Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Мин дә китәм инде...”
“Мин дә китәм инде...” Йөрәгемдең әрнеүе, һыҡрауы, һыҙлауҙары... Эскелек... Күпме яҡындарымды тартып алды ул һаҙлыҡ... Ҡайҙа һуң был афәттән ҡотолоу юлдары?

Яңыраҡ тағы бер ҡустымды юғалт­тым. Әзмәүерҙәй ир. Шул ҡә­ҙәр эшһөйәр, егәрле. Һис ҡасан алдашманы, урлашманы, ғәҙел булды. Бала сағынан йүгереү, саңғы, милли көрәш буйынса алдын­ғылыҡты бирмәне, егет ҡорона аяҡ баҫҡанда иһә көслө спортсы тигән даны тирә-яҡҡа таралып өлгөргәйне. Мәскәүҙә үткән донъя марафонында ҙур уңыш ҡаҙанып, төбәгебеҙҙең бәҫен арттырған мәле иҫкә төшһә, күңелем әле лә ғорурлыҡ менән тулыша.
Шәп гармунсы ине үҙе. Ҡушылып йырлап та ебәрһә, сәхнә оҫталарың ары торһон! “Ишкәксе”һенең моңо һаман йөрәкте телә:
“Мин дә китәм инде
Шул яҡтарға ҡарап,
Тик үкенмәмме икән, үкенмәм?..”
Эйе, китте. Аллаһ Тәғәләнән бирелгән дарман, ҡеүәт, талант ерләнде. Ә күпме үкенес, үҙәктәрҙе өҙөр ғазап ҡалды! Ҡул һәм күңел көсө, ваҡыты менән иҫәпләш­мәйенсә емертеп эшләй, донъя көтәм, уны-быны алам тип хыяллана ине лә бит ҡустым... Хатта быйыл ҡыш яңынан саңғыға ла баҫҡайны. Тик еңә алманы юлына арҡыры сыҡҡан “ҡара йылан”ды: ҡара көсө менан тапҡан аҡсаһы шул “тройной”, “фанфурик”, “самопал”дарға китте...
Ә был ағыуҙарға юл көнө-төнө асыҡ. Ҡырҙан күпләп алып ҡайтып, хаҡын арттырып һатҡандар, хатта залогка биреп торғандар бар. “Ауырый бит, йәлләп тоттороп сығара­быҙ”, – тиҙәр. Кешене эсереп дауалау мөмкинме һуң? Йәлләү буламы был? Киреһенсә, ярҙамға мохтаж әҙәм балаһын упҡынға этәреү, уны үҙеңдең матди ихтыяжыңды ҡәнәғәт­ләндереү маҡсатында файҙаланыу түгелме? Ҡулы ҡал­тырап аҡса һон­ған кешенең күҙҙәренә баҡһағыҙ ине. “Йәшел йылан” кәрәкме уларға, әллә йәшәүгә көс бирер яҡшы һүҙ­ме? Бәлки, һеҙ биргән ағыу был әҙәм балаһы йотҡан һуңғы эсемлек булыр?
Эйе, ошо бәләкәй һауыттағы осһоҙ “тройной”ҙар, “фанфурик”тар халҡыбыҙҙың иң ҙур дошманына әйләнде хәҙер. “Улар бит – парфюмерия, ни эшләп һатмаҫҡа тейешмен әле?” – тиер күптәр. Шулай шул: тауар әйләнеше һәйбәт, аҡса килеп тора. Тик был “ҡаҙаныш” әҙәм балаһының сәләмәтлеген бөтөрөү, ғүмерен ҡыйыу, уның туғандарының, яҡындарының күҙ йәше, аһ-зары, үкенес-ғазаптары, етем ҡалған балаларҙың һыҡрау-һыҙланыулы яҙмышы аша яулана икән, ниндәй хәжәте бар? Бындай “уңыш” күңелгә ҡыуаныс, кинәнес бирәме? Эш гөрләп алға китәме? Тормоштоң бәрәкәте артамы? Тыуасаҡ балалар, ейән-ейәнсәрҙәр рәхмәт әйтерме?
Эйе, мин дә уҙған быуат аҙағында эш башлаған саҡта һыраны бик күп­ләп һаттым. Бер көн килеп бының һө­ҙөмтәһе “башыма һуҡты”. Шул һы­ранан әллә күпме кешенең яҙмышы боҙолдо, ғаиләләр тарҡал­ды, егеттәр кәләшһеҙ ҡалды, ҡыҙҙар ирһеҙ бәпәй тапты... Тәүбә, тәүбә! Яңылышлыҡтан арындырып, һыра таратыуҙан туҡтатҡаның, хаҡ юлды күрһәткәнең өсөн мең рәхмәт, Аллаһ Тәғәләм! Ошо бәрәкәттә, әл-хәмдү лил-ләһ, сауҙа эшем алға бара.
Бер-беребеҙҙең, милләтебеҙҙең, тыуған төйәгебеҙҙең, тыуыр быуын­дарыбыҙҙың яҙмышын матди мән­фә­ғәттән өҫтөн ҡуйһаҡсы, за­ман­даш­тар. Башҡаларҙың ҡайғы-ғаза­бынан үҙеңә бәхет өйөп булма­ғанын аңлаһаҡсы. Ярҙамға мохтаж­дарҙы яҡшы һүҙ менән ҡалҡытып торғоҙоп, күңелдәренә ваҡытында йәшәү көсө өҫтәп ебәрһәк, бер-беребеҙҙе хөрмәт итһәк, хәстәрләһәк, һис шикһеҙ, эскелек һаҙлығы ҡорор ине. Үҙәктәрҙе өҙмәҫ, йөрәктәрҙе өтмәҫ ине шул афәт.






Автор: Гәүһәр ҠОЛҺАРИНА. Район: Бөрйән районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


  1. Светлана Сулейманова
    Светлана Сулейманова от 16.10.2016, 00:41
    Уф, илатты хатта...
    Ни сама дошмандарҙы ҡырған, һуғыштарҙы еңгән халыҡ ошо бәләкәй генә шешәләрҙән еңелә. Был башҡортто ҡоралһыҙ ҡырырға кәрәк тигән бит берәү. Ҡоралдың да ниндәйен ҡулланалар...

Комментарий өҫтәргә