Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ул бөгөн дә минең янда кеүек, ул әле лә хәтерҙә”
“Ул бөгөн дә минең янда кеүек, ул әле лә хәтерҙә” Һәр бер бөйөк ир артында бөйөк ҡатын-ҡыҙ тора, ти инглиз әйтеме. Ысынлап та, үҙебеҙ белгән шәхестәр яҙмышына күҙ һалайыҡ әле: һәр кемеһенең тормошта юғары бейеклектәргә үрләүендә хәләл ефетенең өлөшө ҙур. Улар, тоғро юлдаш булып, ғүмер буйы ирҙәре йәнәшәһенән бара, һуңынан да рухтарына хыянат итмәй, эштәрен дауам итә.
Бөгөн асылған яңы рубрикабыҙ – “Аҫыл ҡатындар” – тап ошондай гүзәл зат вәкилдәре менән
даими таныштырып барасаҡ.


Улар – беҙҙең замандаштарыбыҙ. Улар ғорур ҡаялай ирҙәренең яҡты рухына тоғро ҡалып, бөгөн дә хәләлдәрен тереләй тойоп, уларҙың фиҙакәрлеген үҙ яҙмыштарында дауам итә. Берсә һоҡланып, берсә ғорурланып, берсә күҙ йәштәре аша ҡарайым мин был апайҙарға. Һоҡланам, сөнки милләтебеҙҙең аҫыл ир-егеттәренә терәк булып, рухиәт ҡеүәтен арттырыуға үҙ өлөштәрен индергәндәр. Ғорурланам, борон замандарҙағы кеүек үк, бөгөн дә Йәнтүрәнең бисәһеләй, хәләлдәре артынан эйәреп, ысын башҡорт ҡатыны образын тыуҙырған гүзәл заттар бар. Күҙ йәштәре аша бағам… Быныһын үҙем дә аңлатып бөтә алмайым: әллә шундай апайҙар булыу шатлығынан? Әллә шундай ағайҙарҙың яҡты донъянан иртә китеп, беҙҙе тәрән һағыштарға батырғанына асырғаныуым? Әллә ошо яҡты сырайлы апайҙар йөҙөндә ағайҙарҙың да һыҙатын сырамытып, күҙгә йәш эркеләме?..
Ошо уңайҙан “Аҫыл ҡатындар” рубрикаһын ойошторорға йөрьәт иттек. Һаҡ ҡына ҡағылабыҙ хәтирәләргә. Хәйер, аҡыллы, зирәк зиһенле апайҙар үҙҙәре һөйләр барыһын… “Яҙыусы ҡатынынан ғына түгел, тол ҡатынынан да уңырға тейеш” тигән, бәлки, ниндәйҙер кимәлдә ҡаты әйтелгән фекерҙе уҡып, бер мәл һиҫкәнеп киткәйнем. Ә бит бында тәрән фекер, хатта хәҡиҡәт ята. Ижадсының асылын аңлаған, уның халыҡ хеҙмәтсеһе икәнен таныған хәләл ефеттәр, Аллаға шөкөр, бар арабыҙҙа. Әммә шул уҡ ваҡытта ағайҙарҙың ҡулъяҙмаларын юҡ иткән, дуҫтары менән аралашыуын сикләгән, китаптарын яндырған ханымдар ҙа булған. Һүҙебеҙ ул хаҡта түгел. Киреһенсә, киткән ирҙәренә тере һәйкәл булып йәшәгәндәр тураһында.
Хәйер, нисек кенә булмаһын, ошо яҡты донъяла артабан атлар көс табып, ирҙәренең ижади багажын тағы ла арттырыу маҡсатынан яҡты ғәмәлдәр башҡарып фанилыҡтан апайҙар атлай. Уларҙың фиҙакәрлегенә битараф булыу мөмкинме ни?
Тәүге әңгәмәсебеҙ – гәзитебеҙҙең әүҙем авторы, китапхана эше белгесе, үҙе бер нисә китап сығарған Миңниса Баһуманова. Аҫыл ҡәләм оҫтаһы Аҫылғужа Баһуманов менән улар матур ғүмер кисергән. Ошолар, заман, ҡәләмдәштәр, үҙ-ара мөнәсәбәт хаҡында булыр һөйләшеүебеҙ.

“Ул бөгөн дә минең янда кеүек, ул әле лә хәтерҙә”– Миңниса апай, ниндәй кеше ине Аҫылғужа ағай?
– Аҫылғужа хаҡында асыҡтан-асыҡ бик күп һөйләнелде, матбуғат биттәрендә лә мәҡәләләрем-иҫтәлектәрем баҫылды, радио-телевидение журналистары ла уның тураһында әңгәмә ҡорҙо. Иремдең яҡты рухын телдәренән төшөрмәйҙәр. Рәхмәт уларға! Үткәндәрҙе ҡайтарып булмай, тиҙәр. Дөрөҫ түгел. Тап беҙҙең хәтер аша улар беҙҙең арала йәшәй. Аҫылғужаның был донъяны ҡалдырып киткәненә ун бер йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, уның менән ҡорған тормошобоҙ бөтә йылылығы менән һаман да күңел түремдә һаҡлана. “Уҙған ғүмер, ҡалған хәтер, һатып алам тиһәң дә, табылмай” тип йырлаған халҡыбыҙ. Хәтеребеҙ юҡҡа сығыуҙан йәки хәтерем ҡалыуҙан мин ҡурҡам. Тап беҙҙең йөрәк, зиһен аша башҡалар күңеленә лә һеңеп ҡала бит шәхестәребеҙҙең исем-шәрифтәре, шунлыҡтан үҙем иҫән, хәтерем яҡшы саҡта күңел байлығым менән уртаҡлашам.
Аҫылғужаның ниндәй кеше икәнлеген иптәштәре бик яҡшы иҫбатланы, быны ҡабатлауҙы кәрәк тип тапмайым. Ғаиләбеҙҙә ул барыбыҙ өсөн дә ныҡлы терәк, ҡайғылы саҡтарҙа таяныс булды, быны үҙе юҡта бигерәк ныҡ аңланыҡ. Ә шатлыҡлы ваҡыт­тарҙа аяғың аҫтындағы ерҙе, эшеңдең ауырлығын тоймаҫлыҡ бәхетле минут­тарҙы кисертер энергетикалы ғәйәт көслө ир – йорт хужаһы булды. Яңыраҡ ҡына аҡса, асҡыс, ҡулъяулыҡ һыймалы ғүмер буйы ҡулымда йөрөткән сумкамдың боҙолған ҡаптырмаһын йүнәтте­рергә бирергә уйлағайным, ҡыҙым: “Етәр инде, әсәй, күп йөрөттөң, Айлинәгә уйнатырға бир ҙә ҡуй”, – тине. Уйлап ҡараһам, уны алғанға өс тиҫтә йыл ваҡыт үткән икән. “Мин атайың менән йәшәгәндә, баҙар сумкаһы аҫып, магазиндан магазинға аҙыҡ артынан сабып йөрөмәнем шул, ҡулымда һәр ваҡыт ошо сумкам булды”, тигәйнем, ҡыҙым: “Һин бәхетле йәшәнең, әсәй”, – тине.
– Һеҙгә мөнәсәбәте хаҡын­да ни тиерһегеҙ?
– Иҫләй китһәң, мин көнкүреш ваҡ­лыҡтарына батманым, фатир, мәктәп, балалар баҡсаһы сығымдарын бер ҡасан да түләмәнем, Аҫылғужа бөтә иҫәп-хисапты үҙе алып барҙы. Ирҙең килтергән эш хаҡын һанап ултырырға ла тура килмәне, сөнки бер аҙналыҡ ризыҡты үҙе ташып ҡуйыр ине. Тегегә кәрәк, быға кәрәк булғанда, тиҙ генә берәй мәҡәлә яҙып ташлай ҙа гонорарын алып ҡайта. Аҙыҡ-түлек магазины беҙ йәшәгән йорттоң беренсе ҡатында булғас, икмәк-һөт алырға бәләкәйҙән улым Айбулатты өйрәттек.
Донъя көтөр өсөн ирем шул тиклем ышаныслы булды. Аҡсаһын кеҫәһенә һалып, миңә тинләп бүлеп торманы, тотонолғандан ҡалғаны сервантта ятты. Һуңғы йылдарҙа донъялар үҙгәргәс (ә ул үҙгәрештәр заманын ҡабул итмәне), яйлап бурысҡа ала башлағайны, мин дә үҙгәреүгә баш борғанмындыр, күрәһең, тәү тапҡыр уны аҡса өсөн ныҡ ҡына әрләнем: “Һин ир башың менән теләнселәп йөрөйһөңмө, дәрәжә төшөрөп. Ҡул-аяғың иҫән, башың бар, эшлә лә тап. Кәрәк икән, үҙем һорармын”, – тинем. Бурысҡа аҡса биреп торған нәшриәт ҡыҙҙарының исемен миңә әйтер ине. “Ирҙәргә эсер өсөн аҡса бирмәгеҙ, ҡыҙҙар”, – тип әйткәнем дә булды. Тормош булғас, гел ал да гөл булмай һәм гел генә “яратам” тип үпәсләп тә тормайһың. Ул – мине, мин уны тәрбиәләгәнбеҙҙер инде.
Мине ике апайым бик яҡшы ҡараны. Студент ваҡытта Яңы Куйбышев ҡала­һында эшләп йөрөгән Фәниә апайым бөтә кейем-һалымды үҙенә һәм миңә ала торғайны. “Совет Башҡор­тостаны” гәзите редакцияһынан “Строительная” туҡталы­шын­дағы биш ҡатлы йорттан Аҫылғужаға ике бүлмәле фатир бирҙеләр. Өлкән апайым Әҙриә, бер нисә тапҡыр килеп, миңә бөтә өй йыһаздарын һатып алып ултыртты. Үҙем балаларымды ҡараған, уҡытҡан ваҡытта мамыҡ шәл бәйләнем. Тигеҙ бәйләйһең тип, апайҙар шәлдең уртаһын миңә тотторҙолар. Бәйләп бөтәм дә ауылға ҡайтарам. Ситтәрен Әҙриә апайым үҙе бәйләп бөтөп, уртаға беркетеп, һатыу юлын хәстәрләй. Бына шулай бер ҙә ҡул ҡаушырып ултырылманы. Беҙҙең заманда хәҙерге кер йыуыу машиналары, памперстар булманы, күмер үтек ине. Барыһы ла ҡул көсө менән атҡарылды, керҙе оло бактарҙа ҡайнатабыҙ, синька менән саябыҙ, түшәк япмаларын крахмаллап үтекләйбеҙ.
Аҫылғужа мөмкин тиклем миңә ярҙам итергә тырышты, улым менән ҡыҙымды етәкләп алыр ҙа ҡайҙа ла артынан эйәртеп йөрөтөр ине. Шуның өсөн ҡатын-ҡыҙҙың тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эшен тиҙ генә икәүләп эшләп ҡуябыҙ ҙа бергәләп ял итергә форсат таба торғайныҡ.
Белгән шикелле, мәрхүм булырынан алдағы йылдарҙа баҡсабыҙҙа гел генә: “Миңниса, әйҙә, урманды бер айҡап йөрөп киләйек әле. Мин үлһәм, кем һине тәбиғәт ҡосағына алып сығыр ҙа кем һине ҡарап йөрөтөр”, – тип йәнгә тейҙе. “Тәгәрәремде белһәм, һалам түшәр инем”, – тигән берәү. Мин дә, шуның шикелле, Аҫылғу­жаның беҙҙе ҡалдырып китерен әҙ генә тойһам да, ул саҡтарҙың һәр секундының ҡәҙерен белер инем. Ул иҫ киткес хәтерле кеше ине. Уның менән һөйләшеп, тирә-яҡты ҡыҙырып йөрөп ҡайтыу үҙе бер мөғжизә, тормош китабын асыу булды. Яттан шиғырҙар һөйләй, ҡошо-ҡорто, үләне ҡалмай тигәндәй. Тарих менән әҙәбиәтте иләк аша үткәрәбеҙ. Юл ыңғайы мунсалыҡ миндек бәйләнә, тупһа йә урам һеперерлек һепертке әҙерләнә, сәйгә һалырға дарыу үләндәре йыйыла, ҡайһы бер ят, һирәк сәскәләрҙе баҡсабыҙға күсереп ултыртабыҙ, йәнәһе, тәрбиәле ерҙә нәҫеле күбәйһен…
Шул тиклем тәбиғәтте яратты: ҡайҙа барһаҡ, шунда матур урындарҙы бер әйләнеп ҡарап килергә ынтылды ла торҙо. “Һин минең ҡатыным ғына түгел, иптәшем дә, һөйәркәм дә”, – ти торғайны. Шулай­ҙыр, сөнки мине үҙенән яҡшыраҡ кейендерергә тырышты, төрлө кисәләргә барыр алдынан мотлаҡ өйгә ҡайтып өҫ-башымды алмаштырып, һыланып-һыйпанып килеүемде талап итте. “Кемдең бисәһе – шуның бисәһе”, – тине лә ҡалды. Ригала бик оҙон сират тороп, миңә бейек үксәле, оҙон ҡуныслы итек, Мәскәүҙән Айбулат улыма Өфөлә әле бер кем кеймәгән “дутый” куртка алып ҡайтты. Баш ҡалаға икенсе барғанында ҡыҙыма бик ҡупшы зәңгәр күлдәк һатып алғайны, уны туған­дарымдың балалары ла яратып кейҙе. Өфөлә бер заман ҡатын-ҡыҙҙар дубленка кейә башланы. Аҫылғужа ҡарап-ҡыҙығып йөрөгәндер инде, иҫке универмагта һатып алған да миңә кейҙереп ҡаратырға китапханаға тотоп килде.
Мин ирем менән тормошто яратып йәшәнем, һәр көнөмдө ҡыуанып ҡаршы алдым, уның менән һөйләшеп таң аттырған саҡтарым йыш була торғайны. Уға таянып, Мәскәү, Ленинград ҡалала­рында берәр ай белемемде камиллаш­тырҙым, эшемдә үҫеп, кеше араһында билдәлелек яуланым. Уйлап ҡараһаң, ҡайһы ир ике сабыйын ҡосағына алып, йәш кенә бисәһен ситтә айлап уҡыта ала?! Беҙ бер-беребеҙгә шул тиклем ышанып ҡараныҡ, хәҙер килеп үҙем ғәжәпләнәм, нисек улай булдырҙыҡ икән, тип. Өлкән апайым әйтмешләй, беребеҙ “А” тигәндә, икенсебеҙ “Б” тип йәшәгәнбеҙ, күрәһең.
– Ижад кешеһенең хәләле булыу һеҙҙе ниндәй һынауҙар алдына ҡуйҙы?
– Был ныҡ яуаплылыҡ тойоп йәшәргә мәжбүр итә. Уның ижадын мотлаҡ белеү кәрәк, сөнки уны таныу – рухиәтеңде образлы сағыл­дырыу, тип аңлайым. Яҙыусыны белгең килһә, уның китабын уҡы, тиҙәр. Унан бер иреңдең китабы менән генә әҙәбиәт, ҡәләм­дәштәре, мәҙәниәт тураһында фекер йөрөтөү мөмкин түгел. Мин уға ҡарап күп нимәне аңларға, кешеләрҙе танып белергә, үҙ өҫтөмдә эшләргә өйрәндем, мөмкин тиклем уға фекерҙәш булырға тырыштым. Юҡһа, беҙгә, ауыл балаларына, донъя ал да гөл һымаҡ күренә ине бит башта. Ирҙең яҙыусы булырға теләүе баштан уҡ төрлө ҡаршылыҡтарға осраны. Тура һүҙле, аныҡ фекерле, ҡыйыу, аң-белемле булыуы арҡаһында түрә һәм уларҙың ялсыларына яраманы. Тикшереп-барлап ҡына торҙолар, анонимка­ларҙың иҫәбе-һаны юҡ, үҙҙәре ҡунаҡ итеп, башҡа берәү ҡулы менән айныт­ҡысҡа оҙатыусылар ҙа табылды. Иремдең керһеҙ күңелен, эрудицияһын белгәнгә күрә, уның өсөн һәр ваҡыт ҡалҡан булып торҙом. Һуңғы йылдарҙа Аҫылғужа ха­ҡында иҫтәлектәре менән уртаҡла­шыуҙарын һораған саҡта, ҡайһы бер ҡәләм­дәштәренең һаман да, синекуранан айырылып, нимәлер әйтеп ҡуйыуҙан ҡурҡыуын тойҙом. Ниндәй роман ҡалдырҙы бит! Үҙен башҡорт һанаған һәр кеше уны – ысын тарихыбыҙҙы уҡырға, баһа­ларға тейеш ине, минеңсә. Күпме бер әсмуха сәйгә алданып, тарихыбыҙҙан баш тартып йәшәргә була! Аҫылғужаға ошо өлкәлә мәңгелек табу һалынды. Ирем бай тарихы­быҙҙы уҡыусының матур әҙәбиәт аша өйрәнеүен теләне. Бөйөк яҙыусылар Михаил Шолохов, Александр Дюма кеүек тарихи роман-эпопея яҙырға хыялланды. Тәүге китабын ҡулына алған уҡыусы үҙе күрер быны.
Мин баймаҡтарға рәхмәт­­лемен. Бер нимәгә ҡарамай иремде күтәреп алдылар, исемен мәңге­ләштерҙеләр. Аҫылғужа иҫән сағында шуны оло бәхет һананы. Ул яҡташ­тарының күңел йылыһын тойоп йәшәне.
“Ул бөгөн дә минең янда кеүек, ул әле лә хәтерҙә”– Уның тураһындағы иң яҡты хәтирәгеҙ?
– Иремдең мин үҙе белеп донъя көтөүен, ваҡиғаларҙы тәрән анализлай алыуын, энциклопедик белемен, дуҫта­рына тоғро булыуын, халыҡҡа дөрөҫ йүнәлеш бирерлек аныҡ фекерле, дөрөҫ эшкә баҙнатлы, донъям тотҡаһы булыуын бик ныҡ хөрмәт иттем. Ул бар ерҙә йорт ихаталары шаулап торҙо бит. Шул саҡтарҙа мин уны ҡеүәтләп, ләззәтле тойғолар кисерҙем. Тормошта яҙыусы миллиондарҙың Кеше булыуын, һәр ваҡыт хәтерҙәренә төшөрөп, тәҡрарлап торорға тейеш. Кеше кеше булып ҡалырға бурыслы, юғиһә өнһөҙ һарыҡҡа әүерелеүе бар. Ҡайҙа ҡара көс хөкөм һөрә, шунда намыҫтың булыуы мөмкин түгел. Аҫылғужа быны үҙ елкәһендә кисерҙе.
– Ҡайһы яғын өнәп етмәй инегеҙ?
– Үҙенә ҡарата яманлыҡ ҡылғандарҙы ғәфү итеүе минең йәнгә тейә торғайны. Мин, асылда, ундай кешене тормошомдан бөтөнләй һыҙып ташлайым. Был яҡҡа минең күңелем ҡаты. Ағайым пенсияға сыҡҡас, һөйләшергә кеше тапмай интекте. Урамдағы эскәмйәгә сыҡ та ултыр, гәпләшергә, моғайын, береһе табылыр, тиһәң, иркенләп һөйләшеп ултырыр өсөн эсергә кәрәк бит, тип зар­ланды. Яңғыҙлыҡтан кеше аралашыуға мохтаж­лыҡ кисерә, араҡы эсеүҙе яратҡандан ғына түгел. Аҫылғужа ла һуңғы йылдарҙа фекерҙәш тапмай интекте, сөнки һәр кем үҙен физик яҡтан һаҡлап алып ҡалыр өсөн үҙ ҡабырсағына бикләнде лә йомолдо, тынысыраҡ эшкә күсте. Нәшриәттә башлыса ҡатын-ҡыҙ ғына тороп ҡалды.
Унан ҡайһы бер саҡта сиктән сығып ҡыҙған һәм дөрөҫ булһа ла әйтмәҫ һүҙҙәрҙе ысҡындырған саҡтарын оҡшатманым. “Беҙ халыҡ аҡсаһына белем алған кешеләр, беҙ әйтмәһәк, кем әйтә”, – ти ҙә ҡуя, дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ.
– Балаларығыҙға ҡарата ниндәй мөнәсәбәттә булды?
– Балалар уның өсөн донъяла иң ҡәҙерлеһе булды. Тәрбиә­ләгәндә, уҡыт­ҡанда, бөтә мәсьәләләрҙе алдан уйлап хәл итте. Ҡайһы мәктәпкә бара, ниндәй уҡытыусыға эләгә – барыһы ла уның тарафынан логик яҡтан дөрөҫ билдәләнде. Юғары уҡыу йорттарын ғына балалар үҙҙәре һайланы. Күп итеп китап уҡырға, тәрән белем алырға уларға атаһы үрнәк булды. Әммә бер ваҡытта ла хәстәрлек тойғоһо менән балаларҙы ҡурсалап, улар урынына үҙе уҡыуға юллап йә башҡа ауырлыҡтарҙан аяп йөрөмәне. Балалар йөҙөбөҙҙө ҡыҙартманы, яҡшы уҡынылар, үҙ һөнәрҙәрен үҙҙәре һайланы. Айбулат улының шиғырҙарын ҡарап, төҙәтеп Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының шиғриәт секцияһы аша үткәрмәгәненә бик ныҡ үпкәләп тә йөрөнөм. Уның ҡарашынса, балалар үҙ көстәре менән юл ярырға тейеш, ә мин “Ватандаш” журналында эшлә­гәндә, яҙыусыларҙың яҙыу һәләтен ҡулъяҙ­малары аша аныҡ тойғайным инде. Һәләтле мөхәррирҙәрҙең кәңәше йә ҡул тығыуы арҡаһында шымартылған әҫәрҙәрҙе лә күрергә тура килде. Улымдың шиғырҙарын урыҫ телендә яҙыуы, бәлки, оҡшамағандыр. Аҫылғужа бер ниндәй яуап бирмәне.
– Ниндәй үкенесе ҡалды?
– Үкенесе шул: романын баһала­манылар. Нисектер баҙнат итеп (бәлки, минең игәүем йоғонтоһондалыр) Салауат Юлаев орденын һораған икән. “Үҙем өсөн түгел, Салауатыбыҙ өсөн һорайым”, – тине. Ә беҙҙең башҡорттар ҡыуаҡ аҫтында боҫоп ятып ҡалды, шуның менән Аҫылғужаны түгел, батыры­быҙҙың рухын, әҙәбиә­тебеҙҙе кәмһетте. Иремдең үҙе генә түгел, уның романы ла кәрәкмәй һымаҡ килеп сыҡты. Роман журнал варианты түгел ине бит. Яҙыусының йәшәргә өмөтөн һүндерҙе был хәл, ғүмерен ҡыҫҡартты.
– Сая рухлы Аҫылғужа ағайҙы, нисек уйлайһығыҙ, замандаштары аңланымы икән? Дуҫтары хаҡында ни тиерһегеҙ?
– Аҫылғужа малай-шалай һымаҡ юҡ-бар һөйләп кинәнес тапманы. Күп уҡыу арҡаһында бай тарихыбыҙ, ғәжәп батыр йөрәкле ата-бабаларыбыҙ, гүзәл мәҙәниәтебеҙ тәьҫиренән көс алып, сәсрәп торған үткер, ҡыйыу, ысын башҡорт балаһы, сос, тәжри­бәле ир-уҙаман булып үҫте. Өс һыйырҙан колхоз төҙөп, 25 йыл шуны етәкләгән, ун ике телдә һөйләшкән бик белемле атайым – Хәмиҙулла Ғилман улы Юлдашбаевтың, Советтар Союзы Геройҙары булған ике еҙнәмдең – Ғәбит Абдулла улы Әхмәровтың, Ғәтиәт Абдулла улы Ишҡоловтың хәтирәләре йоғон­тоһон тоям. Унан тормош тәжри­бәһе үҙ ролен уйнағандыр, тим.
Уның сая рухлы күңелен бөтә иптәштәре лә, замандаштары ла тулайым аңламаны, үҙенсәлекле фекер йөрөттөләр: берәүҙәр нимә әйткәнен хәтерләне, икенселәре уға үҙенекен өҫтәне, өсөнсөләре күрәләтә һатып ебәрҙе. “Донъя бутаусы”, “көс-аҡыл етмәҫ мәсьәләләрҙе нимә тип ҡуйыртып йөрөй инде”, “теленән тапты” тигән һүҙҙәр ишетелде. Үҙебеҙҙең милләт­тәш­тәрҙең ауыҙынан шул һүҙ сығыуы – аяныс. Әйтер фекере булмағандар уны тыңлаған осраҡта ла өнһөҙ ҡалды. Күптәр хәл ителерҙәй мәсьәләнән ситтә, бошмай ғына йәшәүҙе хуп күрҙе. Һамар өлкәһе баш­ҡорттары ҡорол­тайында ҡатнашып ҡай­тып килгән саҡта бер түрә миңә: “Миң­ниса апай, бындай йы­йындарға Аҫылғужа ағайҙы йөрөтөргә кәрәк ине”, – тигән булды, әйтерһең, ундай мәсьә­ләләрҙе мин хәл итәм. Рәми ағай кеүек дөрөҫлөк ҡал­ҡаны булырҙай яҙыу­сыларыбыҙ ҡалдымы икән, тип уйланам мин ҡайһы саҡ.
– Бөгөн уҡыусы­ларға барып етмәгән әҫәрҙәре, яҙмалары ҡалма­нымы? Яңы йыйынтығын әҙер­ләргә уйы­ғыҙ бармы?
– Аҫылғужаның башҡорт тормошонда ҙур әһәмиәткә эйә булған ҡатмарлы тарихи ваҡиға тураһындағы “Салауаттың йәше” роман-эпопеяһының беренсе китабы ғына донъя күреп өлгөрҙө. Асылда ул өс китаптан торорға тейеш ине. Икенсе китабында, күпер һүҙенә кинәйәле мәғәнә һалып, Салауаттың, Бүгәсәүгә ҡушылып, тотош Башҡорт илен яуға күтәрерлек талантын тасуирларға теләне. “Салауат күпере” тип исем дә биргәйне. Яҙылмай ҡалған икенсе, өсөнсө китаптарының ҡайҙа 12, ҡайҙа 10 битлек тигәндәй ҡулъяҙ­малары тарихи документтар менән аралаш тегелгән, ике ҡалын папканан тора. Китаптарҙы бер-бер артлы баҫтырып сығарыуҙарын һорап Хөкүмәткә мөрәжәғәт иткән үтенесендә: “Уйланып бөтөлгән, аяғымды бәй­ләп, ултырып яҙырға ғына ҡалды”, – тигән юлдары бар хатында иремдең. Рөхсәт булманы. Беҙ улым менән Аҫылғужаға эшләмәй яҙышып ҡына ултырырға мөмкинлек бирергә ризалаш­ҡайныҡ. Ҡыҙғаныс…
Бер ҡатын: “Миңниса апай, ниңә үпкәләп ҡайғыра ла йөрөйһөң, Аҫылғужа ағай һиңә яҡшы ир, балаларына ысын атай булған. Гел ҙур урындарҙа эшләргә мөмкинлек биргәндәр”, – тине. Мин аптырап киттем. “Нәшриәттең директоры булыр өсөн күпме көрәште, еңеү менән урынында тыныс эшләргә бирҙеләрме? Юҡ бит!” – тинем. Аҫылғужа уйлап йөрөй-йөрөй ҙә үҙ-үҙенә юл бора торғайны. Мин тағы ла Рәми ағайҙы, Рәшит ағайҙы заманында уға терәк булғандары өсөн хөрмәт менән иҫкә алам.
Үҙе мәрхүм булғас, бөтә шиғырҙары индерелгән яңы йыйынтығын баҫтырам тип, ун йыл нәшриәт тупһаһын тапаным. Етмеш йәшен билдәләү айҡанлы саҡ килеп сыҡты. Әммә тулайым түгел, асылда һайланма әҫәрҙәр тупланмаһы ине. Ирем беҙҙе ҡалдырып киткәндән һуң өс ай буйы уның барлыҡ әҫәрҙәрен, уның тураһындағы иҫтәлектәрҙе компьютерға индергәйнем. Шул йылында уҡ нәшриәткә туп­ланмаларҙы тапшырҙым. Етмеш биш йыллығына “Бөркөт саң­ҡыуы” тигән иҫтәлектәр йыйын­тығы сығыуын дүрт күҙ менән көтәм. Балалар атаһының әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә итә. Ҡыҙым Гөлнәзирә “Бирешмә, Бәҙри!” повесын шулай “Ватандаш” журналында баҫтырҙы. Улым шиғырҙарын урыҫсаға ауҙарырға вәғәҙә бирә. Алла бирһә, урыҫ телендә бер тупланма баҫтырырға ниәт тотам. Радиожурналистар Мәскәү өсөн уның тураһындағы әңгәмәләрҙе тапшырырға һорағайны, бушамай торам.
– Уның күләгәһендә ҡал­дым, тип уйлағанығыҙ булманымы? Әллә, кире­һенсә, бергә ижад иттегеҙме?
– Мин ир ҡатыны булып ҡына йәшәргә, өлкән йәштәге атай-әсәйгә мөмкин тиклем ярҙам итергә, мамыҡ шәл бәйләп, ғаиләмде матди яҡтан күтәре­шергә тырыштым. Яҙышырға ҡыҙығыуым йәшлек шауҡымы һымаҡ ситтә ҡалды. Университетты тамамлағас, ирем: “Ике тәкә башы бер ҡаҙанға һыймай. Бер-бере­беҙҙең етешһеҙлеген ишетеү ауыр булыр”, – тине. Мин ризалаштым. Унан, донъямды онотоп, китапхана эшенә бик ныҡ бирелеп киттем, командировканан командировкаға йөрөнөм. Тәжрибә туп­ланым. Ирем өсөн Салауат, үҙем өсөн башҡорттар тураһындағы боронғо китаптарҙы эҙләй башланым, хатта милли библиография тураһында ғилми хеҙмәт яҙырға тотонғайным. Аҫылғужа тирәһен­дәге яһалма ығы-зығы кәремде лә, һаулы­ғымды ла алды. Атай-әсәйҙе, һеңлемде, аҙаҡ терәгем булған өлкән апайымды ерләнем.
“Аҫылғужаның күләгәһендә ҡалдым”, – тип ике ятып бер уйлағаным юҡ. Уның менән бергә ижад та итмәнем. Һәр беребеҙ үҙ юлынан атланы. Киреһенсә, ул мине ҡағыҙһыҙ сығыш яһарға, докладтар, отчеттар яҙырға өйрәтте. Ул минең уҡытыусым да, тәнҡитсем дә ине.
Китапхананан айырылғас, ҡул-аяҡ бушаны тигәндәй, ултырып яҙышырға форсат табылды. Яҙыусыларҙы хөрмәт иткәс, аралашҡандарының әҫәрҙәре хаҡында үҙ фекеремде уҡыусыға еткергем килде. Иң мөһиме – 27 йыл китапханала тир түккән белгестең был үҙенсә шул китаптарҙы уҡырға саҡырыуы, яҙыусы шәхесен аңлатырға теләүе булыр.

Әңгәмәне Лариса АБДУЛЛИНА ойошторҙо.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 771

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873