Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тамырҙарҙы сабып ташлап булмай
Тамырҙарҙы сабып  ташлап булмай Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуған-үҫкән ил артыҡ... Туйған ерҙән тыуған ер яҡшы... Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул...
Башҡорт халҡына хас әйтем-мәҡәлдәр былар. Ысынлап та, хатта үҙ ауылын ҡалдырып ҡайҙалыр китергә теләмәгәндәр күп милләтебеҙҙә. Шулай булмай, кендек ҡаның тамған ерҙе нисек ташлайһың?!
Әммә бөгөнгө бикһеҙ сиктәр заманында күрше ауылға, яҡындағы ҡалаға ғына түгел, донъяның теләһә ниндәй мөйөшөнә юлдар асыҡ. Башҡорт аяҡ баҫмаған ҡитға ҡалмағандыр хәҙер. Һәм ул сит ер-һыу күрергә генә бармай, ә оҙаҡҡа эшләргә, йәшәргә. Тик һағыш баҫҡан саҡта барыбер “бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын...” тип йырын һуҙып ебәрәлер...
Яуаплы урында эшләгән таныш апайыбыҙ сентябрҙә хаҡлы ялға сыҡты. Дөрөҫөрәге, бәлки, артабан да эшләр ине, тик был компанияла пенсия йәшенә еткәндәрҙе бик хушһынмайҙар, тиҙерәк хаҡлы ялға оҙатыу яғын ҡарайҙар. Ҡыҫҡаһы, уңған ханым тиҙ арала документтарға бәйле эштәрен тамамланы ла өс аҙна эсендә... Америкаға сыҡты ла китте.
“Ниңә аҙыраҡ ял итмәйһең?”, “Ҡайҙа ҡабаланаһың?”, “Нисек, ни эшләп, ҡасан?” кеүек һорауҙар борсоған кешеләр хатта аңламай ҙа ҡалды шикелле – етеҙ апайыбыҙ Атлантик океан ярын, Нью-Йорк урамдарын ҡыҙыра ине инде. Бына шулай, тәүәккәл кешеләр башҡалар уйлағансы эшен теүәлләй ҙә ҡуя.


Ысынында иһә милләт­тәше­беҙҙең был ғәмәле бик ябай: беренсенән, ул әле таяҡҡа таянып, тынлыҡ эҙләп йөрөгән йәштә түгел – дәрт-дарманы, белеме-зиһене бар. Икенсенән, кешеләргә файҙа килтерерлек, тырышлығы менән аҡса эшләрлек көс-ҡеүәте ташып тора. Өсөн­сөнән, быға тиклем сәйәхәт ҡылырға тигән хыялын тормошҡа ашырырға ваҡыты булмаған – хәҙер иһә рәхим ит! Етмәһә, аҡса эшләү мөмкинлеге лә бар. Тәүәк­кәлләгән – таш ярған.
Хәйер, апайыбыҙ кеүектәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ, был миҫал Рәсәйҙәге дөйөм картинаны һүрәтләй тип әйтеп булмай. Иҡтисади көрсөк, Көн­байыштың санкциялары халыҡтың кәйе­фен һис тә һүрелтмәгән: социаль тик­шереүҙәр күрһәтеүенсә, илебеҙҙә йәшәү­селәрҙең 85 проценты бөтөнләй сит дәүләткә китергә йыйынмай, 75 проценты балалары һәм ейәндәре лә Ватаныбыҙҙа төпләнергә тейеш тип иҫәпләй. Һорау­ҙарға яуап биргәндәрҙең һәр бишенсеһе, сит илгә бөтөнләйгә йәшәргә китеүсе­ләрҙең һаны йылдан-йыл кәмей бара, тип яуаплаған. Ә һәр өсөнсөһө Рәсәй эмигранттары һаны йыл да бер кимәлдә ҡала тип иҫәпләй. Шулай уҡ һәр бишенсе респонденттың һуңғы биш йылда сит илгә сығып киткән туғаны йәки танышы бар.
Ысынлап та, статистика мәғлүмәттәренә килгәндә, илебеҙҙән бөтөнләйгә күсеп китергә теләүселәрҙең һаны яҡынса үҙгәрешһеҙ ҡала: 10-13 процент. Иң ҡыҙығы – сәйәси-иҡтисади һынылыш осоро тип иҫәпләнгән уҙған быуаттың 90-сы йылдарында ла ундайҙарҙың һаны 16 процент тәшкил иткән. Айырма шунда: ул ваҡытта берәүҙең дә аныҡ ҡына планы булмаған, ҡайҙа барып урынлашырын, нимә эшләрен күҙалламаған. Хәҙер иһә техник һәм мәғлүмәти мөмкинлектәр яңы офоҡтарҙы аса, сит илгә бәйле план ҡороусылар аныҡ йүнәлеш буйынса эш итә.
Сәбәптәргә килгәндә, һәр кемдең үҙ маҡсаты. Бәғзеләр донъя күрәм тип сығып китә, ҡайһы берәүҙәргә илдәге социаль-иҡтисади хәл, сәйәси-ижтимағи ҡоролош оҡшамай... Шулай ҙа яҡташтарыбыҙҙың күбеһе тәү сиратта матди хәлен яҡшыртыу яғын ҡарай.
Әйткәндәй, Италиялағы яҡташ­тарыбыҙ тураһында гәзитебеҙҙә күп яҙҙыҡ. Һәр кемдең үҙ яҙ­мышы, үҙ юлы – бәхет эҙләп сығып киткәндәрҙең тарихы бер-береһенә һис оҡшамаған. Кемдер унда оҙаҡҡа сыҙамай, бәғзеләре тиҫтәләрсә йыл шунда йәшәргә һәм эшләргә мәжбүр.
Милләттәшебеҙ Рәүзилә ханым – шундайҙарҙан. Ҡасандыр ул республика ҡалаларының береһендә сит тел уҡы­тыусыһы булып эшләгән, бала тәрбиә­ләгән. Әммә... Ғаилә карабы ҡомға терәлеп, матди етешһеҙлектән йонсой башлағас, оҙаҡ уйлап тормаған – тә­үәккәлләп, Италияға сығып киткән. Төп ҡоралы – теле барҙа нимәнән ҡурҡып торорға!
Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй тигән әйтемгә ул әле лә тоғро. “Мин сығып киткәндә Рәсәйҙәге социаль-иҡтисади хәл бөтөнләй икенсе ине. Ҡыҙым менән ярыҡ кәритә янында ҡалғас, ниндәй генә уйҙар кермәне башыма! “22 йыллыҡ педагогик стажым бар – йәшәргә фатирым юҡ, аҡылым, буй-һыным бар – бәхетем юҡ” тип төшөн­көлөккә бирелгән минуттарым да булды...
Италияға килеп урынлашыу, эш эҙләү, яңы мөхиткә өйрәнеү тураһында әйтеп тормайым – ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар күп булды, әммә бирешмәнем. Әйткәндәй, бында яҡташтары­быҙҙың күбеһе хеҙ­мәтләндереүсе персонал сифатында эшләй, квалификациялы эшкә урынлашыу өсөн итальян телендә диплом яҡларға кәрәк. Был – бик ҡатмарлы мәсьәлә. Шулай ҙа минең аҡса эшләргә тигән тәүмаҡсатым тормошҡа ашты – ошо йылдар эсендә үҙе­мә, ҡыҙыма фатир һатып алдым, әсә­йемә лә торлағын яҡшыртырға ярҙам иттем. Ул маҡсатты хәҙер икенсе теләктәр алмаштырҙы – миңә Италия, ғөмүмән, оҡшай, илде тулыһынса гиҙеп сыҡҡым, мәҙәниәте, тарихы менән танышҡым килә. Инглиз, француз, итальян телдәрендә иркен аралашам – был да ярҙам итер тип уйлайым. Йәшәү өсөн уңайлы ил – йылы булғас, әйбер күп кәрәкмәй, хаҡтар арзан. Эш урыныма килгәндә – бушлай туҡланам, йәшәргә урын бар. Ололарҙың пенсияһы 1,5 мең евроға етә, сәйәхәт итәләр, йәне теләгән аҙыҡ ашайҙар.
Ҡыҙғаныс, әммә әлегә Рәсәйҙә өлкән йәштәгеләргә лайыҡлы ҡартлыҡ тәҡдим итә алмайҙар, бөлгөнлөк әсендерә. Дөрөҫөн әйткәндә, Рәсәйгә ҡайтһам, туғыҙ мең һум пенсияға нисек йәшәрмен, тигән уй ҙа ҡурҡыта. Шуға бөтөнләйгә ҡайтырға йыйынам да кире уйлайым, йыйынам да кире уйлайым... 12 йыл эсендә, бар мөлкәтемде тейәп, Италияға башҡа бармайым тигән ниәт менән ике тапҡыр ҡайттым, ете ай тыуған яғымда йәшәп ҡараным. Күңелем бушап ҡалған кеүек булды, һағыныуҙан үҙемә урын тапмай башлағас, йәнә Италияға юлландым... Унда иһә тыуған ил, яҡындарым һа­ғындыра. Ейәндәремдең үҫкәнен күр­мәйем, тип әсенәм. Ҡартайған әсәйемә ауырыған сағында ярҙам итә алмайым, хәлен белеп, эргәһендә ултырмайым, тип көйәм... Әлегә был ҡулсанан сығыу юлын күрмәйем. Әммә ҡасандыр ҡайтырға, мөхиткә яңынан күнегергә тура киләсәк. Ә эшләрлек хәл булғанда эшләйем әле”, – ти Рәүзилә ханым үҙенең оҙайлы сәйәхәте тураһында.
Канадала алтынсы йыл ғүмер кисергән Рәхимовтар иһә сит илгә йәшлек шауҡымы менән, йәғни ҡыҙыҡһыныуҙарын ҡәнәғәт­лән­дереү өсөн сығып киткән. Әле генә юғары уҡыу йортон тамамлап, ғаилә ҡорған Учалы ҡыҙы Айгөл менән Бүздәк егете Рушат баш ҡалабыҙ Өфөлә хеҙмәт юлын башлаған, донъяларын йәмләп, улдары Кәрим тыуған... Әммә күп тә тормай, яҙмыш елдәре уларҙы океан аръяғына ташлаған. Артабан Айгөлдөң һүҙҙәре менән дауам итәйек:
– Торонтоға килеп урынлашҡас, тәүҙән үк йәм­ғиәттәге барлыҡ ғәмәлдәрҙең фәҡәт кешеләрҙең уңайлығы өсөн эшләнгәненә хайран ҡалдыҡ. Мәҫәлән, туҡталышта автобустың ишегенә яҡын килеү менән, уның иҙәне түбәнләй, коляска менән еңел генә эскә үтәһең. Автобустың салоны иркен, таҙа, кондиционер ҡуйылған. Алдағы урындар инвалидтар һәм балалы әсәләр өсөн. Урындыҡтар күтәрелә, коляскалы кеше иркенләп йөрөй ала. Урамдарҙа, магазиндарҙа, башҡа йәмәғәт урындарында ла инвалидтар өсөн барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған, хатта магазин янындағы махсус туҡталҡаларға тиклем. Әгәр ҙә уларҙы башҡа кеше биләй икән, полиция ҙур штраф һала.
Дауаханаларҙа ла кешеләргә икенсе мөнәсәбәт тойҙом. Ә сағыштырыр урыным бар, сөнки Кәрим Өфөлә тыуҙы, ауырлы саҡта ҡәҙимге поликлиникаға йөрөнөм. Сиратта бер нисә сәғәт ултырғандан һуң, табип 10-15 минут ҡарай – шуның менән вәссәләм. Ә Канадала Кристалл исемле табипҡа, ғөмүмән, сиратта ултырғаным булманы – тәғәйенләнгән ваҡытҡа ғына килә инем. Йөҙөндә һәр ваҡыт йылмайыу балҡыған ихлас табип бер сәғәттәй ҡабул итә, барыһын да тәфсирләп аңлата ине. Күрһәтмәләрен яҡшыраҡ аңлау өсөн дәүләт миңә бушлай тәржемәсе тәғәйенләне. Аҙаҡ үҙем дә, ирем дә инглиз телен өйрәндек.
Ауырлы ҡатындар өсөн бушлай курстар эшләй, етмәһә, килгән һайын һәр әсәйгә 10 долларлыҡ карточка тараталар – уға теләһә ҡайһы магазинда йәнең теләгән тәмлекәс йәки кәрәк-яраҡ алып була. Юл хаҡын да махсус жетон менән түләйҙәр. Курста уҡығанда ауырлы әсәйҙәр өсөн емеш-еләк, тәмлекәстәр ҡуйылған өҫтәл әҙер торҙо, ә аҙаҡҡы күнекмәлә ҙур байрам ойошторҙолар, бүләктәр тараттылар, шулай уҡ төрлө сауҙа үҙәктәренең бүләк карталарын бирҙеләр. Нисек кенә булмаһын, ошондай иғтибар тойғас, ауырлы ҡатын-ҡыҙҙың кәйефе лә күтәренке була, һау-сәләмәт бала табыуға ышанысы арта.
Бында Рәсәйҙән эмигранттар бихисап, рустар, татарҙар, башҡорттар күп. Аралашып йәшәйбеҙ. “Берлек” башҡорт һәм татар ойошмаһы эшләп килә, ул үткәргән сараларҙан ҡалғаныбыҙ юҡ, йыл һайын Торонтола ойошторолған һабантуйҙа әүҙем ҡатнашабыҙ, балаларыбыҙҙы ла ылыҡтырҙыҡ. Рушат баянда уйнай, мин – алып барыусы, Кәрим менән Камила (Әҙилә бәләкәс әле) йырлап-бейеп күңел аса. Был сараға йыл да мотлаҡ Рәсәй делегацияһы килә. Беҙҙең күңелгә Татар­с­тан Президенты Рөстәм Миңлеханов менән осрашыу уйылып ҡалды: уға балаларыбыҙҙың сығышы ифрат оҡшаны, телефонына төшөрөп алды, бер аҙ аралашырға ла өлгөрҙө.
Ҡыҙҙарыбыҙ Торонтола тыуҙы, ә бер йәштә генә Канадаға күсеп килгән Кәрим Рәсәй менән ҡыҙыҡһына, һағына, ҡасан ҡайтабыҙ тип йыш һорай. Мәктәптә балалар инглиз телендә уҡый, өйҙә русса аралашабыҙ, башҡорт, татар телен өйрәнәбеҙ. Ҡасан да булһа тыуған яғыбыҙға әйләнеп ҡайтырбыҙ тигән уй бар, әлегә йыраҡта, тыуған еребеҙҙә ҡалған яҡындарыбыҙ менән осрашыу минуттарын көтөп, уларға иҫәнлек-һаулыҡ теләп йәшәйбеҙ”, – тип яҙҙы миңә Айгөл океан аръяғынан.
Һүҙҙе дауам итеп, университет тамамлағандан һуң үҙен телевидение, матбуғат өлкәһендә һынап ҡараған, аҙаҡ Испания уҙаманына кейәүгә сығып, әле ғаиләһе менән Американың Лос-Анджелес ҡалаһында йәшәгән класташым, Төркиәлә белем алып, әле Ҡытайҙа эшләгән Әбйәлил һылыуы тураһында ла яҙырға булыр ине. Тик гәзит күләме сикле, ә уларҙың яҙмышы ҡыҙыҡлы – айырым һүрәтләмә яҙырлыҡ...
Бына шулай, статистика мәғлүмәттәре күрһәткәнсә, һәр ҡайһыбыҙҙың сит илгә сығып киткән танышы йә туғаны бар. Уларҙың барыһын да тиерлек “ваҡытлыса” тигән һүҙ берләштерә: һәр кем ҡасандыр, ҡуйған маҡсаттарының тормошҡа ашыуына-ашмауына ҡарап, кире тыуған яғына әйләнеп ҡайтырға ниәтләй, “шул тиклем генә аҡса эшләйем дә”, “шуны ғына күрәм дә” кеүек хыялдар кешене сит-ят ерҙә йөрөргә мәжбүр итә. Насар ҙа түгел был, яҡшы ла түгел – һәр кем үҙенә үҙе хужа. Шулай ҙа тамырҙарҙы сабып ташлап булмай: күңелдәге һары һағыш ауырыуға һабыштыра, тыуған ер көсө, туған тел тылсымы ҡайтырға саҡыра... Алтын тау вәғәҙә итһәләр ҙә, сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан булыу өҫтөнөрәк кеүек. Әллә яңылышабыҙмы?..




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872