Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Актрисаға оҡшаған киномеханик
Актрисаға оҡшаған киномеханик Йәш сағында уның үҙен актрисаға оҡшаған тигәндәр. Ысынлап та, Миңнур әбейемдең тыуған Дәүләкән районының Мәкәш мәктәбендә, Ҡарағандала төшкән фотоларын ҡараһаң, һылыулығына, рәсемдән бөркөлгән баҫалҡылығына һоҡланып туймаҫлыҡ. Ни тип әйтәһең инде, Совет осоро кешеләренә хас әҙәплелек, ҡыҙҙарҙағы нәзәкәтлек уға ла хас булған. Өҫкә өйөп ҡуйылған оҙон сәс, классик стилдәге кейем Миңнур Ҡотләхмәт ҡыҙына ла бик килешкән. Ул хатта тап үҙенең йәшлеге осоронда төшөрөлгән фильм героиняларына тартым.
Ғаиләлә өлкән ҡыҙ булараҡ, ул йәшләй Ҡарағанда яғына эшкә сығып киткән. Әммә бер туған ағаһы уҡырға инеү менән, әсәһе үтенесе буйынса кире ауылына ҡайта. Нимә генә тимә, кесерәк һеңлеләрен, ҡустыһын да ҡарашырға кәрәк бит.
Уларҙың йәшлегендә ҡыҙ урлау йолаһы тарих төпкөлөнә инеп юғал­маған булған әле. Яратышып йөрөгән егете, шулай уҡ ошо ауылдыҡы, Рәйес Фазлыев уны урлап, кәләш итеп ала. Тап шул аҙнала ғына өлкән улының туйын атҡарырға торған яңғыҙ ҡа­тынға, нәнәйемә, еңелдән булмаған­дыр. Ҡартатайым Ҡотләхмәт Самат улы Саматов – Бөйөк Ватан һуғышы яугире һис көтмәгәндә вафат булып ҡалғас, ул биш балаһын (ете баланың икәүһе сабый саҡта ауырып үлә) бер үҙе тәрбиәләп үҫтерә. Һәр береһенә белем бирергә, һөнәрле итергә тырыша. Эштән башы сыҡмаған ҡатын­дың нимәләр кисергәнен ул ваҡытта үҙе генә белә торғандыр. Әммә, ни хәл итмәк, туй икән – туй. Бары тик йәш парҙар татыу, матур йәшәһендәр, тигән теләк борон-борондан килә.
Ана шулай ауылында төпләнә йәш Фазлыевтар ғаиләһе. Мин үҙемде белә-белгәндән Миңнур әбейем интернатта тәрбиәсе булып эшләй ине, сөнки Мәкәшкә күрше ауылдарҙан килеп уҡый торғайнылар. Ваҡыты ла хәтәр булған бит: һәр класта 40-ар бала, етмәһә, синыфтар ҙа берәү түгел, ә бер нисә. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа бәләкәстәр күпләп тыуған ауылдарҙа, шуға күрә интернатта ла улар апаруҡ була торғайны. Ауылдың бер осонан икенсеһенә эшкә йөрөгән йомшаҡ күңелле Миңнур әбейем һәр баланың күңелен күрергә тырышып, илағандарына иң ҡуйып, йәлләп, кемеһен үҙҙәренә алып ҡайтып, шул интернат тормошо менән ҡайнап йәшәне. Ә үҙенең өйөндә лә өс бала. Әлбиттә, беҙҙе бағыр өсөн ваҡытынан алда һауынсы эшен ташлаған нәнәйем уға ла сабыйҙарын ҡарарға бик ныҡ ярҙам итте. Был хаҡта әбейем әле лә тәрән рәхмәт тойғоһо менән иҫкә ала.
Ә бер мәл, ҡасан икәнен яҡшы хәтерләмәйем, Миңнур әбейем ҡай­ҙалыр уҡып ҡайтты ла Мәкәш ауыл клубында кино күрһәтә башланы. Вәт, исмаһам, башланды рәхәт тормош. Көн дә байрам, көн дә туй, тигәндәр бит әле, шуның кеүек ауыл халҡы ғына түгел, күршеләрҙән дә килеп беҙҙә фильмдар ҡарай башланылар. Нисектер ошо осорҙа ауыл тормошонда кино күрһәтеү көн һайын ҡояш сыҡҡан кеүек булырға тейешле ваҡиға итеп ҡабул ителде. ПК-24 аппараты менән йәйге селләләрҙә лә, ҡышҡы һалҡындарҙа ла ауыл халҡын үҙенең фиҙакәр хеҙмәте менән ҡы­уандырҙы. Киномеханиктың будкаһы йылытылмай ҙа торғайны. Хатта ҡай­һы саҡтарҙа ҡышҡы сатлама һыуыҡта һалҡындан пленкалар өҙөлә, әммә ул шуларҙы йәбештереп, район кино селтәренә таҫмаларҙы теүәлләп тапшыра торғайны.
Кино күрһәтеү эшен әбейем афишанан башлай. Иң тәүҙә иртүк ауыл урамының бер нисә бағанаһында фильмдың йөкмәткеһен асырлыҡ һүрәт менән иғлан эленә. Фильмда ниндәй билдәле актерҙар ҡатнашыуы ла хәбәр ителә. Әйткәндәй, ул йыл­дарҙа Миңнур әбейем “Советский экран” тигән төҫлө, донъя кинема­тографияһын сағылдырған, СССР кино сәнғәтенә өҫтөнлөк биргән журнал алдыра торғайны. Был да уның үҙенең эшенә булған мөнәсәбәте, профессиональ кимәле хаҡында һөйләй, минеңсә.
Ҡайһы бер төбәктәрҙә йомортҡа, сәй хаҡына кино күрһәтеү ҙә булған, был хаҡта Айнур Асҡаровтың “Еңмеш” фильмы аша ғына түгел, ә редакцияға килгән байтаҡ мәҡәләләрҙән дә беләбеҙ. Беҙҙең яҡта, һәр хәлдә мин үҫкән осорҙа, халыҡ аҡса түләп инде киноларға. Ҡиммәт тә түгел бит инде: балаларға – 5, өлкәндәргә — 20 тин.
Һинд фильмдарына халыҡтың нисек йөрөүе хаҡында докторлыҡ булмаһа ла, кандидатлыҡ диссерта­цияһы яҡларға булалыр, моғайын. Былай ҙа ғәҙеллек өсөн көрәшергә әҙер торған, ярлыларҙы, етемдәрҙе яратҡан СССР тамашасыһы ул киноларҙы иҫе китеп ҡараны. Бер ни тиклем әкиәткә тартым, шуға ла аҙағында яҡшылыҡ еңеү менән тамамланған был фильмдар сәнғәт әҫәре дәрәжәһенә тиклем күтәрелә лә алмағандыр, әммә халыҡ эркелешеп йөрөй ине уларға. Юҡҡа ғына ошо осорҙан һуң “Яҡшы, насар һәм һинд кинолары була” тигән әйтем дә барлыҡҡа килмәгәндер.
Халыҡ матур тәбиғәт, моңло йыр­ҙар менән һуғарылған был фильм­дарҙы шул тиклем үҙ итә ине, хатта ҡайһы саҡ клубта баҫып торорлоҡ, үрелеп ҡарарлыҡ та урын булмай. Бындай осраҡтарҙа әбейем икешәр сеанс эшләй: көндөҙ – йәштәр, киске­һен өлкәндәр ҡарай. Ә ҡайһы саҡ бер үк фильм ауылдан ауылға күсеп йөрөгәндә ваҡытында килеп өлгөр­мәһә, ауыл халҡы әбейемә үпкә һүҙҙәрен еткерә, йәнәһе, ниңә тиҙ генә барып алманың. Барып алыр ҙа инең ул, кино Ҡоръятмаҫ йәки Буран­ғол ауылдарында күрһәтелеүҙән тыш, уның ҡалай банкаларҙағы ауырлығы ла хәтәр генә ине.
Эйе, бер осор фильмдарҙы район кино селтәре үҙе ауылдар буйлап ташып таратты. Шунан инде киномеханиктар үҙҙәре кино артынан район үҙәгенә йөрөй башланы. Бишәр, алтышар банкаларға тейәлгән кино­пленкаларҙы сумкаға һалып алып ҡайтып ҡына булмай ине шул. Әбейем рейсҡа һалынған автобуста ташыны банкаларҙы, сөнки халыҡ кино һорай. Совет осоронда төшөрөлгән фильм­дар ҙа халыҡ араһында бик популяр ине. Коммунистик төҙөлөш, дуҫлыҡ, берҙәмлек, мәрхәмәтлек идеялары менән һуғарылған ул әҫәрҙәрҙе әле лә экрандарға сыҡһа, онотолоп китеп ҡарайбыҙ, сөнки сәнғәт әҫәренең иң төп маҡсаты – кешеләрҙә өмөт уятыу, яҡтылыҡ, матурлыҡ орлоҡтары сәсеү.
Кинобанкаларҙы автобустан будка­ға ташырға, пленкаларҙы йәбеш­терергә әбейемә ире Рәйес бабайым да ярҙам итә торғайны. Ауыл тарихында оҙаҡ йылдар кино күрһәткән киномеханик ул. Дәүләтебеҙ ҙә уның тырышлығын юғары баһаланы: ул – Рәсәйҙең почетлы кинематографисы. Быйыл иғлан ителгән Кино йылында уның һымаҡ фиҙакәр хеҙмәткәрҙәрҙе лә иҫкә алып, ҙурлап китеү кәрәк. Ауылыбыҙҙа уға арнап стенд эшләп, үҙе менән махсус осрашыу ҙа ойош­тор­ғандар. Район гәзите хәбәрселәре лә эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынып мөрәжәғәт иткән. Шулай: һәр кемдең үҙ эше, көсө, майҙаны. Ауылым тарихын Миңнур әбейемдең 30 йылға яҡын кино күрһәткән данлы осоронан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Үҙ елкәһендә шәхси көсө менән кино ташып, күпме кешегә матур минуттар бүләк итте, күңелдәренә нур өҫтәне, тормоштарын йәмләне.


Автор: Л. СИТДИҠОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә