Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Эх, виртуаль донъя!..
Эх, виртуаль донъя!.. Интернет... Әле бер нисә йыл элек кенә был һүҙ күптәр өсөн ят, хатта кәрәкмәгән төшөнсә ине. Хәҙер инде интернет ауына йәштәр генә түгел, ололар ҙа, хатта балалар ҙа ныҡлап эләгә.
Бер яҡтан, кәрәкле мәғлүмәт, электрон китаптар, яратҡан фильм­дар, иң “эҫе” яңылыҡтар иле ул. Икенсе яҡтан, күҙҙәрен асыу менән виртуаль донъяға инеп, кис еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалған әҙәм балаларының күбә­йеүе кеше­лектең яңылыш юлдан киткәненә ишара түгелме?
Виртуаль донъяны яман уйлы кешеләр ҙә оҫта файҙалана. Хәҙер танышыу сайттары бик күп. Виртуаль мөхәббәт кешене нин­дәй генә аҙымға этәрмәй! Интернет аша үҙенең “ғүмерлек” мөхәб­бәтен табып һемәйеп ҡалғандар аҙмы ни? Компьютеры аша “була­саҡ” тормош юлдашының фото­һүрәтен ҡарап, осрашыуға өмөт итеп хыялланғандар ҙа бихисап. Мөхәббәт ауына эләккән хыялый бәндә ҡорбанға әүерелә. “Яныңа килеп етер инем, аҡсам юҡ”, “Поезға билет алғайным да, әсәйем (атайым) ауырып китте, ашығыс рәүештә аҡса талап ителә” тигән смс-хәбәрҙәр ҙә аптыратмай уларҙы. Киреһенсә, йәһәтләп, кәрәкле суммалағы аҡса йыйыла һәм ебәрелә. Шуның менән мөхәббәткә лә нөктә ҡуйы­ла. Көн һайын илерткес смс-тар яҙған “һөйгәне” лә юҡҡа сыға.
Банк карточкаларының уңай­лы­лығын һәр кем аңлай. Шул уҡ ваҡытта уны ҡулланғанда бик һаҡ булырға кәрәк. “Бәйләнештә” сел­тәре аша алданған ҡыҙҙың миҫа­лында ҡарарға була быны. “Cайтта кемдер музыка тыңлай, бәғзеләр уйнай, өсөнсөләр бар ил буйынса үҙенә “дуҫтар” туплай. Был һүҙҙе тырнаҡ эсенә алыуым осраҡлы түгел. Ысынлап та, бер ҡасан да күрмәгән-белмәгән кешеләр һәр кемдең тиерлек “Бәйләнештә”ге дуҫтар исемле­гендә бар. Бында шундай “дуҫ”тың береһе ике әхирәтте оҫта итеп алдай. Егет уларҙың береһенең исеменән икенсеһе менән смс-тар яҙыша. Һуңынан: “Миңә ашы­ғыс рәүештә аҡса кәрәк ине”, – тип үҙенең банк карточкаһының һандарын яҙып ебәрә. Әхирәтенә ярҙам итергә ашыҡҡан изге йән шунда уҡ аҡса күсерә. Тик һуңы­нан барыһы ла алдаҡ икәнлеге асыҡлана. Ҡыҙҙар аптырауға ҡала, шулай ҙа юғалып ҡалмай хоҡуҡ һаҡсыларына мөрәжәғәт итә. Ентекле тикшереү башлана. Һөҙөмтәлә аҡсаның бөтөнләй сит кешегә, икенсе республикаға ебәрелеүе асыҡлана.
Хөкөм ителеүсе үҙенең ғәйебен тулыһынса танып, ҡыҙға аҡсаһын ҡайтарып бирҙе. Ул шартлы рә­үеш­тә иректән мәхрүм ителде.
Был виртуаль донъя аша килеп ингән беренсе һәм һуңғы енәйәт түгел, әлбиттә. Интернеттан бө­төн­ләй баш тартып та булмай (заманаһы шул), тик уны ҡулла­нырға өйрәнергә кәрәк. Дуҫта­рығыҙҙың береһе тик смс-хәбәр менән генә ярҙам һорай икән, уға шылтыратып, хәлде асыҡларға була. Ул яуап бирмәһә, яҡын­дарына мөрәжәғәт итергә. Шулай уҡ банк карточкағыҙҙың һандарын бер кемгә лә ебәрергә ярамай, сөнки сит өлкәлә генә түгел, ә сит илдә ултырып та иҫәбегеҙҙәге аҡсағыҙҙы тулыһынса урлауҙары бар. Бына шулай: замана техно­логияларының алға китеүенә ҡыуаныу көйөнөстәр менән бергә үрелеп бара. Тимәк, үҙебеҙгә һаҡ булырға, Интернет аша аралашыу мәҙәниәтенә эйә булырға һәм, әлбиттә, балаларҙы ла виртуаль донъяның нескәлектәренә өйрәтергә кәрәк.


Автор: Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә