Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Башҡортостан” – минең бетеү
Өфө ҡалаһында йәшәгән дәүерем ике өлөштән тора – тәүгеһе 1956–1961 йылдарҙы үҙ эсенә ала (был студент йылдары), икенсеһе –1965 йылдан бөгөнгә тиклемге осор. Студент йылдарында гәзиткә яҙылырға, әлбиттә, форсат булманы. Ошо сәбәпле “Советский спорт”, “Комсомольская правда”, “Совет Башҡортостаны” гәзиттәрен киоскыларҙан һатып алып уҡыным. Бүлмәләге дүрт кешенән икебеҙ “сей” башҡорт инек. Әллә ҡасан уҡ мәрхүм булған иптәшем, Ишембай районы егете Марс Йәғәфәров та мин алып килгән башҡортса гәзитте уҡырға яратты.
Өфөлә йәшәгән икенсе 51 йыллыҡ дәүерҙә мин “Совет Башҡортостаны” (артабан – “Башҡортостан”) гәзитен почта бүлексәләре аша даими алдырам. Өс йыл Алжир Республикаһында хеҙмәт командировкаһында булғанда ла гәзитте илселек аша алдырҙыҡ. Сит яҡтарҙа тыуған төйәгең бигерәк тә һағындыра, гәзит һәм хат уҡыһаң, үҙ илең менән күрешкән кеүек тойола ине.
“Ошондай бирелгәнлектең сәбәбе нимәлә икән?” тигән һорау тыуыуы мөмкин. Беренсенән, ул үҙ телеңде тойоуҙа, уның айырым нескәлектәре менән танышып үҙләштереүҙә, әҙәби телдә матур итеп һөйләшергә өйрәнеүҙә, башҡорт теленең үҫеш тарихы менән ҡыҙыҡһыныуҙа, уның кисәге, бөгөнгө һәм киләсәк проблемаларын аңларға ынтылыуҙа, уларҙы хәл итеү буйынса әҙерәк кенә булһа ла ҡыбырҙауҙа һәм, ғөмүмән, башҡорт телен пропагандалауҙа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, телевидение йә радио тапшырыуҙарында ҡат­нашҡан әллә ни йәш тә булмаған, үҙҙәрен башҡорт тип һанаған замандаштарыбыҙ башҡортса ике-өс һөйләм әйтеп, дүртенсеһе-бишенсеһендә рус теленә күсәләр. Бындай күренештәр күңелде ҡыра, сығыш яһаусыларҙан оялаһың, йөҙҙәр ҡыҙара… Бигерәк тә мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, төрлө кимәлдәге етәкселәр ауыҙынан ярым-ярты башҡортса телмәрҙе ишетеү минең йөрәктә ҡаршылыҡ тыуҙыра. Рәсми сығыштарҙа үҙең һыу кеүек белгән телдә һөйләшергә тырышырға кәрәк ине, бигерәк тә киң мәғлүмәт сараларында. Үҙеңде ыҙалатып, телеңде борғолап башҡортса һөйләргә тырышыуҙы мин туған телде мыҫҡыл итеү тип иҫәпләйем.
Икенсенән, “Башҡортостан” гәзите биттәрендә халҡы­быҙҙың күп быуатлыҡ тарихы тураһында яңынан-яңы асыштар менән танышам, иҡтисад, фән һәм техника, әҙә­биәт, мәҙәниәт өлкәһендә ҙур уңыштарға өлгәшкән замандаштарым тураһында уҡып шатланам, үҙенсәлекле шиғри шәлкемдәрҙе, повесть һәм романдарҙан өҙөктәрҙе, тормош байлығын да, михнәтен дә сағылдырған, шул иҫәптән мөхәббәткә лә битараф булмаған (йөрәк ҡартаймай икән) хикәйәләрҙе уҡып, үҙ йөрәгем аша үткәреп, бошонам да, ыңғай тәьҫораттар ҙа алам. Үҙемдең ҡыҫҡа булмаған тормош юлдары менән сағыштырам. Спортты һөйөүсе, уның фанатик көйәрмәне булараҡ, төрлө ярыштар тура­һында йомғаҡлау материалдарын ҡыҙыҡһынып уҡыйым, үҙемдең фекерҙәрем менән сағыштырам, әгәр ҙә улар тап килһә, күкрәгемә һуғып, үҙемде ҡеүәтләп ҡуям.
Өсөнсөнән, “Башҡортостан” гәзите аша мин респуб­ликалағы ижтимағи һәм сәйәси хәлдәр менән танышам, яуаплы вазифа башҡарған етәкселәрҙең сығыштарын, әңгәмәләрен уҡыйым, уларҙың эске һәм тышҡы сәйәсәт буйынса аҙымдары менән танышам. Йәмәғәтселек фе­керенә ҡолаҡ һалып, уларҙы үҙеңдеке менән сағыштырыу бик файҙалы ул. Пенсионер булараҡ, һуңғы ваҡытта был өлкәлә әҙерләнгән һәм ҡабул ителгән ҡайһы бер закондар менән танышһам, сәс үрә тора. Ҡыҙыҡ та, аяныс та һайлау алды кампаниялары, депутат булырға ынтылған әҙәмдәрҙең вәғәҙәләре аптырата. Ваҡыты менән үҙемә үҙем “ниңә был нәмәләрҙе уҡып, кәйефеңде боҙаһың?” тигән һорау бирәм. Ләкин йәмғиәттә йәшәп, ситтән генә күҙәтеүсе булыу – минең өсөн ят күренеш. Гәзиттең рәсми биттәре лә бик оҡшай миңә, файҙалы мәғлүмәт ифрат күп баҫыла.
Дүртенсенән, гәзиттең һәр һанын уҡып барыу – ул үҙеңдең белемеңде арттырыу, тормош даирәһен киңәйтеү, ә инде “Башҡортостан” гәзитенән айырылмау, минеңсә, “кем һуң беҙ, ҡайҙан килдек, ҡайҙа барабыҙ?” тигән һорауға яуап бирергә ярҙам итә. Үрҙә әйтелгән уй-фекер­ҙәремде М. Аҡмулла һүҙҙәре рухында тамамлағым килә: “Уҡығыҙ, башҡорттар, үҙегеҙҙең “Башҡортостан” гәзитен, уҡығыҙ”.


Автор: Вил ӨМӨТБАЕВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 3

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 4

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә