Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Бәләкәй Чехов”
“Бәләкәй Чехов” Фәнис Ғәлләмов, эҙләгән оло бәхетен табып, илһамлы ижад юлында тылсымлы сәфәрен дауам итә. Иңдәрендә айырылғыһыҙ дуҫы – гармуны, ҡулдарында үткер ҡәләме һәм көндәлек яҙмаларын теркәп барған блокноты бар.
Фәнис 1956 йылда Ташкент ҡалаһында тыуған. Ғаиләһе 1958 йылда Дүртөйлө районының Заготзерно ауылына ҡайтып урынлаша. Урта мәктәпте тамамлағас, егет армия сафында хеҙмәт итә, Өфө медицина училищеһында белем ала. Дипломлы булғас, Дүртөйлө үҙәк район дауахана­һының “Ашығыс ярҙам” бүлегендә эш башлай, ләкин яҙмыш уны хоҡуҡ һаҡлау органдарына алып килә. Өлкән инструктор, бүлек начальнигы вазифаларын баш­ҡара. Ситтән тороп Эске эштәр ми­нистрлығының Өфө юридик инсти­тутын тамамлай. Майор дәрә­жәһендә отставкаға сыға. Тормош иптәше Ләлә менән аҡыллы ҡыҙ һәм ул үҫтереп, ҙур тормош юлына аяҡ баҫтыралар.
Мәктәп йылдарында рус теле уҡытыусыһы Тамара Семеновна матур, эстәлекле иншалар яҙғаны өсөн Фәнисте “бәләкәй Чехов” тип атаған. Һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы тарих, көлдөргөс хикәйәләр, дүрт юл­лыҡтар яҙып, билдәле йыр­ҙарға текстар уйлап табып, ул үҫмер егеттәр менән урамда йырлап йөрөй. Артабан Фәнис Зиннур улы, Антон Павловичтың әҫәр­ҙәре менән мауығып, үҙенең өлкән рухи остазы менән ғорур­лана, уға оҡшарға тырыша. Ҡасан да булһа ҡанатлы Пегасты эйәр­ләрмен дә әҙәби ижад үрҙәренә менермен, тип хыяллана.
1969 йылдың яҙында әсәләре ҡаты ауырып китә. Ете бер туған ир бала дәрестәрҙән һуң көн һайын уның хәлен белергә бара. Әсәләренең аяҡҡа баҫыуы, аҙаҡ һеңлеләренең донъяға килеүе Фәнисте тормошҡа башҡа күҙ­лектән ҡарарға мәжбүр итә. Ун өс йәшлек малай, үҫкәс табип булам, кешеләрҙе дауа­лаясаҡ­мын, тип үҙенә һүҙ бирә. Ошо ваҡытта беренсе тапҡыр район гәзитенә “Табиптарға рәхмәт” тигән мәҡәлә яҙа. Шулай итеп, матбуғат менән хеҙмәттәш­леккә тәүге аҙымын яһай. Артабан Фәнис Зиннур улы күп йылдар “Юлдаш” район гәзите менән хеҙмәттәшлек итә.
Өҙҙөрөп гармунда уйнай, көйҙәр ижад итеү менән мауыға Фәнис Зиннур улы. Күберәк лирик шиғырҙарға өҫтөнлөк бирә. Мәҫә­лән, “Алма серенадаһы”, “Һөйөү тылсымы”, “Һин генә”, “Ғүмер тигән серле йомғаҡ”, “Улым тыуҙы бө­гөн”, “Һылыу ҡыҙға” һәм баш­ҡалар. Ә инде гармунға ҡы­ҙыҡһыныу бәләкәй йөрәген бала саҡтан ялмап ала. Атаһы яғынан туғанда­рының барыһы ла бил­дәле гармунсы булған. Фәнис – йөҙгә яҡын йыр авторы. “Көйҙәре тиҙ отошло, ҡолаҡҡа ятышлы, моңло һәм ха­лыҡсан” тигән баһа бирә­ләр уның йырҙарына. Килә­сәктә лә ижад шишмәләрегеҙгә илһам өҫтәүсе сығанаҡтар урғылып торһон.


Автор: Алһыу ӘХМӘТОВА. Район: Дүртөйлө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә