Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ирҙең даны – иленән, халҡы менән еренән
Ирҙең даны – иленән, халҡы менән еренән Был донъяла алдында баш эйерлек бер генә нәмә бар, ул – даһилыҡ, һәм тубыҡланырлыҡ йәнә бер нәмә бар, ул – игелеклелек.
Виктор Гюго.


Миҙхәт Закир улы тураһында бер кәлимә әйтергә тип тәүәккәлләнем дә йәнә баҙап, һүҙемде дауам итергә ҡыймай, уйға баттым. Аҡыл эйәләренән кемдер: “Лайыҡлы тамамлай алмаһаң, һәйбәт башланған эштең дә рәте булмай”, – тигән. Ә Шакировтың шәхесе шул ҡәҙәре ҙур һәм күп яҡлы. Ошоно уйлағанда, ихлас тырышлыҡтарым да уҡыусыны ышандыра алмаҫ. Хатта зыянға һуҡмаһа әле. Был кеше Башҡортостандың яңы тарихында шундай эҙ ҡалдырған ки, республика һәм тотош ил алдындағы хеҙмәттәренә ҡарап, Миҙхәт Закир улын фәҡәт Зыя Нурый улы Нуриев һәм Зекериә Шәрәфетдин улы Аҡназаров, шулай уҡ илдең кадрҙар элитаһына ингән етәкселәре менән генә бер баҫҡысҡа ҡуйырға мөмкин.


Әйткәндәй, Нуриев та, Шакиров менән Аҡназаров та – бер заман, бер быуын кеше­ләре, тамыр­ҙары ергә төпләнгән аҫаба башҡорт ырыуҙарынан. Крәҫтиән­дең социаль, иҡтисади хәленең үткән замандарҙа нисек булғанлығы төрлө сығанаҡтар аша мәғлүм. Хәйер, быуаттар үтеп тә, уның тормош-көнкүрешендә күҙгә элерлек үҙгәрештәр барыбер күренмәй. Бер-береһенә ялғана барған ауырлыҡтар крәҫтиәнгә ҡалҡы­нырға һис тә форсат бирмәй, уны баҫа һәм кешелек мәртәбәһенән яҙҙыра. Ошо хәл, сәйер тойолһа ла, әле булһа һаҡлана, һәм ауыл ерендә барған тәрәнтен процестар тураһында хәҙер сиселеп һөйләргә тартыналар.
Журналистикала үткән оҙайлы тормошомда онотолоуға дусар ителгән кешеләр яҙмышы тураһында һөйләү даланы тейҙе миңә. Был кешеләр ихтыяр көсө һәм ныҡышмалы хеҙмәте менән халыҡ араһынан йырылып сыға алған һәм ошо көсөргәнеш мәлендә лидерлыҡ сифаттарына эйә булған. Төпкөлдән күтәрелгән ошо кешеләр, ахыр килеп, тотош милләт кимәлендәге шәхестәр сифатын алған. Сөләймән Мырҙабулатов, Мөхәмәтхан Ҡулаев, Шәрәфетдин Мәхмүтов, Сабир Ваһапов, Фатима Мостафина, Зекериә Аҡназаров, Насир Ураҙбаев – ғорурлыҡ һәм дан теҙмәһе. Әлбиттә, бының менән генә һис сикләнәһе түгел. Әгәр тарих дауам итә икән, уның ахыры ла булмаҫ, тип ышанайыҡ. Әммә ошо урында бер генә иҫкәрмә әйтәйем: күп милләтле ил булараҡ, Башҡортостан тарихы әүәл-әүәлдән ошо ерҙәрҙә төпләнеп йәшәгән башҡорттарҙың туғандары – рустар, татарҙар, сыуаштар, украиндар, мордвалар, йәһүдтәр, алмандар, белорустар һәм бүтән күптәрҙең хеҙмәте һәм иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡорбандары менән яҙыла. Йәмғиәттең нәҡ күп милләтлелек һәм күп диндарлыҡ факттары беҙҙе көслө лә, киң күңелле лә, цивилизациялы ла итә инде. Яңы дәүергә тиклемге 96 – 46-сы йылдарҙа йәшәгән Рим ораторы һәм фәйләсүфе Марк Катон: “Хәтер кешегә хеҙмәт менән бирелгәнде генә һаҡлай”, – тип әйтеп ҡалдырған, һәм яңы дәүер тарихы ла ошо хәҡиҡәтте раҫлай килә.
Ләкин пафосты тантаналы мәлдәргә ҡалдырып торайыҡ.
Миҙхәт Закир улы Шакиров үҙ халҡы­ның иң күренекле вәкилдәре араһында ла айырылыбыраҡ тора, сөнки респуб­ликаға ул етәкселек иткәндә Башҡорт­останда нисәмә быуын кешелә­ренең даны һәм ғорурлығы булырлыҡ ифрат ҙур эштәр башҡарылды. ХХ быуат уртаһында иҡтисадта, мәҙәниәттә, социаль тормошта шул ҡәҙәре революцион үҙгәрештәр кисерҙек ки, әгәр тотошлай яңырған республика тураһында нарыҡлаһаҡ та, хәҡиҡәткә хыянат итмәҫбеҙ, тип уйлайым. Шул уҡ ваҡытта йә күккә күтәреп маҡталған, йә самаһыҙ ғәйепләнгән генә айырым кешеләр булмаған, юҡ һәм булмаясаҡ та тигән фекер ҙә бар бит әле.
Шакировтар – башҡорт менән татар мөхитендә шаҡтай таралған фамилия. Донъяға килгән сабыйға Шакир исемен биреп, мосолмандар ошо исем эйәһенең мотлаҡ изгелекле, рәхимле, үҙенә ғүмер биргән әсә-атаһының ҡәҙерен белгән кеше булып үҫәсәгенә ышанған. Ошо юҫыҡта француз әҙибе Люк де Вовенаргтың: “Яҡшы исемдән файҙалыраҡ һис нәмә лә юҡ, һәм уны фәҡәт мәртәбә генә булдыра ала”, – тигән раҫлауы менән ризалашырға ғына ҡала. Миҙхәт Шакировтың атаһы, Закир Шакир улы, Ырымбур губернаһы Бөрө өйәҙенең унынсы башҡорт кантоны беренсе йорто Ҡарасайылға припущенниктары, йәғни керҙәштәр тоҡомонан. Тарихҡа бер ни ҡәҙәр генә сумһаҡ та, хәҙерге Кушнаренко районы биләмә­лә­рендә ҡасандыр ҡаңлы, ҡаршын, дыуанай улыстары башҡорттары йәшәүен хәтер­ләрбеҙ. Ә Ҡарасайылға ауылы тарихсылар тапҡан архив документтарында беренсе тапҡыр 1739 йыл менән теркәлгән. Тикшеренеүсе Әнүәр Әсфәндиәровтың раҫлауына ышанғанда, нәҡ ошо осорҙарҙа урындағы башҡорттар үҙ аҫаба ерҙәренә мишәрҙәргә күсенергә рөхсәт биргән. Был ауыл Ағиҙелдең һул ярында иркенлектә йәшәп ята.
Ҡарасайылға тирәләре ысынлап та сәхрә, Башҡортостандың төп йылғаһы Ағиҙел элекке замандарҙа балыҡҡа мул булған. Халыҡ игенселек менән шөғөл­ләнгән, кәртә-ҡура тултырып мал тотҡан.
Йомғаҡлап әйткәндә, ҡарасайылғалар икмәк-тоҙло йәшәгән. Сәй-шәкәр, ярма кеүек аҙыҡ-түлек менән сауҙа иткән өс бакалея кибете эшләгән, йәмәғәттең уртаҡ икмәге мөгәзәйҙә һаҡланған. Граждандар һуғышына ҡәҙәр, унан аҙаҡ та, Бөйөк Ватан һуғышын үткәреп, ҡарасайылғалар донъяны бөтөн көтөргә тырышҡан. Журналист йомошо менән миңә йәшеллеккә күмелеп ултырған, баҡсаларҙа йәнең ни теләй, шул өлгөргән ошо ҙур ауылға ингеләргә тура килгәне булды.
Миҙхәт Шакировтың атаһы Закир Шакир улынан башҡа мин Ҡарасайылға егете, күренекле ғалим-химик, аныҡлап әйткәндә, химик-технолог, фән докторы Нәжип Хәтмулла улы Вәлитовты яҡындан беләм. Ата-бабалары иген иккән ауыл малайы, һәләтлек һәм тырышлығы менән, сәнәғәт катализаторҙары, каталитик реакциялар кинетикаһы һәм механизмдарының физик-химик үҙенсәлектәре серҙәренә төшөнә алған. Нәжип Хәтмулла улы менән мин, ул хеҙмәт баҫҡыстарынан текә үрләп, производство менән фәндең ҡеүәтле синтезы рәүешендәге “Башнефтехимзавод” төбәк берекмәһенең баш инженеры вазифа­һында эшләгән сағында таныш­ҡайным. Шул ваҡытта уҡ йөҙ илленән күберәк ғилми хеҙмәт һәм ике тиҫтәнән ашыу уйлап табыу авторы булараҡ, нәҡ Вәлитов “Башнефтехимзавод” етештереү берекмәһе кеүек гиганттың техник-технологик һәм фәнни сәйәсәтен билдәләй алырлыҡ кеше ине.
Әйткәндәй, Ҡарасайылға – республика өсөн күп һәләтле кешеләрҙе үҫтергән ауыл. Уйымса, бында педагогия фәндәре докторы, профессор Лифа Мөхәмәтйән ҡыҙы Әхмәтйәнованы, тарих фәндәре докторы, Советтар Союзы Геройы Нәзим Мөхәмәтйән улы Яҡуповты хәтергә алыу дөрөҫ булыр ине. Н. Яҡуповтың яҙмышы һәм Ватанға фиҙакәр хеҙмәте, һис һүҙһеҙ, айырым етди тикшеренеүгә лайыҡ.
Ғүмереңдең һуңғы аҙымдарын атла­ғанда ла йөрәгеңә уйылып ҡалған кешеләрҙе ваҡыт-ваҡыт хәтерләп алаһың икән. Башҡорт дәүләт университетында беҙҙең заманда һоҡланғыс уҡытыусылар эшләй торғайны. Уларҙың һәр береһе ауыл балаларының зиһененә үҙ фәненең осмотон булһа ла һалып ҡалырға тырыша. Аңлашылалыр, башкөллө ғашиҡ булған кешебеҙ, әлбиттә, профессор Йәлил Ғиниәт улы Кейекбаев ине. Күп телдәр белгән ғалим, әҙип шәкерттәре өсөн тел ғилемендә әлегәсә күрмәгән-йөрөмәгән һуҡмаҡтар һалды. Йәки ғәжәйеп үҙенсә­лекле Лев Григорьевич Бараг менән Давид Семенович Гутманды онотоу мөмкинме һуң? Ошо һәм бүтән мөғәллимдәр алдыбыҙҙа әле күрмәгән-белмәгән, шуға күрә лә гүзәл донъяның ишектәрен асты. Йылдар үткәс кенә беҙҙең быуын студенттарына ни ҡәҙәре бай рухи хазиналар эргәһендә булыу бәхете эләккәнен аңлайһың. Шуны белмәй йәшәлгән. Йәл. Ярай әле, уҡытыу­сыларыбыҙға, исмаһам, рәхмәтле хистәребеҙҙе һаҡлай алғанбыҙ.
Тәүге ике курста беҙгә ғәрәп телен уҡыттылар. Фәнде күпереп торған мыйыҡлы, буй-һынын йәшенә күрә түгел һаҡлай алған оло ғына ағай алып бара. Ул Закир Шакир улы Шакиров ине. Ниндәй легендар шәхес менән осрашыу бәхете тейгәнлеген шул саҡта белһәксе!
Йәшлегебеҙгә ҡарамаҫтан, осҡор күҙле булмағанбыҙ икән, сөнки кешене йөрәк менән генә шәйләй алаһың. Уның атайсалы – Ҡарасайылға (һүҙҙе тиктәҫкә генә шунан башламаныҡ инде). Быуат башында Ҡазандағы “Мөхәммәҙиә” мәҙрәсәһен тамамлаған, һабаҡты Ғабдулла Туҡай менән бергә алған. Шакировҡа артабан, йәнә лә инҡилаптан алда, Мәскәүҙә А.Л. Шанявский исемендәге халыҡ университетында уҡыу насип булған. Йәш белгес аҙаҡ халыҡ мәғарифы структураһында төрлө вазифаларҙа эшләгән. Закир Шакировтың ифрат тырышып эшләүе 1928 йылда Хеҙмәт Геройы исеме менән билдәләнгән. 1944 йылда уға “БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре” тигән исем бирелгән. Быларҙан тыш, Закир Шакир улы Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары менән наградланған.
Ахырғы көндәренә тиклем ул Коммунистик урамындағы хәҙер Башҡортостан Яҙыусылар союзы урынлашҡан матур, боронғо йортта йәшәне. Әммә иң мөһиме – З.Ш. Шакиров республикабыҙ фәне, мәғарифы тарихында яҡты эҙ ҡалдырҙы.
Уҙған быуаттың 50-се йылдар уртаһына республика иҡтисады, ғөмүмән алғанда, Бөйөк Ватан һуғышының һәләкәтле эҙемтәләренән бер ни ҡәҙәр рәтләнә башлағайны. Был күтәрелеш, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡтың тормош-көнкүрешенә әле йоғонто яһай алмай ине шул. Ил һуғышта еңеү дәрте менән йәшәүен дауам итә. Бер үк ваҡытта сәнәғәттә, ауыл хужалығында, яҙғы ташҡын һыу һымаҡ, стратегик мәсьәләләр ҙә, тиҙләтеп хәл итә торған проблемалар ҙа арта бара. Өлкәндәр “Американы ҡыуып етергә һәм уҙып китергә!” тигән өндәмә-саҡырыуҙы яҡшы хәтерләйҙер. Мәктәптә уҡып йөрөгән беҙ ҙә: “Ҡыуып етербеҙ, уҙып китербеҙ Американы яҡын йылдарҙа!” – тип зәһәр һөрәнләп йырлап йөрөнөк. Был лозунг хәҙер самаһыҙ пафослы ла, бер ҡатлы ла булып ишетелеүе мөмкин, ләкин ул саҡта халыҡтың күпселегенең кәйефенә ауаздаш, хеҙмәт коллективтарында эскерһеҙ дәрт уята ине.
Ғөмүмән алғанда, ул осорҙа эшләп килгән предприятиеларҙың ҡеүәттәрен эҙмә-эҙлекле арттырыуын күрмәү мөмкин түгел. Бер үк ваҡытта яңы заводтар һәм фабрикалар, социаль инфраструктура объекттары төҙөлә. Айырыуса тиҙләтеп нефть, нефть эшкәртеү, нефть химияһы сәнәғәте үҫтерелә, таулы Башҡортостанда һәм Урал аръяғында ҡара һәм төҫлө металлургия көс туплай. Ошо йылдарҙа республика үткәргес торбалар һалыу үҙәктәренең береһенә әйләнде. Уның биләмәләре аша нефть һәм нефть продукттары ҡыуыусы магистралдәр үтте. Нәҡ 50-се йылдарҙа илдәге иң оҙон Туймазы – Омск нефть үткәргесе, Өфө синтетик спирт заводының тәүге сираттары сафҡа инде. Күмертау – Төйлөгән, Мейәс – Учалы тимер юлдары төҙөлдө. Ағиҙел аша Өфөлә ҙур тимер юл күпере асылды. Шуныһы ла иҫтәлекле: республикабыҙ картаһында яңы ике ҡала – Салауат менән Сибай – хасил булды. Улар аҙағыраҡ Башҡортостандың көньяғында һәм көньяҡ-көнсығышында ҙур сәнәғәт үҙәктәренә әйләнде.
Республиканың ошо осорҙағы үҫешенә аҙ ғына тәфсирләп туҡталғанда, нефть табыу, уны эшкәртеүҙең ғәжәпләнерлек тиҙлек менән артыуын күрербеҙ. Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы эшләй башланы. Уны төҙөү республика промыслаларында нефть сығарыуҙың ҡырҡа күтәрелеүен иҫәпкә алып башҡарылғайны. Геологтар 1955 йылда Башҡортостандағы иң ҙур Арлан ятҡылығын асты. 1957 йылда Өфө нефть эшкәртеү заводтары төркө­мөнә ҡараған өсөнсө предприятие – “Өфөнефтехим”, яғыулыҡ-нефть химияһы профилендәге бүтән ҡеүәттәр файҙа­ланыуға тапшырылды. Ун йыл үтеүгә “Башнефть” берекмәһе үҙ тарихында иң юғары кимәлгә – бер йылда 48 миллион тоннаға яҡын нефть табыуға өлгәште. Һәм, ниһайәт, 1980 йылда Башҡортостан нефтселәре “ҡара алтын” ятҡылыҡтарын үҙләштерә башлағандан бирле миллиард тонна нефть сығарҙы. “Башҡортостан нефть байлыҡтарын үҙләштереү илдең яғыулыҡ-энергетика потенциалын арттыра барыуҙа һәм республиканың етештереү көстәрен үҫтереүҙә, уны Советтар Союзының алдынғы индустриаль төбәгенә әүерелдереүҙә мөһим роль уйнаны”, – тип әйтелгәйне ил етәкселегенең берекмә коллективына ебәргән ҡотлауында.
Ошо яҙмаларҙа һандарҙың күберәк булғаны өсөн уҡыусы мине ғәфү итһен. Әммә эш тураһында бәйән иткәндә шунһыҙ ҙа булмай. Унан һуң, Миҙхәт Закир улы Шакиров һәр даим, мөкиббән китеп, производство, айырыуса сәнәғәт етештереүе менән, шөғөлләнә ине. Ул, тураһын әйткәндә, ошо стихияла, йәғни күнеккән мөхитендә, йәшәне һәм уны һуш китерлек буш һүҙ һәм бойомға ашмаҫтай ҡағиҙәләр уртаһында күҙ алдына килтереү мөмкин түгел ине.
Миҙхәт Закир улы вазифаһынан киткәс, беҙҙәге ғәҙәт буйынса, уның эш стилен тәнҡитләүселәр күбәйҙе. Йәнәһе, партия­ның Өфө ҡала комитетының, ә артабан Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары йыш ҡына төрлө мәсьәләләр буйынса профессионалдарға шәхси фекерен көсләп таҡҡан. Әгәр етәксе мәсьәләләрҙең айышына ентекләп төшөнә, уларға ҡарата үҙ фекере бар икән, был ғына әле кешене волюнтаризмда йәки авторитар стилдә ғәйепләү өсөн сәбәп була алмай.
Башҡортостан – дәүләтселектең ҡайһы бер атрибуттарына эйә булып та, федератив дәүләт эсендәге республика. Уның автономияһын иғлан итеүҙең 100 йыллығына әҙерлек барышында үҙгәреп торған шарттарҙа автономияны бойомға ашырыуҙың төрлө аспекттарына, форсат булһа, әйләнеп ҡайтҡыларбыҙ әле. Республикала тиҫтәләрсә йылдар дауамында закондар сығарыу, башҡарма хакимиәт органдары эшләп килә, уның йәшәүен тәьмин иткән структуралар бар. Француз Пьер Буаттың: “Республика – кешенең мәртәбәһенә, монархия уның тыныслығына тап килә”, – тип раҫлауы менән килешергәме икән, белмәйем. Ләкин дәүләт идаралығының күп өлөшө булғанда ла Нуриев менән Шакиров замандарында республикаға етәкселек итеү ғәмәлдә КПСС өлкә комитетының беренсе секретарҙары ҡулында тупланғанлығын инҡар итеү хәҡиҡәткә тура килмәҫ ине.
Миҙхәт Закир улының партиялағы вазифаларына өҫтөнлөклө иғтибар бирһәк, уны ошо фирҡә кадрҙары иҫәбенә индереп булыр ине. Әммә Өфө ҡала комитетында ла, Башҡортостан өлкә комитетында ла Шакиров төп көсөн етештереүгә – сәнәғәт һәм ауыл хужалығына бирҙе. Менталитеты һәм инаныуҙары буйынса ул – инженер. Ғаиләлә әсәй-атайға һәм милли традицияларға һис һүҙһеҙ хөрмәт рухында тәрбиә алған Миҙхәткә гуманитарий, мәғрифәтсе һәм телсе ғалим атаһының юлын дауам итеү кәрәк булғандыр ҙа. Шулай ҙа ул ете йыллыҡ мәктәптән һуң Өфө паровоздар ремонтлау заводы ҡаршыһындағы фабрика-завод учили­щеһына (ФЗО) инеп, слесарь һөнәренә эйә була. Артабан инде – Бежецк (хәҙерге Брянск) машиналар эшләү институты. 1941 йылда Өфөгә ҡайтҡас, йәш инже­нерға Харьковтан күсерелгән 656-сы оборона заводына юллама бирәләр. Һуғыш. Хәл йән көсөнә эшләүҙе талап итә, йәштәр тиҙ өлкәнәйә. Миҙхәт заводта өлкән инженер, баш механик урынбаҫары, баш механик, заводтың производство бүлеге начальнигы баҫҡыстарына күтәрелә. Фронтҡа ебәреүҙе һорауына яуап бер генә: “Һеҙ – инженер, бында, оборона заводында, кәрәкһегеҙ”. 1947 йылда ВКП(б)-ның Ленин район комитеты секретары итеп һайлана. 1948 йылда яңы геофизик приборҙар һәм аппаратура заводы директоры итеп тәғәйенләнә.
Һуғыштан аҙаҡ илде тергеҙеү һәм сәнәғәтен үҫтереү осоро. Башҡортос­тан­дың яңы нефть ятҡылыҡтарын йәһәтләп үҙләштереү кәрәк. 1952 йылда уҡ М. Шакировты “Нефтепроводмонтаж” тресының 74-се төҙөлөш-монтаж идаралығы начальнигы итеп ебәрәләр, ә йәнә ике йылдан ул инде трестың баш инженеры. 1952–1963 йылдарҙа Миҙхәт Закир улының туранан-тура ҡатнаш­лы­ғында ифрат күп газ һәм нефть үткәргес­тәр төҙөлә. Улар араһында Туймазы–Омск, Омск–Красноярск, Омск–Иркутск, Ставрополь–Мәскәү, айырыуса дан алған “Дуҫлыҡ” һәм Бохара–Урал нефть һәм газ үткәргестәре, бүтән күп объекттар бар.
Производство бурыстарын үтәүҙәге ҙур уңыштары өсөн ул ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ленин ордены менән наградлана.
1963 йыл. М. Шакиров – партияның Өфө ҡала комитетының беренсе секретары. Йәшерәк хеҙмәттәштәренең һүҙен иғтибарға алғанда, ҡала комитеты осоронда ул бер нисә мәртәбә партия эшенән китергә һәм производствоға әйләнеп ҡайтырға ынтылып ҡарай, ләкин Мәскәү ризалыҡ бирмәй. “Республикала бик ҙур производство мәсьәләләрен хәл итергә тура киләсәк, һин шунда кәрәк буласаҡ­һың”, – тип кенә яуап бирәләр уға. Шулай итеп, Миҙхәт Закир улы 1969 йылда КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары итеп һайлана.
Шакировтан алда ошо вазифала эшләгән Зыя Нурый улы Нуриев “От аула до Кремля” тигән китабында әлеге хәл тураһында бына нисек яҙа:
“Өлкә комитет бюроһы ағзаларына мине СССР Әҙерләүҙәр дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләү буйынса ҡарар барлығы, беҙгә айырылышырға тура килеүе, шуға күрә өлкә коми­теттың буласаҡ беренсе секретары хаҡында уйлашырға кәрәклеге тура­һында әйттем. Пленумдан аҙаҡ бюроның һәр ағзаһы менән ихтимал кандидатура мәсьәләһендә кәңәшләштем. Һүҙ ике кандидатура: З.Ш. Аҡназаров һәм М.З. Шакиров тураһында барҙы. Бюроның күп ағзалары Аҡназаров кандидатураһы яҡлы ине, ләкин Шакиров тураһында ла йәнле фекер алышыу булды. Ентекләп кәңәш­ләшкәндән һуң Шакиров кандидату­раһында туҡталырға кәрәк тигән фекергә килдек, сөнки өлкә комитеттың беренсе секретарын да, Министрҙар Советы рәйесен дә бер юлы алмаштырыу ярамаҫ... Пленум мине партияның Башҡортостан өлкә комите­тының беренсе секретары вазифаһынан бушатты ла ошо урынға М.З. Шакировты һайланы. Бер тауыштан”.
Нәҡ ошо яуаплы постарҙа уның ҙур эштәрҙе атҡарыу һәләте тулыһынса асылды.
Был дәүерҙә Башҡортостан күп тар­маҡлы халыҡ хужалығы булған автономиялы ҙур республикаларҙың береһе ине. М. Шакиров етәкселек иткән осорҙа унда сәнәғәт предприятиеларын, социаль-мәҙәни тәғәйенләнешендәге объект­тарҙы, торлаҡ йорттарҙы төҙөү һәм реконструкциялау буйынса ғәйәт ҙур программа бойомға ашырылды, ауыл хужа­лығы, фән һәм мәҙәниәт үҫеш алды. Илдең дөйөм потенциалына республика индергән өлөш һәр биш йыллыҡ һайын арта барҙы.
Ҡайһы бер мәлдәрҙе иҫәпкә алмағанда, республикабыҙ етәкселәрҙән уңа килде. Уларҙың һәммәһе лә ҙур тормош мәктәбен үткәйне, шаҡтай һөнәри тәжрибәгә эйә ине һәм өлкән коллективтарға етәкселек итеү маһирлығын күрһәткәйне. Улар араһында КПСС өлкә комитетының беренсе секретары вазифаһында республиканы 1969 йылдан 1987 йылға тиклем етәкләгән Миҙхәт Закир улы Шакиров, һис һүҙһеҙ, айырылып торҙо. Ул дәүләт бейеклегендәге шәхес ине.
Миҙхәт Закир улы Шакировҡа, етәксе булараҡ һәм ҡәҙимге кеше күҙлегенән, төрлөсә мөнәсәбәт белдерелеүе ихтимал. Тотош дәүерҙе кәүҙәләндергән шундай кимәлдәге кеше һис кемде лә ғафил ҡалдыра алмайҙыр. Беҙҙең халыҡта менталитет шундай: вазифаһында саҡта һәр етәксе үҙ холоҡ-фиғеле, эшенең стиле тураһында объектив фекер ишетеүҙән мәхрүм. Йәмғиәтебеҙҙә юғары чинов­никтың уға буйһонған хеҙмәткәрҙәр менән аралашыу мәҙәниәте иҫ китерлек түбән. Бында төрлө факторҙар бар: яңылыш аңлаған вазифа субординацияһы, түрәнең үҙ итеүен, ә ҡайһы саҡ эшеңде лә юғалтыуҙан шөрләү. Йыш ҡына был мөнәсәбәттәрҙе ваҡыт үткәс асыҡлауға, яманлашыуға, бер-береңә яла яғыуға килтерә. Кисәге олпат хеҙмәттәштәрҙе биҙәй торған ҡылыҡ түгел бит инде былар.
М. Шакировҡа эшенән китергә тура килгәс, беҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошоға оҡшаш күренештең шаһиты булдыҡ. Бар булмышын республика тормошона арнаған кеше өсөн әрнеү тойғоһо ҡалды. Ул беренсе секретарь сағында “хужаның” һәр һүҙен йотлоғоп тыңлаған, ярам­һаҡланған һәм маҡтаған кешеләр өсөн дә уңайһыҙлыҡ кисерәһең.
Ошо яҙмаларҙы әҙерләү барышында оло етәксе һәм ғәҙәти эшһөйәр кеше Миҙхәт Закир улына ихтирам күрһәткән байтаҡ яҙма дәлилләүҙәргә юлығып ҡәнәғәтлек кисерҙем. Республика Хөкүмәтенең башлығы булып сирек быуатҡа яҡын эшләгән Башҡортостан Министрҙар Советының элекке рәйесе Зекериә Шәрәфетдин улы Аҡназаров “Время. Люди. Мысли” тигән китабында бына ни яҙа: “М.З. Шакиров менән йәнәш 17 йыл эшләнем. Республикаға һәм Өфөгә ул күп хеҙмәт күрһәтте, сәнәғәт, төҙөлөш мәсьәләләре менән белеп шөғөлләнде, ауыл хужалығы проблемаларын да онотманы. Уның эштәрен күрмәй булдыра алмайһың”.
Бындай раҫлау менән килешергә генә кәрәктер. Ошо юҫыҡта М. Шакировтың шәхесе тураһында уның хеҙмәттәш­тәренең фекеренә лә ҡолаҡ һалайыҡ.
М. Мирғәзәмов, 1986–1992 йыл­дарҙа БАССР Министрҙар Советы рәйесе, республиканың атҡаҙанған химигы, СССР-ҙың почетлы транспорт төҙөүсеһе:
– М.З. Шакировтың үҙ эш стиле булды. Был йәһәттән ул илдәге төбәктәрҙең ҙур етәкселәренә оҡшағайны. Һәр саҡ хәбәрҙарлыҡ, юғары әүҙемлек һәм йыйнаҡлыҡ, ҡуйылған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ныҡышмалылыҡ. Теләһә ниндәй шарттарҙа ла ул кешеләрҙе төп стратегик маҡсаттарға өлгәшеү өсөн туплай белде. Һәм, әлбиттә, үҙенә лә, бүтәндәргә ҡарата ла ғәйәт юғары талапсанлыҡ, эштә яуаплылыҡ. Төрлө кимәлдәге етәкселәр, ябай кешеләр Шакировты ихтирам итте. Ул шәхси тормошонда ла талымһыҙ ине бит, һалпы-һолпо кейенеп йөрөүҙе, еңел-елпене, моңһоҙлоҡто яратманы. Тауыш күтәргәнен һис хәтерләмәйем, шымыраҡ һөйләгән һайын уның һүҙе иғтибарҙы нығыраҡ тарта ине. Бер ҡасан да тупаҫ һүҙ ысҡындырмағандыр. Ә бит ул тайга юлдарын күп тапаған, магистраль үткәргес торбалар һалғанда батҡаҡты етерлек кискән. Ә ундай төҙөлөштәрҙә “фәреш­тәләр” эшләмәй.
И. Мироненко, 1973 –1991 йыл­дар­ҙа Министрҙар Советы рәйесе урын­ба­ҫары, республиканың атҡаҙанған иҡти­сад­сыһы:
– М.З. Шакировтың республикаға етәкселек иткән егерме йыл осорондағы хеҙмәттәре баһалап бөткөһөҙ. Уның башланғысында һәм ярҙамында уникаль предприятиелар, объекттар һәм ҡеүәттәр төҙөлдө. Шулар иҫәбендә – Күмертау вертолет заводы, Мәләүез химия заводы, Благовещен яһалма сүс комбинаты (хәҙерге “Полиэф”), Башҡортостан биохимкомбинаты һәм бүтән шундай уҡ мөһим объекттар. Әгәр М.З. Шакиров, уның командаһы планлаштырғандарҙы файҙа­ланыуға тапшыра алһаҡ, бөгөн респуб­ликаның индустриаль йөҙө икенсерәк, технологик баҫҡысы юғарыраҡ булыр ине. Өлгөрмәй ҡалдыҡ.
Ш. Әбдрәшитов, 1971–1988 йыл­дарҙа “Башкирэнерго” управляющи­йы, СССР-ҙың атҡаҙанған энергетигы:
– Миҙхәт Закир улы республиканың тынғыһыҙ лидеры булды, минеңсә. Ул һәр кемебеҙҙән алдараҡ тороп, бөтәбеҙҙән һуңыраҡ ятҡандыр. Мин быға күп мәртәбә үҙем ышандым. Әтнәкәһе шунда: ул саҡ беҙҙең энергетика тармағы һуңғы сиктәге көсөргәнеш менән эшләй торғайны, сөнки тотош республика ла ошо сиктә “тир түгә”. Режим шарттары буйынса, төҙәтеү-һипләү эштәре өсөн беҙгә һис тә ваҡыт ҡалмай бит, ә был технологик ҡатмарлыҡтарға килтерә. Етди авариялар була ҡалһа, тәү­лектең ниндәй генә мәле булыуға ҡара­маҫтан, бүтәндәрҙән алда Миҙхәт Закир улы шылтырата. Тәүге һорауы – “ни булды?”, икенсеһе “кешеләр зыян күрмә­неме?”, өсөнсөһө – “ниндәй ярҙам кәрәк?”. Ярҙам шунда уҡ килеп етә. Республиканың юғары етәксеһенең ошондай формаль булмаған мөнәсәбәте, әлбиттә, кәйефте күтәрә ине.
М. Усманов, 1978–1987 йылдарҙа “Салауатстрой” тресы управляющийы, “Главбашстрой” начальнигы, 1999–2001 йылдарҙа республика Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары:
– М.З. Шакиров республикаға етәк­се­лек иткән осорҙа миңә төҙөлөш тарма­ғында төрлө вазифала эшләү насип булды. Башҡортостан әле булһа таянған ҡеүәттәрҙең күпселеге нәҡ ошо йылдарҙа төҙөлдө. Сәнәғәттәге төҙөлөштәрҙе ҡәҙимге барлау ҙа эштәрҙең ҡоласын, республиканың нисек күтәрелгәнен күҙ алдына баҫтыра.
Миҙхәт Закир улы киң ҡарашлы, абруйлы кеше ине. Мәскәүҙә лә уға ихтирамлы мөнәсәбәттә булдылар. Ауыр хәл килеп тыуғанда дефицит әйберҙәр табылһын, ҡатмарлы мәсьәләләр хәл ителһен өсөн уның бер шылтыратыуы ла етте.
Н. Юнысов, 1976 –1987 йылдарҙа “Башнефтегеофизика” асыҡ акцио­нер­ҙар йәмғиәте управляющийы, генераль директоры, РСФСР-ҙың атҡа­ҙан­­ған геологы, Рәсәй Федера­цияһының почетлы нефтсеһе:
– “Главнефтегеофизика”ның ул саҡта Башҡортостан Геофизик контораһына ҡараған геофизик оҫтахана-лабора­торияның директоры итеп 1948 йылдың 16 октябрендә М.З. Шакировтың тәғәйен­ләнгәнен бик яҡшы хәтерләйем. Шулай ҙа Миҙхәт Закир улы менән тәүге осрашыуым, яңылышмаһам, 1967 йылда, ул партияның Өфө ҡала комитеты секретары сағында булды. Мин уңыш йыйыуға автотранспорт бүлеү мәсьәләһендә ташламалар һорап мөрәжәғәт иткәйнем, сөнки геофизиктар өсөн дә ул ваҡыт – “ҡыҙыу мәл”. Ләкин Шакиров әҙәпле генә, әммә ҡәтғи рәүештә кире ҡаҡты: “икмәк ҡәҙерлерәк”.
Миҙхәт Закир улы менән осрашыу­ҙарым ул өлкә комитеттың беренсе секретары итеп һайланғас йышайҙы. Гел генә көләс йөҙ менән ҡаршы­ламағандыр инде. Йылына 40 миллион күләмендә нефть табыу, уның ҡыҫымы арҡаһында, оҙаҡ ҡына дауам итте. Ошондайыраҡ хәл 30 миллион тоннаға ҡалғас та ҡабатланды.
Ә. Мәхмүтов, иҡтисад фәндәре докторы, Башҡортостан Фәндәр акаде­мияһы ағзаһы, Рәсәйҙең һәм Башҡорт­остандың атҡаҙанған фән эшмәкәре:
– Республика Башҡортостандың кү­ренекле кешеләренең береһенең йөҙ йыллығын билдәләй. Уның иҡтисадын, социаль һәм рухи йүнәлештәрен үҫтереүгә ул, һис шикһеҙ, күп көс һалды. Республика партия ойошмаһының лидеры булғанға тиклем дә мин уны яҡшы белдем.
Зыялы ғаиләлә тыуып тәрбиәләнгәнгә күрә ул уҡымышлы, тәрбиәле кеше ине. Быныһы һәр кемгә мәғлүм. Зыялылыҡ сифаттарын Миҙхәт Закир улы ҙур хаким­лыҡ­ҡа эйә булғас та юғалтманы, хатта улар яңы һыҙаттар алды, бүтәнсәрәк кәүҙәләнде, тип тә әйтергә мөмкиндер. Бындай үҙгәрештәр хакимлыҡ түбәһенә күтәрелгәндәрҙең һәммәһенә лә бирелмәгән.
ВЛКСМ-дың өлкә комитеты секретары булып эшләгәнемдә, ә ул “Нефтепроводмонтаж” тресында төҙөлөш-монтаж идаралығының баш инженеры булғандағы осрашыуҙарыбыҙ онотолорлоҡмо һуң? Шкапов–Ишембай–Магнитогорск газ үткәргесе трассаһында икәү оҙаҡ ҡына йөрөнөк. Был комсомол төҙөлөшө ине. Ошо хаҡта “Нас вела судьба” тигән китапта яҙып та сыҡҡайным. Төҙөлөштә Миҙхәт Закир улы биләгән урын, уның инженерҙар, эшселәр менән ихтирамлы аралашыуы миңә ныҡ тәьҫир итте.
Хәҙер, партия өлкә комитетының беренсе секретары булараҡ, уның тураһында бер генә кәлимә. Юбилей айҡанлы, бүтән авторҙар ҙа был хаҡта яҙмай ҡалмаҫ. Шакиров хаҡында “йомшаҡ түшәп, ҡатыға ултырта” тигән һүҙ йөрөнө. Ундай юғары дәрәжәле етәкселәр өсөн ҡаты ҡуллы булыу – ҡотолғоһоҙ сифаттыр. Әммә талапсанлыҡ Миҙхәт Закир улында тупаҫлыҡҡа һис ҡасан да күсмәне. Әйткәндәй, Шакиров ваҡытында республиканың абруйы юғары булды. Сәнәғәттә, ауыл хужалығында, фәндә, мәғарифта һәм мәҙәниәттә ул үҙенән алдағыларҙың, иң беренсе нәүбәттә, Зыя Нуриевтың эшен лайыҡлы дауам итте.
Һәм, ниһайәт, мәшһүр совет яҙыу­сыһы, СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың дәүләт премиялары лауреаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы Михаил Алек­сеевтың әйткәндәренә ҡолаҡ һала­йыҡ:
– Һуғыштан аҙаҡҡы йылдарҙа уҡ Миҙхәт Шакиров үҙ республикаһында ғына түгел, бәлки күрше төбәктәрҙә лә билдәле кеше булып киткәйне. Ул һәм уның хеҙмәт­тәштәре атайсалым – Һарытау ерендә газ үткәргестәр төҙөнө. Был кеше – дәүеренең улы ла, уны үҙгәртеүсе лә. Башҡортостан Шакиров етәкселек иткән йылдарҙа ныҡ үҫешкән, заманса, үҙенә меңдәрсә төҫ туплаған республика булып әүерелде.
Әҙәм балаһы хеҙмәт менән йәшәй. Телебеҙҙә ошо һүҙ иң алда торалыр һәм уның менән “әпәкәй” генә тиңләшә ала. Беренсеһеҙ икенсеһе булмай. Рәсәйҙең йәшәүе лә күп йәһәттән Миҙхәт Шакиров һәм уның һымаҡ хеҙмәтте ижад иткән кешеләргә бәйле.
Шуны өҫтәү ҙә артыҡ күренмәҫ: Миҙхәт Закир улы, Социалистик Хеҙмәт Геройы булараҡ, йәнә биш Ленин ордены, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән дә бүләкләнгән. Һәм ошонда мин бигүк әҙәпле булмаған иҫәпләүҙәргә йөрьәт иттем. Уның буйынса, Закир Шакир улы, Миҙхәт Закир улы, ҡыҙы Лиә һәм улы Рифхәт йәмғеһе илдең иң юғары наградаһы һаналған ете Ленин орденына, дүрт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына, дәүләттең шулай уҡ бүтән бик күп наградаһына лайыҡ булған икән. Был юлы статистиканың урынһыҙ икәнлеген аңлайым да бит, ләкин Шакировтар династияһының гражданлыҡ ҡаһарманлығын раҫлаған тағы бер факт тураһында әйтмәй түҙә алманым.
Иҫкәрмә: яҙмаларҙа “Башкирия. На переломе веков и эпох” тигән китаптан ҡайһы бер материалдар файҙаланылды.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 770

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872