Бер ир машинаһын һатып, яңыһын алырға уйлай. “Авито” сайтына “Автомобиль һатам” тигән иғлан бирә, күрше Белорет ҡалаһынан аралашсы бәйләнешкә сыға һәм уны алырға теләүсе барлығы хаҡында хәбәр итә. Телефон аша хаҡын һөйләшеп килешәләр.Тәғәйен көндә ир машинаһын Белоретҡа ҡыуалай, аралашсы ла, һатып алыусы ла килешелгән урында үҙен көтөп тора. Аралашсыға бәйләнерлек сәбәп табылмай, сөнки паспорты, документтары һәм алыш-биреш итеү өсөн бирелгән лицензияһы ла тәртиптә. Тейешле ҡағыҙҙарҙы тултырып, законға таянып алыш-биреш эшләйҙәр, икеләнерлек бер шик тә ҡалмай. Ялға тура килеү сәбәпле, һатып алыусы аҡсаны банк картаһы иҫәбенә дүшәмбе күсерергә килешә. Автомобиль хужаһы уңышлы сауҙаға ҡыуанып ҡайтырға сыға. Дүшәмбе көн ни күрә – иҫәпкә аҡса күсмәгән! Икенсе, өсөнсө көнөнә лә юҡ. Һатып алыусыға шылтырата, әммә уныһы дүшәмбе көнө үк аралашсыға аҡсаны биреүе хаҡында әйтә. Ә уға бер нисек тә бәйләнешкә сығып булмай, эҙһеҙ юғала.
Ир алданғанын аңлап, шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт итә. Һуңынан асыҡланыуынса, үҙен аралашсы тип таныштырған кеше күптән ошондай төр мутлыҡтар менән шөғөлләнә икән. Был ир – уның 22-се ҡорбаны. Енәйәтсенең эҙенә бер нисек тә төшә алмайҙар, автомобиль әлеге көндә лә Белорет урамдары буйлап елдерә, хужаһы ғына башҡа. Иң сәйере – мутлашыусы ошо кәсебе өсөн бер тапҡыр хөкөм ителгән булған, суд ҡарары менән зыян күргән кешеләргә машиналарын, аҡсаларын ҡайтарып биргән, әммә күпмелер ваҡыттан нисектер лицензия алып, ҡайтанан мәкерле ҡылығына тотона.
Тағы бер миҫал. 57 йәшлек ҡатын Краснодарҙа йәшәгән ҡыҙына ҡунаҡҡа барырға йыйына. Интернет аша билетҡа заказ бирә. Ханым быға тиклем дә төрлө сайт хеҙмәттәренән файҙаланған. Туғыҙ мең һумға яҡын аҡса күсерә лә заказды көтә башлай. Әммә билдәләнгән көндә заказы килмәй, пенсионер авиакомпанияға шылтырата, телефондың икенсе осонан “һеҙҙән бер ниндәй ҙә билетҡа заказ ҡабул ителмәне” тип яуаплайҙар. Аферистар ҡорбанына әйләнгәнен аңлаған ҡатын ярҙам һорап полицияға мөрәжәғәт итә. Ҡайһы бер фараздар буйынса, пенсионер заказ биргән сайт авиакомпанияның рәсми сайтына оҡшаш, мутлашыусыларҙың ялған сайты булыуы ихтимал. Әле енәйәт буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү алып бара. Иң ғәжәбе шул: алдаҡ сайт әле лә Интернетта тора. Тәфтишселәр бер нисә тапҡыр бәйләнешкә сығып ҡарай, әммә һөҙөмтәһеҙ.
Ғөмүмән, һуңғы ваҡытта “Авито” сайты аша алыш-биреш итеүселәрҙең ярыҡ ялғаш эргәһендә ҡалыу осраҡтары йышайған. Йәйгеһен яҡташыбыҙ сайт аша 60 мең һумға теплица һатып алырға була. Телефон аша һөйләшеп килешәләр. Ир кеше аферистарҙың банк иҫәбенә аҡса күсерә һәм шуның менән вәссәләм... Хыялында күптән инде ҡыяр-помидор үҫтерергә йыйынған теплицаһын, күпме генә көтһә лә, килтермәйҙәр.
Ауыл кешеләре лә хәҙер Интернеттан файҙаланырға өйрәнеп алды. Элек һатып алырға йыйынған әйбереңдең ниндәй төбәктә булыуына ҡарамаҫтан, барып ҡарағандан һуң ғына алыш-биреш итә торғайнылар. Хәҙер ни фотоһын күреү менән һатып алырға ниәтләйҙәр. Шул рәүешле берәү иғландар сайты аша тракторлы булырға уйлай. Ул 180 мең һум самаһы торған яңы “тимер ат”ты күреп ҡала. Хаҡы баҙарҙыҡынан күпкә түбән булыуы күңеленә хуш килә. Телефон аша аралашҡанда һатыусы үҙен Силәбе өлкәһенәнмен тип таныштыра. Кисекмәҫтән аҡса кәрәклеген, шуға ла техниканы арзанға һатыуын әйтә. Билдәле хаҡҡа тракторҙы Учалыға килтерәсәген белдерә. Ваҡиғаның бындай боролош алғанын ишеткәс, яҡташыбыҙ теге кешенең банк картаһына 177 мең һумын күсереп тә ҡуя. Һуңынан ғына аҡсаһының елгә осҡанын аңлап ҡала һәм эске эштәр бүлегенә мөрәжәғәт итә.
Тәғәйен урында, тәғәйен ваҡытта ҡапыл хәтереңдең насарайыуы һине ҙур бәләнән аралап ҡалырға мөмкин икәнен беләһегеҙме? Районыбыҙ ауылдарының береһендә йәшәүсе ҡатынды тап хәтере юҡлығы мутлашыусылар тоҙағынан ҡотҡара. Ханым “һарыҡ һатам” тип Интернетҡа иғлан ҡуя. Оҙаҡламай телефонына, малды һатып алырға теләк белдереп, бер әҙәм шылтырата. Һарыҡтар өсөн аванс күсерергә теләге барлығын белдереп, банк картаһы номерын һорай. Уны-быны уйламаған ҡатын шәхси мәғлүмәттәрен әйтеп һала, әммә кредит картаһына аҡса күсереү өсөн паролде онота. Ошо арҡала мутлашыусылар иҫәптән аҡса урлай алмай.
Күптән түгел ауылда йәшәгән ҡатын “Авито” сайтына һыйыр һатырға иғлан бирә. Бер нисә көндән һатып алыусыһы ла табыла. Мал хужаһынан банк картаһының номерын һорай. Ҡатын “әйтмәйем” тип яуап бирә. Көн дауамында ике-өс тапҡыр шылтыратып карта номерын һорайҙар, ахырҙа, бик ныҡышҡастары карта һандарын әйтергә була. Бер аҙҙан ҡатындың телефонына “картағыҙға аҡса күсте” тигән смс хәбәр килә. Ҡатын һыйыр өсөн аҡса күсергәндәрҙер, моғайын, тип уйлай. Әммә күпмелер ваҡыттан һуң уға шылтыратып, картағыҙға яңылыш аҡса күсерҙек, зинһар өсөн, кире ебәрегеҙ инде, тип үтенәләр. Намыҫлы ханым шунда уҡ телефондарына аҡса күсерә, һуңынан ғына иҫәпкә үҙенең аҡсаһын күсергәнен аңлап ҡала. Ханым иғтибарһыҙлығы арҡаһында туғыҙ мең һум аҡсаһын юғалта. Ғәмәлдә уның картаһына бер тин дә аҡса килмәгән, ә енәйәтселәр телефонына ялған смс ебәргән.
Берәүҙең телефонына “Фотоға ҡара һәм икәү булған саҡтарҙы хәтерлә” тигән смс хәбәр килә. Аҫта адресы менән һылтанма ла күрһәтелгән була, ул шунда уҡ һылтанма аша күсеп ҡарай. Күп тә үтмәй, телефоны эшләмәй башлай, һүндереп ҡабыҙғандан һуң “картағыҙҙан 7700 һум аҡса күсерелде” тигән бер-бер артлы смс-тар килә. Г. вкладын страховкалаған була, банк аҡсаны ҡайтарып бирә.
Р. исемле ҡатын да ошо рәүешле “Бергә саҡтағы фотоны ҡарайым” тип 6700 һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға.
“Мин аварияға эләктем, ярҙам кәрәк”, “Әсәй, мине полиция ҡулға алды”... Телефонығыҙға ошондай йөкмәткеле смс-хәбәрҙәр килһә, һаҡ булығыҙ. Енәйәтселәр “Бәйләнештә” сайтындағы диуарығыҙҙы “емереп” тә туғандарығыҙҙан, дуҫтарығыҙҙан аҡса һорап маташыуы ихтимал. Уларҙың тоҙағына эләкмәҫ өсөн, тәү сиратта, яҡындарығыҙҙың үҙҙәренә шылтыратып хәлде һорашығыҙ, таныш булмаған кеше менән һөйләшмәгеҙ. Яҡындарығыҙҙың тауышы менән аралашыуҙары ла ихтимал, ул саҡта һорауҙар яуҙырығыҙ, өләсәй-олатайығыҙҙың исемен һорағыҙ, үҙегеҙ генә белгән мәғлүмәтте төпсөнөгөҙ. Ҡайһы берәүҙәрҙе башҡортса хәбәрләшеү ҙә бәләнән ҡотҡарған.