Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Халыҡтың теләген иҫәпкә алалар
Халыҡтың теләген иҫәпкә алалар Бөгөн ҡала ерендә бер-бер артлы ярышып тигәндәй ниндәй генә магазиндар асылмай. Дөрөҫөрәге, исемдәре киң билдәле эре сауҙа селтәрҙәре бәләкәйерәк кибеттәрҙе баҙар иҡтисадынан ҡыҫырыҡлай башланы. Ә бына ауыл ерендә, бигерәк тә төпкөлдә, шәхси магазиндарҙың асылыуы халыҡ өсөн отошло. Берҙән, көндәлек кәрәк-яраҡ артынан ҡайҙалыр барырға кәрәк түгел, икенсенән, үҙеңә кәрәк әйберҙе һатыусыларға заказ биреп алдырырға була.

Өмөтбай ауылында йәшәгән Алгөл менән Марсель Латипов­тар­ҙың шәхси магазиндарын асыуға өс йылдан ашыу. Ошо ваҡыт эсендә улар, ауылдаштарының теләген иҫәп­кә алып, Магнитогорск ҡала­һынан аҙыҡ-түлек, көнкүреш тауар­ҙары ташый. Йорт эргәһендә асыл­ған магазинда хужабикә үҙе һата, кәрәк ваҡытта ата-әсәләре лә ярҙам итеп ебәрә.
– Ауылда төпләнеп, балалар үҫтерергә булғас, үҙ эшебеҙҙе асыу хаҡында уйлағанда сауҙа өлкәһенә туҡталдыҡ, сөнки ошоғаса беҙҙә магазин булманы, халыҡ кәрәк-яраҡты күрше ауылдарҙан йәки Баймаҡ ҡалаһынан, Темәс, Асҡар тарафынан ташыны. Артабан да эшебеҙҙе киңәйтергә теләк бар, – ти Алгөл.
Улар өс ҡыҙ һәм бер ул тәр­биә­ләй. Айлина, Айгизә ҡул араһына инеп, өй эштәрендә ярҙамлашһа, Динислам атаһына булыша. Ә бы­на кескәй Алтынай әлегә бәләкәс.
Ауыл ерендә кешенең йыш ҡына аҡсаһы булмай, күп ваҡытта бурысҡа биреп тә тора Латиповтар. Иң мөһиме – халыҡ ҡәнәғәт булһын, ул саҡта тауарҙарыбыҙ ҙа үтемле, эшебеҙ ҙә алға китер, ти йәш эшҡыуарҙар. Барлыҡ мәҙәни сараларҙа бағыусы булараҡ та ярҙам күрһәтеп, бар эштең уртаһында ҡайнап, ауылдың киләсәге өсөн борсолоп йәшәгән йәштәрҙең артабан да эштәре уң, тауарҙары үтемле, йөҙҙәре яҡты булһын.





Автор: Кәримә УСМАНОВА. Район: Баймаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә