Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һабаштар йәшәй белә
Һабаштар йәшәй белә Йәмле Ағиҙел буйында урынлашҡан Һабаш ауылында тырыш, уңған, дәртле халыҡ йәшәй. Ул Ергән ауыл биләмәһенә ҡарай. Барыһы ла ошонда тыуып үҫкән, бер үк нәҫелгә ҡараған ғаиләләр күп, бер-береһен белеп, хөрмәт итеп, татыу көн күрәләр. Клуб эшләй, дүрт йыллыҡ мәктәптә әлегә 14 бала уҡый. Һабашта 200-ҙән ашыу йорт иҫәпләнә. Салауат, Ишембай ҡалалары яҡын булғас, кешеләргә лә уңайлы. Балалар гимназияларҙа, төрлө уҡыу йорттарында белем ала. Ауылдың уңғандары һөт-ҡаймағын алып барып һата. Эргәләге “Энергетик” профилакторийында, балалар лагерында ла эшләй халыҡ.

Һабаш ауылы үҙенең күркәмлеге менән әсир итә. Матур йорттар, асфальт урам. Иң мөһиме — уңған, тырыш, тыуған еренең ҡәҙерен белгән, берҙәм халыҡ йәшәй бында. Ауыл уңғандары менән танышҡас, аҫаба башҡортҡа хас булғанса малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнеп, тыуған төйәгендә кирә баҫып тормош көтөүҙәре, балаларын ысын хеҙмәт тәрбиәһе биреп тәрбиәләүҙәре һоҡландырҙы.
Ергән ауылында урынлашҡан “Салауат исемендәге колхоз” ауыл хужалығы етештереү кооперативының Һабаш бригадаһы районда төп күрһәткестәр буйынса гелән алдынғы урында. Бригадир Илдус Игбаев бында 1992 йылдан етәкселек итә. Илдус Миңлебай улы — өлгөлө ғаилә башлығы, хәстәрлекле атай. Ҡатыны Зөлфиә менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Ауылдаштары уны ауыл Советы депутаты, староста итеп һайлап ҙур ышаныс күрһәткән. Колхозда 220 кеше эшләһә, шул иҫәптән Һабаш бригадаһында һәм фермала ауылдан 50-нән ашыу кеше хеҙмәт урыны тапҡан. Ферманың алты ҡураһында 810 һыйыр малы булһа, шуның 250-һе — һауын һыйыры. Көнөнә 3,5 тонна юғары сифатлы һөт Мәләүез комбинатына оҙатыла. Бер аҙын пакетҡа ла тултыралар, “Белянка” тип атала ул. “Социаль һөт”тө Салауат ҡалаһы ололары көтөп ала — көн дә биш нөктәгә һатыуға сыға.
“500 ферма” программаһы сиктәрендә мал ҡуралары заманса йыһазландырылғанға эш шарттары уңайлы. Республикала беренсе булып һәр мал паспортҡа эйә — компьютерға теркәлә. Израилдән белгес килеп ҡороп киткәндән һуң һәр һыйырҙың һаулығы, күпме һөт биреүе күҙәтелә. Хужалыҡтағы биш ветеринар малдарҙың һаулыҡ торошон тикшереп тора. Юғары сифатлы һөт һатып табыш ала хужалыҡ. Тағы бер йүнәлеш — тоҡомло йәш таналар үҫтереп һатыу.
Игенселектә лә уңышлы эшләй һабаштар. 1800 гектарҙы биләгән бөртөклөләрҙән быйыл 30-ар центнер уңыш йыйып алғандар. Сөгөлдөр, көнбағыш, картуф баҫыуҙары ла мул уңыш менән һөйөндөргән. Рәсәй агро­сәнәғәт комплексының почетлы хеҙмәткәре водитель Миңлейәр Ибраһимов, механизатор Самат Йосоповтың һәм башҡаларҙың фиҙакәр хеҙмәт емештәре был.
Халыҡтың йәшәйеш кимәле ҡыуандыра. Ауылға “зәңгәр яғыулыҡ” үткән, ҡышын юлдар ҡарҙан таҙартыла, һәр йортта тиерлек ҡала­лағы кеүек бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Ысынлап та, емертеп эшләй ҙә, кинәнеп ял да итә белә һабаштар.
2003 йылда хужалыҡ клуб төҙөп биргәнгә ҡыуанып бөтә алмай ауыл халҡы. Мөдир Лилиә Ғәббәсова әйтеүенсә, халыҡ төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. “Уңған хужабикә” түңәрәге иһә ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштергән. Шәжәрә, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үткәрелә. “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ла ҡатнашып өлгөргәндәр. Быйыл Ергән ауыл биләмәһе менән берлектә урындағы башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу республика програм­маһына ярашлы балалар спорт-уйын май­ҙансығы төҙөү мөмкинлеге килеп сыҡҡан.
Һәр ауыл уңған ғаиләләре менән көслө. Илгиз Игбаев ферма мөдире булып байтаҡ йылдар эшләй. Ҡатыны Гөлшат — уңған һауынсыларҙың береһе. Татыу ғаиләлә биш бала буй еткерә.
— Улыбыҙ Ғайса Башҡортостан дәүләт аграр университетында ветеринарға уҡый. Киләсәктә тыуған ауылыбыҙға эшкә ҡайтырға иҫәбе. Хужалыҡта йәштәргә иғтибар ҙур. Ҡайтһындар ғына, — тине ул.
Әйткәндәй, йәштәрҙән Эдуард Алсынбаев, Азамат Йәрмөхәмәтов та колхоз ярҙамы менән йорт һала. Фидан Әлимбаев, Ирек Сәфәров, Рим Мөслимов иһә заманса техниканы “ауыҙлыҡлаған” яуаплы йәштәр.
Мәктәп мөдире Рәсилә менән бригада шоферы Насир Бикбулатовтарҙың татыу ғаиләһендә өс бала үҫә. Улдары Заһир Ишембай башҡорт гимназияһында уҡый, “Берғамыт” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә йырлай. Уҡытыусы Гөлфирә менән зоотехник-селекционер Мансур Бикбулатовтар ҙа дүрт балаға ғүмер биргән. Алсынбаевтар, Бикбулатовтар, Фәйзуллиндар, Ғәббәсовтар, Бикҡужиндар ғаиләләре тырышып донъя көтә, балалар үҫтерә.
Һәр береһе хөрмәткә лайыҡ оло быуын вәкилдәре лә өлгө булып тора йәштәргә. Мәҫәлән, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре Таһир Алсынбаев, Камил Ғәббәсов ошо хужалыҡта оҙаҡ йылдар фиҙакәр хеҙмәт итеп хаҡлы ялда. Роза Ғәббәсова, Бәзирә Бикбулатова, һуғыш ветераны Хәмит Солтанов, Разия Әлимбаева — ауылдың ҡотон һаҡлап тороусы ағинәйҙәр, олатайҙар быуыны.
Ауылдың иң өлкән кешеһе Рамазан ағай Игбаев иһә, хәләл ефете Зәйтүнә менән 65 йыл бергә татыу ғүмер кисереп, ауылдаштарына өлгө күрһәтә. Дин юлындағы аҡһаҡал иман нуры таратып, һәр башланғысҡа изге фатихаһын бирә, төбәктә хаҡ дин тәрбиәһен таратыуға күп көс һала.
Тыуған төбәгенең ҡәҙерен белеп йәшәй һабаштар. Үҙҙәре тырыш, егәрле, дәртле. Ғаиләләр ҙә татыу, балалар ишле. Ә ошо төбәктә тыуып үҫкән хужалыҡ етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Сибәғәт Абдулхай улы Ғәйнуллин эшһөйәр яҡташтары менән бергә ҡулға-ҡул тотоношоп, халҡының киләсәген хәстәрләп, күркәм тормош кисерә.


Автор: Г. СӘЛИХОВА. Район: Мәләүез районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә...

Тотош уҡырға 2

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә...

Тотош уҡырға 3

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Табиптар әйтеүенсә, уның хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана....

Тотош уҡырға 2

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды 11.03.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә