Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Өфө ҡалаһында 8-9 йәшлек өс малай урамда йөрөгән бесәйҙе, ныҡ ҡына туҡмап, үлтереп ҡуя. Уларҙың был ҡылығын тышҡы видеокамера яҙҙырып ала. Видео шунда уҡ Интернет селтәренә эләгә.

Малайҙарҙың береһе ишектән инеп килгәндә тышта ултырған бесәйҙе тотоп подъезға индерә лә стенаға ырғыта, һуңынан икенсеһе иҙәнгә килеп төшкән бесәйҙе лифтҡа тибеп индерә. Аҙаҡ улар 17-се ҡатҡа күтәрелеп, мәхлүкте ергә һелтәй. Видеола 17-се ҡаттан бахыр бесәйҙең нисек килеп төшкәне лә, ятып үлеүе лә яҡшы күренә.
Интернет селтәрендә ифрат шау-шыу тыуҙырған ошо видеоға ҡарата бик әүҙем комментарий яҙалар. Күптәр бындай ҡот осҡос аҙымға барған балаларҙы, уларҙың ата-әсәләрен язаға тарттырыу яғында. Хатта бының өсөн петицияға ҡултамғалар йыялар. Имеш, балаларын тәрбиәләмәгәндәр, шуға был хәлде иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай...
Әлбиттә, битараф ҡалырға ярамай. Тик нимәләргә иғтибар итергә, был айырым һорау. Әйҙәгеҙ, бер минутҡа туҡтайыҡ та ошо ваҡиғаға төрлө яҡтан ҡарайыҡ. Йән тетрәткес енәйәт ҡылған балаларҙы бер нисек тә аҡлап булмай. Әммә бында улар ғына ғәйеплеме? Был һорауға һәр кем үҙе яуап бирер...
Балаларға 8-9 йәш. Уларҙың аңында был донъяла булған, яҡшылыҡты һәм яманлыҡты айыра торған фильтр үҫешмәгән. Донъя улар өсөн уйын һымаҡ ҡына. Башҡарған эштәре өсөн яуаплылыҡ тоймай, рәхәтләнеп йәшәй торған мәлдәре. Уйлап ҡараһаң, улар бесәйҙе үлтерәбеҙ тип түгел, ә ҡыҙыҡ күреп бейектән сөйгәнен аңлау өсөн ғалим булыу кәрәкмәй. Миҫал өсөн үҙебеҙҙең сабый саҡты иҫкә төшөрәйек...
Әгәр ҙә ошо һөҙөмтәгә түгел, ә уға булышлыҡ иткән сәбәптәргә ҡайтҡанда, был проблеманың тамырҙары ни тиклем тәрәнгә киткәнен аңлап була.
Интернетты һәм телевидениены алып ҡарағанда, уларҙың балаларға йоғонтоһо ифрат ҙур. Тик, үкенескә ҡаршы, бөгөн зәңгәр экрандар аша килгән мәғлүмәт яҡшыға ғына өйрәтә тип әйтеп булмай. Боевиктар, триллерҙар, мәғәнәһеҙ кинофильмдар һәм йәнһүрәттәрҙең күплегенә иҫ китерлек.
Уларҙы өлкәндәр ҡарағанда “фильтр” аша үткәрһә, балалар бит бөтәһен дә ысынбарлыҡ тип ҡабул итә. Сабыйҙарҙа яҡшылыҡ һәм яманлыҡтың сиктәре билдәләнмәгән әле. Улар нисек һәм нимә күрә, шуны эшләп ҡарарға мөмкин тип уйлай. Үҙемдең бала сағымды иҫкә төшөрһәм, 12-13 йәшкә тиклем “Икс кешеләр” һымаҡ булырға, кешеләргә ярҙам итергә хыялландым. Дуҫ малайҙар “Человек-паук”, “Халк” һәм “Бэтмэн” булырға теләгәндә иһә, мин үҙемде “Росомаха” тип хис иттем.
Ә хәҙер инде ошоларҙың бөтәһенә тағы төрлө-төрлө компьютер уйындарын, заман “емеше” – гаджеттарҙы ҡушайыҡ. Әйтәйек, бөгөн социаль селтәрҙәрҙә мәктәптә уҡып йөрөгән ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең һуғышҡаны төшөрөлгән видеоларҙы йыш ҡына күрергә була. Дәүер шулаймы? Ниңә үҫмерҙәр ошондай юл менән үҙенә иғтибар йәлеп итә? Әгәр Интернет селтәрендә “5-се класс уҡыусыһы олимпиадала еңеү яуланы” йә “дәрес ваҡытында ике уҡыусы уҡытыусы менән һуғышты” тигән яңылыҡ сыҡһа, күпселек икенсе яңылыҡты хуп күрә.
Шуға, балаларҙың ата-әсәләренең дә ғәйебе булыуға ҡарамаҫтан, эште һөҙөмтәнән түгел, бәлки, ошо хәлгә алып килтергән сәбәптәрҙән башларғалыр? Балаларға күберәк иғтибар бүлергә кәрәк. Телевизорҙан ниндәй программаларҙы ҡарауҙарын, компьютерҙа ниндәй уйындар менән мауығыуҙарын күҙәтеү мөһим. Әлбиттә, заман талаптары юғары, шуға был мәсьәләне ата-әсәләрҙең иңенә генә һалып булмай, бөтә йәмәғәтселек менән бергә эш итергә кәрәк.




Автор: Шәфҡәт ҒӘБИТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров баш табиптарға 21 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле асҡысын тапшырҙы
Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 1

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә