Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рухи ныҡлыҡ нәҫелдән килә
Рухи ныҡлыҡ нәҫелдән килә Атай аҡылы — балаға бол

Бына шулай булған хәлдәр. Ә мин фронтта әллә ниҙәр уйлап бөттөм. Уйламаҫлыҡмы ни? Өйләнешеп ярты йыл ғына йәшәп өлгөрҙөк бит. 1941 йылдың 6 июлендә үк фронтҡа киттем. Төньяҡ флоттың диңгеҙ пехотаһында десантсы булып хеҙмәт иттем. Егерме биштә өйләнеп, ун ете йәшлек кенә кәләште ауылда ҡалдырып кителде... Хәзирәмде шул тиклем һағына торғайным, ул саҡтағы үҙәк өҙөлөү әле лә онотолмаған. Тирә-яҡта матурлығы, уңғанлығы менән дан тота ине ул. Матур йәшәнек. Балаларыбыҙ һөйөү нурына сумып үҫте. Балаға һөйөү йылыһы үҫемлеккә ҡояш нуры кеүек бит ул.


Хәзирәм бик аҡыллы әсәй булды. Балаларҙы икебеҙ ҙә ныҡ яраттыҡ. Тормошҡа иртә әҙерләй башланыҡ. Эшкә өйрәттек, әммә хеҙмәтте бер ваҡытта ла яза итмәнек, уны беҙ күңелгә ҡәнә­ғәтлек килтерә торған сара итеп өйрәттек. Үҙебеҙ менән бергә йөрөттөк, ҡыҙыҡ­һыныу уяттыҡ. Күрә лә, ҡайҙа мин эшләйем, тип үҙҙәре башлап тотона торғайны. Шунан инде белмәгәндәрен өйрәтәһең дә матур итеп тамамлап ҡуйыуҙарын талап итәһең. Шунан үҙ эштәренә үҙҙәрен һоҡландыраһың. Балалар янында аҙ булдым. Хәзирәм тәрбиәләне уларҙы. Дәрестәрен дә әҙерләтте, аш-һыуын да, кейемдәрен дә хәстәрләне. Балалар күрше ауылға йөрөп уҡыны. Ауылыбыҙҙа башланғыс мәктәп кенә ине. Ҡышҡы ҡыҫҡа көндәрҙә ҡараңғынан сығып китәләр. Хәзирә уларға кистән үк сыраҡ әҙерләп ҡуя. Оҙон таяҡ осона кәрәсингә мансылған йәки ыҫмалаланған сүбәк урай ҙа мәктәпкә сығып китер алдынан ғына тоҡандырып бирә. Иң алда барғаны юл яҡтыртып бара. Илау ҙа, мыжыу ҙа юҡ. Һәүетемсә, тыныс ҡына сығып китәләр. Хәзирә үҙе тыныс холоҡло, көләс йөҙлө булды. Кешелә нисек бар нәмә лә сама менән генә була икән, тип һоҡлана торғайным уға. Сама менән йәшәй белеү – аҡыл инде. Мин уның асыуланып, һөмһөрө ҡойолоп, балаларға асыулы ҡараш ташлап йөрө­гәнен белмәйем. Аҡыл менән йәшәне.
Умарталыҡ бик шәп ине. Балыбыҙ уңды. Ауылыбыҙ тәбиғәттең иң хозур урындарының береһендә урынлашҡайны шул. Ә өйөбөҙ урынын Хәзирәм һайланы. Туғай эсендә, ағастар араһында. Яҙ айҙарында тотош донъя сәскәгә, ҡоштар тауышына күмелә. Шул саҡтарҙа Хәзи­рәмдең бәхетле йөҙөн күреү үҙе кинәнес ине.
Балаларҙы ныҡ яратыу ғына түгел, барыһының да зауығын белә ине ул. Әле лә аптырайым. Баҙарҙан балаларға кейем алабыҙ ҙа юл буйы ҡысҡырып хыялланып ҡайта ине.
— Эй, Ильясым ҡыуаныр инде! Ул бит ҡыуанысын әллә ни һиҙҙертеп бармай. Йөҙө балҡып китә, теле менән өндәшмәй. Һин нисектер, мин уның уйлағандарын йөҙөнә ҡарап аңлайым. Яңы кейемде лә алған ыңғай кейеп бармай. Әллә ояла, әллә тартына. Булатым шатлығынан һирпелеп, беҙҙең яҡҡа ҡарап алыр ҙа, кейемен ҡосаҡлап, төпкө бүлмәгә йүгереп инеп китер. Тәлғәтем кейемен тотоп алыр ҙа иң элек китаптарын аҡтара башлар. Наиләм, үҙегеҙгә алмағас, мин дә кеймәйем, тип үпкәләп алыр. Үҙе, яңы кейеменә ҡыуанысын йәшерә алмай, һикереп төшөр. Нәфисәм баҫалҡы ғына йылмайып ҡуйыр. Фәниәм кейер-кеймәҫтән бейеп китер... Әнисәм, ҡояштай балҡып, йылмайып ҡарап торор.
Шулай ҡайтабыҙ баҙарҙан. Ауылға килеп ингәнсе һәр баланы күҙ алдына килтереп һөйләй ҙә улар өсөн иң элек үҙе ҡыуана. Ҡайтып ингәс, аптырап китә торғайным: балалар тап Хәзирәм һөй­ләгәнсә шатланырҙар ине яңы кейем­дәренә. Бына шулай яратты ул бала­ларҙы. Һәр береһенең холҡон белде, һәр береһен фиғеленә ҡарап тәрбиәләне.
Балаларыбыҙ ғаиләле булғас, яуаплылыҡ бермә-бер артты. Өлгөлө ҡайны булмаһаң, кейәүҙәргә талап ҡуйып булмай; үрнәк алырлыҡ бейем булмаһаң, килендәреңә аҡыл өйрәтеү икеле.
Әле бына иртә яҙҙан ауылға ҡайтам. Яңғыҙым ҡалдым. Иртә китте Хәзирәм. Йәшәрлеге бар ине әле. Һуғыш алды һаулығын. Ә балаларым алмаш-тилмәш килеп тора. Кейәүҙәр ҙә, килендәр ҙә үҙ балаларымдай яҡын. Ейән-ейәнсәрҙәр ҙә, бүлә-бүләсәрҙәр ҙә “ҡартатай” тип өҙөлөп тора. Рәхмәтлемен барыһына ла.
Йорт-ҡурала бөтөн нәмә лә Хәзирәм иҫән саҡтағыса. Бер генә нәмәне лә үҙгәртмәнем. Балалар ҙа быны белә. Кәрәк-яраҡты алып тотоналар ҙа урынына һалып та ҡуялар. Ишек алдындағы өҫтәлдәрҙе, урындыҡты, эскәмйәләрҙе Хәзирә теләгәнсә яһап ҡуйҙым. Әле бына умарталыҡтан ҡайтып киләм – ҡапҡа төбөнән үк ҡоймаҡ еҫе аңҡып тора. Хәзирәм иҫән саҡтағы кеүек. Иҫтәлектәр-хәтерләүҙәр менән йәшәйем. Тыуған төйәктә шулай: кеше олоғайғас, ошо ерҙә һаҡланған хәтирәләр йылыһы менән йәшәй.
Тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәнек. Шулай булмай: һуғыш тамуғын үтелде бит! Ниндәй ҡеүәтле ил, күпме яҙмыш ҡыйратылды. Ҡыйратылдыҡ, әммә һын­маныҡ. Шуға ла һуғыштан һуң колхозға етәкселек иткәндә, иң элек халыҡтың рухи көсөнә, эске дәртенә иҫәп тоттом.
1947 йылда бал ныҡ уңды. Халыҡ аҙыраҡ мандып ҡалды. Шуға ла 1948 йыл­дан 1949 йылға аяҡ баҫҡанда 52 градуслыҡ һыуыҡтарҙа бирешмәнек, малды ла теүәл алып сыҡтыҡ, үҙебеҙ ҙә имен булдыҡ. Халыҡ түҙем, әрһеҙ бит беҙ­ҙә. 1948 йылда беренсе тапҡыр һабантуй үткәрҙем. Халыҡ байрамы! Халыҡтың ҡыуанысы! Колхоздарҙы берләштереп, совхоз ойоштороп ебәргәс­тәр, агрономлыҡҡа уҡып ҡайттым. Ең һыҙғанып тотондом был эшкә. Картуф уңышын ике тапҡырға арттырыуға өлгәш­тем. 1963 йылда умарталыҡҡа ҡуйҙылар. Хәзирәм менән икәүләшеп эшләнек. СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнашып, алтын, көмөш, бронза миҙалдар алып ҡайттым. Етмеш йәшемә тиклем эшләнем умартасы булып. Эшләһәң, эш ҡарышмай. Нимәгә тотонһаң да яратып башҡарырға кәрәк. Эш күңел һалғанды тоя ул. Бал ҡорт­тарын яраттым. Улар ҙа мине яратты. Мин уларҙы баҡтым, улар миңә күпме һаулыҡ бирҙе. Ғаиләлә ялҡаулыҡҡа беҙ иң беренсе дошманыбыҙ тип ҡараныҡ. Бал ҡорттары кеүек булдыҡ: эшсәнлектә лә, татыулыҡта ла уларҙан өйрәндек. Уларҙан “аҡыл” алдыҡ. Улар бит бер-береһен тойоп аңлай. Бал ҡорттарын тәбиғи йәшәү шарттарынан айырмаҫҡа тырышам, таҙа тотам, кәрәк-кәрәкмәгәнгә борсомайым. Беҙ ҙә Хәзирә менән ярты һүҙҙән аңлаштыҡ. Күп ваҡыт хатта ҡарашыбыҙ, ым-ишарабыҙ менән дә аңлаша инек. Бер һүҙҙе ике тапҡыр әйттермәне ул. Балаларҙы ла шулай өйрәткән. Бөгөнгәсә дауам иткән күңел йылылығы Хәзирәмдең тәрбиәһенән килә. Үҙенең күңеле нескә булды. Тәбиғәт яратты. Ҡош тауыштарын иҫтәре китеп тыңлай торғайны. Умарталыҡҡа барһаҡ, ҡайһы ҡоштоң ҡайһы урында матурыраҡ һайрағанын әйтеп аптырата торғайны. Тәбиғәт яратҡан кешенең күңеле лә матур була икән. Мин уны бәхетле йәшәтә алдым. Үҙе шулай тине. Шуға үҙемде лә бә­хетле тоям. Хоҙай алдында бер генә гонаһы ла булмағандыр – теләктәре ҡабул була торғайны. Хатта үлеме лә үҙе теләгәнсә ҡапыл ғына килде; кеше ыҙала­май, кеше ҡулында ҡалмай ғына китһәм ярар ине, ти торғайны. Һыйыр һауып ул­тыр­ған ерҙә генә башына ҡан һауып йы­ғылды ла ҡуйҙы. Күҙ менән ҡаш араһында.
...Башҡорт Бөркөтө тигән ауылды бөтөрҙөләр. Ни өсөн? Әйтә алмайым. Мәктәбе менән магазинын япһалар, ауыл бөтә. Эште шунан башланылар. Ошо ерҙәрҙе биләп торған бәләкәй генә колхоз илгә күпме иген, картуф, бал бирә ине! Ере уңдырышлы, йылға буйы, ике яҡтан килеп ҡушылған шишмәләрҙән туйынған Оҙон шишмә һыуы шифалы. Халыҡ эш­сән, дәртле. Өй һайын алтауҙан да кәм булманы балалар һаны. Ауыл йәштәре төркөм-төркөм булып киске уйындарға сыға ине. Уйын бит кешене берләштерә, татыулаштыра. Шуға халыҡ татыу булғандыр. Туған кеүек инек бер-беребеҙ менән. Татыу, бер-береңдең хәленә инеп йәшәү – күңел көрлөгө, сәлә­мәтлек бит ул. Рухы сәләмәт кеше физик яҡтан да һау була. Күңел донъяһы ҡыйралдымы – кешенең эшкә барымы булмай.
Ауылдың өлкән кешеләрендә тормош тәжрибәһе, аҡыл тупланған. Тырым-тырағай таратылған ауылдар менән ҡуша тотош тәрбиә мәктәбе лә юғала.
Хәзирә Вәли ҡыҙы менән Рәфҡәт Закир улының ете балаһы һәр береһе үҙаллы ғаилә ҡороп, атай-әсәйҙәренән алған бай тәжрибәгә таянып һынатмай йәшәй. Уларҙың башҡаларға өлгө булыр бер үҙенсәлекле шәжәрә-альбомдары бар. Был альбом ҡулдан-ҡулға, йәғни ғаиләнән-ғаиләгә күсә. Юбилейҙарҙы билдәләгән саҡта тапшырыла һәм алдағы юбилейға тиклем унда һаҡлана. Күсмә Ҡыҙыл альбом тип атала ул. Альбом тыуған йорт һүрәте, атай-әсәй фотоһы менән башланып, һәр ете баланың 50 йә­ше тулған көнө уның тураһында мәғлүмәттәр тупланып, теләктәр яҙылып тапшырыла барған. Иң баш бала Иль­ястың юбилейына 1997 йылдың 15 майында башлап тапшырылған был альбом, сәйәхәтен 2010 йылда тамамлап, Фәниәлә һаҡла­на. Альбом­да­ғы фото­ларға ҡарап һәр бе­ре­һенең тормош юлын бай­ҡап булһа, те­ләк һүҙҙә­ренең иң матур­ҙа­ры­на ла­йыҡ булыу өсөн ту­ған­дар алдында яуаплы­лыҡ та тойола.

Рубриканы Мәрйәм БУРАҠАЕВА
алып бара.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 770

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872