Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡыҙыл йондоҙ ордены менән бүләкләнгән комсомол
Ҡыҙыл йондоҙ ордены менән бүләкләнгән комсомол Хәҙерге быуын йәштәренә ком­мунис­тар, комсомол, пионер һәм октябрят булыу баҫҡыстарын һөйләһәң, моғайын, ғәжәп итерҙәр ине. Ә бит СССР тигән дәүләттең тотҡаһы ине ана шул баҫҡыстарҙы бар иткән халыҡ. Интернетта ҡайһы саҡ значок таҡҡан, ҡыҙыл галстук бәйләгәндәрҙең фотоһын һалып, “СССР-ҙа етештерелгән” тигән яҙма ҡуялар. Кемгә нисектер, әммә бер йәмле осоро итеп хәтерләй бит күптәр ғүмеренең ошо дәүерҙәрен, сөнки улар инанып, дәүләттең ышанысын аҡларбыҙ тип башҡарған ғәмәлдәрен. Хәҙер яҙмышы хаҡында һөйләйәсәк геройым да тап ана шул комсомолдар сафынан.

Мөтиғулла Арыҫланов 1913 йылда Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ике малай үҫә улар. Мөтиғуллаға яңы совет мәктәбендә белем алырға мөмкинлек тыу­ҙырыу өсөн ағаһы Сафиулла Башҡорт­остан менән Ырымбур өлкәһенең сигендә урынлашҡан Фидәрсәй исемле мордва ауылында (Йәнтештән 25 саҡрым алыҫ­лыҡта) байҙарҙа ялсы булып өс йыл эшләй.
Ә Мөтиғулла Һабыр тулы булмаған урта мәктәбендә шул тиклем тырышып уҡый, уҡытыусылары уны башҡаларға өлгө итеп ҡуя. Шунан яңы төҙөлгән колхоздарға иҫәп-хисапсылар әҙерләүсе ҡыҫҡа ваҡытлы курста белем алып, Йәнтеш ауылындағы “Яңы шәреҡ” колхозына эшкә төшә.
Коммунистар партияһы ағзалары йәш егеттең әүҙемлегенә иғтибар итеп, ауылда комсомол ойошмаһын төҙөү эшенә саҡыра. Күп тә үтмәй, уны комсомол ойошмаһы етәксеһе итеп һайлайҙар. Бәлки, совет осорон сағылдырған кино­ларҙа күргәнегеҙ барҙыр, комсомолдар янып, ярһып, белем алыу менән бергә тыуған илгә фиҙакәр хеҙмәт итергә әҙер булған йәш белгестәр итеп һүрәтләнә. Ә бит улар, ысынлап та, тап шундай булған. Һәр комсомол өсөн Тыуған ил ҡуйған бурыс башҡа ғәмәлдәрҙән өҫтөн һаналған.
1933 йылда комсомолдың Хәйбулла райкомы Мөтиғулла Арыҫлановты Аҡъюл ауыл Советына ҡараған Аҡъюл һәм Ишкилде ауылдарында берләшкән колхоз ойошторорға ярҙам итергә, унда комсомол ойошмаһын төҙөү бурысы менән эшкә ебәрә. Уйлап ҡараһаң, ниндәй ҙур бурыс һәм шул уҡ ваҡытта ниндәй тәрән ышаныс! Аҡламай ҡара партия ҡушҡанды! Ауыр бала саҡ йылдарынан арынып, ең һыҙғанып эшкә тотонған егет үҙен бары тик ыңғай яҡтан күрһәтә. Күңелдең саф ниәте, замандаштарының тын алышын яҡшы тойоу уға юғалып ҡалмаҫҡа ярҙам иткәндер. 1934 йылдың башында колхозсылар Мөтиғулланы яңы төҙөлгән “КИМ” колхозының рәйесе итеп һайлай. Уға был саҡта ни бары 21 йәш була. Күҙ алдына ла килтереүе ауыр хатта. Хәйер, башҡорттоң бик күп зыялылары үҙҙәре­нең ҡаһарман аҙымын эшләгәндә, милләт яҙмышын хәл иткән мәлдәрендә утыҙға ла етмәгән булғандар.
1934 – 1938 йылдарҙа Мөтиғулла Арыҫланов етәкләгән колхоз идара ағзалары һәм комсомол ойошмаһы менән берлектә ҙур ғына уңыштарға өлгәшә. Колхоздың ике ауылында ла малсылыҡ, һарыҡсылыҡ фермалары, ҡырсылыҡ бригадаһы, ҙур ғына тимерлек, баҫыу станы төҙөлә. Тормош йәнләнеп китә, аслыҡтан-яланғаслыҡтан интеккән халыҡта өмөт уяна, күңелдәренә дәрт өҫтәлә. Эш кенә булһын, ауыл кешеләре ең һыҙғанып тотонорға әҙер була. Игенселәрҙең тырышлығы арҡаһында ошо йылдарҙа гектарынан 12 –14 центнер уңыш йыялар, һөт, ит етештереүҙә лә алға китәләр. Алдынғы һауынсы, комсомол ағзаһы Мәхүпъямал Байғужина 1935 йылда Бөтә Союз колхозсы-ударникта­рының II съезында делегат булып ҡат­наша. Ул И. Сталин, М. Калинин, К. Во­рошилов, Н. Крупская менән бергә фотоһүрәткә төшөп, онотолмаҫлыҡ иҫтәлек алып ҡайта.
Колхоз идараһы рәйесе, ауыл Советының тырышлығы менән һәм ВКП(б) райкомы ярҙамында Аҡъюл ауылында тулы булмаған урта (ете йыллыҡ) мәктәп асыла, уның матди-техник базаһы нығытыла. Бында тирә-яҡтағы алты ауылдан балалар белем алырға йөрөй башлай. Белем усағы 1970 йылға тиклем уңышлы эшләй.
Колхоз төҙөүгә һәм уның эшен ойош­тороуға юғары баһа биреп, ВКП(б) райкомы йәш етәксе Мөтиғулла Арыҫлановты 1938 йылда комсомолдың Хәйбулла рай­комының беренсе секретары итеп тәҡдим итә. Ул район комсомол ойошмаһын 1940 йылдың июненә тиклем уңышлы етәкләй.
Хәйбулла – республикала иң ҙур райондарҙың береһе. Ул ваҡытта төбәктә 46 колхоз, ике совхоз, өс МТС, урман хужалығы, Бүребай руднигы, 67 дөйөм белем биреү мәктәбе, мәҙәниәт усаҡтары булған. Был объекттарҙа күберәге йәштәр эшләгән. Райондың комсомол ойошмаһы шуларҙың барыһына ла етәкселек итеп, йәштәрҙең эшен, ялын ойоштора, көнкүреш шарттарын яҡшыртыу яғын ҡарай. Райком секретары һәр ваҡыт йәштәр араһында, һәр мәсьәләнең хәл ителеү-ителмәүе уның күҙ уңында була.
ВКП(б) райкомының бюро ағзаһы булараҡ, Арыҫланов райондың иҡтисади ҡеүәтен нығытыуға, мәғариф һәм мәҙә­ниәтен үҫтереүгә, халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуға ынтыла. Аҡъяр ауылында кинотеатр, балалар баҡсаһы биналарын, Таналыҡ йылғаһы аша күпер төҙөү эштәре йәштәр көсө менән атҡарыла. Халыҡ һәр өмәгә, дөйөм эшкә дәррәү күтәрелеп сыҡҡан, комсомол ойошмаһы етәкселәре лә улар менән бергә ошо хеҙмәт төйәгендә көс түккән.
Бүребай руднигының фабрикаһында комсомолдар Ғүмәров һәм Әҙелгилдин етәкселегендәге йәштәр бригадалары, “Һаҡмар” МТС-ында Йәнғәле Исҡужин етәкселегендәге йәш тракторсылар бри­гадаһы ла комсомол секретары М. Арыҫ­ланов тәҡдиме менән ойошторола. Колхоз һәм совхоздарҙа комсомол йәш­тәрҙең һөтсөлөк, һарыҡсылыҡ фермалары, бригадалары яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеүен дауам итә.
1939 йылда етештереү объекттарында 250-нән ашыу йәш ударник эшләй. “Красная звезда” колхозында һарыҡ ҡараусы йәш колхозсы Овчинников 100 һарыҡтан 141 бәрәс алып үҫтерә, “Таналыҡ” совхозында йәш һауынсы Ҡолсобаева һәр һыйырҙан 1748 литр һөт һауып, районда еңеүсе була. 1939 йылда Бөтә Союз ауыл хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмә­һендә райондан 30 малсы ҡатнаша. Быуат башындағы ауырлыҡтарҙан һуң халыҡ малсылыҡ кеүек эштәрҙә бигерәк тә әүҙемлек күрһәтә. Бер уйлаһаң, был ғәжәп тә түгел: ата-бабалары – бөйөк күсмәндәр вариҫтары, ә уларҙы малдан, аттарҙан, көтөүлектәрҙән, йәйләүҙәрҙән башҡа күҙ алдына ла килтереүе ауыр.
Комсомол райкомы йәштәр араһында белемлеләрҙе арттырыу буйынса ла әүҙем эшләй. Элек халыҡ наҙан булған, тип әйтеү дөрөҫ түгел, киреһенсә, милләттәш­тәребеҙ рухи, дини яҡтан бик белемле булған. Бары тик илдәге ҡыйралыштар ғына халыҡты ғилемдән ситләштергән булған. Колхозлашыу йылдарында Хәйбулла районында биш ауыл йәштәрен уҡытыу маҡсатында киске мәк­тәптәр асыла, уҡытыусылар саҡырыла.
Ишле ғаиләле йәш белгес 1939 йылда совет-фин һуғышы башланғас, ярһыу рухы менән яуға ынтыла. Ләкин партия райкомы рөхсәт бирмәй: “Һинең эшең — йәштәрҙе һуғышҡа әҙерләү”. Шул бурысты үтәүгә күп көс һала Мөтиғулла Бәхтийәр улы, йөҙәрләгән йәш егет, яҡшы әҙерлек үтеп, фронтҡа китә.
Мөтиғулла Ҡыҙыл Армияға хеҙмәткә барыу теләген ҡабат белдерә, партия райкомына ғариза менән икенсе тапҡыр мөрәжәғәт итә. 1940 йылдың июнендә үҙ теләге менән әрмегә китә. Әммә ошо юлланыуынан ул тыуған яғына әйләнеп ҡайта алмай. Әйтерһең дә, йәнле, тулы ҡанлы тормошто ошо минуттан бөтөнләй башҡа ут ялҡыны ялмап ала. Гүйә, был бер үк яҙмыштың ике осошо төҫлө. Комсомол тормошонда бөтә йөрәк көсөн һалып эшләп йөрөгән йәш белгес Бөйөк Ватан һуғышы ҡосағына барып инә. Улай ғына ла түгел, уның батырҙарса һәләк булғанын улы, туғандары йылдар үткәс кенә белеп ҡала.
Оҙаҡ йылдар эҙләй улы Роберт ата­һы­ның ҡайҙа, нисек һәләк булыуы хаҡын­дағы мәғлүмәттәрҙе. Ниәт иткән – мора­ҙы­на еткән, тигәндәй, һис көтмәгәндә уға Оборона ми­нистрлығының Үҙәк архивынан хат килеп төшә. Атаһы хаҡындағы мәғлү­мәтте алғас, ул ҡатыны Лена Ғәзиз ҡыҙы менән ҡәҙерле кешеһе ерләнгән туғандар ҡәберлеген күреү маҡсатында 2006 йылда Карел Республикаһына юллана.
Онега күленең төньяҡ һыҙатында урын­лашҡан Медвежьегорск районының хәрби комиссариаты. Бында уларҙы подполковник А. Самарин ҡаршы ала, ҡарашынан яҡтылыҡ бөркөлә. Анау хәтлем юлдар үтеп килгән кешегә күп кәрәкме ни инде. Бер аҙ һөйләшкәс, ул капитан Сальниковҡа Башҡортостандан килгән ҡунаҡтарҙы алып йөрөргә ҡуша. Капитандың оҙатыуында Арыҫлановтар Массальск ауылы янындағы туғандар ҡәберлегендә була, был районда ойош­торолған ошондай 33 урындың береһе икән. Ул Медвежьегорск ҡалаһы­нан 30 саҡрым самаһында төньяҡта Петрозаводск – Мурманск автотрассаһында урман ситендә төҙөлгән. Ҙур булмаған ялансыҡ­та өс метр бейеклегендә гранит таштан эшләнгән ғәйәт ҙур һәйкәл ҡуйылған. Ул ташта түбәндәге яҙма уйылған икән: “Павшим защитникам Отечества в 1941 – 1945 гг. 176-я, 186-я, 263-я, 367-я стрелковые дивизии, 61-я, 65-я морские бригады, 227-я отдельная танковая бригада. Вечная память”.
Һәйкәлдәге яҙмаға ҡарағанда, был районда бик ҡаты һуғыш булғанын яҡшы аңлай Арыҫлановтар. Уның эргәһендә ундан ашыу емерелгән, һынған тимер каскалар, танк броняһының һыныҡтары, снарядтар, ватылған пулеметтар ята. Һәйкәл­дән алыҫ булмаған ерҙә, байтаҡ ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, һаман да элекке окоптар, траншеялар күренә. Комсомол ойошмаһының алдынғы шәхесе Мөтиғулла Бәхтийәр улының ғүмере бына ошо ерҙә өҙөлгән...
Был урында ике сәғәт самаһы була Арыҫлановтар. “Ошо ваҡыт эсендә ниҙәр кисереүемде, тулҡынланыуымды аңла­ты­уы ҡыйын, әммә был осраҡты тор­мошомдоң бик мөһим мәле тип һанайым, сөнки беҙ, өс бала, атайһыҙ үҫтек, шул ҡәҙерле һүҙҙе әйтә алманыҡ...” – тип хәтерләй батыр яугирҙе Роберт Мөти­ғулла улы. Бөгөн уның ҡулында Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы Үҙәк архивынан (Мәскәү өлкәһенең Подольск ҡалаһы) килгән түбәндәге мәғлү­мәттәр теркәлгән һәм һарғайып бөткән, әммә донъялағы иң ҡәҙерле документ­тарҙың береһе һаҡлана: “Мөтиғулла Бәхтийәр улы Арыҫланов, Бөйөк Ватан һуғышында 367-се уҡсылар дивизияһы­ның 928-се артиллерия полкында взвод командиры, 1943 йылдың 24 июнендә батырҙарса һәләк була. Карел-Фин ССР-ының Медвежьегорск районында ерлән­гән. Лейтенант Мөтиғулла Арыҫланов ошо уҡ йылдың 4 июлендәге дивизия бойороғона ярашлы “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордены менән наградланған. Орден эйәһенә тапшырылмаған”. Әйтеүе генә рәхәт “Орден тапшырылмаған”, “Батыр­ҙарса һәләк булған” тип, әммә күпме һыҙланыуҙар ята ошо ике һүҙбәйләнеш нигеҙендә... Ул бит дошмандың утын үҙенә алып, аңлы рәүештә ҡорбан булыу юлына баҫҡан. Хәйер, әлмисаҡтан башҡорт уландары иле, ере өсөн башын һала, бөтмәҫ дандары ҡала, ә халҡы алға бара!
Бөйөк илде төҙөгән ҡаһарман ағайҙарҙың береһе, “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордены кавалеры Мөтиғулла Бәхтийәр улы Арыҫлановтың йәне йәннәттә булһын.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 770

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872