Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күңеле бай, йөҙө яҡты
Күңеле бай, йөҙө яҡты Бөгөнгө заманда һәр кем Интернет селтәренән кәрәкле мәғлүмәтте тиҙ табыу мөмкинлегенә эйә. Кемдер уны эҙләү өсөн китапханаға барыуҙы күҙ алдына ла килтермәй. Бигерәк тә бындай күренеш ҡалала йәшәгәндәр өсөн хас. Әммә ауыл халҡы тормошон китапханаһыҙ күҙ алдына килтермәй тиһәм, һис тә арттырыу булмаҫ. Тап ауыл китапханасыһы – улар өсөн рухи аҙыҡ өләшеүсе, китапҡа һөйөү тәрбиәләүсе, ғилем, иман, матурлыҡ таратыусы.
Тәү ҡарашҡа китапханасы эше бик еңел кеүек күренә: уҡыусы һораған китапты табып бирәһең дә, ҡабат килтергәс, урынына ҡуяһың. Тик уларҙың хеҙмәте кәштәнән китап алып биреү менән генә сикләнмәй шул. Ауылда төрлө мәҙәни сараларҙы ойоштороусы булһынмы, гәзит-журналдарға яҙылыу кампания­һында әүҙем эш алып барһынмы, барлыҡ кисәләрҙең башында йөрөһөнмө, ағи­нәйҙәр ҡорона етәкселек итһенме, аҡһа­ҡалдар кәңәшенә ҡолаҡ һалһынмы, оҙаҡ йәшәгән парҙарҙы тәбрикләһенме, яңы барлыҡҡа килгән йәш ғаиләләрҙе ҡотла­һынмы, донъяға тыуған сабыйҙарға исем ҡуштырыу йолаһын сәхнәләштерһенме – барыһына ла өлгөрә, һәммәһенең уртаһында йөрөй ауыл китапханасыһы. Һәр хәлдә мин таныштырасаҡ геройым тап шундай.
Әнүзә Мәжитова Өмөтбай ауыл китапханаһында утыҙ йылға яҡын эшләй. Китапханасы һөнәренең бик яуаплы икәнлеген яҡшы аңлай, сөнки уға халыҡ менән эшләргә кәрәк. Бөгөн бигерәк ки­тапханасыларға педагог та, психолог та, агитатор ҙа, артист та булыу талап ителә. Район һәм зона ярыштарында, конкурс­тарҙа Әнүзә Хәжиәхмәт ҡыҙының бәй­ге­селәре гел призлы урын яулай. “Аҡйондоҙ менән Аҡйегет”, “Иман нуры”, “Милләт сәңгелдәге янында ҡатын-ҡыҙ тора”, “Абдулхаҡ Игебаев шиғырҙарын яттан һөйләү” кеүек ярыштарҙа Өмөтбай ауылы халҡы һәр саҡ әүҙем ҡатнаша. Ауыл төпкөлдә урынлашҡан тип тормай ул: баш ҡаланан яҙыусылар һәм редакция хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙар ойоштора, хатта күрше Әбйәлил, Йылайыр районында ижад иткән яҙыусыларҙы ла саҡырырға өлгөрә.
Әнүзә Мәжитова китап уҡыусылар менән даими эш алып бара, шуға күрә ауыл халҡы күп уҡый. Әлегә китапхана фондында 10 меңдән ашыу китап иҫәп­ләнә, ваҡытлы матбуғат баҫмалары, бөтә өлкә буйынса белешмәләр бар. Иң әүҙем китап уҡыусыларҙан Сәлимә Низамова, Венера Ғүмәрова, Нәзир Мәсәлимов, Рәмзиә һәм Тәлғәт Садиҡовтар ғаиләһен билдәләргә мөмкин.
– Хәҙер йәштәр телевизор, компью­терҙы нығыраҡ үҙ итһә, олораҡ быуын китапһыҙ йәшәй алмай. Китапты ҡулға алып уҡыу тәмен тойған кеше бер ваҡыт­та ла уға хыянат итмәйәсәк. Ауылда әҙәбиәт һөйөүселәр күп, был йәһәттән мәктәп уҡыусылары араһында ла бик әүҙем эш алып барам. Уларҙы нисек тә китапҡа ылыҡтырыу маҡсатында төрлө конкурстар ойошторам, китапхана дәрес­тәре үткәрәм. Даими уҡыусыларыбыҙ бар, уларҙың ниндәй китап яратҡанына тиклем белеп бөттөм, шул йүнәлештәге әҙәбиәтте тәҡдим итергә тырышам, – ти тәжрибәле китапханасы.
Уның етәкселегендә мәктәп, ауыл клубы менән берлектә “Атайсал”, “Ағинәй”, “Таңсулпан”, “Игебай мәктәбе” клубтары уңышлы эшләп килә. Ауыл тормошонда ҡайнап йәшәгән ханым оҙаҡ йылдар ауыл Советы депутаты, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе була, ауыл хужалығы буйынса иҫәп алыу кампанияһында әүҙем ҡатнаша. 2008 йылда район китапханасылар конкурсында ҡатнашып, “Йыл китапханасыһы” тигән исемгә лайыҡ була, төрлө Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә.
Тормош иптәше Рәмил Исмәғил улы менән Фәнил, Раян исемле аҡыллы, сәләмәт тормош алып барған улдар тәрбиәләгән. Өлкән улдары тәүҙә Сибай педагогия колледжын, артабан Төмән нефть-газ институтын тамамлай. Каратэ буйынса Рәсәй чемпионы, спорт мастеры, Европа беренселеге призеры. Кесе­ләре Сибай политехник техникумын, Магнитогорск техник университетен тамамлап, әле Куйбышев тимер юлында инженер булып эшләй. Ул да ағаһы кеүек спортты үҙ иткән, гер спорты буйынса Силәбе өлкәһенең чемпионы.
Заман менән бергә атлаған, ауылдаштарына рухи аҙыҡ өләшкән, күңеле бай, йөҙө яҡты Әнүзә Хәжиәхмәт ҡыҙына артабан да эшендә уңыштар юлдаш булһын!


Автор: Кәримә УСМАНОВА. Район: Баймаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә