Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәш белгес мажараһы
Ниһайәт, мин дә диплом алдым! Хәҙер “ҡатыр­ғаһыҙ” йәшәп булмай бит: олоһо-кесеһе, бер нигә ҡарап тормай, юғары уҡыу йортона керергә тырыша. Һәләттәре бармы-юҡмы, һайлаған һөнәрҙәре оҡшаймы-юҡмы – барыбер. Тик ҡара эшкә бармаҫҡа.

Беҙҙең заттан да дипломлы бер кеше булһын тип, мин дә ҡалаға уҡырға сығып киткәйнем. Биш йыл буйы атай-әсәйемдең кеҫәһен таҡырайтып, профессорҙарҙың алдында ҡурҡа-ҡалтырай, сессия яҡынлашҡан һайын доғаларымды уҡый-уҡый, сығарылыш кисәһенә килеп тә еттем. Диплом тапшырыу өсөн сәхнәгә саҡырғастар, эре торам: ҡиммәтле “ҡатырға”мды һалып алам да баш ҡаланы яуларға сығып китәм. Нисәмә йыл ыҙалап, ауылға ҡайтып бармайым инде!
Һәм шулай иттем дә. Атай-әсәйемдең “Ҡала тинең дә торҙоң. Өфө булмаһа, башҡа бәләкәйерәк ҡалалар бөткәнме ни?” – тиеү­ҙәрен дә тыңламаным, ныҡ торҙом. Башҡалар сирттереп телевизорҙан һөйлә­гәндә, ҙур-ҙур сәхнәләрҙе дер һелкеткәндә, минең ни ерем кәм? Кеҫәлә диплом бар әле!
Баш ҡалаға әхирәтемә төбәп барҙым. Алты ҡыҙ бер бүл­мәле фатирҙа тора. Барыһы ла ҙур ҡалала аҡса етмәүгә зарлана. Уларҙың һөйләгәндәрен тыңлап, эстән генә уйлап ултырам: дипломлы була тороп, үҙҙәре ябай эшсе булып урынлашып бөткән бит әле. Биш йыл буйы һатыусы йә һауыт-һаба йыуыусы булыр өсөн уҡыйҙарҙыр шул!
Иртәгәһенә, ыҫпай кейенеп, дипломды ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, баш ҡаланың иң эре һәм билдәле компанияларына сығып киттем. Тик ни ғәләмәт: ди­рек­торҙарын күреү түгел, вахтанан да үткәрмә­ҙәр! “Осрашыуға яҙылғанһың­мы?” – тип һинең һөй­лә­гәнеңде тыңларға ла теләмәйҙәр. Ярай, мин әй­тәм, бында булмаһа, башҡа урында минең диплом “ярап ҡалыр”. Әммә унда ла эш биреү­селәрҙең шарт­тарына тап килмәйем булып сыҡты: бында урынлашыу өсөн кәмендә ике йыл эш тәжрибәһе кәрәк икән.
Тағы уңышһыҙлыҡҡа осрағас, кәйеф бер аҙ төшә биргәйне, үҙ-үҙемде дәртләндереп, артабан юлымды дауам иттем. Өсөнсө компанияға барғас, вахталарынан ете этлек менән үтеп киттем. Ҡабул итеү бүлмәһендә алтын сәсле апай көтөп ултырырға ҡушты. Ялтлап торған бүлмәлә иҫем-аҡылым китеп, сабыр ғына хужа кешенең бушағанын көтә башланым. Тәүге ике сәғәтте тыныс үткәрҙем, әммә аҙаҡ­ҡа түҙемлегем һына башланы. Етмәһә, инеп-сығып йөрөү­селәр үткер ҡараштары менән мине баштан-аяҡ “рентген”­дан үткәрәме ни! Дүртенсе сәғәт үткәс кенә, директорҙың минең өсөн артыҡ өс минуты килеп сыҡты. Баяғы алтын сәсле апай: “Фәлән Фәләнович бушаны, ул һеҙҙе ҡабул итергә әҙер”, – тигәйне лә бит, әммә хужа ке­ше миңә баш күтәреп ҡарарға ла ваҡыт тапманы: әленән-әле кем ме­нәндер телефондан һөйләште, нимәлер яҙа һалды, секретарь апайҙы әмерҙәре менән “ҡойондорҙо”. Ун биш минут ҡаршыһында бағаналай ҡатып ултырып, тамам сабырлығым бөттө тигәндә, директор кеше, ниһайәт, миңә иғтибар итте. Һөнәрем хаҡында һорашҡас: “Юҡ, һеҙҙең өсөн беҙҙә вакансиялар юҡ. Эш тәжрибәң дә юҡ, етмәһә”, – тине лә, әңгәмә тамам икәнлеген белдереп, телефон трубкаһына үрелде…
Баш ҡалалағы беренсе көнөм шулай үтте минең. Көс-хәл менән фатирға ҡайтып йығылдым да, бер нәмә белмәй, әүен баҙарына киткәнмен…
Икенсе көнөм дә беренсеһенән бер нимәһе менән дә айырылманы. Унан тағы ике аҙна шулай йөрөнөм: диплом ҡосаҡлап ҡала ҡыҙырам да кискә арманһыҙ булып ҡайтып йығылам. Эшһеҙ йөрөй торғас, кеҫә яғы ла таҡырайҙы. Йөҙөмдән өмөт нуры һүрелә башлағанын күреп, ҡыҙҙар үҙҙәренә эшкә саҡыра башланы. Аптырап, әллә барып ҡа­рар­ғамы тип ҡуйҙым да уйымдан кире ҡайттым: атай-әсә­йем кеше бысрағын йыуып йөрөр өсөн уҡытмаған бит мине!
Өсөнсө аҙнамды түңәрәкләгәндә, баш ҡаланы арҡырыға ла, буйға ла йөрөп сыҡҡайным инде. Үҙ һө­нәрем буйынса эш таба алмағанға, янсығымда тинлектәр генә шылтыра­ғанға кәйефем бөтөнләй төшкәйне. Етмәһә, әсәйҙең ҡайнар аштары, иркен йор­тобоҙ, ауылымдың киң күңелле халҡы ожмах төбәгеләй тойола башланы. Шуларҙың барыһын да аҡылым менән үлсәп ултырҙым да бер фекергә килдем: әллә ҡайҙан бәхет эҙләп йөрөгәнсе, ҡайтам үҙ ауылыма! Уңмай ҡайтҡан тиеүселәр һөйләй бирһен, әммә минең диплом үҙебеҙҙең ауылға ла бик ярап ҡалыр!
Йәш белгестең һөйләгәндәрен Рита ХӘСӘНОВА яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә