән хужабикәмен. Ә һин ысын ир-егетһең...”
Бына ниндәй хаттар килгән! Тулҡынланыуҙан ағайыбыҙҙың маңлайына бөрсөк-бөрсөк тир бәреп сыҡты. Уның һымаҡты быға тиклем күргәне булмағас ни... Шунан берәм-берәм тегеләрҙең фотоһүрәттәренә иғтибар итте. Барыһы ла сибәр бит әле. Бынау оҙон толомло, ҡара ҡашлы, ҡара күҙлеһе бигерәк яғымлы. Ҡайҙа нимә яҙған икән? “Мин Сәриә булам. Фотоғыҙҙы күреп, бик оҡшаттым үҙегеҙҙе. Һеҙҙең менән аралашырға теләйем”, – тигән.
Уй әттәгенәһе, оҡшаттым тигәнме шул? Миңә лә һин бик оҡшайһың да ул. Тик... Артабан ни эшләргә? Өйҙәгеләр белеп ҡалһа, харап бит. Анау Морат ҡәйнеше ҡотортмаһа, йөрөр ине әле тыныс ҡына. Ауыртмаған башҡа тимер таяҡ. “Апайҙың үлгәненә байтаҡ булып китте. Өйлән берәйһенә. Әле ни һин типһәң тимер өҙөрлөкһөң. Ғүмер буйы яңғыҙ йәшәргә уйлайһыңмы ни?”– тип өҙмәне лә ҡуйманы.
– Ҡуйсәле, юҡты һөйләмә, – тип Нурислам ағай башта ҡырҡа ҡаршы килде. – Өйләнәйем тиһәң дә, ҡайҙан табаһың донъя көтөрҙәй арыу ғынаһын.
– Эй, аптырағанһың икән, хәҙер бит Интернет заманы. “Бәйләнештә” сайтына керәһең дә ҡарайһың. Унда ниндәйҙәре генә юҡ. Теләгәнеңде һайлап ал. Их, мин өйләнгәндә шундай нәмәләр юҡ ине. Атай менән әсәй кемде һайланы, шуға тоттом да өйләндем.
– Һуң мин бит хәҙер йәш кеше түгел. Алтмыш йәштә ниндәй танышыу булһын ти?
– Бүстәк, еҙнә. Һинән өлкәнерәктәр таныша әле. Йәшеңде бер 10–15 йәшкә кесерәйтеп яҙ ҙа йәшерәк сағыңдағы берәй фотоңды ҡуй. Төҫ-башҡа килгәндә әле лә нисауаһың, ә матур һүҙҙәр һөйләргә һине генә ҡуш. Әйҙә, һуштарын ал. Мин шулай танышҡан кешеләрҙе беләм. Һәләк матур йәшәп ятыусылар бар.
Ошо һөйләшеүҙән һуң байтаҡ ҡына уйланып йөрөнө Нурислам. Шунан бер көндө хәл итте лә ҡуйҙы. Исемен ҡыҫҡартып “Нурик” тип алырға булды. “Эсмәгән, тартмаған 42 йәшлек ир-уҙаман күркәм холоҡло мосолман ҡатын-ҡыҙы менән танышырға теләй”, – тип яҙҙы ла туҡтап ҡалды. Ултыра биргәс, тағы ла әллә күпме матур сифаттарын өҫтәне. Шунан үҙенең яҙғанынан үҙе ҡәнәғәт йылмайып, фотоальбом араһынан йәш сағындағы һүрәтен эҙләргә тотондо. Әллә күпмеһен алдына теҙеп һалды. Ҡайһыһын ҡуйырға белмәй оҙаҡ ҡына аҙапланды. Аҙаҡтан бөтөнләй кире уйлап, интернеттан ғына фото табып ҡуйырға булды.
Бына шулай башланды танышыу тарихы. Хәҙер ана бөтөнләй айырыла алмай ноутбугынан. Иртән торғас та балаларының – эшкә, ейәне менән ейәнсәренең уҡырға киткәнен саҡ көтөп ала. Сығып китеүҙәре була, серләшә лә башлайҙар. Ә унда береһенән-береһе ҡыҙығыраҡ хаттар яуа ғына. Баштараҡ бөтәһенә лә яуап яҙып маташты. Аҙаҡ барыбер шул Сәриә тигәненә туҡталырға булды. Күңеленә бигерәк ятты ла ҡуйҙы шул. Рәхәтләнеп аралаштылар. Бөтә тормошо үҙгәргәндәй булды Нурисламдың. Быны өйҙәгеләр ҙә һиҙмәне түгел.
– Олатай, әллә ғашиҡ булдыңмы? Һуңғы ваҡытта бик ныҡ үҙгәрҙең әле. Һыҙланам, тип шыңғырлай ҙа ултыра торғайның, хәҙер, ана, егеттәр һымаҡ осоп ҡына йөрөйһөң, – тип шаяртып алды бер көндө ейәнсәре.
– Үҙеңде бел әле. Һинең дә бит ҡулыңдан тиктомалға әйберҙәрең төшөп ватыла йә ҡысҡырып йырлап ебәрәһең, ҡайһы ваҡыт әйткәнде лә ишетмәйһең. Шуға ҡарамаҫтан, мин һиңә бер ни тип тә бәйләнмәйем.
Гөлнурҙың битенә һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе. Оялды, ләкин олатаһына ҡаршы өндәшмәне, тиҙерәк үҙенең бүлмәһенә йүгерҙе.
“Шул тиклем һиҙеләме икән ни?” – тип Нурислам да ныҡ ҡына борсолдо. Сәриәнән йәшлек дәрте урғылып торған иҫ китмәле матур хаттар килә шул. Суҡынмыш, башты тамам әйләндерҙе. Хыялдарға бирелеп донъяһын оноттора ла ҡуя.
Шулай байтаҡ ваҡыт аралаштылар. Ситтән булһа ла бер-береһенә ныҡлап өйрәнеп тә киттеләр шикелле. Ә бер көндө уйламағанда ағайыбыҙ һөйгәнен осрашыуға саҡырҙы. “Искра” кинотеатры алдындағы ҡурай уйнап торған малай эргәһендә", – тине.
Был урынды Нурислам ярата. Ейәнсәре бәләкәй саҡта бергәләп йыш була торғайнылар унда. Ленин майҙаны ла, цирк та яҡын. Цирк ҡарағандан һуң рәхәтләнеп ял итәләр ине. Хәҙер күптән ул яҡтарҙа булғаны юҡ. Ейәнсәренә лә 20 йәш бит инде. Ана, хәҙер университетта уҡып йөрөй.
Бәй... Ағай үҙенең уйынан үҙе ҡурҡып ҡуйҙы. Сәриә бөтөнләй икенсегә, йәғни фотолағы кешегә ғашиҡ та инде. Их, шунда алдашмаһа ни булған? Былай ҙа уға: “Бигерәк йәш сырайлыһың”, – тип 60 йәште бер кем дә биргәне юҡ. Ысын йәшен генә ҡуйһасы. Оҡшатһа – оҡшатыр, оҡшатмаһа – юҡ. Уның ҡарауы, былай оятҡа ҡалмаҫ ине. Уф, нисек мин был турала уйламағанмын. Тамам башымды юғалтҡанмын икән дәһә. Юҡ, бер ҡайҙа ла бармайым.
Улай ҙа егеттәрсә түгел инде. Сәриә бит көтәсәк. Үҙе саҡырҙы, килешеп бөтмәйәсәк. Шулай берсә кейенеп-яһанып, берсә бармайым тип сисенеп ташлап, көҙгө алдында әллә күпме аҙапланғандан һуң билдәләнгән ваҡытҡа бер сәғәттән дә әҙерәк ҡалғас, такси саҡыртты. Ни булһа ла булыр, барырға, күрергә кәрәк.
Әһә, ул алданыраҡ өлгөрҙө. Һәйкәл эргәһендә кеше күренмәй. Ҡатын-ҡыҙ көттөрөргә ярата инде ул, тип яҡындағы киоскыға гөлләмә алырға юлланды.
...Ҡулына сәскәләр тотҡан олатаһын күреп Гөлнур аптырап ҡалды. Нимә эшләп йөрөй икән ул бында? Кемде көтә? Уға ҡыҙыҡ булып китте. Шуға олатаһының янына килмәй, ситтән генә күҙәтергә булды. Ул үҙе лә бөгөн яңы танышы менән ошонда осрашырға тейеш. Ҡыҙыҡ, ни өсөн ул нәҡ ошо урынды һайланы икән?! Был бит уларҙың олатаһы менән икеһенең яратҡан урыны була торғайны.
Олатаһы арыны шикелле. Яйлап баҫып яҡындағы эскәмйәгә барып ултырҙы. Ә ниңә осрашыуға саҡырған егет һаман күренмәй? Былай тәүәккәл генә кешегә оҡшаған кеүек ине. Интернет аша танышҡайнылар. Йәш-елкенсәктең теләһә ниндәй буш һүҙенән ялҡып, олораҡ йәштәге, етдиерәк кеше менән аралашҡыһы килгәйне уның. Артыҡ йәш күренермен тип, үҙенең фотоһын ҡуймағайны. Уның ҡарауы, бөгөн сюрприз буласаҡ. Тик тәүге орашыуға уҡ егеттең шулай һуңлап йөрөүен генә оҡшатманы Гөлнур. Улай тиһәң, донъяның ни эше юҡ? Йә берәй ерҙә тығында ултыралыр, тип ҡыҙ үҙен тынысландырырға тырышты. Олатайым янына барып, хәлен белешеп киләйем булмаһа, тип йәшенгән урынынан сыҡты.
– Кемдең олатаһы ултыра икән? – тигән тауышҡа тегеһе терт итеп ҡалды. Нимә тип әйтергә белмәй, баҙаны ла төштө. Исмаһам, башына берәй йүнле фекер килһәсе. Нимә тип алдарға һуң? Дөрөҫөн һөйләп ултырып булмай ҙа инде. Ә тегеһе үс иткәндәй: “Һөйлә инде. Аҙаҡ мин дә һиңә бер серемде асырмын", – тип тәтелдеген сыҡты.
– Эй, ҡыҙым, ҡартайғанда тыртайған, тип минең кеүектәргә әйтәләр инде. Әллә кемдәрҙе тыңлап, Интернет аша бер ханым менән танышҡайныҡ.
– Шунан, шунан?
– Килдем, ә ул юҡ. Шул тиклем матур итеп хәбәрләшеп торҙоҡ. Әҙерәк кенә алдашырға тура килгәйне. Шуны һиҙенгәндер, ахырыһы.
– Нимә тип, олатай?
– Йәшемде бер аҙ үҙгәртеп күрһәткәйнем.
– Нисә йәшкә?
– Байтаҡҡа. Моғайын, ул килгәндер ҙә, ситтән генә мине күреп, ҡайтып киткәндер. Бында башҡаса бер кем дә булманы юғиһә.
Ҡыҙ нимәлер һиҙенгәндәй итте.
– Ә исемеңде кем тип ҡуйғайның?
– Нурик.
– Уныҡы?
– Сәриә.
Гөлнурҙың аяҡ быуындары йомшарып, бер аҙ сайҡалып ҡуйҙы. Ярай әле, олатаһы бер нәмә лә һиҙмәне. “Ул килмәйәсәк, көтмә, олатай”, – тип кенә әйтә алды. Ә бына үҙенең серен ул бер ҡасан да, бер кемгә лә асмаясаҡ.
Бик ҡыҙыу төҫ алған танышыу ана шулай ҡапыл ғына тамамланды. Мөхәббәттә алдашыу килешмәй шул, Интернет аша танышыу ҙа, күрәһең, һәр ваҡыт уңышлы тамамланмай.