Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Исеменә саң ҡунмаҫ, тиһәк тә...
Исеменә саң ҡунмаҫ, тиһәк тә... Ике быуаттан ашыу ваҡыт элек милләтебеҙ ирке, ер-һыуыбыҙ именлеге өсөн аяуһыҙ көрәшкән, иҫәпһеҙ-һанһыҙ ғәскәр туплап, батшаларҙың ҡотон алған, халҡы йөрәгенә азатлыҡ дәрте һалған данлы ҡаһарман, сәсән-шағир Салауат Юлаевтың кемлеген республикабыҙҙа барыһы ла яҡшы беләлер, тип уйлай инем бығаса. Тик ошо арала булған бер хәл һиҫкәнергә мәжбүр итте.
Яңы таныштарымдың береһе, минән ике-өс йәшкә генә кесерәк егет, көтмәгәндә: “Салауат юлбаҫар булған бит”, – тип ысҡындырҙы. Аптыраным да, был шаярталыр тип, күҙенә ҡарап йылмайҙым. Бәй, ысынлап әйтә икән! Шунан яйлап ҡына бәхәсләшеүгә күстек. Һүҙ көрәштереү оҙаҡҡа барманы, сөнки егет милли батырыбыҙ тураһында бөтөнләй белмәй булып сыҡты. Минең бер нисә яуабымдан һуң үҙ-ара әңгәмә бөтөнләй икенсе юҫыҡта дауам итә ине. Танышым Салауаттың ҡайҙа тыуып үҫкәне, ҡайҙарҙа һуғышҡаны, нисек язаланға­ны, ниндәй ерҙә вафат булғаны хаҡында ихлас ҡыҙыҡһынырға тотондо.
Ә бит ошо егет – беҙҙең быуын ке­шеһе, минең менән бер ваҡытта мәктәптә уҡыған, башҡортса ауырлыҡ менән һөйләшһә лә, үҙен республи­калағы төп милләт вәкиле тип һанай. Өфөлә уға икенсе төрлө программа буйынса белем биргәндәрме, бүтәнсә тәрбиәләгәндәрме ни? Башҡортостан­дың символына әүерелгән батыр тураһында нисек шулай хаталы фекер тыуған уның аңында?
Әгәр заманында Салауат Юлаев кеүек батырҙарыбыҙ азатлыҡ өсөн изге яуға күтәрелмәһә, йәнен фиҙа ҡылып һуғышмаһа, иркен, бай, күркәм ерҙә йәшәү, туған телебеҙҙә һөйлә­шеү, милли-мәҙәни йолаларыбыҙҙы һаҡлау һәм үҫтереү, ғөмүмән, тулы мәғәнәле тормош кисереү тәтемәҫ ине беҙгә. Уның һымаҡ ғәййәр, ғәрсел, сәмсел, ғорур, изгелекле уландары­ның күп булыуы арҡаһында бәхетле халҡыбыҙ. Нәҡ шуға ла ҡайһы бер көнсөлдәр арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең изге рухына тап төшөрөргә маташа, Салауаттың, Вәлидиҙең һәм башҡа­ларҙың эшмәкәрлеге тураһында Интернет, “бойондороҡһоҙ” гәзиттәр аша ялған мәғлүмәт тарата.
Милли батырыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатында байтаҡ саралар күрелһә лә, уның тормошо, яу юлы, ижади мираҫы ныҡлап өйрәнелһә лә, өлгәшелгәндәр менән сикләнергә ярамай, күрәһең. Ҡабат­лауҙан доға иҫкермәй, тигәндәй, халыҡҡа, бигерәк тә балаларға, йәштәргә Салауат Юлаев һәм башҡа данлыҡлы башҡорттар тураһында хәҡиҡәтте өҙлөкһөҙ тылҡып торорға кәрәктер. Юғиһә күп йылдар буйы исемен әйтеү ҙә тыйылған ошондай шәхестәребеҙҙең киренән “халыҡ дошманы”, “яуыз”, “һатлыҡ йән”, “юлбаҫар” мөһөрҙәрен алыуы бар. Исемдәренә ваҡыт туҙанын ҡундырмаһаҡ ине.
Беҙҙең халыҡ ғәрсел, шуға күрә Эстониялағы Палдиски ҡалаһы кеше­ләренең Салауатҡа булған хөрмәтен иҫкә төшөрөп үткем килә. Бер нисә быуат уҙһа ла, улар ошо ерҙәге таш ҡәлғәлә ғүмеренең һуңғы көндәрен кисергән башҡорт батырын һис онотмай, уның исемен һаман да ғорурлыҡ, рәхмәт тойғолары менән иҫкә ала.
Удмурт Республикаһына барған саҡта Сарапул ҡалаһындағы музейҙа Дмитрий Бор-Раменский тигән яҙыу­сының 1956 йылда сыҡҡан “Данило Шитов” исемле китабына күҙ һал­ғайным. Николо-Березовка ауылы руханийы, Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда Удмуртияла ҡупҡан ихтилалда ҡурҡыу белмәҫ яугир булараҡ дан алған Данилоның Салауатты осратыуы тураһында тарихи документ­тарға таянып яҙылмағандыр, әлбиттә, әммә әҫәр авторы башҡорт батырын иҫ киткес һоҡланыу менән һүрәтләй. Казактар һәм крәҫтиәндәр генә түгел, уларҙың башлығы Данило Шитов та Салауатты тәүге күреүҙән аптырашта ҡала. “Был – Салауат Юлаев. Эх, батыр ҙа һуң ул! Йәш, ә үҙе полковник!” – тип ҡала улар, яндарында туҡталып киткән башҡорт егетенә ҡарап. Уның эйәрҙә ғорур ултырыуы, йән-фарман сабып уҙыуы шундай матур тасуирланған китапта. Баш күтәреүсе крәҫтиәндәр Салауат тураһында үҙ-ара “яуҙарҙа ел-дауыл ҡуптарыусы, байҙарҙы дер һелкетеүсе, әммә ғәҙел, ирек һөйөүсән” тип һөйләшә, уның артабан Көңгөрҙө азат итергә юлланыуы хаҡында телгә ала.
Александр Пушкин, Яков Протазанов, Степан Злобин, Сосланбәк Тавасиев, Тамара Нечаева... Бүтән милләт вәкил­дәре араһынан күпме ижадсы мөрәжәғәт иткән Салауат образына! Беҙ үҙебеҙ иһә тыйнағыраҡ... Бөгөнгө заман заңына ярашлы батырыбыҙ хаҡында яңы, үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы әҫәрҙәр тыуыуы һис тә артыҡ булмаҫ ине, тимәксемен. Әлбиттә, Алдар батыр, Батырша, Исмә­ғил Тасимов һымаҡтар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел.


Автор: Ә. САФИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 3

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә