Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Их, быймаһы ла быймаһы…
Их, быймаһы ла быймаһы… Ҡышҡы һыуыҡтарҙа быйма – алмаштырғыһыҙ аяҡ кейеме. Уны тәү сиратта ауылда йәшәгән төрлө йәштәгеләр үҙ итһә лә, йомшаҡ йылыҡастарҙан ҡаланыҡылар ҙа баш тартмай. Предприятиелар ағымға ҡуйып етештергән ошо аяҡ кейеме йыл әйләнәһенә тиерлек һатыуҙа өҙөлмәһә лә, күптәр урындағы оҫталарҙың ҡулдан баҫҡан быймаһына өҫтөнлөк бирә. Һөнәрмәндәр башлыса үҙ эшен яратып башҡара һәм, халыҡ әйтеүенсә, “быймаға күңел йылыһын да ҡушып һала”. Теләш ауылында йәшәгән Ринат Тәҡиуллин — нәҡ шундайҙарҙың береһе.


Башҡа шөғөлдәренә өҫтәп, сифатлы аяҡ кейеме баҫыуҙы ла ныҡлап үҙләштергән был оҫтаны үҙ яҡтарында ғына түгел, республиканың төньяҡ-көнсығышындағы башҡа райондарҙа ла, күрше Свердловск һәм Силәбе өлкәләрендә лә яҡшы беләләр. Ҡайһы бер йылдарҙа ҡырҡ градустан артҡан сатлама һыуыҡтары, мул ҡарлы һәм оҙайлы ҡыштары менән билдәле был төбәктә йәшәгәндәрҙең күптәре нәҡ Ринат Нурулла улының быймаларын хуп күрә. Йомшаҡ, йылы һәм уңайлы булғаны өсөн олоһо ла, кесеһе лә уларҙы яратып кейә.
— Быйма баҫырға уҙған быуат аҙағында был һөнәр эйәһе Сәлим ағай Йомаҙиловтан өйрәндем, — ти оҫта. – 1997 йылдан, ҡулдар күнегеп китеп, үҙем ярайһы ғына таһыл­ланып алғас, ошо шөғөлгә ныҡлап тотондом. Халыҡ өсөн бик тә кәрәкле кәсеп бит. Башта туған-тыумасаға, таныш-белештәргә йүнлә­һәм, тиҙҙән заказдар килә башланы, хәҙер баҙарға сығарырға ла әҙерләйем…
Көнөнә өсәр пар быйма баҫа һөнәрмән, бер миҙгелгә хеҙмәт емеше байтаҡ парға етә. Ҡышҡы аяҡ кейемен һораусылар кәме­мәй, киреһенсә, йылдан-йыл арта бара. “Их, быймаһы ла быймаһы!” тигән маҡтау һүҙҙәрен даими ишетә ул.
Йылы һәм уңайлы быйманы кейеүе генә рәхәт, ул әҙер булғансы бихисап мәшәҡәтте хәл итергә кәрәк. Талаптарҙы еренә еткереп, оҫта бар эште тулыһынса үҙе башҡара. Һарыҡтың көҙгө йөнөн халыҡтан йыйыу, уны күрше Балаҡатай районының Ямаш ауылына алып барып, махсус машина ярҙамында теттереп алыуҙы Тәҡиуллиндар ғаиләһе бергәләп хәл итә. Хужаның үҙенән башлап, барыһы ла быны күңел биреп үтәй.
“Ошо кәсеп менән генә ғаиләһен туйҙы­рамы икән был абзый?” кеүегерәк һорауҙарға “егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигән тапҡыр һүҙҙәр кинәйәле яуап була. Ринат Тәҡиуллиндың башҡа кәсеп-шөғөлдәре алда һөйләнелгәнгә туранан-тура бәйләнмәһә лә, быны тулыраҡ күҙ алдына килтереү өсөн уларҙы мотлаҡ һанап китеү зарур: ир-уҙаман өс тиҫтә йылға яҡын инде ауылдаштарына төрлө тәғәйенләнештәге мейес сығара, ишле генә бал ҡорто тотоп, өҫтәлен татлы һәм файҙалы ризыҡ менән тулыландыра. Иң мөһиме — һаналғандарҙың барыһын да Ринат Нурулла улы үҙенең төп вазифа­һынан, йәғни дәүләт эшенән, бушаған ваҡытта башҡара.
2000 йылдан, мәҙәниәт йорто директоры булараҡ, замандашыбыҙ тәү сиратта ауылдаштары өсөн төрлө саралар ойоштороп ҡына ҡалмай, сәхнә түренә лә сыға. Күптәрҙе әсир итеп, ваҡытына ҡарап йә дәртле, йә моңло йырҙарын һуҙа, хәл алырға ла туҡтап тормай, гармунын һайрата башлай…





Автор: Рәмзилә ИШТУҒАНОВА. Район: Мәсетле районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров баш табиптарға 21 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле асҡысын тапшырҙы
Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 1

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә