Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хаҡлыҡ хаҡына хеҙмәт
Хаҡлыҡ хаҡына хеҙмәт Фуат ағайым Бейешев барлыҡ ғүмерен матбуғатҡа бағышланы.
Ул – һәләтле журналист, публицист, сценарист, ғөмүмән, үҙ эшенең оҫтаһы булып танылыу яулаған шәхес. Һөнәрен бөтә булмышы менән яратты.

Дәһшәтле һуғыш барлыҡ балаларҙың бала сағын йотто. Улар ҡапыл ололар сүрәтенә инде. Һигеҙ-туғыҙ йәшлек ҡыҙ балалар иген утау, бесән йыйыуға, ә инде 13-14 йәшлек үҫмер малайҙар колхоздың ирҙәр башҡара торған ауыр эшенә төштө: йөк ташыу, ерҙе һабан менән эшкәртеү, апайҙар менән бергә һыйыр егеп ер һөрөү һәм башҡаһы. Аслыҡтың да иң әсеһе тейҙе һуғыш балаларына. Тиҫтерҙәре менән Фуат ағайым да быларҙы татыны.
Атайым Ғибәҙулла Бейешев, ҡаты ауырыуы сәбәпле, һуғышҡа яраҡһыҙ тип табылды һәм ауылдың баш­ланғыс мәктәбендә уҡытты. Беҙгә иһә уҡыу менән өйҙә шөғөлләнергә ҡуша ине, сөнки ул ваҡытта мәктәпкә йөрөүҙе туҡтатырға мәжбүр булдыҡ. Бигерәк тә Фуат ағайым оҙаҡ итеп китап уҡырға яратты. Күрәһең, тыу­мыштан бирелгән һәләте булған­дыр.
Ағайым күп һөйләмәй, өндәшмәй генә үҙенә тәғәйенләнгән эште еренә еткереп эшләне. Бик егәрле, бөхтә һәм ғәҙел булды, бәләкәй генә бурысына ла яуаплы ҡараны һәм беҙҙән дә, бәләкәй туғандарынан, шуны талап итте.
Һуғыштан һуң ул VII класты бөтөп, Мораҡ педучилищеһын тамамланы. Башланғыс класс уҡытыусыһы дипломын алып, бер йыл мәктәптә эшләне һәм хәрби хеҙмәткә алынды. Дүрт йыл ғүмерен Совет Армия­һында юғары чинлы хәрбиҙәрҙә сәркәтип булып үткәрҙе.
Ҡайтыу менән Өфөлә радиоға эшкә урынлашты. Йәнә байтаҡ ғүмерен “Совет Башҡортостаны” гәзитенә бағышланы. Унда ул тәүҙә ябай хәбәрсе булып Башҡорт­остандың райондарын йөрөп сыға. Мәҡәләләрендә һәр ваҡыт алдынғы колхозсылар урын алыр булды. Ябай кешеләрҙең эскерһеҙ башҡарған эшенә юғары баһа бирер, уларҙы бөтә күңеле менән яратыр, ихтирам итер ине.
Һуғыш тарафынан емерелгән ауылдарҙы аяҡҡа баҫтырып, үтә лә ауыр, шул уҡ ваҡытта яуаплы бурыс үтәгән етәкселәрҙең һәм бигерәк тә ябай хеҙмәт кешеләренең эш шарттары, тормоштары менән яҡындан танышыу уға, йөрәге аша үткәреп, тәрән йөкмәткеле мәҡәләләр яҙырға көс биргәндер. Һуңғараҡ иһә Фуат ағайым “Совет Башҡорт­останы”нда бүлек мөдире вазифаһын башҡарҙы.
Инде тормош яҡшыра, илдең үҫешенә иғтибар арта башлаған 60-сы йылдар. Башҡортостандың үҙ телевидениеһын булдырыу көнүҙәк мәсьәләгә әйләнә һәм был өлкәлә кадрҙар әҙерләү талап ителә. Ошо осорҙа Фуат ағайым Бейешевте КПСС-тың өлкә комитеты Мәскәүгә Телевидение хеҙмәткәрҙәрен әҙер­ләү институтына уҡырға ебәрә. Ул шул ваҡытта Башҡортостан теле­видениеһында әҙәби редакция мөхәррире итеп тәғәйенләнә. Ошо эшендә хаҡлы ялға сыҡҡансы хеҙмәт итә. Өҫтәүенә йәш жур­налистарҙы һөнәр серҙәренә төшөндөрөп, кәңәштәрен бирер, уларҙа ижади дәрт уятыр ине. Шуға ла эргәһендә эшләгән, бөгөн инде оло йәштәге элекке хеҙмәткәрҙәр уны рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә ала.
Телевидениела эшләү дәүерендә берен­селәрҙән булып башҡорт телефильмдарын булдырған Әмир Абдразаҡов менән дә осраша ағайым. Ике ижад кешеһе бер-береһен аңлап, күп кенә киноларҙы экранға сығарыу ғәмәлен алып бара. Фуат ағай сценарийҙар яҙа, Әмир Абдразаҡов фильмды төшөрә. Шулар араһынан Яныбай Хамматовтың әҫәре буйынса ҡуйылған “Бөртөкләп йыйыла алтын”, Ғәли Ибраһимовтың “Кинйә” романы нигеҙендә төшөрөл­гән “Кинйә” исемле кинофильмдар телевидениеның алтын фондында һаҡлана.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та Фуат аға­йым тик ултырманы. “Башҡортос­тан энциклопе­дияһы”н төҙөүгә ярайһы ғына булышлыҡ итте. Күп яҙмаларын мөхәррирләне, яңынан-яңы баҫмалар әҙерләүҙә ҡатнашты.
Ҡыҫҡаһы, Фуат Бейешев бихисап мәҡәләләре, очерктары, сценарий­ҙары, атайым көндәлектәренә таянып яҙған “Тормош ярсыҡтары” тарихи повесы аша халҡына хеҙмәт итте. Ул еребеҙҙе, телебеҙҙе, мил­ләтебеҙҙе бөтә күңеле менән яратты, илһөйәр, эшһөйәр булды. Хеҙмәте иһә – халыҡ яҙмышындағы тотош бер тарихи дәүерҙе һүрәтләгән ижад.


Автор: Ләлә БЕЙЕШЕВА. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте

Комментарий өҫтәргә