Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Салауаттың тыуыр “Йәкшәмбе”һе
Салауаттың тыуыр “Йәкшәмбе”һе Салауат Вахитов. Был исем менән гәзит уҡыусыларҙы яҡынданыраҡ таныштырыу кәрәк. “Бельские просторы” журналында эшләп киткән яҙыусы дуҫыбыҙ түгел ул. Мәскәүҙә кинематография
вузын тамамлаған, белә-белгәндән үҙенең фильмын төшөрөү ниәте менән янған замандашыбыҙ. Һәр кем үҙенсә үҙе һайлаған юлдан бара.



Бер нисә йыл элек Салауаттың Мәскәүҙә яңы фильм төшөрә башлауы хаҡында үҙенән ишетеп белдем. Уның маҡсаты – халыҡ киноһын төшөрөү. Йәғни, бөтә ҡағыҙ, матди сығымдарға, башҡа көстәргә ҡаршы сығып, кино яратҡандар менән бергә уларҙан йыйылған аҡсаға сәнғәт әҫәре ижад итеү. Бер ҡараһаң, был эш ҡомдан һарай төҙөүгә тиң кеүек ине. Әммә Салауат көнләп түгел, айлап та түгел хатта, ә йыллап үҙ маҡ­са­тына табан атлай. Ундағы фиҙа­кәрлек, әйтергә теләгән һүҙенә тоғ­ролоҡ, киноны коммерция өлкәһе тип ҡарамайынса, сәнғәт донъяһы икәнен тәрән аңлау һоҡландыра, ғәжәпләндерә. Берәү булһа, башҡа шөғөл менән мауығып китер, бүтән өлкәлә үҙен эҙләр, хатта кино сығарыуҙы ла аҡса эшләү сығанағы итә алыр ине. Кино сәнғәтен бизнесҡа әйләндереүҙе һис кенә лә яманлаған­дан әйтмәйем быны. Нисек тә ысын сәнғәт әҫәре тыуһа, бик мәслихәт тиер инек.
Быйыл май айында Мәскәүҙә М. Цветаеваның йорт-музейында баш­ҡорт режиссеры Салауат Вахи­товтың “Аҙашҡан һарыҡ бәрәсе тарихы” тигән фильмының исем туйы үтеүе хаҡында электрон баҫмалар хәбәр итте.
Тәүрат сюжетына ҡоролған фильм­да данлыҡлы актер Армен Джи­гарханян төшкән, ул – фильмдың художество етәксеһе лә. Продюсер Андрей Разумовский, ҡуйыусы оператор Рияз Исхаҡов, режиссер ярҙам­сыһы Владимир Грамматиков, рәс­сам Тамара Аксирова эшләгән был проектта.
Ошо көндәрҙә “Башинформ” мәғ­лүмәт агентлығында булған матбуғат конференцияһында Салауат Вахитов киң мәғлүмәт сараларына “Boomstarter” сайтында краудфандинг хаҡында әйтеүе, йәғни халыҡтан финанс мәсьә­ләһендә ярҙам һорап мөрә­жәғәт итеүен белдерҙе.
“Аҙашҡан һарыҡ бәрәсе тарихы” тип аталған фильм Ғафури районында төшөрөлгән, һәм унда данлыҡлы артистар менән бергә урындағы ха­лыҡ та ҡатнашҡан. Бер нисә өлөшкә бүлеп ижад ителгән фильмдың тулы варианты “Йәкшәмбе” исеме менән донъя күрәсәк.
Кинола мәңгелек темалар: намыҫ, миһырбанлыҡ, кешелеклелек хаҡын­да һөйләнеләсәк. Фильмда ун йәшлек Булат Ибраһимов та төшкән, уға исем­дәре донъяла, республикала бил­дәле артистар менән бер ижади майҙанда осрашыу бик ҡыҙыҡлы тойолған. Әле “Аҙашҡан һарыҡ бәрә­се тарихы” тулыһынса төшөрөлөп бөткән, әммә тауыш яғынан биҙәл­мә­гән һәм актерҙарға эш хаҡы түлән­мәгән. Шуға ла ижади төркөмгә ярҙам итергә теләгәндәр, кемдәрҙең мөм­кин­леге бар, Салауат Вахитовтың был әҫәрен иғтибарҙан ситтә ҡалдыр­маҫһығыҙ, тип ныҡ өмөт итәм. Ул беҙ­гә, замандаштарына, ышана. Ни хәл итмәк, бөгөн гранттар ярҙамында кино төшөрөргә була, әммә фильм төшөрөүселәрҙең бөтәһенә лә йылмаймай ул уңыш.
Режиссер үҙе был кино менән башта фестивалдәрҙә ҡатнашып, аҙаҡ тулы метражлы “Йәкшәмбе”не эфирға сығарыу эшенә тотонмаҡсы. Бының өсөн ул әле Голливуд актеры Роберт де Ниро менән һөйләшеүҙәр алып бара.
Ә Салауат Әнүр улының кино донъяһында үҙ юлы. Уны мин нимәһе менәндер, атап әйткәндә, ижадҡа тоғролоғон донъяға билдәле режиссер Андрей Тарковскийға оҡшатам. Салауаттың бер нимәгә ҡарамай замандаштарында изгелек, намыҫ кеүек төшөнсәләргә иғтибар йүнәл­терлек фильм төшөрөргә ынтылыуы – үҙе үк батырлыҡ. Иң ҡыуандырғаны шул: ул ниәтенән баш тартмай, кире­һенсә, әленән-әле яңы мөмкинлектәр табып, ярҙам итәм тигән һәр кемдең күңе­ленә ышанып, алға табан бара. Эйе, фильмдың тематикаһына ҡара­ғанда, уны төшөрөү еңел дә түгелдер, ҡар­шылыҡтар ҙа һис уйламаған ерҙән сығып тороуы ихтимал: яҡты­лыҡты маяҡ иткәндәргә ҡарата ҡара көстәр ҙә битараф түгелдер. Әммә, әйтер­һең, үҙ ғүмеренең иң мөһим әҫәрен ижад иткәндәй, Салауат “Йәкшәм­бе”һен ижад итә.
Андрей Тарковскийҙың шундай фекере бар: “Миңә башҡалар өсөн үҙен, үҙенең йәшәү стилен фиҙа ҡылырға әҙер булған кеше ҡыҙыҡлы – хатта нимә өсөн ҡорбан ителеү ҙә мөһим түгел: рухи ҡиммәттәр йәки башҡа кеше өсөн, бәлки, үҙен ҡотҡа­рыу өсөн, бәлки, бөтәһе өсөндөр. Бындай ғәмәл “нормаль” тип аталған бөтә ҡы­лыҡ­тарҙың нигеҙендә ятҡан эгоис­тик ынтылыштарҙы юҡ итә; ул донъяға матди ҡараш закондарын инҡар итә. Йыш ҡына ул – абсурд күре­неш, һәм практик йәһәттән әһәмиәте лә юҡ. Әммә шуға ҡарамаҫтан – әллә тап шуға күрәме – ошо рәүешле ғә­мәлдәр ҡылған кеше башҡа кеше­ләрҙең тормошон һәм тарих хәрә­кәтен үҙгәртергә һәләтле...” Ошо юлдар миңә тап Салауат Вахитов хаҡында һәм уның кино сәнғәтендәге эшмәкәрлеге тураһында кеүек. Уның “Йәкшәмбе”һен зарығып көткән тамашасыларҙың береһе мин.




Автор: Лариса АБДУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә