Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рухлы, телле, илле булыу үҙебеҙҙән тора
Рухлы, телле, илле булыу үҙебеҙҙән тора Башҡорт асыҡ КВН лигаһы күптәребеҙгә “Туған телебеҙҙә булһын шаяртыуҙар”, “Беҙ булмаһаҡ, кем?” кеүек девиздар менән 2012 йылдан алып билдәле. Тап ошо мәлдә
Интернет селтәрендә республикабыҙҙа башҡорт телендә ойоштороласаҡ беренсе шаттар һәм тапҡырҙар уйыны хәрәкәте хаҡында фекер алышыуҙар барҙы. Өфө ҡалаһы мәктәптәре араһында тиҫтә йыллыҡ тәжрибә туплап, әүҙем эшләп килгән “Шаяниум” клубы бар ине, әлбиттә. Әммә ошо сарала тәрбиә мәктәбе үткән йәштәр уй-хыялдар менән ҡанатланып, артабан да киңлеккә, бейеклеккә ынтылды. Һәм бына мәктәп йылдарындағы әүҙем һәм күңелле мөхиттән шытып сыҡҡан башланғыс йәштәр донъяһында үҙенсәлекле үҙ юлын тапты. Бөгөн Башҡорт асыҡ КВН лигаһы бишенсе миҙгелен аса.
Ошо айҡанлы хәрәкәт етәксеһе Урал Кәримов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Урал Салауат улы, кәйефтәрегеҙ нисек?
– Яҡшы ғына. Позитив уйҙа лиганың юбилей кисәһенә әҙерләнеп йөрөйбөҙ.
– Үткәндәргә күҙ һалып, Башҡорт асыҡ КВН лигаһының барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләгеҙ әле...
– Өфөлә Башҡорт йәштәре иттифағы менән берлектә беренсе башҡорт КВН-ы 2001 йылда үткәрелде. Был сарала баш ҡалабыҙ мәктәптәренән дүрт команда ҡатнашты. Иҫемдә, бәйгелә ҡалабыҙҙың 136-сы башҡорт лицейы еңеү яулағайны. 2003 йылда иһә Өфө ҡалаһы хакимиәте ярҙамы менән “Шаяниум” фестивале ойошторолдо. Ул ҡала мәктәптәре араһындағы конкурс булараҡ билдәле, быны башҡорт КВН-ының тыуыуы тип әйтергә лә булалыр. Артабан 2005 йылда республиканың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты ҡурсаулығында башҡорт һәм татар КВН командаларын бергә туплаған “Шаян уйын” тигән фестиваль уҙҙы. Йолаға әйләнгән был сараларҙа баш ҡалабыҙ мәктәптәре уҡыусылары туған телдә аралашып, тапҡырлыҡта, отҡорлоҡта үҙ көсөн һынаны.
Беҙ, ошо “Шаяниум” мәктәбе тәрбиә­ләнеү­селәре, яңы идеялар менән янып йәшәй башланыҡ, республиканың башҡорт телендә һөйләшкән барлыҡ йәштәрен бергә туплай алырлыҡ ойошма төҙөү тураһында уй тыуҙы, кәңәш бирерҙәй өлкәндәр һәм битараф булмаған тиҫтер­ҙәребеҙ менән йыйылыштар үткәрелде. Ә ниңә Башҡорт КВН лигаһын булдыр­маҫҡа? Эшләйем тиһәң, мөмкинлектәр бар бит ул. Шулай 2012 йылдың яҙында Башҡорт асыҡ КВН лигаһы тигән төбәк йәмәғәт ойошмаһын төҙөнөк. Ошонда уҡ уның нигеҙендә республикабыҙҙың бөтә отҡор, тапҡыр, шаян балаларын берләш­тереү маҡса­тында Башҡорт асыҡ юниор КВН лигаһы булдырылды.
– Төп маҡсаттарығыҙ менән дә таныштырып үтһәгеҙ...
– Белеүегеҙсә, беҙ йәш быуын менән эшләүҙе күҙ уңында тотабыҙ. Тәү сиратта Башҡорт асыҡ КВН лигаһы ошоға хәтлем булған республика командаларын бергә туплау, башҡорт йәштәрен берләштереү маҡсатында ойошторолдо. Илебеҙҙә туған телдәр мәсьәләһе үтә ҡырҡыу торған саҡта ошо рәүешле башҡорт телен пропагандалау бурысын күтәреп сыҡтыҡ. Шул уҡ ваҡытта йәш быуындың ижади потенциалын үҫтереүгә булышлыҡ итеү, яңы таланттарҙы асыу ҙа булды уй-маҡсаты­быҙ. Ҡыҫҡаһы, Башҡорт асыҡ КВН лигаһы йәштәрҙә аңлы, әүҙем тормош позицияһын булдырыу йүнәлешендә белем һәм тәрбиә эшмәкәрлегенә ярҙам итеү бурысын үҙ эсенә ала. Республикабыҙҙағы мәктәп, лицей, гимназия, колледж, университет командалары, был уҡыу йорттарындағы йәмәғәт ойошмалары, Өфөләге һәм башҡа ҡалаларҙағы яҡташтар ойошмалары, Башҡорт йәштәр иттифағы менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә эш алып барабыҙ.
– Эш нисек ойошторолған? Билдәле булыуынса, уйындар бөгөн баш ҡала­быҙҙа ла, республиканың төрлө ҡала һәм райондарында ла үтә.
– Башҡорт асыҡ КВН лигаһы – ун һигеҙ йәштән өлкәндәр өсөн, ә Башҡорт юниор КВН лигаһы ун һигеҙ йәшкә тиклемге йәштәр командаларын туплай. Ойошма­быҙҙың күптән эшләп килгән әүҙем үҙәге бар, йәштәребеҙ үҙ бурысын оло яуап­лылыҡ менән башҡара. Беренсе йылда лигала егермегә яҡын команда булһа, фестивалдә ҡатнашҡан командалар һаны йылдан-йыл арта. Башҡорт юниор КВН лигаһы уйындары тәүге йылдарҙа көньяҡ, үҙәк, төньяҡ райондар командалары ҡатнашлығында, унан айырым Урал аръяғы командаларын үҙ эсенә алып, дүрт төбәктә, бөгөн иһә Силәбе өлкәһе райондарындағы милләттәштәребеҙҙе туплаған командаларҙың “74-се төбәге” менән биш урында үтә. Артабан ошо уйындарҙа еңеү яулаған командалар ярымфинал һәм финал уйынында ҡатнашыу мөмкинлеген ала. Ошоға тиклем Башҡорт юниор КВН лигаһының ярымфинал, финал уйындары Стәрлетамаҡ, Күмертау, Салауат ҡалаларында үтте, был башҡа ҡала һәм райондарҙағы көйәрмәндәргә ҡулай булды. Дәртле һәм креатив йәштәрҙән Республика башҡорт лицей-интернатынан сыҡҡан “Нөктә.Ru”, Күгәрсен яҡташтар ойошмаһының “Ритайым+”, Ейәнсура районының “Мыртый”, Салауат районының “БашStar” командаларын айырып әйтергә мөмкин. Өмөтлө йәштәр үҫә, хатта ҡайһы бер райондарҙан икешәр команда сығыш яһай. Әлбиттә, уларға үҙ өҫтөндә эшләргә лә эшләргә. Был йәһәттән тәнҡит һүҙе, анализ яһауҙар, әңгәмәләр үткәрелә, саралар һуңында баһалама ағзалары командаларға теләктәрен әйтә.
– Оло быуын тарафынан КВН-ды ҡабул итмәүселәр ҙә табыла. Мәҫәлән, бер уҡытыусымдың, уйын-көлкө ме­нән генә йәшәп булмай, етдиерәк шө­ғөл табығыҙ, тип шелтәләгәне иҫем­дә...
– Әлбиттә, һәр кемдең үҙ ҡарашы була. Әйтергә кәрәк, Башҡорт асыҡ КВН лигаһы – ул шул уҡ ҡор майҙаны, йәштәрҙең үҙенсәлекле аралашыу мөхите. Ошо рәүешле үҙ-үҙеңдең мөмкинлектәреңде асаһың бит ул. Ә был уҡыуҙа ла, йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнашыуға булышлыҡ итәсәк.
Минең өсөн бөгөн КВН, төп эштәремдән тыш, йәмәғәт бурыстарымдың береһе. Ошолай мин халҡыма хеҙмәт итеүемде лә аңлайым. Илһөйәрлек сифаты беҙҙең ойошмала эшләгән һәр кемгә лә хас. Электән аралашҡан командалар соста­вындағы башҡорт йәштәренең, дуҫтарым­дың бөгөн һәр береһенең үҙ юлы, тормошо. Улар менән аралашҡанда уй-фе­керҙәр берегә, яңы идеялар ҙа тыуа.
Исемдәре күптәребеҙгә билдәле Ләйсән Мәзитова, Заһир Ишкинин, Артур Батыршин, Батыр Ғәлимовтар – башҡорт КВН командаларының элекке әүҙем ағзалары. Ринат Ниғмәтуллин (Rnt) – фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнашҡан талантлы йәш егет. “Кәкре Сүкеш”тән үткер һүҙ оҫтаһы Фидан Ҡолмөхәмәтов – бөгөн “Хәйерле StandUp кис!” проектында алып барыусы... Һанай китһәң, КВН-да сынығып, ҙур үрҙәргә ынтылған башҡорт йәштәре күп беҙҙең арала.
– Башҡорт асыҡ КВН лигаһы, фес­тивалдәр үткәреүҙән тыш, йәштәр ме­нән тағы ла ниндәйҙер йүнәлештә эш алып барамы?
– Әлбиттә. Яңырыу кәрәк тигән фекерҙә беҙ яңы идеяларҙы тормошҡа ашырабыҙ. Башҡорт КВН командалары ағзаларының йәйге ялын ойоштороуҙы башланыҡ. Мәҫәлән, 2014 йылда Ҡырмыҫҡалы, 2015 йылда Дыуан райондарында шундай саралар булды. Ә быйыл йәй Бөрйән районының “Ағиҙел” балалар һауыҡтырыу лагерында 30-ҙан ашыу команданы йыйған семинар-тренинг уҙҙы. Республикабыҙҙың Мәғариф министрлығы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ярҙамы менән ойошторолған был сара йәштәрҙең лидерлыҡ сифаттарын асыуға булышлыҡ итте. Бынан тыш, беҙҙең командалар башҡа йүнәлештәрҙәге, мәҫәлән, “Ҡош юлы” кеүек фестивалдәргә ойошҡан рәүештә йөрөй. Шулай уҡ Башҡорт асыҡ КВН лигаһының ағзалары йәштәрҙең белем уртаҡлашыу майҙаны булған Ufa.Forum-да ла әүҙем ҡатнашты. Ғөмүмән, эшләй ҙә, ял да итә белә КВН-сылар тип әйтер инем.
– Республика сиктәрендә күңелле, әүҙем үткән Башҡорт асыҡ КВН лигаһы сараларынан тыш, башҡа сит өлкәләр, илдәр менән бәйләнеш бармы?
– Эйе, хәҙер беҙҙең төп бурыстары­быҙҙың береһе – тап ошондай бәйлә­неш­тәрҙе булдырыу. Әйткәнемсә, хәрәкәте­беҙгә Силәбе өлкәһенең йәштәре йәлеп ителде. Санкт-Петербург ҡалаһынан “Әннә-гиҙер” командаһы ла әүҙем ҡатнаша. Сентябрь башында Башҡорт асыҡ КВН лигаһы йыйылма командаһы егеттәре Астана акимы, йәғни мэры, кубогына ярышта ҡатнашып, махсус призға эйә булды. Был бәйге Ҡаҙағстандың баш ҡалаһында 1700 тамашасыға иҫәпләнгән концерт майҙанында уҙҙы. Ҡаҙаҡ иле өсөн йәштәр КВН-ының бындай масштабта үткәрелеүе ғәҙәти хәл. Беҙҙең өсөн мәртәбәле сара булды: тәжрибә уртаҡ­лаштыҡ, тупланыҡ. Телдәребеҙ ҙә оҡшаш булғас, сығыш яһау ауырлыҡ тыуҙырманы.
– Афарин! Тимәк, КВН юҫығында ил-ара дуҫлыҡ ептәре нығына тип әйтергә булалыр?
– Эйе. Август айында Ҡаҙағстандың ҠаҙИИТУ командаһы Өфөләге “Йәйге ку­бок”та гран-при яулағайны. Киләсәктә төрки йәштәре араһында ошондай КВН сараларын ойоштороуҙы ла күҙ уңында тотабыҙ. Рәсәй кимәлендә үткән Сочиҙағы Юғары КВН лигаһына ынтылыш та әүҙемерәк эшләргә этәргес булып тора. Хәтерегеҙҙәлер, ҡасандыр Башҡорт­остандан был фестивалдә рус телле КВН командаһы көсөн һынап ҡарағайны. Минеңсә, Рәсәй кимәлендә илең исеменән сығыш яһағас, республиканың милли йөҙөн, менталитетын да күрһәтергә тейешһең.
“Шаяниум”, Башҡорт юниор КВН лигаһы, Башҡорт асыҡ КВН лигаһында тупланған бай тәжрибә беҙҙе алға әйҙәр тип ышанам. Ә ҡыйыу, рухлы, телле, илле булыу беҙҙең үҙебеҙҙән, уйлаған уйҙарыбыҙҙан, эшләгән эштәребеҙҙән тора.
– Яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт. Бишенсе юбилей миҙгелегеҙ яңы асыштар бүләк итһен, яҡшы кәйефкә көйләһен.

Розалия ЗАРИПОВА һөйләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 112

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 465

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 099

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 909

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 668

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 254

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 576

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 530