Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Шешә төбөндәге донъя
Мәҡәлдәр беҙҙе “икмәк – ил байлығы”, “икмәктән оло булма”, “икмәктең валсығын да ергә ташлама” тип, ошо ризыҡты ҡәҙерләргә өйрәтә. Өҫтәлдә лә ниндәй генә ашамлыҡ булмаһын, иң түргә ҡаласты ҡуябыҙ бит. Унан һуң инде көнитмешебеҙҙә бәрәңге лә ҙур урынды биләй. Икенсе икмәк ниндәй аслыҡта ла тамаҡҡа май булып ятҡан бит ул. Ә бәғзеләргә иһә икмәк менән бәрәңге эргәһенә берәй “ҡолоҡай” ҙа менеп ултырһа, донъя хатта түңә­рәкләнеп китә. “Аҡбаш” булһа инде, тәүге икәүһенә лә артыҡ хәжәт төшмәҫ.

Белгестәр алкоголгә ылығыу сәбәбен эшһеҙлеккә, кешенең көнкүреш шарттарына яраҡлаша алмауына, проблеманан ҡасырға тырышыуына бәйләй. Унан тағы генетик, физиологик яҡтар ҙа телгә алына. Донъяға шешә төбөнән бағыр өсөн аҡсаһы ла бит ул ҡәҙәре күп кәрәкмәй. Хатта утыҙ һумлыҡ икмәк анау фанфурик тигәненән биш һумға ҡыйбатҡа төшә. Китап, театрға билет кеүек рухи аҙыҡтар менән сағыштыраһы ла түгел, ләкин шунда ла “кеше шешә төбөнә яҡшы тормоштан төшмәйҙер инде” тигән уй тыуа.
Ә иҫерткес эсемлек килтергән зыянға ҡараһаң, ҡайғынан ҡарайған йөҙҙәр генә күҙгә салына. Ана, ошо йылдың ғинуарынан алып август айына тиклем генә лә респуб­ликабыҙҙа алкоголь менән ағыуланыуҙың 1054 осрағы теркәлгән. Башҡортостан буйынса “Роспотребнадзор” белгестәре килтергән ошо мәғлүмәттә, уларҙың 107-һе фажиғәле тамамланған, тип әйтелә. Спиртлы эсемлектән ағыуланыусылар араһында йәнә һигеҙ үҫмер һәм 15 йәшкә тиклемге 16 бала ла теркәлгән.
Эскелек, быларынан тыш, ауыҙҙы арыу ғына бешереп тә ала. Шул уҡ байрам өҫтәле янындағы ҡыҙыулыҡтың, иҫерек килеш рулгә ултырыуҙың да күңелһеҙ һөҙөмтәләре йыш осрай. Унда инде хоҡуҡ һаҡсыларының иғтибарынан шешә төбөндә йәшенеп ҡалып булмаҫ... Шуға ҡарамаҫтан, был “ризыҡ”тың ҡәҙере һаҡлана килә. Бәғзеләр хатта уның өсөн йән атырға риза. Шул уҡ яңылыҡтар теҙмәһенә күҙ һалғанда ла, берәүҙәрҙең атай-әсәй, олатай-өләсәй тип тормай бысаҡҡа йәбешкәне күренә. Был йәһәттән магазин кәштәһенән шешәләр сәлдереү бигерәк тә актуаллеген һаҡлай килә.
Кешенең ошо йомшаҡ яғын шәйләп алған бәғзеләр иһә бынан үҙ мәнфәғәтендә файҙаланырға ғына тора. Киң мәғлүмәт саралары был йәһәттән иҫерткес эсемлектәрҙе законһыҙ һатыусыларҙың ҡулға алыныуын әленән-әле сағылдыра. Шулай итеп, мәҫәлән, полиция хеҙмәткәрҙәре ҡайҙа – 27, ҡайҙа – 35, ә ҡайҙа бөтөнләй 70 литр алкоголь тартып ала. Бындай өлкәлә сауҙа итеүсе­ләрҙең бәкәленә “Ирекле һатыу тыйылған йәки сикләнгән әйберҙәрҙе законһыҙ аҡсаға әйләндереү” статьяһы ҡаты ғына һуға.
Хөкүмәт тарафынан да быға һәм, ғөмүмән, эскелеккә ҡаршы төрлө алымдар ҡабул ителә. Мәҫәлән, ошо йылдың ғинуарынан алып хәҙер спиртлы эсемлектәрҙе төнгө ваҡытта һатыу, ҡайҙа булһа ла уларҙы рекламалау тыйыла. Был йәһәттән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҙа төрлө закон проекттарын тәҡдим итеп, булышлыҡ күрһәтә. Күптән түгел депутаттар алкоголизмдан яфаланған балаларҙы мәжбүри дауаларға тәҡдим иткәйне. Ә сентябрҙәге ултырыштарында иҫерткес эсемлектәрҙе һуңғы ҡыңғырау көнөндә һәм күп фатирлы йорттарҙа һатыуҙы тыйыу тураһында фекер алышты. Был өлкәлә көтөлмәгән тәҡдим менән Ваҡлап һатыу компаниялары ассоциацияһы сығыш яһаны. Улар алкоголь һатып алған баланың ата-әсәһенә штраф һалырға тәҡдим итә.
Эскелеккә ҡаршы көрәште хөкүмәт кенә алып барырға тейеш тигән фекер хаталы булыр. Кешенең үҙенән дә тора. Ошонда бер риүәйәт иҫкә төшә. Батша, улдарына ғибрәт күрһәтер өсөн, бер төркөм кешене һарайға бикләп эсергән дә эсергән икән. Күпмелер ваҡыт үткәс, малайҙарын индереп шуларҙы күрһәткән. Бындай картина үҙебеҙҙең тормошта ла йыш осрай. Араҡы өсөн йәнен бирергә әҙер торған кибеп йәки, киреһенсә, шешенеп бөткән кешеләр эргәлә генә йәшәй. Шуға, ысынлап та, Салтыков-Щедрин әйткәнсә, “Әгәр йөҙ йыл буйы йоҡлап уянғанымдан һуң минән “Рәсәйҙә ниҙәр бара?” тип һораһалар, “Эсәләр һәм урлашалар” тиер инем”, тигән һүҙҙәр әле һаман раҫ булып ҡаламы?..



Автор: Д. БИЛАЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә