Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сер пәрҙәһен бер аҙ асып...
Сер пәрҙәһен бер аҙ асып... “Һәр кеше, һәр халыҡ үҙенең тарихи үткәнен белергә, уға таянып тәжрибә тупларға теләйҙер. Был йәһәттән антропология ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Ул боронғо тарих, археология һәм этнография буйынса беҙҙе ҡыҙыҡһындырған байтаҡ һорауҙарға яуап бирә, тарихты күҙалларға ярҙам итә. Үткән хәл-ваҡиғаларҙы – балауыҙҙан яһалған һындар музейы, ә антропологты һөйәк, һөлдәләрҙе өйрәнеүгә мөкиббән, әммә ҡоро, теүәллекте яратҡан кеше тип ҡабул итһәк, күҙ алдыбыҙға ул ысынлап та сәйер әҙәм, анахорет булараҡ баҫа. Әммә мин ундай бер генә антропологты ла осратҡаным юҡ...” – тип яҙған совет ан­тропологы һәм тарихсыһы Валерий Алексеев.
Һәр халыҡтың этно- һәм расогенезын өйрәнеүҙә краниологик материалдар иң мөһим сығанаҡтарҙың береһен тәшкил итә (краниология – кешенең һәм хайуан­дарҙың баш һөйәктәрен өйрәнеүсе фән). Археологик эҙләнеүҙәр барышында табылған баш һөйәктәрен – палеоантропологик йыйылмалар, ә һуңыраҡ барлыҡҡа килгән ҡәберлектәрҙән табылғандарын краниологик материалдар тип атайҙар. В.П. Алексеевтың фекеренсә, “краниологик материалдарҙың төп үҙенсәлеге шунда: улар антропометрик һәм палеоантропологик мәғлүмәттәрҙе бәйләй. Краниологик мәғлүмәттәр боронғолоҡ менән хәҙерге заман араһындағы күперҙе, палеоантропологиянан заманса антропологияға күсеүҙең мөһим звеноһын тәшкил итә”. Төрки телле халыҡтар буйынса ХIХ быуатта йыйылған краниологик материал­ тәүге анализды ла тап ул яһай, был материалдарҙы Көнсығыш Европа­лағы төрки халыҡтарҙың сығышы юҫығында тикшерә.
Башҡорттарға ҡағылышлы краниологик материалдарҙы беренсе булып антрополог М.С. Акимова йыя. Ул Волга, Кама йылғалары һәм Урал буйында йәшәгән боронғо халыҡ палеоантропологияһы менән ҡыҙыҡһына.
1962 йылда Мария Акимова Баш­ҡортостандың Кушнаренко районындағы Мәүлет ҡәберлегендә ҡаҙыу эштәре барышында төньяҡ-көнбайыш башҡортта­рына ҡағылыш­лы краниологик материал туплай. Ҡәбер таштарын­дағы яҙмалар­ҙан күренеүенсә, был ерҙә ХIV – ХVIII быуат­тарҙа Дыуан ырыуы башҡорттары ерләнгән була. Ерләү йолаһы үҙенсә­лек­тәре мәжүсилектән мосолман ҡанунда­рына күсеүҙе сағылдыра. Әле был коллекция МДУ-ның Антропология институ­тындағы краниология фондында һаҡлана. Ғалим-этнолог, антрополог Ринат Йосопов ошо ҡаҙылдыҡтарҙы үҙенең диссерта­цияһында төньяҡ-көнбайыш башҡортта­рының антропологик үҙенсәлектәрен асып биреү өсөн файҙалана.
Ғүмерен антропология фәне менән бәйләргә ҡарар иткән Ринат Мөхәмәт улы Йосопов 1976 йылда СССР Фәндәр академияһы Н.Н. Миклухо-Маклай исемендәге этнография институтының Ленинград бүлексәһе ҡарамағындағы аспирантураға уҡырға инә. Ленинград антропология мәктәбенә ул осорҙа билдәле антрополог Илья Ильич Гохман етәкселек итә. Уның башланғысында йәш аспирант Башҡортостан биләмәһендә краниологик тикшеренеүҙәрен башлай. И.И. Гохмандың антропология мәктәбендә этно- һәм расогенезды мотлаҡ ошо төбәктә йәшәгән боронғо халыҡҡа бәйләп өйрәнеү ҡануны йәшәп килә һәм Ринат Йосопов та унан тайпылмай эш итә. Ринат Мөхәмәт улының яҡын дуҫы В.И. Хартанович та был осорҙа карелдар менән саамдар буйынса краниологик материалдар йыйыу менән шөғөлләнә.
1977 йылдан 1987 йылға тиклем респуб­ликалағы, шулай уҡ Силәбе һәм Пермь өлкәләрендәге ташландыҡ башҡорт ҡәберлектәрендә ҡаҙыныу эштәре һөҙөмтәһендә ХVIII – ХХ быуат башында йәшәгән башҡорттарҙың 12 баш һөйәге табыла. Әйтергә кәрәк, Ринат Йосоповтың ул осорҙа, мәҫәлән, ҡаҙаҡтарҙың кранио­логияһы буйынса материалдар йыйыу менән шөғөлләнгән Ораҙаҡ Исмәғо­ловтыҡы кеүек бындай эштәрҙе башҡарыу өсөн административ ресурс та, финанс мөмкинлектәре лә булмай.
“Мәскәүҙә, аспирантураға уҡырға ингәс, Ҡаҙағстан буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҙа ҡалһам, төбәккә барып, һөйәк материалдарын йыйырға кәрәк, тигән бурыс ҡуйҙылар. “Бындай экспедицияны ойоштороу республика Фәндәр академияһының хәленән килерме?” тигән һорау тыуҙы. Ғилми етәксем Георгий Дебец Мәскәүгә кәңәшмәгә Сатпаевтың килеүе тураһында хәбәр итте. Ҡунаҡханаға уның янына юлландым. Был кешенең йәштәрҙәге ынтылышты һиҙеү һәләтенә әле булһа һоҡланам. Бер-беребеҙҙе тәүгә күреүебеҙ. Яҡлаусым да, маҡтаусым да юҡ. Үҙемдең проблемамды һөйләп бөтөүгә “Экспедицияға әҙерлән” тигән яуап ишеттем.
Өс көн үтеүгә СССР Фәндәр академия­һының Этнография институты директоры Сергей Толстов миңә Сатпаев ҡул ҡуйған телеграмманы тотторҙо. Унда остеологик материал йыйыу буйынса өс айлыҡ экспедицияға аспирант Ораҙаҡ Исмәғоловҡа 12 мең һум аҡса бүлеү хаҡында әйтелгәйне. Ул дәүерҙә дүрт “Москвич” автомобиле шул хаҡҡа төшә ине, хатта академиктарҙың бындай аҡсаны күргәне булмағандыр. Ошо экспедицияла ХVI, XVIII, XIX һәм XX быуаттарға ҡағылышлы байтаҡ материал йыйҙым, диссертация яҡланым, Ҡаҙағстандың боронғо һәм хәҙерге халҡының физик антропологияһы буйынса бер нисә хеҙмәтемде баҫтырып сығарҙым”, – тип һөйләгәйне О. Исмәғолов бер мәл.
Ринат Мөхәмәт улы Башҡортостан райондарына экспедицияларын хәтергә төшөргәндә, ҡайһы бер мәрәкә хәлдәрҙе лә телгә ала ине. Атай-олатайҙарҙың мәңгелек төйәген сит-яттарҙан ҡурсалаған аҡһаҡалдар менән уртаҡ тел табырға уға итәғәтлелеге, тәбиғәттән бирелгән һөйкөмлөлөгө һәм инандырыу һәләте ярҙам иткәндер, моғайын.
Әле Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт инсти­тутының этнология бүлеген­дәге краниологик коллек­цияһында 846 экспонат (баш һөйәге) иҫәпләнә. Башҡорттар буйынса краниологик фондтар менән бер рәттән бында бронза, тимер дәүеренә һәм урта быуаттар башына ҡараған боронғо некрополдәрҙән табылған баш һөйәктәрен үҙ эсенә алған палеоантропологик фондтар ҙа һаҡлана. Борон Көньяҡ Уралды төйәк иткән сармат­тарҙың Филиппов һәм Переволочанск ҡурғанда­рындағы ҡәберлектәрҙән табылған баш һөйәктәре коллекцияның төп үҙенсәле­гелер, моғайын. Ҡара-абыҙ мәҙәниәтенән ҡалған Шипов, Охлебин, Әстрхан өлкәһендәге Бәхтийәр ҡәберлектәрендә табылған баш һөйәктәрен дә билдәләргә кәрәк.
Ринат Йосопов үҙенең тикшеренеү­ҙәрендә краниологик материалдарҙы тарихи сығанаҡ рәүешендә ҡуллана. Уларға таянып ул: “Этногенезға һәм халыҡтың этник тарихына бер яҡлы ғына мөнәсәбәт уның тарихи айырымланыуына, тел һәм мәҙәни реконструкцияһында бер төрлөлөккә килтерә. Этногенездың төрки гипотезаһын ғына абсолютлаштырыу халыҡ тарихының ярлыланыуына сәбәпсе буласаҡ, сөнки мәҙәниәттең байтаҡ күренештә­ренә, телдең элементтарына төрки ерлектән сығып ҡына аңлатма биреү мөмкин түгел. Шуға күрә төбәктең этник тарихындағы төрки этап, уға тиклем иһә һинд-иран һәм фин-уғыр дәүерҙәрен үтеү хаҡында һүҙ алып барырға кәрәк. Тап уларҙың нигеҙендә халыҡтың сығышына ҡағылышлы бер нисә теория барлыҡҡа килгән”, тигән һығымтаға килгән.
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының этнология бүлегендәге краниологик фонд кәштәләрҙә “үле йөк” булып ята икән, тип уйлай күрмәгеҙ. Был йәһәттән Мәғрифәт­селек дәүерендә анатомия театрҙарының ишек башындағы “Hic locus ubi mortui docent vivos” тигән яҙманы хәтергә төшөрөү урынлы булыр. “Үлеләр тереләрҙе өйрәткән урын” тип тәржемә ителә ул.
Башҡорттар буйынса краниологик материалдар ғәйәт ҙур ғилми ҡеүәткә эйә. Ринат Мөхәмәт улы Йосопов был өлкәлә классик краниометрия менән бер рәттән башҡа үҙенсәлектәр нигеҙендәге тикшере­неүҙәргә лә ҙур әһәмиәт бирә. Атап әйткәндә, ул башҡорттарҙың баш һөйәгендәге үҙгәреүсән йәки күп төрлө дискрет үҙенсәлектәрҙе өйрәнеү башланғысын индерә. Башҡорттарҙың одонтологик үҙенсәлектәре буйынса ла алда ҙур эш көтә. Краниотригонометрия өлкәһендәге тикшеренеүҙәр ҡыҙыҡлы һәм көтөлмәгән һөҙөмтә бирмәксе. Башҡорттар буйынса краниологик материалдар ҙа кеше экологияһы, палеопатология юҫығында ҡаралыуын көтә.
Ринат Мөхәмәт улы антропология фәненең тарихи шәхестәрҙе һөйәктәре буйынса идентификациялау кеүек ҡатмарлы һәм махсус өлкәһендә үҙен оҫта белгес-антрополог итеп күрһәтте. 2009 йылда уны Ҡаҙағстан яғынан “Хан Молласы” некрополендәге һөйәктәрҙе тикшереүгә йәлеп итәләр, сөнки Йосопов Көньяҡ Урал буйында брон­за һәм тимер дәүеренән ҡалған исемһеҙ ҡәберлек­тәрҙә табылған һөлдәләр менән эш итеү йәһәтенән ҙур тәжрибә туплап өлгөргән була. Ул шулай уҡ фажиғәле һәләк булған мәшһүр шағир Шәйехзада Бабичтың һөйәктәрен идентификациялауға күп көс һала. Бынан тыш, медицина өлкәһендәге төплө әҙерлеге уға һөлдә һөйәктәрен имгәнеүгә килтергән теге йәки был ваҡиғаларҙы асыҡлау өсөн мәғлүмәт сығанағы рәүешендә файҙаланыу мөмкинлеген бирә.
Ринат Мөхәмәт улы, Көнбайыш Ҡаҙағс­тандан сират­тағы сәфәренән ҡайтҡас, кесе жуз ҡаҙаҡтарының Рәсәй империяһына ҡушылыуын яҡлаған XVIII быуат уртаһын­дағы ҡаҙаҡ ханы Әбелхәйерҙең һәләк булыуына килтергән ваҡиғалар сылбырын тергеҙергә тырыша. “...Уны дала һуҡмаҡтары сатында йәшеренеп көттөләр. Йыртҡыстарса һөжүм иттеләр. Үткер һөңгө биҙәкле бохар халаты аҫ­тынан кейелгән һайман ғына һаҡлаған ҡорһағына үтеп инде. Әбелхәйер хан артҡа ҡайҡайып китте һәм, эйәрендә тигеҙлеген юғалтып, түбән тәгәрәне. Ҡанһыраған яраһын ҡулы менән ҡаплап, ҡынынан ҡылысын сығарырға маташты. Әммә Барак хан йылғырыраҡ булып сыҡты, үткер ҡылысы менән дошманының башта уң яҡ иңбашына сабып ебәрҙе, унан башын сабып өҙҙө”. Тап ошондай картина баҫа уның күҙ алдына.
Данлы юлбашсы, оҫта сәйәсмән тип танылған Әбел­хәйер ханды башҡа ҡаҙаҡ лидерҙары өнәп етмәй. Шуларҙың береһе – абруйлы солтан Барак Әбелхәйерҙең һәр етешһеҙлеген, хатаһын үҙ мәнфәғәтендә файҙаланып ҡалырға тырыша. 1748 йылдың авгусында Орск ҡәлғәһенән ҡайтышлай Әбелхәйер Барак менән осраша. Алыш сыға, Әбелхәйер һәләк була. Ҡаҙаҡ халҡы үҙ батыры хаҡында яҡты иҫтәлек һаҡлай. Уның Аҡтүбә өлкәһендә Ҡабырға йылғаһының Олкейеккә ҡойған ерендә, “Хан Молласы” (“Хан ҡәбере”) некрополендә ерләнеүе тураһында ла фараздар бар. Ошо ерҙә табылған баш һөйәген, һөлдәне тикшереп, алынған материалдарҙы хандың үлеменә килтергән хәл-шарттар тураһындағы тарихи мәғлүмәттәр менән сағыштырғандан һуң Ринат Йосопов, ерләнгән кешенең Әбелхәйер хан булыуы бик мөмкин, тигән һығымтаға килә. Баш һөйәге, пластиктан хандың йөҙөн яһау өсөн, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты­ның Антропологик реконструкция лаборатория­һына килтерелә. Күсермә яһалғас, баш һөйәге ҡайтанан Ҡаҙағстанға оҙатыла.
Р.М. Йосопов легендар хан тураһын­дағы мәғлүмәттәрҙе тикшереүгә, краниологик нигеҙҙә уның йөҙ-ҡиәфәтен терге­ҙеүгә тәрән ҡыҙыҡһыныу белдерә. Әммә башлаған эшен тамамлау насип булмай уға. 2011 йылдың ғин­уарында вафат була.
Тормошҡа ашмаған байтаҡ проекттары, тамамлан­маған мәҡәләләре, китаптары ҡалды ғалимдың. Әле уның эшен уҡыусылары, иптәштәре, фекерҙәштәре дауам итә.

Алексей Нечвалода,
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты антропологы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873